СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до 21.05.2025

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

2020 йылға юбилярҙар иҫемлеге

Нажмите, чтобы узнать подробности

2020 йылға юбилярҙар иҫемлеге.

Просмотр содержимого документа
«2020 йылға юбилярҙар иҫемлеге»

Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы

1905 йылдың 5 мартында Һамар губернаһы Николаевск өйәҙенең (хәҙерге Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы) Хәсән ауылында тыуған.

1920 йылдарҙа Һамар губернаһы Николаевск өйәҙе Диңгеҙбай ауылында уҡытыусы булып эшләй.

1921 йылда Һамар татар-башҡорт педагогия техникумына уҡырға инә. 1924—1925 йылдарҙа Педагогия институты рабфагында уҡый.

1932 йылда Редакторҙар әҙерләү буйынса Мәскәү институтында белем ала.

1934 йылда 1-се СССР яҙыусыларҙың съезында делегат булып ҡатнаша.

1935 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетына уҡырға инеп, уның ике курсын бик яҡшы билдәләр менән тамамлай.

1936 йылда Минск ҡалаһында үткән яҙыусыларҙың 3-сө Пленумында ҡатнаша. Өфө ҡалаһы Ленин район Советына депутат, Советтарҙың ғәҙәттән тыш X Бөтә Башҡортостан съезына делегат итеп һайлана.

1937 йылдың 20 ноябрендә Ватанға хыянат итеүсенең ғаилә ағзаһы булыуында ғәйепләп, ҡулға алалар һәм НКВД Айырым кәңәшмәһе тарафынан 5 йылға иркенән мәхрүм итәләр.

1937—1942 йылдарҙа Мордовиялағы Темников лагерҙарында ултыра.

1954 йылдың 5 декабрендә — Бөрө ҡалаһында үпкә ауырыуынан вафат була.

1967 йылда Һәҙиә Дәүләтшинаға «Ырғыҙ» романы өсөн (үлгәндән һуң) Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде

Шәхес культы, тоталитар режим осоронда нахаҡҡа хөкөм ителеп, күп йылдар буйы михнәт һәм ғазап сигеп йәшәргә дусар ителеүгә ҡарамаҫтан, үтә ауыр шарттарҙа ул башҡорт әҙәбиәтендә иң яҡшы ҡаҙаныштарыбыҙҙың береһе тип баһаланырҙай аҫыл әҫәр — «Ырғыҙ» романын тамамлай һәм шуның менән ил алдында оло ихтирам яулай. Һәҙиә Дәүләтшина шәхесе һәм таланты башҡорт донъяһында М. Аҡмулла, Ш. Бабич, Мөхәммәтша Буранғолов һымаҡ фажиғәле яҙмышҡа дусар ителгән бөйөк әҙиптәр һәм бөйөк шәхестәр менән бер рәттә тора.

Һәҙиә Дәүләтшинаның киң билдәле әҫәрҙәре: «Ырғыҙ» (1942—1952 йй.), «Айбикә» (1930), «Башаҡтар тулҡыны» (1932), «Ялҡынлы йылдар», «Һырға һабағы» (1935), «Мораҙым» .

Агишев Сәғит Ишмөхәмәт улыСәғит Агиш 

(19 ғинуар 1904 йыл — 21 май 1973 йыл) — башҡорт яҙыусыһы. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы1943 йылдан — КПСС ағзаһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1975). 1905 йылдың 19 ғинуарында хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Александровка районының Иҫәнгилде ауылында мулла ғаиләһендә тыуған.

  • 1917—1919 Ырымбур ҡалаһында «Хөсәйениә» мәҙрәсәһендә уҡый, 1919 йылда ауырып, үҙ ауылына ҡайта һәм күрше Юлдаш ауылындағы II баҫҡыс мәктәпкә инә.

  • 1921 йылда Ырымбурға барып, Башҡорт педагогия техникумына уҡырға инә.

  • 1925 йылда комсомолдың өлкә комитеты органы «Башҡортостан йәштәре» газетаһына секретарь итеп алына.

  • «Белем» журналында «Ауыл дауылда» тигән тәүге шиғыры баҫыла.

  • 1932 йылдан башлыса проза жанрында эшләй.

  • 1932 йылда С. Агиш Башҡорт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетының киске бүлегенә уҡырға инә.

