СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Классный час "Папа , мама и я "

Нажмите, чтобы узнать подробности

сценарий мероприятия на день матери .На башкирском языке.

Просмотр содержимого документа
«Классный час "Папа , мама и я "»

"Әсәләр нур сәсәләр" исемле кисә

Максаты: уҡыусыларға әсәйҙәр яҡын ,изге,ҡәҙерле кешебарлығын төшөндөрөү; Укыусыларҙың иҗади һәләттәрен үҫтереү;

әсәйҙәргә ҡарата хөрмәт,яратыу һәм ихтирам хистәре тәрбиәләү.

Сценарий(презентация “Притча о маме”)

Алып барыусылар ролдәргә бүленеп микрофон аша әйтәләр, үҙҙәре күренмәйҙәр. Айзиля бала ролен уйнай.

Тыуырына бер көн ҡалған бала Алланан һораған: "Мин иртәгә ерҙә буласаҡмын тиҙәр. Мин унда нисек йәшәрмен, мин бит бәләкәй һәм ярҙамһыҙ." Алла әйткән: "Мин һиңә, һине көтөп тороусо һәм һинең турала ҡайғыртыусы бер фәрештә бүләк итермен". Бала уйлаған һәм яңынан телгә килгән: "Һинең янда мин йырлайым һәм көләм. Бәхет өсөн миңә шул еткән". Алла: "Һинең фәрештәң бары һинең өсөн генә йырлар һәм көлөр, һин уның мөхәббәтен тойоп бәхетле булырһың". "О, мин унынисекаңлармын, мин бит уныңтеленбелмәйем. Ә һиңәмөрәжәғәтиткемкилһә мин ни эшләрмен" - тигән бала. Алла әкренгенәбаланыңбашынанһыйпап: "Һинеңфәрештәңһиңәдоғаөйрәтер. Шулдоғаашабеҙһинеңменәнаралашырбыҙ". Унанһуң бала һораны: " Ер йөҙөндәяуызлыҡ бар тип ишеттем. Мине кемһаҡлар". "Үҙтормошонҡыҙғанмайса, фәрештәңһинеһаҡлар" - тине Алла. "Һинекүрмәгәс,миңәбикяманһыубулыр." "Фәрештәңһиңәминеңтуралаһөйләр. Мин гелһинеңяныңдабулырмын." Шулсаҡта Ер йөҙөнәнтауышишетелдеһәм бала һораны: "Аллам, фәрештәмдеңисеменәйтсе!" Алла тынысҡынатауышменән: "Уныңисемебикябайғына - Әсәй" - тине.


“Ләйсән ямғыры”нан әкрен генә көй уйнай.

Башланғыс класс уҡыусылары.

1 класс:

Тантана бөгөн ерҙә,

Һәр кешенең йөҙөндә.

Шатлыҡ урғый йөрәктән,

Нур һибелә күҙҙәрҙән.


Бөгөн һоҡланғыс байрам-

Әсәйҙәребеҙ көнө.


Әсәй бит ул һәр кешегә

Ғүмер бүләк итеүсе.



Әсәй тиеп әйтеү менән

Донъя нурға күмелә.


Ябай ғына был һүҙҙән

Мәрхәмәтлек бөркөлә.


Әсәйҙәрҙе ҙурлайыҡ,

Әсәйгә дан йырлайыҡ!


Сәхнәгә әсә сыға.

Рәхмәт һиңә, Ергенәм,

Һүнмәҫ рухи көс бирҙең.

Мин тыуҙырған бәпестәрҙе

Кеше итеп үҫтерҙең.

Тырыш, зирәк, аҡыллылар,

Таянысы тыуған илемдең.

Киләсәккә ҡыйыу атлай улар,

Ышанысы килер көндәрҙең.


Әсә менән балалар “Туған тел” йырын йырлай. Балалар түңәрәк яһап, әсәне уртаға алалар.

Балалар әйткән шиғырҙарынан һуң сәскә бүләк итә.


2-4 класс

Әсәй, һинең изгелекте

Йән түрендә һаҡлайбыҙ.

Бөгөн – Әсәйҙәр көнө

Байрам менән ҡотлайбыҙ.


Төн йоҡоңдо ҡалдырып,

Тәрбиәләп үҫтерҙең.

Тормош юлын үтер өсөн

Ҡаҡшамаҫлыҡ көс бирҙең.


Өҫ-башымды ҡарайһың,

Ҡурсалайһың һалҡындан.

Ҡош балаһы шикелле

Һәр саҡ һиңә талпынам.


Йоҡонан уятаһың,

Сәстәремдән иркәләп.

Көн болотло булһа ла,

Балҡып тора иртәләр.



Бөтә кеше хөрмәт итә

Яуаплыһың эшеңә.

Күпме мәшәҡәт төшә

Көн дә әсәй кешегә!


