СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеме

Нажмите, чтобы узнать подробности

Готовили с ученицей. Но к соожалению оценить по достоинству не смогли, так как в 2011 году в БГПУ имени Акмуллы (институт педагогики) в составе жюри не оказалось людей, понимающих башкирский язык

Просмотр содержимого документа
«Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеме»

Башҡорт ҡатын – ҡыҙҙарыбыҙҙың  милли кейеме   үҙенсә  булып ҡалһын,  мәңге йәшәһен   Өфө ҡалаһы Дим районы 123 -сө лицейының 10 Б класы уҡыусыһы Мәғәсүмова Регина Уҡытыусы Абдуллина Миңһылыу Ф.

Башҡорт ҡатын – ҡыҙҙарыбыҙҙың милли кейеме үҙенсә булып ҡалһын, мәңге йәшәһен

Өфө ҡалаһы Дим районы 123 -сө лицейының 10 Б класы уҡыусыһы Мәғәсүмова Регина

Уҡытыусы Абдуллина Миңһылыу Ф.

Бөгөн милли кейемгә ҡыҙыҡһыныу арта. Һуңғы егерме йыл эсендә республикала халыҡ ижадына иғтибар көсәйҙе. Күпләп милли сәхнә костюмдары тегелә.

Бөгөн милли кейемгә ҡыҙыҡһыныу арта. Һуңғы егерме йыл эсендә республикала халыҡ ижадына иғтибар көсәйҙе.

Күпләп милли сәхнә костюмдары тегелә.

Эҙләнеү эшенең актуаллеге Был өлкәлә йәмәғәтселекте борсоған һорауҙарға яуап табырға ынтылыуҙа: - башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли костюмы дөрөҫ тегеләме; - тегенсе-дизайнерҙарға ниндәй талаптар ҡуйылырға тейеш; - кейем тегеү оҫталары милли өлгөләр менән танышмы; - яңы костюм ижад иткәндә уларға таяналармы.

Эҙләнеү эшенең актуаллеге

Был өлкәлә йәмәғәтселекте борсоған һорауҙарға яуап табырға ынтылыуҙа:

- башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли костюмы дөрөҫ тегеләме;

- тегенсе-дизайнерҙарға ниндәй талаптар ҡуйылырға тейеш;

- кейем тегеү оҫталары милли өлгөләр менән танышмы;

- яңы костюм ижад иткәндә уларға таяналармы.

Эҙләнеү эшенең маҡсаты “ Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли костюмы ниндәй булған? Һәм бөгөнгө көндә лә уның тәбиғилеге һаҡланамы?”  тигән һорауға яуап биреү

Эҙләнеү эшенең маҡсаты

“ Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли костюмы ниндәй булған?

Һәм бөгөнгө көндә лә уның тәбиғилеге һаҡланамы?”

тигән һорауға яуап биреү

Бурыстар төрлө сығанаҡтарҙан башҡорт костюмы тураһында яңы белем тупларға; башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар костюмын ниндәй материалдан тегеүҙәрен, уның төҫөн һайлау, биҙәүес ҡулланыу ҡанундарын һаҡлау буйынса ниндәй эштәр башҡарылыуын өйрәнергә.

Бурыстар

төрлө сығанаҡтарҙан башҡорт костюмы тураһында яңы белем тупларға;

башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар костюмын ниндәй материалдан тегеүҙәрен, уның төҫөн һайлау, биҙәүес ҡулланыу ҡанундарын һаҡлау буйынса ниндәй эштәр башҡарылыуын өйрәнергә.

Башҡорт халҡының милли кейеме бик бай, күҙҙең яуын алып тора. Бигерәк тә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейгән кейемдәр матур.

Башҡорт халҡының милли кейеме бик бай, күҙҙең яуын алып тора. Бигерәк тә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейгән кейемдәр матур.

Көмөш тәңкә һәм мәрйендәр менән биҙәлгән селтәр, ҡашмау, сулпы, алҡа, беләҙектәр, балитәкле күлдәктәр, сигелгән елән.

