СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Сценарий на Новый год "Яңы йыл мажаралары"

Категория: Внеурочка

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Сценарий на Новый год "Яңы йыл мажаралары"»

Раҫлайым:

Дәүләт бюджет дөйөм белем биреү

учреждениеһы В.И. Ленин исемендәге

2 -се һанлы лицей-интернаты директоры

_________________ С.Ф. Ғәлимуллин


Яңы йыл мажаралары

(Яңы йыл байрамына сценарий)

Ҡатнашалар: Шайтан

Мәскәй әбей

Ҡар бөртөктәре

Бүре

Айыу

Төлкө

Ҡуян

Тейен

Ҡыш бабай

Ҡарһылыу.


Талғын ғына көй уйнай.

Ҡуян.

Бар тирә-яҡ һөттәй ап-аҡ,

Йым-йым итеп ҡар көлә:

Көмөш ҡыңғырауҙар тағып,

Шатлыҡ бөркөп, нурҙай балҡып

Ергә Яңы йыл килә.


Дуҫтар, Яңы йыл алдынан төрлө мажаралы хәлдәр була. Һеҙгә шуларҙың береһен тәҡдим итәбеҙ.

Сәхнә уртаһында биҙәлгән шыршы аҫтында Шайтан йоҡлап ята. ( Кеше хырылдап йоҡлаған фон ҡуйырға). Ул ҡапыл уянып тороп ултыра, күҙҙәрен ыуалап, кирелеп-һуҙыла.

Шайтан. Оҙаҡ йоҡлап киткәнмен! ( Биҙәлгән шыршыны күреп ҡала.) Уй, ҡайһылай матур! (Уйынсыҡтарын тотоп ҡарай-ҡарай шыршы тирәләй урап сыға.) У-у-у, ниндәй генә уйынсыҡтар юҡ! Семәрле, төрлө-төрлө биҙәкле, янып, ялтырап торғандары! Уттары һуң нисек нур сәсә! (Һоҡланып ҡарап тора ла, ҡапыл күңелһеҙләнеп.) Кем биҙәгән был шыршыны?! Һеҙ күрмәнегеҙме?! (Тамашасыларҙан һорай, һуңынан иламһырап.) Миңә лә әйтмәгәндәр. Уянмаһам, бер нәмә лә белмәй йоҡлап ятып ҡалыр инем! Ух, күрһәтәйем әле мин һеҙгә!!! (Ике ҡулын һелтәп.)

Әпсен-төпсөн, әпсен-төпсөн,

Шыршылағы уттар һүнһен!

(Уттар һүнмәгәс, тағы ҡабатлай.) Был ни хикмәт?! Нимә булған? Былай булма-а-а-ай! Дуҫымдан ярҙам һорайым әле! ( Кеҫә телефонын сығарып шылтырата башлай.) Дуҫ, тиҙерәк килеп ет. Миңә ярҙам кәрәк! (Телефонын кеҫәһенә кире һала, тамашасыларға ҡарап.) Минең дуҫ көттөрә торғандарҙан түгел! Хәҙер үк килеп етер!

Һеперткеһенә атланып, һыҙғырып, Мәскәй әбей килеп инә.(Шәп кенә фон музыкаһы уйнай).


Мәскәй әбей. Нимә булған тағы?


Шайтан (иламһырап). Күрәһеңме?! Ҡайһылай матур итеп шыршыны биҙәгәндәр, ә беҙгә әйтмәгәндәр ҙә. Мин йоҡлап, ә һин ситтә йөрөп ҡала инең. Моғайын, берәй байрамға әҙерләнгәндәрҙер әле! (Хәйләкәр ҡарап). Әйҙә, шыршының уттарын һүндерәйек!


Мәскәй әбей. Булдырабыҙ уны! (Шыршы тирәләй йөрөй, ҡулдарын ыуып-ыуып устарына төкөрә.)

Әпсен-төпсөн, төпсөн-әпсен,

Елдәр, иҫегеҙ, ендәр, килегеҙ!

Ҡупшы шыршының уттарын

Хәҙер үк, хәҙер үк һүндерегеҙ!

Ух, уттар һүнмәне, был ни эш? Хәҙер беҙ уны, хәҙер һүндерәбеҙ!

