СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Р Гарипов Ижади мираҫы үлемһеҙ

Категория: Прочее

Нажмите, чтобы узнать подробности

Рәми Ғарипов тормошо һәм ижады. тураһында кластан тыш сара

Просмотр содержимого документа
«Р Гарипов Ижади мираҫы үлемһеҙ»

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы

Салауат районы муниципаль районы Янғантау ауылы урта дөйөм белем

биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы



Башҡортостандың халыҡ

шағиры Рәми Ғариповтың

85 йыллыҡ юбилейына арнала





















Ижади мираҫы үлемһеҙ











Янғантау урта мәктәбенең

9 класс уҡыусыһы

Яҡупова Йәмилә


Етәксеһе

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Ишбулдина Алия

Ишморат ҡыҙы





Ишбулдина Әлиә

Ишморат ҡыҙы төҙөнө.























2017 йыл.

Тема: Ижади мираҫы үлемһеҙ


Маҡсат:

  1. Рәми Ғариповтың тормош юлы һәм ижады менән танышыу;

  2. Уның көрәшсе һәм хәҡиҡәтте яҡлаусы шәхес икәнен, ижадының мәңгелеген иҫбатлау;

  3. Шағирға ихтирам һәм уның ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу;

Тыуған илгә, туған телгә һөйөү тәрбиәләү.


Йыһазландырыу: Р. Ғариповтың портреты, тормош юлын сағылдырған плакат, китаптары күргәҙмәһе, аудиояҙма, мультимедиа проекторы, ноутбук.




Йөкмәткеһе:

  1. Инеш өлөш

  2. Төп өлөш


  1. Тормош юлы

  2. Ижады мираҫы үлемһеҙ

  3. Рәми Ғарипов һүҙҙәренә яҙылған йырҙар

  4. Рәми Ғариповтың тәржемәләре

  1. Йомғаҡлау

  2. Ҡулланылған әҙәбиәт























1.Инеш өлөш (Ҡурай моңо)

Бына минең тыуған ер был –

Ҡарт Ҡаратау. Йүгерек Йүрүҙән . . .

Тыуып үҫкән, һыуын эскән

Ерем минең!

Салауат ере арҙаҡлы шәхестәргә бай төбәк: милли батырыбыҙ Салауат Юлаев, йор һүҙле Байыҡ сәсән һулаған һауаны һулап, улар йөрөгән һуҡмаҡтарҙан йөрөп, улар эскән Йүрүҙән һыуҙарын эсеп үҫкән шағир Рәми Ғариповтың тормошо ла беҙгә үрнәк.

2.Төп өлөш

2.1.Тормош юлы

Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов Салауат районының Арҡауыл ауылында1932 йылдың 12 февралендә донъяға килгән. Атаһы Йәғәфәр Мөхәммәтрәхим улы 1912 йылда Арҡауыл ауылында тыуған. Үҙ заманы өсөн уҡымышлы, алдынғы ҡарашлы булыуы менән айырылып торған. Колхоз, ауыл советы рәйесе була. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән беренселәрҙән булып фронтҡа китә. 1943 йылдың 23 февралендә Сталинград янындағы ҡаты һуғышта һәләк була. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн орден-миҙалдар менән бүләкләнгән. Ғаиләлә дүрт бала ҡала: иң олоһо Рәмилгә ун бер йәш, Рауил менән Урал, кесе ҡыҙы Мәршиҙәгә ни бары йәш ярым була.Әсәһе Гөлмәрйәм Хизбулла ҡыҙы 1913 йылда Арҡауылдан йыраҡ түгел Яубүләк ауылында тыуған. Уның әсәһе Мария – рус ҡыҙы, Яубүләк ауылына башҡорт егетенә кейәүгә сыға, ауылдаштары уны Мөхлисә тип йөрөтәләр. Гөлмәрйәм апай эшкә уңған булған, районда иң оҫта көлтә бәйләүсе исемен яулап “Хеҙмәт батырлығы” миҙалы менән бүләкләнгән.

“Һуғыш ваҡытында әсәйемде “ Салауат районының комбайны” тип йөрөтәләр. 1942 йылда ураҡ ваҡытында ул бер үҙе ҡул менән ун һигеҙ гектар игенде урҙы һәм беренсе булып дәүләт наградаһы менән бүләкләнде”, - тип яҙа Рәми Ғарипов үҙенең автобиографияһында.

Бәләкәйҙән Рәми ҙә әсәһе менән бесән саба, ер һөрә, кистәрен колхоз аттарын көтә.

Тәүге ҡабат бергә бесән саптыҡ

Һөҙәк кенә тауҙың битендә.

Шул көн иҫеңдәме һинең, әсәй?

Ул көн минең һәр саҡ иҫемдә.