Көмөш тәңкә һәм мәрйендәр менән биҙәлгән селтәр, ҡашмау, сулпы, алҡа, беләҙектәр, балитәкле күлдәктәр, сигелгән елән.

Ҡашмау Уның сәсте ҡаплап торған ҡойроғо бигерәк серле. Ошо оҙон киң таҫмаға ҡортбаш тегелгән; аҡ төҫтәге ваҡ ҡына диңгеҙ ҡабырсаҡтарын Һиндостандан килтергәндәр. Ҡортбаш (фән телендә каури) – башҡорт халҡының бик боронғо халыҡ икәнен дәлилләүсе ҡомартҡы.

Ҡашмау

Уның сәсте ҡаплап торған ҡойроғо бигерәк серле. Ошо оҙон киң таҫмаға ҡортбаш тегелгән; аҡ төҫтәге ваҡ ҡына диңгеҙ ҡабырсаҡтарын Һиндостандан килтергәндәр. Ҡортбаш (фән телендә каури) – башҡорт халҡының бик боронғо халыҡ икәнен дәлилләүсе ҡомартҡы.

Этнографтар башҡорт милли кейемен ете локаль комплексҡа бүлеп йөрөтә: төньяҡ-көнбайыш  менән көньяҡ-көнсығыш кейемдәре - “бер-береһенән ныҡ ҡына алыҫлашҡан тарихи, тәбиғи-географик шарттарҙа формалашҡан башҡорттарҙың ике төркөмө” кейеме (С.Шитова).  Бөгөнгө мәҙәниәтебеҙҙә башҡорттоң күберәк көньяҡ-көнсығыш костюм комплексы на нигеҙләнгән милли кейем өҫтөнлөк итә.   Был күпселек кешеләрҙә милли кейем тураһында бер яҡлы ҡараш тыуҙыра.

Этнографтар башҡорт милли кейемен ете локаль комплексҡа бүлеп йөрөтә:

төньяҡ-көнбайыш менән көньяҡ-көнсығыш кейемдәре - “бер-береһенән ныҡ ҡына алыҫлашҡан тарихи, тәбиғи-географик шарттарҙа формалашҡан башҡорттарҙың ике төркөмө” кейеме (С.Шитова).

Бөгөнгө мәҙәниәтебеҙҙә башҡорттоң күберәк көньяҡ-көнсығыш костюм комплексы на нигеҙләнгән милли кейем өҫтөнлөк итә.

Был күпселек кешеләрҙә милли кейем тураһында бер яҡлы ҡараш тыуҙыра.

Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарында таҡыя, төньяҡ-көнсығышта – түбәтәй, ҡалпаҡ, ҡайылған алъяпҡыстар башҡорт кейеменең үҙенсәлекле бер төрө булған.

Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарында таҡыя, төньяҡ-көнсығышта – түбәтәй, ҡалпаҡ, ҡайылған алъяпҡыстар башҡорт кейеменең үҙенсәлекле бер төрө булған.

 Төньяҡ-көнсығыш ҡатын-ҡыҙҙары шау сәскәле алъяпҡыс, ә баштарына яулыҡ аҫтынан мәрйен менән биҙәлгән ҡалпаҡ кейгән.  Өлкән ҡатындар эйәк аҫтынан ике сикә буйлап күтәрелгән, ике- өс рәт көмөш тәңкәнән торған һағалдырыҡ – биҙәүес әйбере – таҡҡандар.

Төньяҡ-көнсығыш ҡатын-ҡыҙҙары шау сәскәле алъяпҡыс, ә баштарына яулыҡ аҫтынан мәрйен менән биҙәлгән ҡалпаҡ кейгән.

Өлкән ҡатындар эйәк аҫтынан ике сикә буйлап күтәрелгән, ике- өс рәт көмөш тәңкәнән торған һағалдырыҡ – биҙәүес әйбере – таҡҡандар.

