СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Төп дәүләт имтиханына демоверсия №3 (Туған башҡорт теле, 2 линия)

Нажмите, чтобы узнать подробности

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә туған башҡорт теле буйынса Төп дәүләт имтиханын биреүселәр өсөн демоверсия.

Просмотр содержимого документа
«Төп дәүләт имтиханына демоверсия №3 (Туған башҡорт теле, 2 линия)»

ДЕМОВЕРСИЯ № 3

Беренсе өлөш

1. Ҡайһы юлдағы һүҙҙәр төркөмөндә хәрефтәр һәм өндәр һаны тап килә?

1) сейә, егерме, мыйыҡ

2) ҡая, ҡалъя, юрған

3) тәьмин, йома, эсемлек

4) төньяҡ, даръя, көнбағыш


2. Ҡайһы һүҙ түбәндәге лексик мәғәнәгә эйә: «нимәнеңдер йөкмәткеһен ҡыҫҡаса яҙып алыу»?

1) апелляция

2) аннотация

3) хрестоматия

4) конспект

3. Ҡайһы һөйләмдә күсмә мәғәнәлә ҡулланылған һүҙҙәр бар?

1) Баҙарҙан биш кило картуф һатып алдым.

2) Дуҫын һатҡан кешегә ышанырға ярамай.

3) Тыуған яғымдың матурлығына һоҡланам.

4) Ғаиләбеҙ менән Башҡортостан буйлап сәйәхәткә сыҡтыҡ.


4. Мәғәнәләре буйынса бер төркөмгә берләштерергә мөмкин булған һүҙҙәр яҙылған юлды билдәләгеҙ.

1) Стәрлетамаҡ, Ағиҙел, Учалы

2) баҡса, сәскә, томбойоҡ

3) һуған, кишер, биҙрә

4) күл, йылға, кеше


5. Килеп сығышы буйынса төп башҡорт һүҙен билдәләгеҙ.

1) таҫтамал

2) эшләпә

3) ҡул

4) бүрәнә


6. Архаизмды билдәләгеҙ.

1) туңдырма


2) батман

3) космос

4) үрәтник


7. Бөгөнгө көндә иҫкергән һәм икенсе һүҙ менән алмаштырылған һүҙҙәр нисек атала?

1) историзм

2) профессионализм

3) диалектизм

4) архаизм


8. Килтерелгән синонимик рәттә ҡайһы һүҙ стилистик яҡтан нейтраль (доминанта) һанала?

1) оло

2) дәү

3) ҙур

4) ат башындай


9. Килеп сығышы буйынса бер тамырҙан булған һүҙҙәр төркөмөн билдәләгеҙ.

1) эшсе, эшлекле, эштәр

2) ат, атлан, атай

3) ҡара, ҡарая, ҡарама

4) туй, туйҙым, туйҙан


10. Ҡайһы юлда бөтә һүҙҙәр ҙә яһаусы ялғауҙар (аффикстар) ярҙамында яһалған?

1) батырлыҡ, батырҙар

2) эшсе, эшләне

3) күҙлек, күҙем

4) класташ, ауылса


Икенсе өлөш

Тексты уҡып сығығыҙ. Текст буйынса һорауҙарға яуап бирегеҙ.

Мин ун ике йәшлек малай инем. Үҙемде үҙем белгәндән бирле, аяҡтарым һыҙлап яфаланы. (6)Әсәйҙәр йәйге ураҡ осоронда ғына тәнәфес яһап алалар(...) ә былай яҙын-көҙөн табиптан-табипҡа йөрөтәләр ине. (8)Ара-тирә мин тотоноп ҡына булһа ла (7) ишек (...) сыға инем. (4)Ә был йәйҙә бөтөнләй аяҡтан йығылдым. Көнө буйы өйҙә, урын өҫтөндә ятҡанда минең күңелем бойоҡ, күҙҙәрем һағышлы ине. Мин үҙебеҙҙең (4)йәшел урамды, һыу буйҙарын һағындым. Малайҙарға ҡушылып йәшенмәк уйнағым, балыҡ тотҡом, кәмәлә (5)йөрөгөм килә ине. (2)Башта малайҙар дуҫлыҡ хаҡына хәлемде белергә инеп йөрөнөләр, ләкин тора-бара уларҙың инеүе һирәгәйҙе, һәм мин бөтөнләй япа-яңғыҙым ҡалдым.

11. Малай ни өсөн уйнарға сыға алмай? (ауырый)

12. (2) ҡушма һөйләм төрөн билдәләгеҙ. (Т-ле ТҠҺ)

13. (4) һөйләмдә “йәшел” сифаты ниндәй дәрәжәлә килә?

14. (3) һөйләмдәге инеүе һирәгәйҙеһүҙбәйләнешендә “һирәгәйҙе” һүҙен ниндәй синоним һүҙ менән алмаштырып була?

15. (8) һөйләмдәге ара-тирәһүҙенә морфологик анализ яһағыҙ.

16. Текста ниндәй йыл миҙгелдәре телгә алына? Атамаларын яҙығыҙ.

17. (7) һөйләмдә йәйәләр эсендә (...) ниндәй һүҙ төшөп ҡалған? Шул һүҙҙе яҙығыҙ.

18. (5) һөйләмдәге йөрөгөмһүҙенең дөрөҫ яҙылышы ниндәй сингармонизм законына буйһонған?

19. Килтерелгән текстың (4) һөйләмендә фразеологик берәмекте табып яҙығыҙ.

20. (6) һөйләмдә (...) йәйәләр эсендә ниндәй тыныш билдәһе ҡуйылырға тейеш?


Өсөнсө өлөш

21. Мин һайлаған һөнәртемаһына 8-10 һөйләмдән торған бәләкәй текст яҙығыҙ.


Яуаптар бланкыһына башта һорауҙың һаны (номеры), унан һуң яуап яҙыла. Уҡыусы теге йәки был һорауға яуап бирә алмаһа, һорау һанынан һуң яуап урынына һыҙыҡ (прочерк)






Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!