СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

"Ағиҙел-Башҡортостан йәме"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Классный час на тему "Ағиҙел-Башҡортостан йәме" для учащихся начальной школы. На данном уроке путешествуют по реке Агидель, выполняя разные задания.

Просмотр содержимого документа
«"Ағиҙел-Башҡортостан йәме"»

Тема: Ағиҙел –Башҡортостан йәме.

Дәрестең маҡсаты.  Башҡортостандың ҙур йылғаларының береһе Ағиҙел  менән  таныштырыу, уның тураһында белемдәрен арттырыу,

экологик белемде киңәйтеү, тәбиғәткә  һөйөү тәрбиәләү.

УУЭ:

  • Шәхескә йүнәлтелгән УУЭяңыны белергә, белгәндәрҙе камиллаштырыу теләге уятыу.

  • Регулятив УУЭ: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау;

  • танып белеү УУЭ: тормош менән бәйләү, башҡа предметтар менән бәйләнеш булдырыу,өлгө буйынса эш итә белеү.

  • коммуникатив УУЭ:  Һорауҙар биреү, уларға яуап эҙләү, башҡа уҡыусыларҙы ихтирам менән тыңлай белеүгә теләк уятыу.



Дәрес барышы:

Психологик инеш”:

Сәләмләйбеҙ һауаны

Яҡшылыҡ булһын өсөн!

Сәләмләйбеҙ эсәр һыуҙы

Йәшәү көсө биргән өсөн!

Сәләмләйбеҙ дуҫтарҙы

Гел дуҫлыҡ булһын өсөн!

Темаға сығыу:

-2019 йылда ниндәй даталар билдәләнә?(яуаптар)

- Эйе, быйыл Башҡортостан республикаһының 100 йыллығы билдәләнә. Дәресебеҙҙе ошо датаға бағышлап, республикабыҙҙың бер мөғжизәһе тураһында һөйләшербеҙ. Нимә тураһында икәнен белер өсөн “Аҡыл штурмы”ысулын ҡулланайыҡ. Бирелгән хәрефтәрҙән ниндәй һүҙ төҙөй алырһығыҙ? (Ағиҙел). Был һүҙ нимә аңлата? Шулай итеп, дәрестә нимә тураһында һөйләшербеҙ? (Яуаптар)

-Бөгөнгө дәресебеҙҙең темаһы “Ағиҙел –Башҡортостан йәме” тип атала.

Теманы асыу:

- ( Ишек шаҡып, хат бирәләр) Ҡарағыҙ әле, ниндәйҙер хат килгән. Бәлорет районы Мәхмүт урта мәктәбенең 4-се класс уҡыусыларына , тиелгән. Кемдән икән, адресы яҙылмағансы. Нисек уйлайһығыҙ кем яҙған икән был хатты? Ниндәй фараздар булыр? Белгегеҙ киләме кемдән икән был хат?

Уҡыйыҡ әле хатты:

“Һаумыһығыҙ, ҡыҙҙар һәм малайҙар! Һеҙҙе йәмле Ағиҙел йылғаһы буйына сәйәхәткә саҡырам. Сәйәхәт барышында төрлө асыштар эшләрһегеҙ, серҙәр асырһығыҙ. Тик оҙон юлда тәртипле булығыҙ, бер-берегеҙгә ярҙам итегеҙ. “ Һыу ҡыҙы Һыуһылыу.

-Кем ул Һыуһылыу? Башҡорттарҙа һыу ҡыҙы, һыу инәһе тиҙәр. Һыуһылыуҙың саҡырыуын ҡабул итеп , сәйәхәтебеҙҙе башлайыҡ. Сәйәхәткә сыҡҡас, беҙ туристар булабыҙ бит инде. Ә турист үҙе менән нимә алырға тейеш?

-Эйе, бөгөн беҙгә карта кәрәк була. Ҡарағыҙ әле, был Ағиҙел йылғаһының план-картаһы. Юлыбыҙҙы йылға башланған ерҙән башлайыҡ. Ә йылға аға башлаған ер нисек атала? Ағиҙел ҡайҙан башлана?