Ҡашмауҙан башҡа ҡатын-ҡыҙҙар арҡалығы киңерәк, башы ослораҡ кәләпүш йәиһә башкейем кейгән, йәш килендәр – ҡушъяулыҡ , олораҡ һәм тол ҡатындар таҫтар ябынған. Ҡыҙҙар ҡалпаҡ, таҡыя йөрөткән, сәс толомдарын сәсмәү, сулпы, ҡаралыҡ, елкәлек менән биҙәгән.

Ҡашмауҙан башҡа ҡатын-ҡыҙҙар арҡалығы киңерәк, башы ослораҡ кәләпүш йәиһә башкейем кейгән, йәш килендәр – ҡушъяулыҡ , олораҡ һәм тол ҡатындар таҫтар ябынған. Ҡыҙҙар ҡалпаҡ, таҡыя йөрөткән, сәс толомдарын сәсмәү, сулпы, ҡаралыҡ, елкәлек менән биҙәгән.

Ир-егеттәр йәй көндәрендә - түбәтәй , ә һалҡын ҡышта  ҡамсат бүректән башҡа, ҡолаҡсын, көләпәрә, ҡама бүрек, тире кәпәс , яҙлы-көҙлө кейеҙ башлыҡ кейгән.

Ир-егеттәр

йәй көндәрендә - түбәтәй , ә һалҡын ҡышта ҡамсат бүректән башҡа, ҡолаҡсын, көләпәрә, ҡама бүрек, тире кәпәс , яҙлы-көҙлө кейеҙ башлыҡ кейгән.

Бөгөнгө көндә бар ерҙә лә бер ҡалып буйынса тегелгән халыҡ костюмы өҫтөнлөк алды, төрлө төбәктәрҙә яратып кейелгән ҡайһы бер баһалы өлгөләрҙең ҡабатланмаҫ үҙенсәлектәре юғала бара.

Бөгөнгө көндә бар ерҙә лә бер ҡалып буйынса тегелгән халыҡ костюмы өҫтөнлөк алды, төрлө төбәктәрҙә яратып кейелгән ҡайһы бер баһалы өлгөләрҙең ҡабатланмаҫ үҙенсәлектәре юғала бара.

Сәхнә мәнфәғәтенән сығып, башҡорт кейеме йылдан-йыл нығыраҡ стилләштерелә.  Милли кейем – халыҡтың быуаттар буйына, бик аҙ ғына үҙгәрештәр кисереп, һаҡланып килгән ҡомартҡыһы. Милли стилдәге сәхнә кейеме – теге йәки был милли элемент ҡушып тегелгән, дөйөм милли колоритты сағылдырған кейем.

Сәхнә мәнфәғәтенән сығып, башҡорт кейеме йылдан-йыл нығыраҡ стилләштерелә.

Милли кейем – халыҡтың быуаттар буйына, бик аҙ ғына үҙгәрештәр кисереп, һаҡланып килгән ҡомартҡыһы.

Милли стилдәге сәхнә кейеме – теге йәки был милли элемент ҡушып тегелгән, дөйөм милли колоритты сағылдырған кейем.

“ Был ике йүнәлеш параллель рәүештә үҫешергә тейеш, һәм уларҙы бутауға юл ҡуйырға ярамай.  Стилләштерелгән сәхнә кейеменең етди етешһеҙлеге: тегенселәрҙең традицион милли кейем өлгөләре менән таныш булмауында, яңы костюмдар ижад иткәндә уларға таянмауында .  Һөҙөмтәлә сәхнәләге ҡайһы бер кейемдәр бөтөнләй башҡорт үҙенсәлектәрен сағылдырмай, уларҙы төрөк йәки әзербайжан костюмдары тип тә атаһаҡ була”, - тип яҙҙы Таңсулпан Бураҡаева.

“ Был ике йүнәлеш параллель рәүештә үҫешергә тейеш, һәм уларҙы бутауға юл ҡуйырға ярамай.

Стилләштерелгән сәхнә кейеменең етди етешһеҙлеге:

  • тегенселәрҙең традицион милли кейем өлгөләре менән таныш булмауында,
  • яңы костюмдар ижад иткәндә уларға таянмауында .