“Әсәм ҡулдары”

Буш ваҡыттарында Рәми китап уҡыған, ауылдағы бәләкәй генә китапханалағы китаптарҙы уҡып бөткән. Был турала һеңлеһе Мәршиҙә: “Рәми бәләкәйҙән уҡырға яратты, ҡайҙа барһа ла ҡулынан китабы төшмәй ине. Ул хатта төндәрен шәм яҡтыһында ла уҡый ине”, - тип хәтерләй.

Тыуған ауылында етенсе класты тамамлағас, 1946 – 1950 йылдарҙа Өфөлә аталары фронтта һәләк булған балалар өсөн асылған 9 – сы башҡорт мәктәп – интернатында белем ала. Унда уҡығанда зирәк, уҡымышлы, сабыр холоҡло, тыйнаҡ булғаны өсөн иптәштәре яратып “Бабай” тип йөрөткәндәр.

Бында ул ныҡлап шиғырҙар, мәктәптә сыҡҡан гәзит өсөн фельетондар яҙа. Уларҙың аҫтына “Мөхәммәтғарипов”, “Рәми Салауатский” тип ҡултамғалар ҡуя. Ныҡлап яҙыуына башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мәрйәм Ғималованың кәңәштәре ҙур йоғонто яһай.

Шиғырһыҙ ҙа

Һеҙ бит аңлайһығыҙ йөрәгемдең

Иң саф хистәрен.

Онотмамын

Һеҙҙе, Мәрйәм апай,

Килгәндә лә

Ғүмер кистәрем.

“Уҡытыусыма.”

Урта мәктәпте тамамлағас, Башҡортостан Яҙыусылар союзы тәҡдиме буйынса 1950 – 1955 йылдарҙа Мәскәүҙә А.М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡый. Бында уға әҙәбиәт менән шөғөлләнеү өсөн тағы ла киңерәк юлдар асыла, китапханаларҙың байлығына хайран ҡалып, китаптар донъяһына сума.Унда уҡығанда украин ҡыҙы Надежда Васильевна Друн менән дуҫлашып китә.

Надя –надежда – өмөт,

Һин минең өмөтөм.

Беҙ бөтә ауырлыҡтарҙы бергә күтәрергә тейешбеҙ.

Һиңә минең менән ауыр булыр, әлбиттә.

Иң беренсе һин башҡорт телен өйрәнергә тейешһең

Тел – минең тормошом.


“Студент көндәлектәренән”

Ошолай украин ҡыҙы Надя Башҡортостанға килә, Рәмиҙең иң яҡын кәңәшсеһе һәм дуҫына әйләнә. Уларҙың Салауат, Азамат исемле улдары һәм ҡыҙҙары Гөлнара тыуа.


2.2. Ижади мираҫы үлемһеҙ.

1950 йылда “Әҙәби Башҡортостан” (хәҙерге “Ағиҙел”) журналында “Ленин” исемле беренсе шиғыры баҫыла.

1954 йылда сыҡҡан “Йүрүҙән” исемле беренсе шиғырҙар йыйынтығы Әҙәбиәт институтында диплом эше була. Был йыйынтыҡ үҙ ҡарашы, һүҙе, моңо булған яңы шағир тыуыуын хәбәр итә.

Хәҙерге көндә уның егерменән артыҡ йыйынтығы бар. Был әҫәрҙәр беҙҙең әҙәбиәтебеҙҙең алтын фондын тәшкил итә.

Рәми Ғарипов үҙенең ижадында тыуған ерен, унда йәшәгән халыҡтың тормошон, уй-кисерештәрен, туған телгә булған мөнәсәбәтен сағылдырҙы.“Ул ифрат эшһөйәр, һөйгән эшен мөкиббән китеп, зауыҡланып, ярһып башҡара. Үҙе йәшәгән йондоҙло йыһаны – әҙәбиәт булды. Уның шиғырҙарында –тәбиғәт биҙәге, ҡоштар һайрауы, шишмә сылтырауы, салғы сыңлауы ишетелә һымаҡ. Улар – үҙҙәре бер моң шишмәһе”, - ти уның ижады хаҡында әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы Мостай Кәрим.

Бигерәк тә шағирҙы тел яҙмышы борсоно. Ҡайһы бер кешеләр “милләтсе” булыуҙан ҡурҡып, был турала уйлағандарын әйтмәгән дәүерҙә, 1957 йылда, ул үҙенең “Туған тел” шиғырын яҙа:

Мин халҡымдың сәскә күңеленән

Бал ҡортондай ынйы йыямын,

Йыямын да – йәнле ынйыларҙан

Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

Үҙенең телен, ерен, халҡын яратҡан кеше генә ошондай һоҡланғыс һүҙҙәрҙе әйтә алалыр!

