СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Зәйнәб Биишева ижады буйынса дәрес-ринг

Нажмите, чтобы узнать подробности

Яҙыусылар ижадын ҡабатлау темаһы буйынса дәрес-ринг уңышлы һанала

Просмотр содержимого документа
«Зәйнәб Биишева ижады буйынса дәрес-ринг»

Министерство образования Республики Башкортостан









Конкурс на лучшую методическую разработку,

посвященную 105-летию народного писателя Республики Башкортостан Зайнаб Биишевой


Тема. Жизнь и творчество Зайнаб

Биишевой. (обобщение, урок -ринг)

10-й класс









Учитель башкирского языка и литературы

муниципального общеобразовательного

бюджетного учреждения средняя

общеобразовательная школа

с.Старосубхангулово Бурзянского района

Республики Башкортостан

Сагитовой Резеды Гайзулловны


Бурзян – 2012

Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы












Тема. Зәйнәб Биишеваның ижадын йомғаҡлау.

(дәрес-ринг, 10-сы класс)












Бөрйән муниципаль районы

Иҫке Собханғол муниципаль дөйөм

белем учреждениеһы урта дөйөм

белем биреү мәктәбенең башҡорт

теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Сәғитова Резеда Ғәйзулла ҡыҙы





Т е м а. Зәйнәб Биишева ижадын йомғаҡлау.

М а ҡ с а т. 1) уҡыусыларҙың халыҡ яҙыусыһы ижады менән танышыу кимәлен асыҡлау; 2) уларҙың үҙ аллы фекерләү һәләтен үҫтереү, индивидуаль һәм төркөмләп эшләү аша үҙ эшмәкәрлектәренә баһа бирҙереү; 3)халҡыбыҙ тормошона бағышланған әҫәрҙәр нигеҙендә милли аң, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, Биишева кеүек үҙ илеңдең патриоты булырға ынтылыш булдырыу.

Й ы һ а з л а н д ы р ы у: плакаттар, “Башҡорт әҙәбиәте тарихы”, (5-се том), китаптар күргәҙмәһе, иллюстрациялар, компьютер презентацияһы.



Был дәресте үткәреү өсөн уҡыусыларға өйҙә әҙерләнеп килергә эштәр бирелә. Көс һынашыуҙа ике команда ҡатнаша.

Д ә р е с б а ры ш ы

Дәрестең эпиграфы:

  1. 1) Уҡытыусының инеш һүҙе.

-Бөгөн беҙ Башҡортостандың тәүге халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Зәйнәб Биишеваның ижадын йомғаҡлау дәресенә йыйылдыҡ. Уның әҫәрҙәрен ниндәй кимәлдә өйрәнгәнһегеҙ, үҙегеҙ өсөн берәй фәһем алдығыҙмы, шуны асыҡларбыҙ. Бының өсөн беҙ дәресте ринг, йәғни көс һынашыу формаһында үткәрәбеҙ.

2) Һүҙлек эше

РИНГ – бокс майҙаны;

РАУНД – бокста бер бәрелешкә билдәләнгән ваҡыт;

БЛИЦ – “бик тиҙ, йәшен тиҙлегендә” мәғәнәһендә

2.Әҙәби рингты башлайбыҙ. Бөгөнгө алышта ике команда ҡатнаша.

1)Иң тәүҙә командаларҙың девизын тыңлайбыҙ.

(һәр команда девизы менән сығыш яһай)

2) Әҙәби көс һынашыу

Б е р е н с е р а у н д

а) Бер уҡыусы З.Биишева ижадына ҡыҫҡаса күҙәтеү яһай.

б) “Мине уйға һалған әҫәр”.

- Әҙибәнең ҡайһы әҫәре башҡорт әҙәбиәтенең йөҙөн билдәләй тип уйлайһығыҙ? Ни өсөн? Үҙ фекерегеҙҙе яҡлағыҙ. (һәр команда үҙ фекерен яҡлай)

И к е н с е р а у н д

-Һеҙ китапханасы икән,ти. Мәктәп уҡыусылары Зәйнәб Биишеваның әҫәрҙәрен һорап мөрөжәғәт итһәләр, һеҙ уның ниндәй әҫәрен тәҡдим итер инегеҙ?

Ө с ө н с ө р а у н д

Өйгә эштәр конкурсы.

а) З.Биишеваның ижады буйынса командалар бер-береһенә икешәр ҡыҙыҡлы һорау бирә;

б) әҙәби герой исеменән уның йәшәү принцибын яҡларға. (Мәҫәлән, “Сәйер кеше” повесынан Ғәҙел йәки “Яҡтыға” трилогияһынан Хаммат йә Емеш кеүек геройҙарҙы алырға мөмкин).

Д ү р т е н с е р а у н д

Капитандар ярышы

Яҙыусының музейында уҡыусыларға “экскурсия” үткәрергә.

(презентация эшләргә мөмкин)

Б и ш е н с е р а у н д

Таланттар ярышы

Беренсе команда:

а) авторҙы тамашасылар алдына килтерергә;

б) З.Биишева һүҙҙәренә яҙылған йырҙы башҡарырға;

в) берәй әҫәрҙең өҙөгөн сәхнәләштерергә.

Икенсе команда:

а) “Тылсымлы ҡурай” драмаһының бер персонажы булып сығыш яһарға;

б) Әҙибәнең патриотик рухтағы берәй шиғырын яттан һөйләргә;

в) берәй әҫәрҙең өҙөгөн сәхнәләштерергә.

А л т ы н с ы р а у н д

Блиц-турнир ( һорауҙарға яуаптар).

  1. Был геройҙар ҡайһы әҫәрҙән?

  • Суфия, Зәлифә, Дауыт (“Уйҙар, уйҙар” повесы)

  • Хаммат, Закир, Хисбулла (“Яҡтыға” трилогияһы)

  • Кинйәбай, Гөлзифа , Ирәмәл ҡарт (“Тылсымлы ҡурай” драмаһы)

  • Гөлбикә, Ғәлиәкбәр, Ғәҙел (“Сәйер кеше” повесы)

  1. “Йәшәү – бәхет”, “Йылдар, йылдар”, “Башҡорт теле” әҫәрҙәре ҡайһы жанрға ҡарай? (шиғыр)

  2. Балалар өсөн яҙған повесы нисек атала? (“Дуҫ булайыҡ”)

  3. Зәйнәб Биишеваға халыҡ яҙыусыһы исеме нисәнсе йылда бирелә? (1990 йыл)

  4. Салауат Юлаев исемендәге трилогияға ни өсөн лайыҡ була? (“Яҡтыға” трилогияһы өсөн)

Йомғаҡлау, еңеүселәрҙе билдәләү, баһалау.

Уҡыусылар, сығыштарығыҙ бик сағыу, матур булды. Башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы булған әҙибәнең ижадын белеүегеҙ, уны ихлас өйрәнеүегеҙ бик ҡыуаныслы.

Рефлексия.

Бөгөнгө дәрестә үҙегеҙ өсөн яңылыҡ алдығыҙмы, алған белемегеҙ киләсәктә кәрәк булыр, тип уйлайһығыҙмы,ни өсөн? Халҡыбыҙҙың күренекле шәхестәрен белеү беҙгә нимә бирә? (уҡыусылар үҙҙәре һығымта сығара, фекерҙәрҙе тыңлау)






Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!