Һөҙөмтәлә сәхнәләге ҡайһы бер кейемдәр бөтөнләй башҡорт үҙенсәлектәрен сағылдырмай, уларҙы төрөк йәки әзербайжан костюмдары тип тә атаһаҡ була”, - тип яҙҙы Таңсулпан Бураҡаева.

 «Селтәр - 2011» сәхнә костюмы республика фестивале Был фестиваль кейем тегеү оҫталары һәм модельерҙарында башҡорт милли костюмы традицияларын өйрәнеү, һаҡлау, үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, улар өсөн үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу өсөн ижади мөхит тыуҙырыу, һәләтле оҫталарҙы, коллективтарҙы асыҡлау маҡсатында ойошторолдо.

«Селтәр - 2011» сәхнә костюмы республика фестивале

Был фестиваль

  • кейем тегеү оҫталары һәм модельерҙарында башҡорт милли костюмы традицияларын өйрәнеү, һаҡлау, үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу,
  • улар өсөн үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу өсөн ижади мөхит тыуҙырыу,
  • һәләтле оҫталарҙы, коллективтарҙы асыҡлау маҡсатында ойошторолдо.
Фестиваль сиктәрендә уҙғарылған “Түңәрәк өҫтәл”дә ҡаралған хәл итәһе мәсьәләләр:   Бөтөн Рәсәй музыка йәмғиәтенең Башҡортостан етештереү комбинаты баш рәссамы, фестивалдең баһалама ағзаһы Наталья Степанова әйткәнсә: «башҡорт кейемендә алтын төҫөндәге биҙәүестәр саманан тыш ҡулланыла башланы». Көмөш  әйберҙәр күпкә юғарыраҡ баһалана. Башҡорт костюмында алтын төҫкә баҫым яһау дөрөҫ түгел.

Фестиваль сиктәрендә уҙғарылған “Түңәрәк өҫтәл”дә ҡаралған хәл итәһе мәсьәләләр:

  • Бөтөн Рәсәй музыка йәмғиәтенең Башҡортостан етештереү комбинаты баш рәссамы, фестивалдең баһалама ағзаһы Наталья Степанова әйткәнсә: «башҡорт кейемендә алтын төҫөндәге биҙәүестәр саманан тыш ҡулланыла башланы». Көмөш әйберҙәр күпкә юғарыраҡ баһалана. Башҡорт костюмында алтын төҫкә баҫым яһау дөрөҫ түгел.
2. Халҡыбыҙ борон туҡыманы тәбиғи буяуҙар менән буяған. Кейемдәр башлыса ҡыҙыл,  һары,  йәшел, һирәгерәк зәңгәр төҫлө туҡыманан тегелгән. Үтә сағыу шәмәхә,  ҡыҙғылт һары төҫтө халҡыбыҙ үҙ итмәгән. 3. Хәҙерге замандағы кеүек, миҙгел йолалары, миҙгелгә бәйле эштәрҙе һүрәтләүсе бейеүҙәр ҙе оло байрамдарҙа ғына кейелә торған кейемдәрҙә башҡармағандар. 4. Ор нам ент тар урынһыҙ йәки артыҡ ҡулланыла.

2. Халҡыбыҙ борон туҡыманы тәбиғи буяуҙар менән буяған. Кейемдәр башлыса ҡыҙыл, һары, йәшел, һирәгерәк зәңгәр төҫлө туҡыманан тегелгән. Үтә сағыу шәмәхә, ҡыҙғылт һары төҫтө халҡыбыҙ үҙ итмәгән.

3. Хәҙерге замандағы кеүек, миҙгел йолалары, миҙгелгә бәйле эштәрҙе һүрәтләүсе бейеүҙәр ҙе оло байрамдарҙа ғына кейелә торған кейемдәрҙә башҡармағандар.

4. Ор нам ент тар урынһыҙ йәки артыҡ ҡулланыла.