Ауырыһам – дауалай

Күңел төшһә, күтәрә.

Шатлығымды, ҡайғымды

Йөрәгенән үткәрә.


Әсә.

Әсәләрҙең изге йөрәктәре,

Һеҙ тип тибә, ғәзиз балалар.

Илебеҙҙә тыныс тормош булһын,

Имен атһын һәр көн иртәләр.

Тик яҡшылыҡ һеҙгә юлдаш булһын,

Хәтер һандығына – аманат.

Йәйғор кеүек балҡырмын мин,

Урап үтһә һеҙҙе яманат!

Балалар әсә менән етәкләшеп сығып китәләр.






Презентация-фильм “Наши мамы”






Алып барыусылар:

Илюза:

Хәйерле көн, хөрмәтле дуҫтар, туғандар!

Хәйерле көн, тамашасылар!

Барығыҙға, ҡартығыҙға, олоғоҙға, йәшегеҙгә, кесегеҙгә!

Хеҙмәт һөйгән,эштә уңған

Йыр йырларға, көй көйләргә

Оҫта булған

Ҡотос ауылы халҡына

Ҡайнар сәләм!

Барығыҙға ла иҫәнлек -именлек, һаулыҡ, бәхет, шатлыҡ,ҡыуаныстар ғына теләйбеҙ!



Зульфира:

Әсәй-ерҙә иң ғәзиз,иң якын кеше,сөнки ул һине тыуҙырған,күкрәк һөтөн имеҙгән,йыр көйләп бишектә тибрәткән,беренсе йылмайыуыңды күреп ҡыуанған,туған телде өйрәткән,халык моңон күңелеңә һеңдергән.Әсәйҙәрҙең һиңә ҡылған изгелеген һанап бөтөрөү мөмкинме һуң?

Көндөң яҡтылығы-ҡояшта,

Күктең матурлығы-йондоҙҙарҙа,

Ерҙең гүзәллеге-ҡатын-ҡыҙҙарҙа.

Һеҙҙе бөтөн ер йөҙөн биҙәгән Әсәйҙәр байрамы менән тәбрикләйбеҙ.Ҡәҙерләйеҡ беҙ әсәйҙәрҙе,ололайыҡ!Уларҙың ҡанаттары ҡайырылмаһын,тормош ауырлыҡтарынан иңдәре һығылып төшмәһен!Ҡатын-ҡыҙ һәр вакытта ла ҡатын-ҡыҙ булып ҡалһын!


Гузалия:

-Әсәй!Күпме наҙ бар был һүҙҙә.”Әсәй” тиеп телебеҙ асыла.Беренсе аҙымдарыбыҙҙы күреп ғәзиз әсәйҙәребеҙ һөйөнә.Беҙҙең иң якын кәңәшсебез,серҙәшсебеҙ ул!

-Аллаһы Тәғәлә ҡатын-кыҙҙы йомшаҡ тәбиғәтле,һүҙсән,нәфис,хиссән итеп яралтҡан һәм гүзәл заттарға ғаиләләге иң яуаплы,сетерекле вазифаны - бала тәрбиәләүҙе йөкмәткән.Ҡатын-ҡыҙ- иң элек әсә һәм ғаилә усағын һаҡлаусы ул.



Илюза

Әсә бөйөк исем

Нимә етә әсә булыуға

Ҡатындарҙың бөтә матурлығы

Сибәрлеге әсә булыуҙа.

Әсәләрҙең күңелдәре балаларҙа

Бала күңеле, тиҙәр, далала

Тик онотмайыҡ шуны:ике килмәй

хеҙмәт итеү ата-әсәйгә.












Зульфира.

Әсә!

Йөрәгемдең иң ҡәҙерле хисе,

Күңелемдең ул иң түрендә;

Ул-һалҡында йылытыусың һинең,

Йыуанысың ауыр көнөңдә.

Һоҡланып ҡарап торорлоҡ-

Күҙҙе ала алмайбыҙ.

Әсәйҙәрҙең бөйөклөгөн

Йәшәй-йәшәй аңлайбыҙ

Айҙан,ҡояштан ҡәҙерле

Һин ул әсәйем!

Иң яғымлы,иң һөйкөмлө

Һин ул әсәйем!

Таңдар ҙа нурлыраҡ,

Көндәр ҙә йылыраҡ,

Күңел дә йылыраҡ,

Янда һин булғанда.


Гузалия.

-Әсә!Әней!Инәкәй!Ниндәй бөйөк исем! Доньяла әсәйҙәрҙән дә ғәзиз,изге зат юктыр.Күпме наҙ,күпме йылылык бар был һүҙҙә.Сабый доньяға килгән сәғәтенән уҡ әсәһенең йомшаҡҡулдарын һиҙеп,яғымлы ҡарашын тойоп йәшәй.Әсә өсөн бала ер йөҙөндә бер нәмә менән дә тиңләй алмаҫлык йөрәк парәсе.Йылдар үтеп,сәстәргә сал керһә лә,ғәзиз әсәйҙәребеҙ өсөн беҙ һәр ваҡыт бала булып ҡалабыҙ.

