СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

КВН по башкирскому языку и литературе

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«КВН по башкирскому языку и литературе»

КВН

Маҡсат: башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү, тәрәнәйтеү, һөйләү телмәрен, фекер ҡеүәһен үҫтереү, туған телгә һөйөү, хөрмәт, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙарының портреттары, буталған алфавит һүрәте, магнитофон, заманса бейеү көйлө кассета, яҙма эштәрҙең ҡағыҙҙары, сәхнәләштереү предметтары, мәрәйҙәр

Сараның барышы:

1. Ойоштороу мәле.

- Хәйерле кис, ҡәҙерле уйынсылар, ҡунаҡтар һәм уҡытыусылар! Һеҙҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса ярышта күрергә шатбыҙ, кисәне башларға рөхсәт итегеҙ. Бөгөн һеҙҙең алдығыҙҙа 3 команда ярыша. Ләкин эш башынан жюри ағзаларын һайлап үтәйек(жюри һайлау)



2. Командалар менән танышыу.

Командалар исем, девиздарын әйтеп, сығыш яһайҙар.



3. «Мейегә разминка».

Сиратлап һорауҙарға яуап бирәләр:

1) Ниндәй һөйләмгә башҡа һөйләмдәр «түбәнһетеп» ҡарай һәм ни өсөн?(кәм)

2) Ниндәй синтаксик берәмек өндәшә?(өндәш һүҙ)

3) Ниндәй һүҙҙәргә һәм һөйләмдәргә бирелгән атама шишмә мәғәнәһен дә бирә ала?(инеш һүҙ, инеш һөйләм)

4) Ниндәй һөйләмдәр бер генә һүҙҙән тора?(атама)

5) Ниндәй һөйләмдәр эйәреп йөрөргә ярата?(эйәрсән һөйләм)

6) Нимә бойорорға ярата?(бойороҡ һөйләм)

7) Һүҙҙе өйрәнеүсе фән?(лексика)

8) Һүҙ төркөмдәрен өйрәнеүсе фән?(морфология)

9) Һөйләмде өйрәнеүсе фән?(лексика)

10) Ш менән төрлө төҫлө еңел ҡыуыҡ, Ҡ менән мамыҡ.(шар, шалҡан)

11) Т менән ашамлыҡ, Ҡ менән боронғо хәрби ҡорал, Ш менән йәшелсә.(талҡан, ҡалҡан, шалҡан)

12) Ҡ менән йәшелсә, Т менән һауыт-һаба, С менән балыҡ.(ҡабаҡ, табаҡ, сабаҡ)



4. Шиғырҙың төшөп ҡалған юлдарын яҙ.

Мин … сәскә …,

… ҡортондай … йыямын,

… да – йәнле …

Хуш еҫле бер … … .

Шуға ла … беләм тел … .

Бер … дә телем … түгел –

… лә ул, … ҙа, … ла,

Кәм күрер уны тик … күңел.



5. Иң оҙон ялғаулы һүҙ яҙырға.

Командалар берәй һүҙҙе алып, ялғауҙар өҫтәп яҙалар. Ҡайһы командала иң күп ялғауҙар була, шул еңеүсе итеп иғлан ителә.



6. Тәржемәүи эш.

Рус йырын тәржемә итергә лә уны йырларға.

Ой, мороз, мороз, У меня жена,

Не мрозь меня. Ой, ревнивая.

Не морозь меня У меня жена

Моего коня. Раскрасавица.



7. Таныу конкурсы.

Күрһәтелгән портреттарҙан башҡорт шағир, яҙыусыларын танырға.

М.Кәрим, З.Биишева, Р.Бикбаев, Р.Ниғмәти, М.Ғафури, Р.Ғарипов, Б.Рафиҡов, Н.Мусин, Һ.Дәүләтшина, Н.Нәжми.

8. Пантомима.

Командаларҙан берешәр кеше сыға. Уларға бер һөйләм бирелә. Ул бирелгән һөйләмде командаһына ым менән аңлатырға, ә команда һөйләмде әйтергә тейеш.

1) Сәғәт 11-ҙә мин дауаханала укол эшләтәсәкмен.

2) Төнгө сәғәт 1-ҙә мин дискотекала буласаҡмын.

3) Сәғәт 3-тә мин һарайҙа тиҙәк көрәйәсәкмен.

4) Эльвира Хабибулловнаны8 д1рт бала3ы: бар ике 7ы6, ике малай.

9. Алфавит.

Команданан берешәр уйынсы сыға. 1,5 минут эсендә төрлө урында яҙылған хәрефтәрҙе алфавит тәртибенсә уҡый һәм таба. Кем күберәк һәм дөрөҫ хәрефтәр әйтә, шул команда еңә.

10. Бейеү.

Заманса бейеү көйөнә уйынсылар милли башҡорт бейеүен башҡарырға тейеш.

11. Диктант.

Команда эсендә бер уҡыусы диктанты яҙа, һәм уйынсылар бергәләп синтаксик анализ яһайҙар.



Бер бәпембә малайы Ҡаф тауы артына сәйәхәт иткән, икесеһе Ағиҙел һыуҙарына барып төшкән, өсөнсөһө сәскәгә һыу ҡойған малайҙың сәстәренә ултырған – уларҙың бөтәһе лә үҙ юлын, үҙ бәхетен тапҡандар.

12. Шиғри ярыш.

Таҡтала яҙылған шиғырҙың дауамын яҙ.



Кем уйлаһын, шул көндә

Бәхет артын борор, тип. …

13. Өйгә эш.

Уйынсылар өйҙә таҡмаҡтар әҙерләп килергә тейештәр. Сиратлап таҡмаҡ әйтешәбеҙ, кем иң аҙаҡ әйтә, шул еңеүсе була.

14. «Тамырымды тап».

«Күҙ» һүҙенә ниндәй команда күберәк тамырҙаш һүҙҙәр яҙа, шул команда еңеүсе була.

15. Театраль ярыш.

Уйынсылар заманса «Шалҡан» әкиәтен сәхнәләштерә. Әҙерлеккә 3 минут бирелә.

Был ваҡыт эсендә зал менән берәй темаға йыр йырларға мөмкин, йә тел тураһында шиғирҙар конкурсы иғлан итергә лә ярай.

16. Мәҡәл аҙағын әйт.

1. Кем эшләмәй, …(шул ашамай)

2. Егет кешегә…(етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ)

3. Сит илдә солтан булғансы, …(үҙ илеңдә олтан бул)

4. Матурлыҡ туйҙа кәрәк,…(уңғанлыҡ көн дә кәрәк)

5. Әҙәм эше менән, …(ағас емеше менән)

6. Яңғыҙ ҡарға …(яҙ килтермәй)

7. Һигеҙ һыйыр аҫрағансы, …(һимеҙ һыйыр аҫра)

8. Тура әйткән ҡотолор, …(алдап әйткән тотолор)

9. Һабанда һайрашмаһаң, …(ырҙында ыңғырашырһың)



17.Йомғаҡлау.

Командаларҙың йыйған мәрәйҙәрен һанау. Еңеүсене билдәләү, бүләкләү.

- КВН,КВН – бик күңелле был уйын. Бөгөнгө ярыш та бик күңелле үтте. Башҡорт теленән һәм әҙәбиәтенән белемдәрегеҙҙе яҡшы яҡтан күрһәттегеҙ. Уйынсыларға ихлас ҡатнашҡандары өсөн, жюри ағзаларына ғәҙел баһалары өсөн, көйәрмәндәргә түҙемле «ауырыуҙары» өсөн рәхмәт!




Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!