Әпсен-төпсөн, төпсөн-әпсен,

Уттар һүнһен, уттар һүнһен!

Шыршы уттары һүнә.


Шайтан менән Мәскәй әбей (ҡыуанышып устарын усҡа һуғып һикерешәләр). Булдырҙыҡ, булдырҙыҡ!

Һеперткегә атланып, һыҙғырып, залдан сығып китәләр.


Айыу, Бүре, Ҡуян, Төлкө инәләр, аптырашып шыршы тирәләй йөрөйҙәр.


Бүре. Нимә булған? Ни эшләп шыршыбыҙҙа ут юҡ?


Төлкө. Кемдең эше? Айыу ағай, һин ни уйлайһың?


Айыу. Былай аптырашып көтөп тороп булмай, әйҙә, һүндереүсене эҙләп юлға сығайыҡ!


Бүре. Эйе, дөрөҫ әйтәһең, Айыу ағай! (Залдан сығалар.)


Талғын ғына көй уйнай. Бейей-бейей Ҡар бөртөктәре инә. Шыршы тирәләй өйөрөлгәс, туҡтап, аптырап шыршыға ҡарайҙар.(Вальс көйө).


1-се Ҡар бөртөгө. Ни эшләп шыршыла ут юҡ?


2-се Ҡар бөртөгө. (күңелһеҙ генә). Ни эшләп шыршыбыҙ балҡып тормай?!


3-сө Ҡар бөртөгө. Моңаймайыҡсы, һылыуҙар. Әйҙә шиғыр һөйләп, бейеп, йырлашып алайыҡ!

1-се Ҡар бөртөгө.

Беҙ – аҡ ҡар бөртөктәре,

Дуҫыбыҙ һалҡын елдәр,

Әйҙәгеҙ, бергә уйнайыҡ,

Һыуыҡтан ҡурҡмай кемдәр.


2-се Ҡар бөртөгө.

Йондоҙ кеүек күбебеҙ,

Боҙ һарайҙан өйөбөҙ.

Баҫтырышып уйнайбыҙ,

Тик тормайбыҙ үҙебеҙ.


3-сө Ҡар бөртөгө.

Беҙ – аҡ ҡар бөртөктәре,

Йымылдашҡан бөртөктәр.

Күктә елпенеп осһаҡ,

Һоҡлана беҙгә күптәр.


4 -се Ҡар бөртөгө.

Беҙ – аҡ ҡар бөртөктәре,

Һибелеп төштөк күктән.

Осрашыу минуттарын

Һағынып көттөк күптән.


Шыршы тирәләй бейеп йөрөйҙәр. Шул саҡ Мәскәй әбей менән Шайтан инә.

Шайтан. Былар кем? Ҡайҙан килгәндәр?


Мәскәй әбей. Туҡта! Эште боҙоп ҡуйма! Һорашайыҡ!

(Йөҙ-ҡиәфәттәрен һыйпап, күлдәген тартҡылап рәтләй. Яғымлы тауыш менән.) Әй, балаҡайҙарым, һеҙ ҡайһы яҡтарҙан килдегеҙ?!


1-се Ҡар бөртөгө.

Беҙ – аҡ ҡар бөртөктәре,

Ҡыш бабай була хужабыҙ.

Муллыҡ, именлек теләп,

Йыл һайын ергә төшәбеҙ.

Әле беҙ хужабыҙҙы

Тағы һағынып көтәбеҙ.


Шайтан. (Ҡар бөртөктәренең битенән һыйпап, тотоп ҡарап, һоҡлана-һоҡлана). У-й-й, һин ҡайһылай матурһың, (икенсеһенә)и-и-и, һин ҡайһылай сибәрһең, (өсөнсөһөнә) ә һин шундай гүзәлһең!


Мәскәй әбей. (юхаланып). Ҡыш бабайҙы көтәһегеҙме!


Ҡар бөртөктөре. Эйе, эйе. Ҡыш бабайҙы көтәбеҙ! (Күңелһеҙ генә).Тик шыршыбыҙҙа ут янмай.


Шайтан. Ә-ә-ә, эшегеҙҙе белдек! Беҙһеҙ байрам итмәксе булдығыҙмы! (Сәпәкәйләп һикерә-һикерә).Утты һүндереп шәп иттек! Шәп иттек!