Һеҙҙең өсөн “Күбәләктәр бейеүе”.


Зульфира.

- Дөньяның рәхәтен, тормоштоң михнәтен, күңелдең сафлығын, намыҫтың паклығын аңларға өйрәтеүсе, үҙ йәне аша уҙҙырып, күкрәк һөтө менән Иман иңдереүсе әсәй.Беҙ сырхаулап ятҡанда, күкрәгенә ҡыҫып ,....йән емешем, балам, тип, ысын күңелдән борсолоусы әсәйебеҙ.Әсәй булмаһа, беҙ ояһыҙҡош, моңһоҙ йыр, йырһыҙ һандуғас кеүек йәшәр инек, тормошобоҙҙоң йәме лә, тәме лә булмаҫ ине.









Илюза

Ғумерембуйына

Бурыслы мин уға

Көслөһин, изгеһин

Бөйөкһин, әй-әсә!

Йығылыпилаһам,

Абыныптормаһам,

Ҡулыңдыһуҙыусы

Һингенәәсәйем!


Гузалия

“Әсәй” тип асылабеҙҙең тел,

Әсәйҙехөрмәтитшуны бел.

Әсәй өйҙә булһа, бик рәхәт

Әйтәбеҙ һиңә: мең рәхмәт!


Илюза

Рәхмәт яуһын беҙҙең әсәйҙәргә

Уларғалыр бөтә ауырлыҡ

Әсәйҙәргә яҡты йондоҙҙарҙан

Йә ҡояштан һәйкәл һалырлыҡ.

Һеҙгәбулғанбеҙҙеңхөрмәтебеҙ

Урыналһынйөрәктүрендә.

Шатлыҡһәмҡыуаныс, ҙурбәхеттәр

Юлдашбулһынһеҙгәғумергә.



Зульфира

Һинәндәяктыраҡ

Һинәндәякшыраҡ

Матурыраҡ кеше юҡ

Бөтә ер шарында.

Китһәмдәситтәргә

Әсәйемшикләнмә,

Талпыныпяныңа

Ҡайтырмынйыраҡтан.

Ни генәбулһа ла

Мин һинеилатмам.

Һинеңкүҙҙәреңде

Йәштәргәсылатмам.





Илюза

Көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Йоҡо татлы булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Ел-ямғырҙан яҡлар өсөн Әсәй кәрәк!

Дөнья йәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Аштар тәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Беҙҙең көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!


Зульфира

Ниңә бөгөн бөтөә ерҙә

Сәскәләр балҡый беҙҙә

Ниңә ҡояш көлөп ҡарай

Беләбеҙ һәммәбеҙҙә.

Әсәй!Әсә ерҙә иң кәрәкле кеше.

Әсәйҙәрҙең беләйек ҡәҙерен,

Ел-дауылдан һаҡлап үҫтергән ул,

Ҡызғанмайса бөтөн ғүмерен,

Уның кәңәштәре көс-дәрт өҫтәй,

Илһам бирә миңә йәшәргә,

Бәхет-шатлыҡ менән һәр саҡ яҙһын

“Әсәй”тиеп уға әйтергә.


Илюза

Хөрмәтле әсәйҙәребеҙ!Һеҙ-тыйнаҡ та,һөйкөмлө лә, һеҙ-эшсән дә,түҙемле лә, һеҙ-иманлы ла, дарманлы ла. Һеҙ өйҙәребеҙҙең йәме,аштарыбыҙҙың тәме.Дөнъя йөгөн һеҙ күтәргәнһегеҙ , ғаилә усағын һүндермәйсә, һүрелдермәйсә, һеҙ дөрләтеп тораһығыҙ.

Һеҙҙең алдығыҙҙа “Ҡунаҡ ҡаршылау” бейеүе

Все

Әсә һәм бала!Улар бер бөтөн,айырылғыһыҙ.

Ҡәҙерле әсәләр!Был бер бөтөнлөк,бергәлек балағыҙ үҫкән һайын тағыла нығыһын,бер-берегеҙҙе бер һүҙҙән, бер ҡараштан аңлап, бәхеттә йәшәргә яҙһын.

Байрамыбыҙҙа ҡатнашыуығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт.Һеҙҙе тағы бер ҡат байрам менән ҡотлайбыҙ! Әсәләр көнөнә арналған концертыбыҙ аҙағына ла етте.Хөрмәт итеп килеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙгә киләсәктә һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләп ҡалабыҙ. Һау булығыҙ!!!




Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!