СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Рәшит Назаров тураһында замандаштары

Нажмите, чтобы узнать подробности

Һаумыһығыҙ,ҡәҙерле ҡунаҡтар,уҡытыусылар,уҡыусылар!

Презентацияға иғтибарығыҙҙы йүнәлтегеҙ!

Йәмле йылға-күл буйҙары,урам,тау,урам күренештәре...Улар ни тиклем таныш та,яҡын да эйе бит...

Ә ошо вәхшилеккә кем өйрәтә икән һуң?

Бәләкәйҙән шуға өйрәнәбеҙме?Ғаилә тәрбиәһеме?

Мәктәптә балаларҙы тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү нигеҙендә нимәләр эшләнә һуң?

Ошондай һорауҙарҙы ҡуйҙым мин үҙемдең ғилми эшемдә...

Әйҙәгеҙ,тәүҙә мәктәп тәрбиәһенә туҡталайыҡ....Ғөмүмән алғанда тел һәм әҙәбиәт дәрестәре кешене тәрбиәләүҙә иң ҙур өлөш һала,тип иҫәпләнә.Мәҫәлән,башҡорт теле һәм әҙәбиәте ләреслектәрендә ошо экология,тәбиғәт темаһына арналған әҫәрҙәр бармы һуң?

   Урта кимәлде алайыҡ,йәғни 5-се кдасс дәреслеген...Беҙҙең мәктәптә ошо дәреслек менән уҡытыла:авторҙары:Хажин Вәкил Исмәғил улы,Вилданов Әхәт Ханнан улы.Рус мәктәптәренең 5- се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек,Өфө,2008

Дәреслек Сөләймән Мулллабаевтың “Шатлыҡлы иртә” шиғыры менән башлана,ул көҙ,мәктәп менән осрашыу,яңы уҡыу йылы башланыуы тураһында бәйән ителә.

     Артабан,телгә арналған шиғырҙар шәлкеме...

Әкиәттәр өлөшө тормош-көнкүрешә бағышланған:төп мәғәнәһе кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ мәҡәленә килеп төртөлә...

   Һәм туҡта, ....Кәтибә Кинйәбулатованың “Көҙ еткәс” шиғырында көҙҙөң матурлығын асып һала,шул матурлыҡты тоя,һиҙә генә бел,һаҡла   тигән кеүек.

     Уға Фәүзиә Рәхимғолова “Көҙгө Урал”,Рәми Ғарипов “Торналар”,Нәжиб Иҙелбаев “Дүрт миҙгел”,Барый Ноғоманов “Йәйбикә Һәм Көҙбикә” әҫәрҙәре көҙҙөң матурлығына күрһәтә.

     Ә инде Мостай Кәримдең “Сыйырсыҡ балаһы” әҫәре: ҡоштарҙың балаларына тейгән уҡыусыларҙың тормошон ҡурҡыныс төшкә әйләндерә.

      Айһылыу Йәғәфәрова “Яҡшылыҡ”әкиәтендә экологияның девизы булып яңғырай.”Минең һыуымды эс,эс,ҡотҡарыусым.Яҡшылыҡҡа-яҡшылыҡ,-тип төртөп күрһәтә.Әйтерһең,тәбиғәткә насарлыҡ эшләһәң,үҙеңә яҡшылыҡ булмаҫ,бөтмәҫ-төкәнмәҫ ауырыуҙыр,төрлө тәбиғәт катаклизмы булыр,ти.

     Диҡҡәт Бураҡаев(тәбиғәт ағаһы,аҡһаҡал) Урал тауҙарына алып китә,матурлығын күрһәтә.

     Тамара Ғәниева”Уралиә” тигән әҫәрендә Башҡортостанды Аллаһ Үҙе ҡыҙыҡҡан ер бит ҡыуан,һоҡлан,һаҡла, ти

     Рәшит Ниғмәти “Йәмле Ағиҙел буйҙарында Ағиҙелде  ”һылыу ҙа һылыу йылға”,...”Күпме йыр бар һинең исемгә”-тигән һығымта сығара.

   Фәүзиә Рәхимғолова уға ҡушыла(“Мин-Башҡортостан” шиғырында...)

     Фәрит Иҫәнғолов”Йылмайыу” әҫәрендә:”Һин ниндәй аҡыл эйәһе,белемлеләрҙән-белемле  булып та,ябай ҡош-ҡортто,тәбиғәтте,тормошто аңламаҫһың,йәшәү йәмен юғалтырһың,хатта йылмайыуың китер. Ана ал да көрәк,уларға ярҙам ит,һыу эсер,ярҙам ҡулыңды һуҙ,-тип хатта тәбиғәтте һаҡлау юлын аса.

