СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Мәктәптә һәм ғаиләлә тел мәсьәләһе.

Нажмите, чтобы узнать подробности

Мәктәптә һәм ғаиләлә тел мәсьәләһе.Ата-әсәләр өсөн доклад.

Просмотр содержимого документа
«Мәктәптә һәм ғаиләлә тел мәсьәләһе.»

Туған телде һәм милли йолаларҙы һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә ғаиләнең һәм мәктәптең роле

  • Балаларға туған телгә һөйөү тәрбиәләү тәү сиратта ғаиләгә,унан һуң мәктәпкә ҡайтып ҡала. Беҙ шуны һис ҡасан да онотмаҫҡа тейешбеҙ.Иң маҡтаулы һөнәр ул-кеше тәрбиәләү

Ғаиләлә кеше тәрбиәләү тураһында ғалим В. Сухомлинскийҙың ата-әсәләргә мөрәжәғәтендә бындай юлдары бар: «Донъяла тиҫтәләгән, йөҙләгән һөнәрҙәр бар. Кемдер тимер юлдар төҙөй, икенселәре йорттар һала, өсөнсөләре икмәк үҫтерә, тик иң универсаль, иң ҡатлаулы, иң маҡтаулы, һәр кем өсөн кәрәкле, үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ эш бар – ул да булһа ғаиләлә кеше тәрбиәләү» ти . Эйе, һәр ғаилә тормошҡа үҙенсәлекле шәхестәр әҙерләй. Шуға ла бала өсөн ғаилә киләсәктә үрнәк, йәшәү маяғы булып тора. Бөгөнгө тормошобоҙҙа, кеҫә телефондары, компьютер модаға инеп киткән заманда, туған телде һәм милли йолаларҙы һаҡлауҙа, үҫтереүҙә ғаиләнең роле бик ҙур тип, уйлайым. Иң мөһим рухи тәрбиә лә бала саҡта һалына. Бала бәләкәй саҡтан атаһына, әсәһенә ҡарап өйрәнә. Яҡшы -яман, изгелек -яуызлыҡ төшөнсәһен тиҙ генә отоп ала. Артабан инде бала тәрбиәләүҙә мәктәп мөһим роль уйнай, әммә ата-әсәнең йоғонтоһо ҙур булып ҡала. Әгәр ғаилә һалған тәрбиә менән мәктәп тәрбиәһе тап килһә, бала күңелендә уҡытыусыларға ла, тәрбиәселәргә лә, иптәштәренә лә ышаныс нығына. Замандың кире яҡтары ла етерлек.Бындай шарттарҙа йәш быуынға дөрөҫ юл һайлау,әлбиттә, еңелдән түгел.

Бөгөнгө көндә ғаиләлә тел мәсьәләһе бик киҫкен тора. Ысынлап та йыраҡ йөрөйһө түгел. Һәр беребеҙҙең тиерлек ғаиләһендә балалар, ейән- ейәнсәрҙәр үҫә. Мәктәп уҡыусыларының да күпселеге урыҫса аралашыуы, (беҙҙә бигерәк тә башланғыс кластар, балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәрҙә) күҙәтелә. 5 класҡа,урта звенога килһәләр,өйрәтеп алыуы бәлә. Бына ошо күҙәтеүҙәр инде ата әсәнең,хатта уҡытыусының! балалар менән урыҫса аралашыуынандыр тием. Хатта өләсәйҙәр ҙә вата-емерә урыҫса һөйләшеп маташабыҙ.Минең үҙемдең дә ейәнем урыҫ мөхитендә,Когалым ҡалаһында тыуып үҫә.Атаһы урыҫ милләтенән.Әммә шуныһы ҡыуандыра:ата-әсәһе баланы башҡортса белеүенә ҡаршы түгел,ҡыҙым ҙур балалар баҡсаһы психологы.Туған телдәр көнөндә,Халыҡтар берҙәмлеге кеүек байрамдарҙа ҡыҙым менән бер башҡорт тәрбиәсеһе мосолман балаларын йыйып,милли кейемдәр кейҙереп, туған телдә йыр –бейеү,шиғырҙар өйрәтеп,кисәләр үткәрәләр.(слайд)Әле улар туған телде ныҡлап белмәй шулай ҙа,теләп кенә өйрәнеп ятыуҙары ҡыуандыра,хатта ейәнемдең бәләкәйҙән өләсәй тип башҡортса әйтеүе лә һөйөндөрә.Икенсе ике ейәнсәрем Күсем мәктәбендә уҡый,шулай уҡ урыҫ мөхите тип әйтергә була.Өлкән ейәнсәрем Камила бәләкәйҙән тик башҡортса ғына һөйләште,балалар баҡсаһында,мәктәптә инде,руссаға өйрәнде.әле лә башҡортса белә,тик нишләптер башҡортса һөйләшергә тырышмайҙар.Шул аптырата.Беҙҙә булған саҡта инде мин башҡортса аралашам.Аңлайҙар.Тик киләсәктә башҡорт телен үҙ итерҙәрме,белмәйем.