-Балалар, бына Ағиҙелдең башланған ере. (Презентация).

-Һыуһылыу һеҙгә төрлө эштәр әҙерләгән. Уның эштәрен үтәр өсөн “6 эшләпә” ысулын ҡулланасаҡбыҙ. Был ысулды кем белә? Тимәк, беҙ бөгөн ябай ғына турист булмайбыҙ, ә төрлө ролгә керәсәкбеҙ. Һәр эште иғтибар менән тыңларға, бирелгән мәғлүмәтте иҫтә ҡалдыра барырға кәрәк .

Һыуһылыу һеҙгә беренсе эш тәҡдим итә.

Аҡ эшләпә” кейергә тура киләсәк. Ә кемдәр кейә әле аҡ эшләпә? (Ғалимдар) Ә кем һуң ғалим? Ғалимдар тик факттар, һандар менән генә эш итә, асыштар эшләй. Һеҙгә лә бирелгән тексттарҙан факттар бирелгән һөйләмдәрҙе табып уҡырға кәрәк буласаҡ. Ҡәләмдәр алдыҡ, һөйләмдәрҙе табығыҙ ҙа сығыш яһарға әҙерләнәбеҙ. (Уҡыусылар сығыш яһай).

Ағиҙел- Башҡортостандың иң ҙур йылғаһы.Үҙенең исемен ул һыуының аҡһыл төҫө өсөн алған. Һыуҙың аҡһыл төҫтә булыуы унда эрегән эзбизгә бәйләнгән.

Йылға Урал тауҙарынан Учалы районы территорияһынан башлана. Ағиҙелдең оҙонлоғо 1430 километрҙан ашыу, киңлеге төрлөсә: 10 метрҙан 500 метрға тиклем етә. Ағиҙел бормаланып-бормаланып аға, ағымының тиҙлеге төрлө урында төрлөсә.Таулы урындарҙа Ағиҙел ҡотороноп, ашҡынып аға. Ә тигеҙлектәрҙә киңәйеп китә.

Ағиҙелдең уң ҡушылдыҡтары:Нөгөш,Танып, Ҡариҙел.Һул ҡушылдыҡтары:Ашҡаҙар,Өршәк, Дим йылғалары.

Был матур йылға тураһында күп йырҙар сығарылған.

Артабанғы эште үтәү өсөн “Ҡара эшләпә” кейергә кәрәк. Тәнҡитселәр (критиктар), йәки экологтар буласаҡһығыҙ.Нимә эшләйҙәр экологтар ? Һыуһылыуҙы Ағиҙел йылғаһының яҙмышы борсой. Ниндәй экологик проблемалар бар? Төркөмдәрҙә эшләйбеҙ, сығыш яһайбыҙ.



-Һыуһылыу ял итеп алырға тәҡдим итә.

Музыкаль пауза”. – ял итеү минуты.Ағиҙел йылғаһы тураһында таҡмаҡтар әйтеп алайыҡ.

Ағиҙелде һаҡлар өсөн

Нимә эшләргә инде?

Был һорауға яуапты

Кемдән белергә инде?



Алай итмәйек әле,

Былай итмәйек әле.

Ағиҙелдең ярҙарына

Сүп –сар түкмәйек әле.



Алай итә башлайыҡ,

Былай итә башлайыҡ.

Ағиҙелде һаҡлар өсөн,

Эште бөгөн башлайыҡ.

Тәбиғәткә ҡарата

Һаҡсыл булайыҡ, дуҫтар!

Саф һауа, урман-тауҙар

Һаҡлауға мохтаж улар.



-Ял итеп алдыҡ. Сәйәхәтебеҙҙе дауам итәйек.



-Һыуһылыу һеҙҙең ниндәй рәссам икәнегеҙҙе белгеһе килә. Шуға ла “Ҡыҙыл эшләпә”ләрҙе кейәбеҙ . Бөгөн һүрәт төшөрмәйәсәкбеҙ, ә коллаж эшләйбеҙ. Нимә ул коллаж? Ҡарағыҙ әле ошо яҙыуҙы. Бәлки, берәйһегеҙ аңлата алыр?