   “Ҡыш” бүлегенә арналған бүлектә ҡоралайҙарға ҡышын ярҙам итеү булһынмы,Рәшит Солтангәрәев әйтмешләй,үҙең үҫтергә һуғаның да татлы,ҡатҡан икмәгең лә тел йоторлоҡ.”Эшләп ашаһаң”әҫәре.

        Зөлфәр Хисмәтуллин”Сыйырсыҡ” әҫәрендә, ҡош һәм кеше айырылғыһыҙ  икәнен иҫбатлай.Эйе, ҡанаты һынған сыйырсыҡ ҡошҡа  лирик герой ярҙам итмәһә, сыйырсыҡ бала сығырып,иҫән-һау сыйырсыҡ шикелле йәшәр инеме ни?

        5 класс дәреслегендә бирелгән 64 әҫәрҙең 46 әҫәре туранан-тура экология ,тәбиғәт темаһына арналыуын тел белгесе булмаған кеше билдәләй ала.Был әле 5 класта ғына...Башланғыс класс,6,7,8,9,10,11 кластарҙа һуң? Алдағы кластарҙа Ноғман Мусин “Йыртҡыс тиреһе”, “Мәңгелек урман”,Рауил Бикбаев “Һыуһаным,һыуҙар бирегеҙ”поэмаһы,”Мәжит .Ғафури “Ҡыр ҡаҙы”,”Болон”,”Гөлдәр баҡсаһында”, Раил.Байбулатов “Һарығолаҡ”,ИлшатТеләүембәтов”Маралым таңы”, ЗиннурУраҡсин “Алмағас”,Шамил Янбаев”Дегәнәк”Әлфиә Хәмәтдинова “Йәшел дарыухана”....икенсе төрлө әйткәндә дәреслектәрҙә һәр икенсе әҫәр экология,тәбиғәтте һаҡлау тураһында.

        Ә ниңә икән ул, ошо дәреслекте уҡып бөткән 5 класс уҡыусыһы йәйен йылға-күл буйҙарында рәхәтләнеп ял итеп,үҙе килтергән аш-һыуын эсеп, әллә нисә килограмм сүп-сар ҡалдыра? Урамда йөрөгәндә кәнфит ҡағыҙҙары ташлай?

         Нимә ата-әсәһе өйрәтәме улай булғас?

        Ғөмүмән, ғалимдар раҫлауынса,(быларҙы өйрәнеүсе

Богомолова Н.И.Развивающая среда в экологическом образовании дошкольников-“Воспитатель дошкольного образовательного учреждения”, 2009,№5,  Зыкова О.В.любовь к природе воспитывается с детства, “Воспитатель дошкольного образовательного учреждения” 2011, №9,                                КузнецоваЛ.В.Взаимодействие детского сада и семь и в экологическом воспитании-Дошкольная педагогика-2009№6, Николаева С.Н.О возможностях народной педагогики в экологическом воспитании детей- Дошкольное воспитание 2009№4 мәҡәләләрендә)  бала экологик тәрбиәне ғаиләлә алыуҙарын раҫлайҙар.Ә инде совет педагогикаһы мәктәп менән берлектә башҡара ине.”Юные пернаты”, “Юные экологи”,”Юный натуралист”,”Юные Юннаты”...һәр ваҡытта ғаилә һәм мәктәп,балалар баҡсаһы,башҡа белем усаҡтары бергә эшләне.Һәм бик тә һөҙөмтәле минеңсә. Бала ата-әсәһен  ҡабатлай,хатта ҙурайып еткәс тә үҙе ата-әсә булғас, үҙе шул уҡ  ата-әсә өлгөһөндә бала тәрбиәләй.шуның өсөн бер ҡуласаға әйләнмәһен өсөн эште күмәкләп эшләр кәрәк.Өйҙә тәрбиә...-балалар баҡсаһы....-мәктәп...-мөхит. Быйылғы йылдың ҡабатланып экология йылы итеп иғлан ителеүе ошо йүнәлешкә аҙымдарҙыр ул,тип уйлағы килә...  

       Ә бит ҡайһылай ҙа күңелле ҡоштар һайрауын тыңлау, шишмә сылтырау тауышын ишетеү.тереклек бит дауам итә.

     Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт

Просмотр содержимого документа
«Рәшит Назаров тураһында замандаштары»

Рәшит Назаровтың ижады тураһында замандаштары    Төҙөүсеһе :  Учалы ауылы башҡорт гимназияһының 5-се Б класс уҡыусыһы  Ғәйнуллин Данил  Фәнни етәксеһе :  Учалы ауылы башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Шаймарҙанова Рәзилә Рафаэль ҡыҙы .