  • 1934 йылда, институттың II курсын тамамлап, уҡытыусы булып китә. СермәнДәүләкән педучилищеларында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыта.

  • 1939 йылда Өфөгә килеп, Башҡортостан уҡытыусылар белемен камиллаштырыу институтында башҡорт әҙәбиәте методикаһы буйынса ғилми эшмәкәр булып эшләй.

  • Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ул Ғафури районында ике йыл Сәйетбаба урта мәктәбендә уҡытыусы, завуч булып эшләй.

  • 1943 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһына һайлана. Өфөгә ҡайта, Яҙыусылар союзында әҙәби консультант булып эшләй.

  • 1949—1951 йылдарҙа С. Агиш «Әҙәби Башҡортостан» журналында мөхәррир була.

  • 1973 йылдың 21 майында вафат була.

Үлгәндән һуң 1975 йылда Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы бирелә. Яҙыусының Башҡорт, рус, татармари телдәрендә иллегә яҡын китабы баҫылып сыҡҡан. Оҙаҡ йылдар Сәғит Агиш Өфө ҡала Советы депутаты була. Өфө ҡала Советы башҡарма комитетының 1974 йылдың 23 ғинуарындағы ҡарары менән Совет районындағы Полярная урамы уның исеме менән атала. Сәғит Агиш йәшәгән Карл Маркс урамындағы 57-се йортҡа таҡтаташ ҡуйылған. 



Абдулхаҡ Игебаев

  (2 июль 1930 йыл — 27 сентябрь 2016 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (2010). 1963 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының (1980) һәм РСФСР-ҙың (1991) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1990) һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры. Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Игебаев 1930 йылдың 2 июлендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Күсейауылында тыуған. Йәшләй етем ҡала, балалар йортонда тәрбиәләнә.

1946—1950 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының (1957 йылдан Башҡорт дәүләт университеты) тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый. Институтты тамамлағас, «Ҡыҙыл таң»«Совет Башҡортостаны» гәзиттәре һәм «Ағиҙел» журналы редакцияларында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.

1969—1971 йылдарҙа Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ҡарамағындағы Юғары әҙәби курсты тамамлап ҡайта. 1971 йылдан 1990 йылға ҡәҙәр «Ағиҙел» журналы редакцияһының поэзия бүлеге мөхәррире вазифаһын башҡара.

Абдулхаҡ Игебаев оҙаҡ һәм ҡаты ауырығандан һуң 2016 йылдың 27 сентябрендә Өфөлә вафат булды[.

Абдулхаҡ Игебаевтың шиғырҙары республика матбуғатында 1948—1949 йылдарҙа уҡ күренә башлай. Ә беренсе китабы- «Йәшлек йыры» тигән шиғырҙар йыйынтығы 1954 йылда баҫылып сыға. Шунан бирле авторҙың Өфө, Ҡазан һәм Мәскәү нәшриәттәрендә башҡорт, татар, рус телдәрендә утыҙҙан артыҡ китабы донъя күрҙе.

1954 йылдан алып уның шиғыр һәм поэмаларҙан, йыр һәм очерктарҙан торған 34 китабы донъя күрә.

Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән 2010 йылдың 24 июнендә шағир Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Игебаевҡа 80 йәш тулыуы һәм башҡорт әҙәбиәтенә күрһәткән хеҙмәттәре айҡанлы «Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелде







Абдуллин Ибраһим Әхмәт улы 

(20 сентябрь 1920 йыл — 9 июль 2005 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышындаҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы, драматург. 1947 йылдан — КПСС, 1949 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995), БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1978), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1996). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1980) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1966) ордендары кавалеры. Ибраһим Әхмәт улы Абдуллин 1920 йылдың 20 сентябрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы) Шаран районы Ерекле ауылында тыуған.

1938 йылда яҙыша башлай, 1939 йылда Өфө геологоразведка техникумын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы аҙаҡтарынаса армияла хеҙмәт итә. Сталинград фронтында ҡаты яралана. «Выстрел» офицерҙар әҙерләү юғары курсында уҡый. I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены[, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1966), миҙалдар менән бүләкләнгән.

1945—1952 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гаэетаһының үҙ хәбәрсеһе булып эшләй, 1947 йылда — КПСС сафына, 1949 йылда СССР Яҙыусылар союзына ағза итеп алына.

