Карточка буйынсаүҙ аллы эш ойоштороу: Түбәндәге һөйләмдәрҙә төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе ҡуйып, яҙығыҙ: Йомортҡа-....-оло ҡош. Ыуылдырыҡ-...—оло тәлмәрйен ...- селбәрә-оло балыҡ. Бергәләп тикшереү .Баһалау. -“Һорау-яуап” уйынын ойоштороу- парлы эш. Бер-берегеҙгә үтелгән тема буйынса алмашлап,һорау биреп яуап алығыҙ. Иптәшегеҙҙең яуаптарына баһа ҡуйығыҙ. -Һығымта яһатыу: Нимә тураһында һүҙ алып барҙыҡ? Оҡшашлыҡтары йә айырмалары бармы? | Карточка буйынса үҙ аллы эшләйҙәр, тикшерәләр. Үҙ эштәрен баһалайҙар. Парлап эшләйҙәр, баһалайҙар. Һығымта яһайҙар. |
-Ниндәй һүҙҙәр яҙылған икән? -Ниндәй һүҙ яҙылған? Ә нимә ул Ҡыҙыл китап? Тимәк, дәрестә нимә тураһында һөйләшербеҙ? Ниндәй маҡсаттар ҡуйырбыҙ? | - йәшерелгән һүҙҙе табалар. -теманы асыҡлайҙар, маҡсат ҡуялар. |
-Тәбиғәттә хайуандарҙың әһәмиәте ҙур. Улар булмаһа, күп үҫемлектәр үрсей ҙә, тарала ла алмаҫ ине. -Хайуандар кешеләргә лә кәрәк. Ә ни өсөн, ниндәй маҡсатта хайуандар кешеләргә кәрәк ,тип уйлайһығыҙ? -Урмандарҙы күпләп ҡырҡыу, йылға-һыуҙарҙы бысратыу хайуандар донъяһына нисек йоғонто яһай һуң? -Эйе, хайуандарҙың ҡайһы бер төрҙәре бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан, йә бик әҙ генә ҡалған. Кешелек донъяһын ошо проблема борсоуға һалғанмы икән, нисек уйлайһығыҙ? Был бәләнән сығыу өсөн ниндәй эштәр тәҡдим иткәндәр тип фаразлайһығыҙ? -“Ҡыҙыл китап” ҡа индерелгән ниндәй хайуандарҙы беләһегеҙ? - Бөгөн беҙ ошо китапҡа индерелгән хайуандарҙың бер нисәһе тураһында һөйләшербеҙ. (Презентация күрһәтеп, һөйләй.) -Бөтә донъяла һәм беҙҙең илебеҙҙә һирәк осрай торған хайуандарға һунар итеү тыйылған. Шул маҡсатта ҡурсаулыҡтар, милли парктар булдырылған. (Ҡыҫҡаса таныштыра). -Хайуандарға , тәбиғәткә зыян килтермәҫ өсөн ниндәй ҡағиҙәләрҙе онотмаҫ кәрәк һуң? | Һорауға яуап бирәләр. (Аҙыҡ булып хеҙмәт итә, ҡиммәтле тире бирә.) Һорауҙарға яуап бирәләр.( Сөнки урмандар хайуандар өсөн йорт. Йылғалар бысранғас, күпләп ундағы текреклек үлә, юҡҡа сыға) -Фекерҙәрен әйтәләр. -Яуап бирәләр. -Презентация ҡарайҙар, уҡытыусыны тыңлайҙар. -Ҡағиҙәләрҙе әйтәләр. Яуаптарын китапта бирелгән ҡағиҙәләр менән сағыштырып, йомғаҡ яһайҙар |