Рәшит Назаровтың ижады тураһында замандаштары

 

Төҙөүсеһе :

Учалы ауылы башҡорт гимназияһының

5-се Б класс уҡыусыһы

Ғәйнуллин Данил

Фәнни етәксеһе :

Учалы ауылы башҡорт гимназияһының

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Шаймарҙанова Рәзилә Рафаэль ҡыҙы .

  Бөйөк дуҫым! Йөрәкте Мин һиңә генә асам. Усыңда тетрәп ята ул, Усыңда-көтөп баһаң.

 

Бөйөк дуҫым! Йөрәкте

Мин һиңә генә асам.

Усыңда тетрәп ята ул,

Усыңда-көтөп баһаң.

Фәнни эштең маҡсаты:  1.  Рәшит Назаровтың тормошо, ижады тураһында замандаштарының фекерҙәрен тикшереү. 2.  Замандаштарымда, шул иҫәптән, гимназия уҡыусыларында Рәшит Назаров ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Фәнни эштең маҡсаты:

1. Рәшит Назаровтың тормошо, ижады тураһында замандаштарының фекерҙәрен тикшереү.

2. Замандаштарымда, шул иҫәптән, гимназия уҡыусыларында Рәшит Назаров ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Эштең актуаллеге : 2019 йыл – Башҡортостан танылған шағир Рәшит Назаровтың тыуына 75 йылын билдәләй, Ауырғазы районы әҙиптәре менән берлектә Рәшит Назаров уҡыуҙары үткәрелә. Шул йәһәттән шағирҙың ижады менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа ошо күркәм юбилейҙы билдәләп үтә. Беҙ Учалы йәшәүсе уҡыусылар ҙа уның ижадын дәрестә генә түгел,тағы тәрәнерәк өйрәнеп китәбеҙ, ижады менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Р.Назаровтың ижадында йәмғиәттең йәшәү мәғәнәһе, фәлсәфәүи уйланыуҙары, донъяуи хәҡиҡәте, мәңгелек ҡиммәттәре – тыуған ерҙе, тупраҡты, кешелекте һаҡлауға арналған. Тимәк, йәмғиәт Р.Назаровтың ижадын,исемен тергеҙеүгә, һаҡлау проблемаһын иң алға ҡуйған икән, был мәсьәлә беҙҙең өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә. Шулай итеп, Башҡортостандың шағирҙарының ижадын өйрәнеү , халҡыңдың әҙәби мираҫын һаҡлау – бик кәрәкле, актуаль булған мәсьәлә.

Эштең актуаллеге :

2019 йыл – Башҡортостан танылған шағир Рәшит Назаровтың тыуына 75 йылын билдәләй, Ауырғазы районы әҙиптәре менән берлектә Рәшит Назаров уҡыуҙары үткәрелә. Шул йәһәттән шағирҙың ижады менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа ошо күркәм юбилейҙы билдәләп үтә.

Беҙ Учалы йәшәүсе уҡыусылар ҙа уның ижадын дәрестә генә түгел,тағы тәрәнерәк өйрәнеп китәбеҙ, ижады менән ҡыҙыҡһынабыҙ.

Р.Назаровтың ижадында йәмғиәттең йәшәү мәғәнәһе, фәлсәфәүи уйланыуҙары, донъяуи хәҡиҡәте, мәңгелек ҡиммәттәре – тыуған ерҙе, тупраҡты, кешелекте һаҡлауға арналған. Тимәк, йәмғиәт Р.Назаровтың ижадын,исемен тергеҙеүгә, һаҡлау проблемаһын иң алға ҡуйған икән, был мәсьәлә беҙҙең өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә.

Шулай итеп, Башҡортостандың шағирҙарының ижадын өйрәнеү , халҡыңдың әҙәби мираҫын һаҡлау – бик кәрәкле, актуаль булған мәсьәлә.

Ҡулланылған әҙәбиәт:   1.  Назаров Р.С. Ер һәм Йыһан йыры: шиғырҙар, поэмалар / - Өфө: Китап, 2014 2.  Назаров Рәшит. Әҫәрҙәр. Ике томда. I том. Шиғырҙар. / Төҙөүсеһе Риф Мифтахов. - Өфө. Китап, 2002 3.  Уҡытыусыға ярҙамға. Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты Рәсәй Фәндәр академияһы учреждениеһы “Эшлекле династия” ЯСЙ.Рәшит Назаров.-Өфө,2010

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. Назаров Р.С. Ер һәм Йыһан йыры: шиғырҙар, поэмалар / - Өфө: Китап, 2014

2. Назаров Рәшит. Әҫәрҙәр. Ике томда. I том. Шиғырҙар. / Төҙөүсеһе Риф Мифтахов. - Өфө. Китап, 2002

3. Уҡытыусыға ярҙамға. Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты Рәсәй Фәндәр академияһы учреждениеһы “Эшлекле династия” ЯСЙ.Рәшит Назаров.-Өфө,2010

Йөкмәткеһе I.Инеш өлөш. Талант эйәләре. II. Төп өлөш.  2.1. Рәшит Назаровтың биографияһы.  2.2. Рәшит Назаровтың ижады.  2.3. Рәшит Назаровтың ижады тураһында башҡа ижадсылар.  2.4. Бөгөнгө көндә Башҡортостанда Рәшит Назаровтың ижады нисек өйрәнелә? III. Йомғаҡлау.

