СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

"Рәшит Назаров тураһында замандаштары"-ғилми эш

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«"Рәшит Назаров тураһында замандаштары"-ғилми эш»

Ғәйнуллин Данил ,5 класс

Етәксеһе – Шаймарҙанова Р. Р.

Учалы р. Учалы ауылы, башҡорт гимназияһы

Рәшит Назаровтың ижады тураһында замандаштары

Инеш өлөш.

  1. Тикшереү эшенеү актуаллеге.

Рәшит Назаровтың юбилейы айҡанлы ижадына байҡау яһау

2. Эҙләнеү эшенең маҡсаты.

2.1. Рәшит Назаровтың тормошо, ижады тураһында замандаштарының фекерҙәрен тикшереү.

2.2. Замандаштарымда, шул иҫәптән, гимназия уҡыусыларында Рәшит Назаров ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

3. Тикшеренеү объекты.

3.1. Р.Назаров биографияһы, башҡа яҙыусы,шағирҙарҙың Р.Назаров тураһында яҙған яҙмалары

3.2. Рәшит Назаровтың шиғыр йыйынтыҡтары

4. Эҙләнеү эшенең сығанаҡтары:

Учалы ауылы үҙәк китапханаһының белешмәләр бүлеге, Р.Мифтаховтың Р.Назаров шиғырҙар йыйынтыҡтарына яҙған инеш һүҙҙәре,интернет селтәрендә йырҙарын табыу

5. Эҙләнеүҙең практик әһәмиәте.

Йыйылған материалдан Р.Назаров ижадын тәрәнерәк өйрәнеү,белемемде тәрәнәйтеү...



6. Структураһы:

Тикшеренеү эше: инештән, төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора.

Бөгөнгө дәрескә Рәшит Назаровтың шиғырын ятлап килергә ҡушылған. Мин уның “Шиғыр” исемле шиғырын алдым,тәүҙә ҡыҙыҡ өсөн генә башлаған инем,һуңынан һәр шиғыры үҙе бер хазина булып тойола башланы. Һүҙҙең дөрөҫөн әйтер кәрәк,үҙемде шиғыр уҡыу менән мауығам, тип әйтә алмайым.Ләкин Рәшит Назаровтың һәр шиғырында тап мин уйлап йөрөгән фекерҙәр тупланған төҫлө булды. Бына тыңлап ҡарағыҙ әле:

Яҡшы шиғыр- тылсымлы йыр,

Хазина тулы табаҡ.

Һәр һүҙе – алтындың үҙе,

Ғүмергә етер һабаҡ.

Йәнеңә – йәм, хисеңә тәм,

Йөрәккә - бөтмәҫ аҙыҡ.

Шулай булмаһа шиғыр -

Яҙған кешегә яҙыҡ,- ти. [3]

Ысынлап та, ҡайһы бер шиғырҙарҙы уҡыйһың да, нимә әйтергә теләгән икән ошо шағир, тип аптырап ҡуяһың. Рәшит Назаров шиғырының һәр һүҙе хаҡ. Ошонан һуң мин уның биографияһын эҙләй башланым. Үҙебеҙҙең үҙәк китапханала шиғыр йыйынтыҡтарынан артыҡ нимә таба алманылар. Ҡала китапханаһында ла шул уҡ хәл. Нимәнән ғибәрәт һуң биографияһы?