1957 йылда Мәскәүҙәге М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлаған. 2005 йылдың 9 июлендә вафат була, Өфө ҡалаһының Мосолман зыяратында ерләнгән[.

И. Абдулин ижадының төп өлкәһе — драматургия; ул өс тиҫтәләп ҙур күләмле пьесалар авторы. Уның «Девон фонтандары», «Вәғәҙә онотолмай», «Беҙ айырылышмабыҙ», «Йәмле Ағиҙел буйҙары», «Гөлмәрфуга», «Бажалар», «Урман ҡыҙы», «Ялҡынһыҙ яна йөрәк», «Йөрәк менән шаярмайҙар», «Утың һүнмәһен, улым», «Бер мөхәббәт яҙмышы», «Онотолған ант», «Ә ҡайындар һаман хәтерләй», «Их, Өфө ҡыҙҙары!..», «Тиле йәшлек», «Йыр булып ҡайтырмын», «Яратам, яратам…», «Күңелдәргә пәрҙә ҡормағыҙ», «Айһылыуҙың айлы кистәре», «Беҙ китергә килмәнек» һ. б. пьесалары китаптарҙа баҫылып сыҡты һәм театрҙарҙа ҡуйылды, һуңғы йылдарҙа драматург «Тоштар оҙон булмай» пьесаһын яҙҙы. Ул шулай уҡ «Хуш, Рим», «Тол ҡатындар иламай», «Ҡош юлынан барам» романдары, повестары, хикәйәләр һәм нәҫерҙәр авторы.

Афзал Мөхитдин улы Таһиров

 (25 октябрь 1890 йыл — 27 сентябрь 1937 йыл) — Башҡортостандың дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, яҙыусы, драматург. 1931—1937 йылдарҙа БАССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты (БашЦИК) Рәйесе, сәйәси золом ҡорбаны. Таһиров Афзал Мөхитдин улы 1890 йылдың 25 октябреңдә Һамар губернаһы Бөгөлмә өйәҙе Әлмәт улусындағы Ғабдрахман ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.Афзал Таһиров тәүҙә Ҡазан мәҙрәсәһендә,һуңынан Ырымбурҙағы «Хөсәиниә» мәҙрәсәһендә уҡый.1911 йылдан алып 1917 йылға тиклем ул батша армияһында хеҙмәт итә, империалистик һуғышта ҡатнаша. 1913 йылда, Рәссәйҙә яңы революцион күтәрелеш осоронда. Афзал Таһиров Киев ҡалаһында Коммунистар партияһы сафына инә.



1918 йылдан алып 1920 йылға тиклем ул граждандар һуғышында була. Халыҡ хужалығын аяҡҡа баҫтырыу, индустриализация һәм ауылдарҙы коллективлаштырыу осоронда Афзал Таһиров совет, партия һәм матбуғат органдарында яуаплы эштәр башҡара.



1925—1927 йылдарҙа Мәскәүҙә Коммунистик академияла уҡый. Академияны тамамлағас, Афзал Таһиров КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетынапартколлегия секретары итеп ебәрелә, ә 1931 йылда Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана һәм 1937 йылға тиклем шул урында эшләй. Бер үк ваҡытта Башҡортостан Яҙыусылар союзы етәксеһе булараҡ ҙур эштәр башҡара.



Афзал Таһиров Октябрь революцияhына тиклем үк әҫәрҙәр яҙа башлай. Уның тәүге «Бисура» комедияһы 1907 йылда яҙыла, аҙаҡ «һатылған ҡыҙҙар», «Әтрәгәләмдәр», «Йәмәлкә тауы» кеүек проза әҫәрҙәре баҫылып сыға. Совет власы шарттарында уның ижады айырыуса активлаша. «һалдаттар», «Ҡыҙыл гвардеецтар», «Ҡыҙыл армеецтар» романдарын, «Иген фабригы», «Машиналар ҡаны», «Тәүге көндәр», «Комсомол», «Штурвалсы» кеүек повестарын һәм бик күп һандағы хикәйә һәм очерктарын ижад итә.



Әҙип проза менән бергә драма жанрыңда ла актив эшләне. Уның бөтәһе егермеләп сәхнә әҫәрҙәре бар. Айырыуса «Алатау». «17—30», «Үрнәк», «Завод», «Ҡалдыҡтар», «Себерәк Ғилман» кеүек драма әҫәрҙәре театрҙар сәхнәһендә йыш ҡуйылды. Күренекле яҙыусының байтаҡ прозаик, драматургик әҫәрҙәре рус һәм башҡа телдәргә лә тәржемә ителгән.