-Коллаж- француз теленән йәбештереү тигәнде аңлата, төрлө гәзит- журналдарҙан кәрәкле һүрәт, хәрефтәр ҡырҡып композиция төҙөү.

Һеҙгә әҙер фон бирелгән. Фонға төрлө гәзит-журналдарҙан ҡырҡып алынған һүрәттәрҙе йәбештереп, Ағиҙел йылғаһы буйының тәбиғәтен төшөрәйек.



-Афариндар. Артабанғы этап өсөн - “Һары эшләпә” кәрәк. Оптимистар. Кем ул оптимист? 20-30 йылдан һуң Ағиҙел йылғаһын нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ? Тик яҡшы хыялдар булырға тейеш.Төркөмдәрҙә эшләйбеҙ, сығыш яһайбыҙ.

- “Йәшел эшләпәне” кейеп ҡараға тәҡдим итә Һыуһылыу. Кемдәр кейә әле йәшел эшләпәне? Шағирҙар, ораторҙар буласаҡбыҙ. Оратор- матур сығыш яһаусы.

Ағиҙел тураһында бик күп шиғып, поэмалар яҙылған. Бөгөн Рәшит Ниғмәтиҙең “Йәмле Ағиҙел буйҙары” поэмаһынан өҙөктәр уҡып үтәйек.

Урал!

Үҙе боҙ диңгеҙҙең һыуын эсә,

Ҡойроғо ҡойона Аралда.

Быуаттарҙың баш өҫтөнән ҡарап,

Мәғрүр тора бында ҡаялар.



Шул уралдың гранит итәктәрен,

Ҡара ҡаяларын иретеп,

Ағиҙелкәй һыҙылып ағып сыға,

Һалҡын терегөмөш шикелле.



Ярҙарында талдар тулҡыналар,

Шаулашалар ялбыр ҡайындар,

Төптәрендә ваҡ таш,

Әйтерһең дә,

Барлыҡ йондоҙ шунда байыған.



Ағиҙелкәй! Һинең буйҙарыңда

Нисә быуын ғүмер кисергән,

Үҙең кеүек тәрән, үҙеңдәй киң

Күпме йыр бар һинең исемгә!



Ай, Ағиҙел, Ағиҙел!

Күпте күргән Ағиҙел,

Башҡорт халҡы ни күрһә,

Шуны күргән Ағиҙел.



Ел-дауылға ҡушылып,

Йыр йырлаған Иҙел ул,

Оҙон ғүмере буйына

Йыр тыңлаған Иҙел ул.



Ағиҙелдең яры бейек,

Һыуы терегөмөштәй.

Донъяла шундай һыу бармы,

Булһа ҡайһы мөйөштә?



Ағиҙелдең һыуы һалҡын,

Ярҙары таш булғанға.

Ағиҙел кеүек саф йылға

Юҡтыр инде донъяла.



Ағиҙелдең балыҡтары

Көмөш кеүек ялтырай.

Дошман уны буйлай алмаҫ,

Һыу ала алмаҫ атына!



-“Зәңгәр эшләпә”не кейергә тәҡдим итә Һыуһылыу. Кемдәр һәм ниндәй эштәр башҡара был эшләпәне кейеүселәр? Ойоштороусылар бар бирелгән мәғлүмәттәр буйынса йомғаҡ яһай.Шулай итеп, һәр берегеҙ бөгөнгө дәрестән үҙенә нимә алыуы тураһында әйтеп үтһен.

Дәрескә йомғаҡ яһау:

-Балалар, сәйәхәтебеҙ тамамлана. Ағиҙелдең Камаға ҡойған еренә килеп тә еттек. Нисек атала әле йылғаның ошо өлөшө?( Устье-тамағы)

Һыуһылыу менән хушлашыр өсөн, Ағиҙел йылғаһына бағышлап синквейн яҙырға тәҡдим итәм.

  • Һыуһылыу һеҙгә ҙур рәхмәт әйтә һәм бәләкәй генә бүләк әҙерләгән.

  • Рәхмәт.






































Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!