СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

КИМ для подготовки к ОГЭ по родному языку (Башкирский язык)

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«КИМ для подготовки к ОГЭ по родному языку (Башкирский язык)»

Вариант-1

1-се өлөш

  1. Ҡайһы юлдағы һүҙҙәр төркөмөндә хәрефтәр һәм өндәр һаны тап килмәй?

  1. Тәржемә, донъя, юл

  2. Йүкә, көньяҡ, һылыу

  3. Ел, таяҡ, юрған

  4. Ваҡыт, төйәк, дауа.

  1. Донъя ҡуйыу” фразеологизмының мәғәнәһен аңлатығыҙ.

  1. Өндәшмәү

  2. Алдау

  3. Ҡурҡыу

  4. Үлеү

  1. Ҡайһы һөйләмдә күсмә мәғәнәлә ҡулланылған һүҙ бар?

  1. Нефтте халыҡ алтын менән сағыштыра.

  2. Ҡар өҫтөндә сағыу нурҙар уйнай.

  3. Туғайҙан һандуғас йыры ишетелде.

  4. Беҙҙең өй артында муйыл ағастары бар.

  1. Килеп сығышы буйынса төп башҡорт һүҙен билдәләгеҙ.

  1. Арыш

  2. Ислам

  3. Япраҡ

  4. Бүрәнә

  1. Белдерелгән мәғәнәләре буйынса бер төркөмгә берләштерергә мөмкин булған һүҙҙәр яҙылған юлды билдәләгеҙ.

  1. Өн, тауыш, ҡараш

  2. Умырзая, мәтрүшкә, йыуа

  3. Ҡымыҙ, айран, эремсек

  4. Китап, өҫтәл, һауа.

  1. Варваризмды билдәләгеҙ.

  1. Вис

  2. Барымта

  3. Көн

  4. Көпө

  1. Хәҙерге ваҡытта юҡҡа сыҡҡан предметтарҙың йәки күренештәрҙең атамаһы?

  1. Архаизм

  2. Историзм

  3. Неологизм

  4. Диалектизм

  1. Омонимдарҙы билдәләгеҙ.

  1. Матур, гүзәл

  2. Дуҫ, дошман

  3. Һалма, ҡара

  4. Ҡысҡырыу, һөрәнләү

  1. Килеп сығышы буйынса бер тамырҙан булған һүҙҙәр төркөмөн билдәләгеҙ.

  1. Йәй, йәйләү, йәйәү

  2. Ос, осоу, осратыу

  3. Кеше, кешелек, кешнәү

  4. Эш, эшсән, эшлекле.

  1. Ҡайһы юлда бөтә һүҙҙәр яһаусы ялғауҙар ярҙамында яһалған?

  1. Йыл, йылдар, йылдың

  2. Йыр, йырсы, йырла

  3. Матур, матурлыҡ, матурҙар

  4. Моң, моңға, моңло.

2-се өлөш

(1) Тауҙар... (2) Ниндәй генә серҙәр, ниндәй генә легендалар ятмай икән һеҙҙең ҡуйынығыҙҙа? (3) Ә йөрәгегеҙҙә борондан ҡалған сихри моң һаҡлайһығыҙ.

(4) Миңә беҙҙең Таштау ҙа бик серле тойола. (5) Уны икенсе төрлө ултырғыслы тау тип йөрөтәләр. (6) Эйе, ундағы бәләкәйерәк таштар, ысынлап та, ултырғысҡа, ә ҙурыраҡтары өҫтәлгә оҡшаған. (7) Шул таштарға ултырып, һалдаттар ял иткәндәр. (8) Тауҙың теге яғы шундай текә, хатта атлап төшөп тә булмай, тәгәрәп түбәнләйһең. (9) Уның ауылға ҡараған яғында бер генә ағас та юҡ, ә икенсе яғы (...) урманлыҡ. Әгәр Таштауҙың иң бейек урынына менһәң, бөтә тирә-(....) ауылдар күренә.


  1. Текстағы 2-сы һөйләм әйтелеү маҡсаты буйынса ниндәй һөйләм төрөнә ҡарай?

  2. 1-се һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.

  3. 6-се һөйләмдә “бәләкәйерәк” сифаты ниндәй дәрәжәлә?

  4. 3-се һөйләмдәге “моң” һүҙе ниндәй һөйләм киҫәге булып килә?

  5. 9-сы һөйләмдә ниндәй тыныш билдәһе төшөп ҡалған?

  6. 9-сы һәйләмдә йәйәләр эсендә ниндәй һүҙ төшөп ҡалған?

  7. (7)-се һөйләмдәге “иткәндәр” һүҙенә морфологик анализ яһағыҙ.

  8. (6)-сы һөйләмдең баш киҫәктәрен билдәләгеҙ.

  9. Текста үткән заман ҡылымдарын табығыҙ.

  10. Текста антонимдар табығыҙ.

3-сө өлөш

“Яратҡан геройым (фильмдан, әҫәрҙән)” темаһы буйынса 8-10 һөйләм яҙығыҙ.






Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!