Мәскәй әбей. Туҡта! Туҡта, тим! Эште боҙаһың! (Шайтанды еңенән тартып туҡтата, Ҡар бөртөктәренә ҡарап итәғәтле йылмайып.) Ярай, беҙгә китергә ваҡыт, һау булығыҙ!

Мәскәй әбей менәнШайтан һеперткегә атланып, һыҙғырып сығып китәләр.


2-се Ҡар бөртөгө. Тимәк, утты Мәскәй әбей менән Шайтан һүндергән.


3-сө Ҡар бөртөгө (бер-береһенә ҡарап.) Әйҙәгеҙ, был хаҡта тиҙерәк Айыу менән Бүре ағайға хәбәр итәйек. (Сығалар).


Мәскәй әбей менән Шайтан һеперткегә атланып, һыҙғырып килеп инәләр. (Музыка).


Мәскәй әбей. Ишеттеңме? Ҡыш бабай бында юлланған!


Шайтан. Эйе, нимә эшләйек. (Иламһырап.)


Мәскәй әбей. Әйҙә, дуҫ, Ҡыш бабайҙың юлын быуабыҙ!


Шайтан. Киттек!


Мәскәй әбей менән Шайтан һеперткегә атланып, һыҙғырып сығып китәләр. (Музыка).

Ҡуян, Төлкө, Тейен инә.


Ҡуян (күңелһеҙ генә). Шыршыбыҙҙа ут юҡ!


Тейен. Ҡыш бабай етеп киләлер.


Төлкө. Бойоҡмағыҙ! Бер нәмәһен уйларбыҙ!


Шул саҡ Бүре – Шайтанды, Айыу Мәскәй әбейҙе етәкләп, улар артынса Ҡар бөртөктәре инә.


Бүре. Шыршы уттарын һеҙ һүндерҙегеҙме?


Айыу. Дөрөҫөн әйтегеҙ! Юғиһә, үҙегеҙҙе урмандан ҡыуабыҙ.


Мәскәй әбей менән Шайтан (тубыҡланып). Зинһар өсөн ҡыумағыҙ?!


Шайтан. Беҙҙе байрамға саҡырмағанығыҙ өсөн үпкәләгән инек. Зинһар, беҙҙе ғәфү итегеҙ!


Мәскәй әбей. Эйе, эйе, беҙҙе ғәфү итегеҙ?! Башҡа улай итмәҫбеҙ!


Айыу. (балаларға ҡарап). Ғәфү итәбеҙме?! (Барыһы ла, эйе, эйе, тиҙәр.) Ярай, улай булғас! Бөтәһе лә риза! Ғәфү итәбеҙ! Ә хәҙер шыршыбыҙҙа утты ҡабыҙығыҙ!


Шайтан. Ул! Ул! (Бармағы менән төртөп, Мәскәй әбейгә күрһәтә.)


Мәскәй әбей. Шыршы уттары ҡабынығыҙ! Э-э-э, тылсымлы һүҙҙәр кәрәк бит әле!.. (Балаларға ҡарап). Зинһар, ярҙам итегеҙ! Әйҙәгеҙ бергәләп: Ҡабын, шыршы, ҡабын! - тип әйтәйек.


Бөтәһе бергә. Ҡабын, шыршы! Ҡабын! (Шыршыла уттар ҡабына).


Мәскәй. Балалар, әйҙәгеҙ, күмәкләшеп шыршы тирәләй йырлап, бейеп алайыҡ!

(“Шыршы ҡупшы кейенгән” йыры башҡарыла.)


Мәскәй әбей. Йәмәғәт, беҙ былай йырлап-бейеп йөрөп, Ҡыш бабай эргәбеҙҙән үтеп китмәһен. Беҙгә (яҡын тирәгә ҡулы менән күрһәтә), балаларға тигән күстәнәс-бүләктәрҙе икенселәргә алып китер.


Айыу. Һай, хәйләкәр ҙә инде һин Мәскәй әбей. Әйҙәгеҙ, күмәкләшеп Ҡыш бабайҙы саҡырайыҡ.


Бөтәһе бергә. Ҡыш бабай! Ҡыш бабай! (тип саҡыралар).