Рәшит Сәйетбаттал улы Назаров 1944 йылдың 1 ноябрендә Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бала сағы йәмле Өршәк буйында үтә, кескәй Рәшит бик йәшләй шиғырҙар, хикәйәләр ижад итә. Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң колхозда эшләй. Ижад менән армияла хеҙмәт иткәндә лә шөғөлләнеүҙән туҡтамай (1963-1966 йылдар), ләкин ул һалдат хеҙмәтенән ауырып ҡайта. Артабан ул айҙар буйына дауаханала ята, өйҙә уға бик һирәк булырға тура килә. Армияла Рәшит Назаров әҙәби ижад менән өҙлөкһөҙ шөғөлләнә, күп яҙыша. Ғүмер буйы ижад иткән ҡайһы бер шағирҙарҙан да күп яҙыша ул, әйтерһең дә яҙмышын алдан күрә белә. Рәшит ныҡ ҡабалана, тәүлектәр буйына эшләй. Һөҙөмтәлә көн һайын ваҡыт ағышына буйһонмаған, бәҫен һәм әһәмиәтен юғалтмаған 4 - 5 яңы шиғыр тыуа. Рәшит Назаровтың тәүге йыйынтығы 1965 йылда баҫыла, ул «Таңды ҡаршылау» тип атала. Был ваҡытта йәш шағирға ни бары 21 йәш була. «Ҡояш юлы буйлап» исемле икенсе китабы 1972 йылда баҫылып сыға. Ике йыйынтыҡ та шиғриәттә оло күренеш, ҙур яңылыҡ итеп ҡабул ителә. Рәшит Назаровтың фекер яғынан да, йөкмәткеһе менән дә иҫтә ҡалырлыҡ әҫәрҙәре уның шиғриәткә китмәҫкә килгән шағир икәнлеген раҫлай. Ауырғазы ерендә тыуған ябай ауыл малайы әҙәбиәт күгендә яҡты йондоҙ булып атыла. Үкенескә ҡаршы, ҡаты ауырыуы арҡаһында шағир артабан ижад итеүҙән мәхрүм ҡала. Рәшит Назаровтың шиғырҙары башҡорт халыҡ ижадындағы иң яҡшы шиғри үрнәктәр менән тиңләнә. Улар ифрат тәрән фекерле, ихласлығы, уҡымлы булыуы менән арбай. Йәш шағир уларҙа ваҡыт ағышын, атай-олатайҙарҙың аманатын дөрөҫ тотоп алған. Үкенескә ҡаршы, иҫ киткес талантлы шағирҙың исеме билдәһеҙлектә ҡала килде. Икенсе һәм өсөнсө китаптары баҫылғас (1991 йыл, редакторы Әсхәл Әхмәт- Хужа, «Йөрәгемде һеҙгә илтәм »), ике тиҫтә йыл үтеп китә . Тик 1993 йылда ғына Рәшит Назаровты БР Яҙыусылар союзына ағзалыҡҡа ҡабул итәләр. 1996 йылда ул Ауырғазы районы хакимиәте булдырған Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге тәүге премия лауреаты булып китә. 1994 йылда талантлы шағирҙың «Йәшен» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә (редакторы Риф Мифтахов) [4]

Яҡынса ошоларҙан тора. Күп сығынаҡтарҙа тыуған, мәктәптә уҡыған һәм армияла хеҙмәт иткән, ауырып киткән мәле менән тамамлана...

Артабан эҙләнеүҙәрҙе дауам итәбеҙ. Бер миңә генә был шиғырҙар оҡшамаған бит инде,ауырыу сәбәпле уның шиғырҙарын баҫтырып сығарырға ярҙам иткән кешеләр, өйрәнеүселәр булырға тейеш. Билдәле шәхестәр араһынан кемдәр бар икән?

Ҡулыма “Рәшит Назаров. Ер һәм Йыһан йыры” китабын алдым. (Һәр китаптың алдында инеш һүҙ булырға тейешлеген һәр кем белә)

2-се битендә үк “Төҙөүсеһе һәм баш һүҙ авторы Р.Ф. Мифтахов“ тиелгән. Баш һүҙҙе уҡып сығып, ошо авторға беҙ рәхмәтле буцлырға тейешлегебеҙҙе аңланым.

Ул: ”Рәшит Назаровтың ошо һәм артабан тупланасаҡ әҫәрҙәрен уҡыусыларға тулы килеш еткереү өсөн, дүрт тиҫтәнән артыҡ йылдар Өфөләге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, шулай уҡ төрлө китапханалар, редакциялар архифтарында туҡтауһыҙ эҙләнергә, күберәге ҡараламаларҙа ғына булған әллә нисә мең шиғыр, сәсмә әҫәр юлдарын, уларҙың яҙылыу даталаран асыҡларға, хәрефләп, һүҙләп серҙәренә төшөнөргә тура килде. Артабан да эҙләнеүҙәр дауам итә”, тип яҙа ул. Ғөмүмән, Р. Мифтахов - Рәшит Назаров ижадына шулай уҡ ғашиҡ кеше.

Был баш һүҙҙә, Рәшит Назаровтың ғаиләлә үҙ - ара мөнәсәбәттәр ҙә асыла төшә. Әсәһенә арнап сығарған шиғырҙарында бирә :Әсә йөрәге” шиғырында, мәҫәлән, әсәһен бик яратыуын күрәбеҙ.



Хатың килә бар донъяны гиҙеп,

Ап-аҡ елле болот булып йөҙөп.....

Һаман яҡты тыйнаҡ аҡылың килә,

Һөйөү килә- һинең хатыңда - ти. [2]

Ошо уҡ, “Баш һүҙ” ҙә , Рәшит Назаровтың Даян (Баһауетдин улы Ильясов-мәктәп дуҫы) исемле дуҫына яҙған хаты килтерелә, уның унда армияға хәтлем, армиялағы тормошо асылғандай төшә.