Шуның өсөн дә һәр ғаиләлә тәрбиә иң юғары урында булырға тейеш. Туған тел ҡәҙерен аңлаған һәр ғаилә үҙ балаһына туған телен биләүҙән өйрәтә: туған телендә бишек йырын көйләй, әкиәттәрен һөйләй һәм бала үҫә төшкәс милли йолаларҙы күрә, өйрәнә, ҡыҙыҡһына башлай. Туған телендә һөйләшкән бала – бәхетле бала. Сөнки ул туған телендә аралаша, халыҡ араһында йәшәй, милли йолаларҙа тәрбиәләнә. Быны үҙемдең уҡыусыларымдан сығып әйтә алам,кемдең ата-әсәһе өйөндә башҡортса ғына аралаша,бала ла башҡортса теләп һөйләшә.Матур итеп шиғырҙар ятлай,иншалар яҙа.Ундай уҡыусыларым етәрлек,шуныһы ҡыуандыра.Бына бер нисәһен һеҙҙең иғтибарға(слайд) Үҙ телен хөрмәт иткән балаларҙың киләсәге лә өмөтлө була түгелме !? Ә туған телен өйрәнмәгән, тел биҙәктәрен күрмәгән кеше – ярлы кеше. Тимәк, ғаиләлә туған телгә ныҡлы иғтибар биреп, балаларға кесе йәштән тел ҡәҙерен аңлатыу мотлаҡ. Бигерәк тә халҡыбыҙҙың тарихын, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йырҙарын, милли кейемдәрен, үҙеңдең шәжәрәңде, языусылар ижадын һәм халыҡ ауыҙ ижадын өйрәнеү кәрәк.Был юҫыҡта ла беҙҙең мәктәптә быға иғтибар күп бүленә.Мәҫәлән,Республика ,башҡорт теле,Аҡмулла,милли кейем көнө (3) Ғөмүмән,беҙҙең район мәктәптәрендә йыл һайын башҡорт теле фәне буйынса ғына ла бик күп сара планлаштырыла. Улар һәр мәктәптә ун көнлөктәр, аҙналыҡтар төрөндә үтә. Асыҡ дәрестәр, тематик кисәләр, конкурстар, викториналар уҙғарыла.Бындай төрлө кимәлдәге саралар йыл әйләнәһенә үтә.Үҙебеҙҙең мәктәпте алғанда ла, бындай сараларҙы иртә көҙҙән башлайбыҙ,йәйгә тиклем дауам итә. Уҡыусылар уларҙа ҙур теләк менән ҡатнаша. Һуңғы йылдарҙа атай-әсәйҙәрҙе лә йәлеп итеү буйынса әүҙем эш алып барыла.Айырым дәрестәргә саҡырыу ҙа ойошторола. Быйылғы уҡыу йылындағы төп сараларҙан шуны билдәләп үтер инем: әҙәби-музыкаль кисәләр,(Уҡытыусы йылына,мәктәп юбилейына) иншалар конкурсы, “Шәжәрә” байрамдары, семинарҙар, шиғыр һөйләүселәр конкурсы, флешмобтар,“Телемдә-һандуғас моңо” ,”Мин башҡортса һөйләшәм,ә һин”акциялары гөрләп үтә. Был, әлбиттә, телебеҙҙе һаҡлап ҡалыуҙа ҙур ғына аҙым тип уйлайым.

(слайд)

Әлбиттә балалар бындай байрамдарҙан һуң әҙ генә булһа ла үҙенең милләте,теле тураһында уйлана,ҡыҙыҡһына башлай.Киләсәгебеҙ өмөтлө булһын тиһәк, һәр бер бала әсә телендә үҙ халҡының әҙәби мираҫын, күңел байлығын, динен һәм фәлсәфәһен үҙенә һеңдереп үҫергә тейеш. Сөнки, туған телгә милли үҙаң нигеҙҙәре һалынған, халыҡтың милли традициялары һәм ата-әсәнең тәүге һүҙҙәренең йылыһы һаҡланған, бары тик туған тел аша дөйөм кешелек фәнен һәм мәҙәниәтен өйрәнеүгә юл асыла. Юҡҡа ғына халыҡта: “Тел белеү кеше йөрәгенә юл һала”, тип әйтмәгәндәр. Телдәр өйрәнеү - ул заман талабы ла. Ә үҙ телеңде белмәйенсә, сит тел өйрәнеү, минеңсә, илһөйәрҙәрсә түгел.Шуның өсөн баланы ата-бабанан ҡалған телдә һөйләргә һәм уйларға өйрәтеү һәм уның аша бала күңеленә халыҡ аҡылының хазинаһын еткереү – ата-әсәләрҙең һәм әлбиттә,уҡытыусыларҙың төп бурысы. Ғаиләләрҙә милли йолаларыбыҙ дауам ителһә – туған телебеҙ һаҡланыр, үҫер, ә милли йолаларыбыҙ дауам итер тип ышанып ҡалам.


Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!