Уны милләтселектә ғәйепләйҙәр. Ул ниндәй милләтсе булһын? Өләсәһе рус ҡыҙы, ҡатыны украин ҡыҙы, дуҫтары араһында төрлө милләт вәкилдәре бар. Кеше үҙенең телен ихтирам иткән, ҙурлаған өсөн генә милләтсе тип әйтеп булмай!


Телең барҙа илең бар,

Илең барҙа иркең бар,

Иркең барҙа күркең бар,

Ил биҙәргә дәртең бар,

Ерең, күгең – икең бар,

Утың, һыуың – дүртең бар!

“Аманат”.

Ул шиғырҙар, поэмалар, хикәйәттәр, ҡобайырҙар ижад итеүсе һүҙ оҫтаһы. Поэтик әҫәрҙәренән тыш иң сағыу әҙәби мираҫы – көндәлектәре. Мәктәптә уҡығанда уҡ көндәлек алып бара.

2.3. Рәми Ғарипов һүҙҙәренә яҙылған йырҙар:

“Йырымда минең йөрәгем”, - ти Рәми. Уның шиғырҙарының моңлолоғо тәбиғәттән. Бөтә йырҙары халыҡсанлыҡ, тәрән фәлсәфә, лиризм менән һуғарылған.

“Р.Ғарипов – йырсы шағир. Уның шиғырҙарын көйгә һалыу бик уңайлы. Шуның өсөн уның һүҙҙәренә моң яҙып ҡарамаған композитор юҡтыр”, - тип иҫкә ала Абрар Ғабдрахманов. Ул “Таңдағы йыр”, “Туған тел”, “Көтәм һине”, “Һүҙем бар” шиғырҙарына көй яҙҙы.

Рафиҡ Сәлмәнов “Сыйырсыҡ”, “Хушлашыу”, “Бәхет Һуңлап килгән ҡунаҡ”, “Минең йондоҙом”, “Шофер йыры”, “Туй йыры”, “Умырзая йыры” шиғырҙарын көйгә һала.

Шағирҙы бөтә нәмә лә борсой: туған тел, тыуған ер өсөн янып – көйөп йәшәй. Кешеләрҙе лә ошо хәүефтәрҙән ҡурсырға теләй. Ул үҙенең был донъянан иртә китерен алдан һиҙенгән һымаҡ:

Кәкүк, кәкүк!

Үпкәләмәм,

Аҙ бирһәң дә ғүмерҙе:

Бар ҡайғыһын, бар шатлығын

Татып китәм был ерҙең! –

Роза Сәхәүтдинова көйөнә был йыр шағирҙың һағышы, йөрәк тауышы булып яңғырай.

Салауат төйәгендә тыуып үҫкән шағир милли батырыбыҙ менән ғорурлана һәм уны шиғырҙарында данлай.

“Салауат батыр” шиғырына Артур Туҡтағолов көй яҙған:

Сабып сығып сал быуаттар аша,

Сапсындырып суйын саптарын,

Оран һалып илгә, һай, Салауат

Мәңгелеккә әйҙәй сафтарын.

Шулай уҡ ошо гүзәл ерҙә йәшәгән кешеләргә һоҡлана, ошо төйәктең матурлығына дан йырлай.


2.4. Рәми Ғариповтың тәржемәләре.

“Рәми Ғарипов – башҡорт әҙәбиәтендә ысын мәғәнәһендә әҙәби тәржемә мәктәбен тыуҙырған әҙип. Ул бөтә донъя классик поэзияһының иң яҡшы өлгөләрен башҡорт теленә тәржемә итеү хәстәрлеген күрҙе, ҙур бер тәржемә антологияһы төҙөнө”, - тип яҙа Ғайса Хөсәйенов.

Тәржемә эше менән шағир Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында уҡығанда шөғөлләнә башлай, үҙенең егерме йылдан артыҡ ғүмерен ошо эшкә бағышлай.

Ул рус шағирҙарынан иң беренсе С. Есениндың, А.С. Пушкиндың, М. Ю. Лермонтовтың шиғырҙарына мөрәжәғәт итә.

1958 йылда сыҡҡан “Таш сәскә” исемле йыйынтығына ун өс шағирҙың егерме ике әҫәре ингән.

Авар шағиры Рәсүл Ғамзатовтың башҡорт телендә 1965 йылда сыҡҡан “Дағстан йондоҙо” китабындағы күп шиғырҙарын Р.Ғарипов тәржемә иткән.