Музыка аҫтында Ҡыш бабай, Ҡарһылыу килеп инә.


Ҡыш бабай. Һаумыһығыҙ, балалар. Һаумыһығыҙ барығыҙ ҙа!

Донъялар тыныс булһын,

Яңы йыл ҡотло булһын!


Ҡарһылыу. Һаумыһығыҙ, һаумыһығыҙ,

Һеҙгә бәхет, һеҙгә шатлыҡ,

Һеҙгә яңы бәрәкәт!


Бөтәһе бергә. Ҡул сабып, алҡышлай.


Ҡыш бабай. Һай, афарин! Бик матур йырлайһығыҙ, тыпырлатып бейейһегеҙ. Һеҙгә ҡарап мин дә дәртләнеп киттем әле. Әйҙә әле Ҡарһылыу ҡыҙым, таҡмаҡ әйт, мин дә бейеп алайым.

Әпипә” көйөнә Ҡарһылыу таҡмаҡ әйтә, Ҡыш бабай бейей. Ҡалғандар сәпәкәй итеп тора.



Ҡарһылыу.

Баҫ әле, Ҡыш бабай,

Баҫаһың еңел ҡалай,

Күңелдәрең күтәрелер

Бейеп алһаң бер талай.


Тыпыр-тыпыр тыпырлатып

Бейе шыршы уратып,

Ялындырмай баҫ әле,

Алҡышлайбыҙ яратып!


Ҡыш бабай. Арыным, булды, балалар! Хатта күңелем тулды. Ҡайҙа әле минең ейәнсәрҙәрем, ҡар бөртөктәре.

Ҡар бөртөктәре Ҡыш бабайға ултырғыс килтерә, уның тирәләй елпенеп әйләнә.


Ҡарһылыу.

Бәхетле Яңы йыл килә

Минең тыуған илемә.

Шатланып аяҡ баҫайыҡ

Йылғыр ҡуян йылына.

Ҡарһылыу Ҡуянды уртаға сығара.


Ҡуян.

Үҙем бәләкәс булһам да

Минең йөрәгем батыр!

Ҡуян йылы яҡшы булыр,

Илгә тыныслыҡ ҡайтыр!

Минең дә һеҙгә бүләгем бар. Залдағы ҡуяндарҙы шыршы янына саҡырам.

Ҡуян “Бәхетле ҡуян” йырын башҡара.Башҡа ҡуяндар бейеп тора.


Ҡуян. Дуҫтарым! Һүҙ һеҙгә!

Һәр кластың ҡуяны үҙе тураһында һөйләй, һөнәрен күрһәтә.


Ҡыш бабай. Һай, афарин! Ә хәҙер күмәкләшеп йырлап-бейеп алайыҡ.

( Шыршы тирәләй “Эй,Ҡыш бабай, Ҡыш бабай” йыры башҡарыла).


Фанфарҙар уйнай.


Ҡуян. Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, ҡәҙерле балалар һәм өлкәндәр! Ҡотлау өсөн һүҙ лицей-интернат директоры Салауат Фердинант улына бирелә. (Директорҙың Яңы йыл менән ҡотлау һүҙе). Алҡыштар.



Ҡуян. Бөгөнгө байрам кисәһен Татьяна Михайловна башҡарыуында матур йыр биҙәй. Көслө алҡыштар менән ҡаршы алайыҡ.


Ҡуян. Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, балалар Яңы йыл байрамын көтөп ала шиғырҙар, дәртле йыр-бейеүҙәр әҙерләй. Әйҙәгеҙ, һүҙҙе үҙҙәренә бирәйек.


Ҡыш бабай. Әйҙәгеҙ, тыңлап, күреп ҡалайыҡ. Оҫта балаларға минең күстәнәстәрем дә бар.


Артабан балалар сығышы. Төрлө уйындар.


Ҡарһылыу.

Төклө аяғың менән кил,

Илебеҙгә Яңы йыл.

Гел бишлегә уҡыһындар

Ҡыҙҙар, малайҙар быйыл.



Ҡыш бабай.

Барығыҙға, барығыҙға

Бәхет, шатлыҡ өләшәм,

Донъялар матур торһон!-тип

Кешелеккә өндәшәм.

( Күмәк башҡарыуҙа “Яңы йыл” йыры).


Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!