2-се синыф.
Тема: үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Маҡсат:
Тартынҡы, һуҙынҡы өндәрҙең төркөмләнеүен ҡабатларға, был хәрефтәрҙең дөрөҫ яҙылышын тикшерергә өйрәтеүҙе дауам итергә;
Фонетик анализ күнекмәләрен үҫтерергә;
Балаларҙың телмәрҙәрен байытырға;
Логик фекерләүҙәрен артабан үҫтерергә.
Каллиграфия өҫтөндә эш.
Маҡсат менән танышыу.
-Балалар, бөгөн беҙгә ҡунаҡтар килгән: улар һеҙҙең дәрестә нисек эшләүегеҙҙе, нимәләр белеүегеҙҙе күҙәтеп ултырасаҡтар. Ә беҙ үҙебеҙ дәрестә белгәнебеҙҙе күрһәтеп ҡалырға; оҫталығыбыҙҙы күрһәтеп ҡалырға тырышайыҡ. Эште башлар алдынан бер-беребеҙгә, иптәштәребеҙгә ҡарап, йылмайышып алайыҡ.
Дәрестә беҙ бөгөн хикәйә төҙөрбөҙ, һөйләм киңәйтербеҙ, фонетик анализ яһарбыҙ, ребустар сисербеҙ – эш бик күп. Шулай булғас, ныҡ тырышып эшләргә тейешбеҙ.
Дәрестең девизы: Тиҙ эшлә, таҙа яҙ.
Иң беренсе эшебеҙ: ошо һүҙ эсендәге бәләкәй һүҙҙәрҙе табайыҡ.
Ҡарлуғас.(аҡ, ҡар, уҡ, ҡарға, аға, улар, ул, ҡара, ағас, сар, суҡ, уға, ул, ура, саға)
Деформациялы һөйләмдәр менән эш:
Шыуалар, менән, катокта, коньки, балалар.
Нығыта, сәләмәтлекте физкультура.
2-се һөйләмде анализларға: Физкультура сәләмәтлекте нығыта.(хәбәр , тулы, тарҡау, ябай һөйләм)
Физкультминутка ”Тейен сәпәкәй итә…“
Ребус сисеү:
5мәт(бишмәт) 100өм(йөҙөм)
5ек(бишек) 40аяҡ(ҡырғаяҡ)
к3(көс) 8аяҡ(һигеҙаяҡ)
7м(етем) т10(тун)
Етем һүҙенә фонетик анализ.
Етем – 2 и., е-тем, 2 һуҙынҡы, 2 тартынҡы, 4 хәреф, 5 өн.
Е [йэ] - [й'] – тарт., яңғ., нәҙ., талғын, парһыҙ;
[э] – һуҙ., нәҙ., баҫ-ҙ;
т - [т'] – тарт., һаңғ., нәҙ., парлы;
е - [э] – һуҙ., нәҙ., баҫ-ы;
м - [м'] – тарт., яңғ., нәҙ., парһыҙ, талғын.
Телдән хикәйә төҙөү.
Тәмәке, һаулыҡ, Марат, балалар, ғүмер, саңғы, ярата.
Тәрбиәүи момент.
-Быйылғы йылды беҙҙең Президегнтыбыҙ Наркоманияға, тәмәкегә, эскелеккә ҡаршы көрәш йылы, тип иғлан итте. Беҙ быйыл һаулыҡты нығытыу буйынса бигерәк тә күп эшләргә тейешбеҙ. Һаулыҡ беҙҙең үҙ ҡулыбыҙҙа. Уны нығытыр өсөн ҡыш көнө саңғыла, санала, конькиҙа шыуырға, күберәк саф һауала йөрөргә кәрәк. Төҙәлеүгә ҡарағанда ауырымаҫҡа тырышыу яҡшыраҡ.
Тест үткәреү ( һәр береһенә яҙылған тест таратыла, дәфтәрҙәренә яуаптарын ғына яҙалар).
–Һеҙгә өйҙә яҙыусы һәм ғалим булып хикәйәләр яҙып ҡарарға, тигән эш бирелгән ине. Йәгеҙ әле, хикәйәләрегеҙҙе уҡып ишеттерегеҙ әле.
Әңгәмә.
–Әйҙәгеҙ әле, балалар, бергәләп иҫкә төшөрәйек : ниндәй байрам етеп килә?
-Ватанды һаҡлаусылар көнөнә беҙ нимәләр эшләйбеҙ әле?
-Әйҙәгеҙ әле, бергәләп ҡотлау открыткалары ебәрәйек. Почта йәшнигенә открытка һалып ебәрәбеҙ. Ә уны йәшниккә төшөрөр өсөн эшен үтәргә кәрәк! Открытка артына йә эйә, йә хәбәр яҙылған. Һеҙгә һөйләмде тамамларға кәрәк.
Өҫтәлмә эш (һөйләмдәрҙе тултырырға):
Бесәй йоҡлай.
Ҡоштар һайрай.
Уйын ”Нимә артыҡ?“
Себен, һандуғас, һайрай.
Дәресте йомғаҡлау, өйгә эш бирергә.