“Шиғырҙар былай гәзиттәрҙә ҡайһы берҙә элегерәк гәзиттәрҙә сыҡҡыланы. ”Ағиҙел”дә,”Ленинсы”, ”Ҡыҙыл таң” гәзиттәрендә”, ти. Ошонда уҡ уның шиғырҙары менән күп әҙиптәр ҡыҙыҡһыныуын, шиғырҙарын “Йәш көстәр “алманахына инеп китеүен дә әйтә. “”шунан “Йәш көстәр! Алманахта сыҡҡан тип ишеттем.Унда һеҙҙең иптәштәр ҙә бар, буғай - Әсхәл Әхмәтҡужин, Салауат Рәхмәтуллин, тағы кемдәрҙер, белмәйем” – ти.

Ошонан сығып нимә әйтергә була, Рәшит Назаровтың шиғырҙарын тергеҙеүгә,тағы мәктәп дуҫы, тағы Әсхәл Әхмәтҡужин да көс һалған кеше булыуы билдәләнә .

Ошонда уҡ М.Кәрим дә үҙенең Башҡортостан яҙыусыларының ХII съезы алдынан 1996 йылдың 30 октябрендә биргән интервьюһында: “...Ул(Рәшит Назаров)ҡараңғыла, ”ер аҫтында” ҡалған көйө, яҡты донъяға, кешеләргә, дуҫтарына изгелекле ҡараш менән баға”, тигән фекере бирелә. Ошоноң менән ул Рәшит Назаров ижадын юғары баһалай.

Ысынлап та, донъя күләмендә билдәле остаздан башлап, Рәшит Назаров яҙмышына, ижадына ҡарата башҡа остаздарыбыҙҙа үҙ мөнәсәбәтен, мөхәббәтен белдергән. Башҡортостандың халыҡ шиғиры Назар Нәжми (“Таңды ҡаршылау” йыйынтығы уның мөхәрирлеге ярҙамында сығарыла): “Рәшит Назаров башҡорт шиғриәтендә иҫ киткес уникаль фигура һәм бик тә үкенесле,фажиғәле исем. Ул бөтөн көсө менән балҡып өлгөрмәгән бер йондоҙ” тип яҙған[1].

Рәми Ғарипов Рәшит Назаров ижады тураһында: “Киң ҡоласлы образдар, оригиналь фекер, сағыу,яңы, ҡуйы һүҙ буяуҙары,көтөлмәгән ҡыйыу сағыштырыуҙар,донъяны яңы күҙ менән ҡабул итеү,тормош тантанаһын раҫлау һәм йәшлек романтикаһы,ә тел-тик башҡортса! Форма төрлөлөгө!.... Рәшит Назаров һис тә самордок түгел, ә бөтә башҡорт әҙәбиәтенең ҡаҙаныштарынан тыуған талант ...”тип һоҡланған.[1]

Шағирҙың талант эйәһе булыуын раҫлаусы тағы бер күрһәткес бар минеңсә,ул да булһа, уның һүҙҙәренә яҙылған йыр. Әйҙәгеҙ, яҡташым В.Яруллин башҡарыуында, “Йөрәк“ исемле шиғырына яҙылған йырҙы тыңлап ҡарайыҡ...

Хатта бер һүҙ ҙә кәрәк түгел,композитор,моғайын, үҙенең йөрәгенә ятҡан һүҙҙәргә генә ошондай йыр яҙа алалыр...

Бөгөнгө көндә Рәшит Назаров ижадын өйрәнеү Республика күләменә күтәрелгән, беҙ ҙә өйрәнәбеҙ, шиғырҙарын ятлайбыҙ, һоҡланабыҙ. Рәшит Назаровҡа Ауырғазы районы вәкилдәре менән берлектә беҙ: ”Рәшит Назаров - Башҡортостандың халыҡ шағиры исеменә лайыҡлы шағир” - тип иҫәпләйбеҙ.

Төрлө рефераттар, инеш һүҙҙәр уҡып, Рәшит Назаровтың биографияһын өйрәнеү өҫтөндә эшләйһе мәсьәләләр бик күп, ә мин үҙ сиратымда, Рәшит Назаров тураһында алған белемемде киңәйтә төштөм, маҡсатыма ирештем, тип уйлайым.





Әҙәбиәт.

1. Назаров Р.С.Ер һәм Йыһан йыры:шиғырҙар,поэмалар.-Өфө: Китап,2014

2. Назаров Рәшит.Әҫәрҙәр .Ике томда.I том.Шиғырҙар.-Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте ,2002

3. Уҡытыусыға ярҙамға.Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих,тел һәм әҙәбиәт институты Рәсәй Фәндәр академияһы учреждениеһы “Эшлекле династия” ЯСЙ.Рәшит Назаров.-Өфө,2010

4. http://encycl.bash-portal.ru/nazarov_r.htm

3



Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!