СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Һөнәрем-уҡытыусы.

Нажмите, чтобы узнать подробности

Уҡытыусы булыу-ҙур яуаплылыҡ, ә һаулыҡ мөмкинселектәре сикләнгән балаларҙың уҡытыусыһы булыу - икеләтә яуаплылыҡ. Хәҙерге йәмғиәт үҫешендә проблема булған балаларға ҡарата үҙ мөнәсәбәтен үҙгәртә. Хәҙер һәр инвалид бала уҡырға хоҡуҡлы һәм бурыслы. Күп ауырыу балалар мәктәпкә йөрөй алмай һәм өйҙә уҡый. Беҙҙең мәктәптә мөмкинлектәре сикләнгән балалар дистанцион белем ала. Тимәк, улар, тәү сиратта, йәмғиәттән мәхрүм. Уҡыусыларымдың араһында төрлө диагнозлы балалар бар. Һис шикһеҙ, һәр балаға индивидуаль ҡараш кәрәк. Әммә төп шарт-ауырыу баланы нисек бар, шулай ҡабул итеү. Бындай баланы ҡабул итеп кенә уны нимәгәлер өйрәтергә, уның ышанысын һәм иғтибарын яуларға мөмкин. Минең өсөн иң мөһиме – балаға яҡыныраҡ булырға, үҙенең һәләттәрен, үҙенсәлеген, ҡабатланмаҫлығын асырға, йәмғиәттә үҙ урынын табырға ярҙам итеү. Бындай баланы өйрәтеү еңел эш түгел. Һәр баланың үҙ характеры, һәр береһенең үҙ ыңғай һәм кире яҡтары бар.

Һәр бер кеше был тормошта уҡытыусы була аламы икән? Минең уйлауымса, юҡтыр, сөнки әлеге бөйөк һөнәргә сабыр холоҡло, белемле, ә иң мөһиме, балаларҙы ысын күңелдән яратҡан, улар өсөн янып – көйгән, киң күңелле кешеләр генә лайыҡтыр.

Уҡытыусы ярҙамында һәр бала донъяны танып белә, йәшәргә өйрәнә, өлгө ала. Минең алдымда эш һайлау мәсьәләһе торғанда, мин, һис шикһеҙ, мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән эшләүҙе һайланым. Мин был һөнәрҙе үҙемдең йөрәгем ҡушыуы буйынса һәм балаларға ярҙам итеү теләге буйынса һайланым. Мәктәптә беренсе көндән уҡытыусы иң ҡәҙерле кешене - әсәйҙе алмаштыра. Ул бала өсөн бөтә донъяға әйләнә: ата-әсә, остаз, өлгө. Бындай "үҙенсәлекле" балалар ҙа үҙ хыялдары, ынтылыштары, эске донъяһы менән, тиҫтерҙәре кимәленә күтәрелеп, улар менән йәнәш атларға теләй. Мин уларҙың кескәй йөрәгендә киләсәккә өмөт усағын ҡабыҙырға тырышам. Әммә уларҙың күҙҙәрендә осҡон ҡабыҙыу өсөн үҙеңә лә янып эшләргә, алға атларға кәрәк. Шуға күрә мин дәрестәремде көтөп алам, рәхәтләнеп үткәрәм, балалар менән конкурстарҙа ҡатнашабыҙ, төрлө яҡлап үҫешәбеҙ. Мәктәп эшен белмәгәндәргә ул ялҡытҡыс кеүек тойола: көндәлектәр, дәфтәрҙәр, журналдар, дәрестәр. Ә, асылда, күңелһеҙләнергә ваҡыт та юҡ, сөнки беҙҙең эргәлә иң саф һәм ихлас кешеләр - беҙҙең балалар. Иң ҙур бүләк – һиңә ҡарап өмөт менән янған балалар күҙҙәре һәм уларҙың йөҙөндәге йылмайыу.