Йөкмәткеһе

I.Инеш өлөш. Талант эйәләре.

II. Төп өлөш.

2.1. Рәшит Назаровтың биографияһы.

2.2. Рәшит Назаровтың ижады.

2.3. Рәшит Назаровтың ижады тураһында башҡа ижадсылар.

2.4. Бөгөнгө көндә Башҡортостанда Рәшит Назаровтың ижады нисек өйрәнелә?

III. Йомғаҡлау.

Донъя күләмендә күренер оло таланттар башҡорт улдары һәм ҡыҙҙары араһында ла етерлек! Шәйехзада Бабич, Мостай Кәрим, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Рәми Ғарипов… Ябай тупраҡтан йондоҙ бейеклегенә ҡәҙәр күтәрелгән ижадсыларыбыҙҙың тиңһеҙ талант төшөнсәһе, уларҙың ижадын тағы ла асаһы, һоҡланаһы көндәр алда әле. Шуларҙың береһе - шуларҙың араһында фажиғәле йондоҙо - Рәшит Назаров ижадылыр.

Донъя күләмендә күренер оло таланттар башҡорт улдары һәм ҡыҙҙары араһында ла етерлек! Шәйехзада Бабич, Мостай Кәрим, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Рәми Ғарипов… Ябай тупраҡтан йондоҙ бейеклегенә ҡәҙәр күтәрелгән ижадсыларыбыҙҙың тиңһеҙ талант төшөнсәһе, уларҙың ижадын тағы ла асаһы, һоҡланаһы көндәр алда әле.

Шуларҙың береһе - шуларҙың араһында фажиғәле йондоҙо - Рәшит Назаров ижадылыр.

Рәшит Назаров ижады менән ҡыҙыҡһыныусылар: Риф Мифтахов; Әсхәл Әхмәтҡужин; Мостай Кәрим; Рәми Ғәрипов; Назар Нәжми; Заһир Исмәғилев.

Рәшит Назаров ижады менән ҡыҙыҡһыныусылар:

  • Риф Мифтахов;
  • Әсхәл Әхмәтҡужин;
  • Мостай Кәрим;
  • Рәми Ғәрипов;
  • Назар Нәжми;
  • Заһир Исмәғилев.
Рәшит Назаров 1944 йылдың 1 ноябрендә Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында Фатиха апай менән Сәйетбаттал ағайҙың алтынсы балаһы булып, донъяға килгән. Рәшит Назаровҡа аяуһыҙ яҙмыш бары биш - алты йыл ғына ирекле ижад итеү ҡыуанысы бүләк иткән. Мәктәптә уҡыған, колхозда эшләгән осор, армиялағы хеҙмәттең тәүге осоро - ниндәй ҡыҫҡа мәл, кеше мере өсөн күҙ йомған ара ғына... Һәр ижад емеше алтынға бәрәбәр, ни тиклем күңел яраһы тотҡарлаһа ла береһенән - бере һоҡланғыс әҫәрҙәр ҡалдырған ул. Уның биографияһын, ижадын өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ, ятлайбыҙ, уҡыйбыҙ, һәр саҡ яңынан асабыҙ.

Рәшит Назаров 1944 йылдың 1 ноябрендә Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында Фатиха апай менән Сәйетбаттал ағайҙың алтынсы балаһы булып, донъяға килгән. Рәшит Назаровҡа аяуһыҙ яҙмыш бары биш - алты йыл ғына ирекле ижад итеү ҡыуанысы бүләк иткән. Мәктәптә уҡыған, колхозда эшләгән осор, армиялағы хеҙмәттең тәүге осоро - ниндәй ҡыҫҡа мәл, кеше мере өсөн күҙ йомған ара ғына...

Һәр ижад емеше алтынға бәрәбәр, ни тиклем күңел яраһы тотҡарлаһа ла береһенән - бере һоҡланғыс әҫәрҙәр ҡалдырған ул.

Уның биографияһын, ижадын өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ, ятлайбыҙ, уҡыйбыҙ, һәр саҡ яңынан асабыҙ.

.

.

 Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!


Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!