1937 йылда атып үлтерелгән.



Әхмәтзәки Вәлиди ТуғанӘхмәтзәки Әхмәтшаһ улы Вәлидов

 (төр. Ahmed Zeki Velidi Togan, 10 декабрь 1890 йыл — 26 июль 1970 йыл) — күренекле сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡорт милли-азатлыҡ хəрəкəтеетəксеһе, автономиялы Башҡортостанға нигеҙ һалыусы. Шәрҡиәтсе һәм төркиәт белгесе, Фәлсәфә докторы (1935), профессор, Манчестер университетының мөхбир докторы (1967).

Әхмәтзәки Вәлиди 1890 йылдың 10 декабрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Илсек-Тимер улусының, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының Көҙән ауылында тыуған.

Әхмәтзәки сығышы менән дин эшмәкәрҙәре Вәлидовтар — Суҡлыҡай ырыуы башҡорттары нәҫеленән була. Әхмәтзәки Вәлиди үҙе иҫкә алғандарҙан билдәле иң элекке ата-бабалары Иштуған булған. Башҡортостан Республикаһының Үҙәк дәүләт тарихи архивында һаҡланған мәғлүммәттәр буйынса, беҙгә уның ҡарт-ҡарт-ҡартатаһының Тайып Иштуған (1750—1837) һәм ҡарт-ҡарт-өләсәһе Гөләндән Мортазина булыуы билдәле, улар икеһе лә типтәр ҡаталамынан сыҡҡандар тип яҙылған. Тайыптың өс улы булыуы билдәле — Әйүп, Хәлит һәм Вәлит (Әхмәтзәкинең ҡарт-ҡартатаһы). Вәлиттең өс ҡатыны һәм ун бер улы булыуы билдәле, улар араһында Әхмәтзәкинең ҡартатаһы — Әхмәтйән дә була. Документтар буйынса Әхмәтйән Вәлидовтың башҡорт булыуы һәм уның ҡатыны Мөхәбъямал Уйылданова булыуы билдәле

1898—1902 йылдарҙа Әхмәтзәки Вәлиди Көҙән ауылы мәҙрәсәһендә башланғыс синыфтарҙа атаһы Әхмәтшаһ Әхмәтйән улы Вәлидовтан һабаҡ ала, ә әсәһе Өммөлхаяттан фарсы телен өйрәнә.

1908—1909 йылдарҙа Ҡазанда «Ҡасимиә» мәҙрәсәһендә уҡый. 1909—1911 йылдарҙа — шул уҡ мәҙрәсәлә төрөк тарихы һәм ғәрәп әҙәбиәте тарихын уҡыта. Шул уҡ ваҡытта 1910 йылдан алып Ҡазан университетында В. А. Богородский һəм Н. Ф. Катановтың тарих һəм лингвистика буйынса лекцияларын тыңлай.1912 йылда Ҡазандағы «Милләт» типографияһында уның «Төрк вә татар тарихы» исемле тәүге ҙур хеҙмәте баҫылып сыға. Тәүҙә автор уны «Төрк тарихы» тип атай, әммә Ғ. Ғ. Ибраһимов һәм баҫып сығарыусылар икенсе исем тәҡдим итәләр: «Татар тарихы», «Төрк-татарҙар тарихы». Ләкин Вәлиди уларҙы үҙ итмәй һәм һөҙөмтәлә компромисс вариантҡа киләләр — «Төрк һәм татар тарихы». Структураһы менән Морат Рәмзинең «Тәлфик әл-әхбәр...» тулыһынса тиерлек тап килә.

1914—1915 йылдарҙа Өфөлә «Ғосмания» мәҙрәсәһендә төрөк тарихын һәм әҙәбиәтен уҡыта. 1915 йылда Рәсәй империяһының Дәүләт Думаһының мосолмандар фракцияһына Өфө губернаһы мосолмандарынан вәкил итеп һайланып, Петроградҡа бара һәм унда ул консультант эшен башҡара. 1916 йылда мосолман фракцияһы эргəһендə сəйəси эшмəкəрлеген башлай.








Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!