Тәүҙә инвалид балалар менән эш башлағанда ҡурҡыу һәм икеләнеү ҡатыш тойғолар баҫып алғайны күңелде. Был саф күңелле, донъяға ышанып, киң асылған күҙҙәр менән ҡараған балалар һинән ниндәйҙер яңы һүҙ, яңы ғилем көтә. Беренсе дәрестә үк мин уҡыусыларымдың эскерһеҙ күңелен, өмөтлө күҙҙәрен, минең ярҙамыма бик мохтаж булыуын күреү менән улар менән ниндәй алымдар ҡулланып эшләйәсәгемде күҙаллағайным инде. Әлбиттә, башта бер үк ваҡытта ҡыҙыҡлы ла, ҡурҡыныс та булды. Шул саҡта мин үҙемә һорау бирҙем: "Мин был балаларға уҡытыусы булараҡ нимә менән ярҙам итә алам?». Беренсе дәрестә үк был һорауға яуап алдым. Беренсенән, үҙеңдең шәхесеңде үҙгәртеүҙән башларға кәрәк. Мин шуны аңланым: уҡытыусы булыу һәм үҙ миссияңды лайыҡлы үтәү өсөн көн һайын үҙең өҫтөндә эшләргә, үҙеңдең шәхси сифаттарыңды үҫтерергә кәрәк. Ә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың уҡытыусыһы сабырлыҡ, һиҙгерлек, хәстәрлекле булыу, балаларға кисекмәҫтән ярҙам күрһәтеү, уңышһыҙлыҡтарға теләктәшлек күрһәтеү, үҙ-үҙенә ышаныс уятыу кеүек сифаттарға эйә булырға тейеш. Ул балаларҙы нисек бар, шулай яратырға тейеш.

Уҡытыусы һөнәре тураһында фекерҙәрем менән уртаҡлашырға, педагогик эшмәкәрлегемдең мәғәнәһен асырға теләйем. Һәр кеше үҙе тураһында хәтер ҡалдырырға тейеш. Мин ышанам, минең уҡыусыларым, мәктәпте тамамлағас, мине иҫкә аласаҡ һәм тормошта уларға минең дәрестәрем һәм өгөт-нәсихәттәрем кәрәк буласаҡ. Һәр һөнәр эйәһе, һәр шәхестең бөгөнгө көндәге уңыштарында уларҙың уҡытыусыларының да өлөшө ҙур. Сөнки уҡытыусы-рухи остаз. Ул үҙенең уҡыусыһының киләсәген алдан күрә һәм уның һәләттәрен аса белә. Уҡытыусы булыу бик яуаплы, сөнки беҙ һәр баланың яҙмышы башында торабыҙ: уның күҙҙәрендәге осҡондо күрәбеҙ, ярҙам итәбеҙ, этәрәбеҙ һәм ул киләсәктә тормошта үҙ юлын табасаҡ. Уҡытыусының эш һөҙөмтәһе шунда уҡ күренмәй: бер сәғәттән, бер айҙан түгел, ә бер нисә йылдан һуң. Ғәҙелһеҙ һәм битараф кеше уҡытыусы була алмай. Мин тормош юлымда намыҫлы һәм битараф булмаған кешеләр менән – коллегаларым һәм, әлбиттә, балалар менән – ихлас һәм саф йәндәр менән барыуыма бик шатмын.

Мин аңлайым, уҡытыусы һөнәре-ул тәү сиратта үҙ-үҙең өҫтөндә: үҙ аңың, үҙ ихтыярың, үҙ уйҙарың өҫтөндә эш. Һәм үҙең өҫтөндә эшләргә өйрәнгәндән һуң ғына, башҡаларҙы ла өйрәтергә мөмкин, киләсәк хаҡына ҙур эш башҡарыуыңды аңлап, сөнки киләсәк – беҙҙең балалар.

09.10.2023 17:53


Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!