Тәржемә өлкәһендәге иң сағыу өлгөләре фарсы –тажик шағиры Ғүмәр Хәйәмдең робағиҙары булды. Был эште ул етмешенсе йылдарҙа башлай һәм бер нисә йыл эсендә бөтәһе өс йөҙ егерме алты дүрт юллыҡты башҡортсаға әйләндерә. Шағирҙы Ғүмәр Хәйәм тәрән фәлсәфәүи ҡарашлы аҡыл эйәһе булыуы менән арбай:

Был ғаләмдең маяҡ ташы, бейек тә – беҙ,

Аң –ғаләмдең шишмә башы, бөйөк тә – беҙ,

Йыһан үҙе түңәрәк бер йөҙөк булһа,

Шул йөҙөктөң алмас ҡашы, әлбиттә – беҙ!

Тәржемә өлкәһендә иң әһәмиәтле эше – 1969 йылда боронғо әҙәби ҡомартҡыларҙан һаналған “Зөһрә менән Алдар” эпосын руссанан башҡортсаға ҡайтарыуы.

Алтмыштан артыҡ шағирҙың ижады тупланған “Минең антологиям” йыйынтығы 1992 йылда баҫылып сыҡты.








3.Йомғаҡлау:

Рәми Ғарипов - һүҙ оҫтаһы, ҙур талант эйәһе, тура һүҙле шағир булып танылды. “Үҙе ҡыҫҡа ғүмерле булһа ла, оҙон ғүмерле ижад ҡалдырҙы. Рәмиҙең шиғриәте уның үҙенә ҡарағанда күпкә бәхетлерәк булды. Тере сағында ҡағылып – һуғылған шағирҙың шиғриәте хәҙер үҙенең тейешле баһаһын ала бара, уның ысын ҡәҙере арта бара”, - тип яҙа Рауил Бикбаев.

Эйе, Рәми – халыҡ улы, ул – халыҡ хәтерендә:

1988 йылда Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына,

1992 йылда халыҡ шағиры тигән юғары исемгә лайыҡ булды.

1989 йылда тыуған ауылында йорт – музейы асылды.

1993 йылда ошо йорт – музейы алдында Николай Калинушкин эшләгән баҡыр бюст ҡуйылды.

1994 йылда Өфөлә уҡыған гимназияға уның исеме бирелде һәм

1997 йылда гимназия алдында бюст ҡалҡып сыҡты.

1994 йылда шағир уҡыған гимназияла һәм 1997 йылда Салауат районында Рәми Ғарипов исемендәге премия булдырылды.

Документаль фильм төшөрөлдө; бик күп әҫәрҙәр ижад ителде.

Ул һәр саҡ беҙҙең күңелебеҙҙә, үҙен ысын башҡорт тип һанаған бер кем дә уны онотмаясаҡ. Быйыл бөйөк яҡташыбыҙҙың 85 йыллыҡ юбилейы тыуған ауылында, һәр мәктәптә, ауыл клубтарында, район үҙәгендә һәм Өфөлә гөрләп үтә. Беҙҙең район делегацияһы “Рәми Ғариповҡа 85 аҙым” шиғыр һөйләү флешмобында ҡатнашып, ҡәберенә сәскәләр һалды; Башҡорт драма театрында барған “Февраль.Буран.” спектаклен ҡарарға барҙыу бәхете миңә лә тейҙе. Рәми Ғарипов-беҙҙең ғорурлығыбыҙ, милләтебеҙ ғорурлығы.

Шағир һүҙе – уның аманаты булып киләсәк быуындырға барып етер һәм киләсәк быуын уға тоғро булыр.


Иң бөйөк һүҙ әле әйтелмәгән,

Иң бөйөк көн әле ул алда.

Килер бер көн, килер ул ҙур байрам,

Туй яһарбыҙ шаулап урамда.

Ул туйға мин, бәлки, барып етмәм,

Ярһыу атым янып йығылыр.

Тик минһеҙ ҙә тулы булыр ул туй,

Мин белмәгән дуҫтар йыйылыр.

Һөйләшһәләр әгәр туған телдә,

Телгә алыр улар мине лә,

Сөнки мин киләсәк менән бергә

Һаҡлап саптым, телем, һине лә.



?улланыл4ан 262би2т


1. Баш7орт ере я6ыусылары, )ф0, 2006 йыл.

2. Бикбаев Р.Т. «Ар6а7лы ш2хест2р тормошо» серия3ы.

3. Р2ми ;арипов «Умырзая йыры», )ф0, 1981 йыл.

4. Р2ми ;арипов «Мине8 антологиям», )ф0, 1990 йыл.

5. Р2ми ;арипов «№абантур4ай йыр6ары», Өфө, 1992 йыл

6. Халы7 ша4иры Р2ми. И9т2лект2р, арнау6ар. )ф0, 2007 й.

7. Рәми Ғарипов. Көндәлектәр, Өфө, 2007 йыл.

8. Район 32м республика г2зитт2рен2н алын4ан материалдар.




Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!