 «Быға тиклем татар милли кейеме тип яңылыш атап йөрөтөлгән төньяҡ-көнсығыш, Пермь башҡорттары милли кейемен дә күрергә насип булды фестивалдә. Балаҡатай районынан килгән “Тамбур” ансамбле баһалама ағзалары иғтибарына үҙҙәренең төбәгенә генә хас костюмдар тәҡдим итте.  Беренсе “Селтәр” фестиваленең тағы бер биҙәге – башҡорт костюмдарындағы ҡурсаҡтар һәм, әлбиттә, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәнеү әйберҙәре күргәҙмәһе .  Әлегә халҡыбыҙҙың биҙәнеү әйберҙәрен етештереү бөгөн беҙҙә үҫешмәгән. Был йүнәлештә әле бик аҙ кеше эшләй.»  Ләйсән Нафиҡова

«Быға тиклем татар милли кейеме тип яңылыш атап йөрөтөлгән төньяҡ-көнсығыш, Пермь башҡорттары милли кейемен дә күрергә насип булды фестивалдә. Балаҡатай районынан килгән “Тамбур” ансамбле баһалама ағзалары иғтибарына үҙҙәренең төбәгенә генә хас костюмдар тәҡдим итте.

Беренсе “Селтәр” фестиваленең тағы бер биҙәге – башҡорт костюмдарындағы ҡурсаҡтар һәм, әлбиттә, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәнеү әйберҙәре күргәҙмәһе .

Әлегә халҡыбыҙҙың биҙәнеү әйберҙәрен етештереү бөгөн беҙҙә үҫешмәгән. Был йүнәлештә әле бик аҙ кеше эшләй.»

Ләйсән Нафиҡова

Практик әһәмиәтле тәҡдимдәргә беҙ ҙә ҡушылабыҙ: 1) Ер шарының күп илдәрендә халыҡтар, заманса бер иш кейемен сисеп, байрамдарға булһа ла, милли кейем кейә. Бының менән улар үҙ тамырҙарына яҡыная, асылына ҡайта. Беҙ ҙә шулай итәйек. Һабантуйҙарҙа, ғаилә байрамдарында кейәйек. Байрам әйберендә генә түгел, көндәлек кейемдә лә миллилеккә ынтылайыҡ. 2) “Бөгөн мосолман ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ төрөк фирмалары теккән кейемдәрҙә йөрөй. Предприятиелар, башҡорт милли үҙенсәлектәрен һаҡлап, гүзәл заттар өсөн көндәлек кейемдәр ҙә тегә башлаһа бындай кейемдәр ҙур һорау менән файҙаланылыр һәм зауыҡлы итеп тегелгән милли костюмдар кейеп йөрөү беҙгә мәртәбә генә өҫтәр ине.” 3) Туризмды үҫтереп, ҡунаҡтарға милли сувенирҙарыбыҙҙы тәҡдим итәйек, ағастан, кейеҙҙән эшләнгән ҡурсаҡтар, кәрәҙле телефон өсөн кейеҙ янсыҡтар. Данлыҡлы Башҡортостан Республикабыҙҙы таныулы иткән брендты уйлап сығараһы юҡ, эргәбеҙҙә генә бит ул.

Практик әһәмиәтле тәҡдимдәргә беҙ ҙә ҡушылабыҙ:

1) Ер шарының күп илдәрендә халыҡтар, заманса бер иш кейемен сисеп, байрамдарға булһа ла, милли кейем кейә. Бының менән улар үҙ тамырҙарына яҡыная, асылына ҡайта. Беҙ ҙә шулай итәйек. Һабантуйҙарҙа, ғаилә байрамдарында кейәйек. Байрам әйберендә генә түгел, көндәлек кейемдә лә миллилеккә ынтылайыҡ.

2) “Бөгөн мосолман ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ төрөк фирмалары теккән кейемдәрҙә йөрөй. Предприятиелар, башҡорт милли үҙенсәлектәрен һаҡлап, гүзәл заттар өсөн көндәлек кейемдәр ҙә тегә башлаһа бындай кейемдәр ҙур һорау менән файҙаланылыр һәм зауыҡлы итеп тегелгән милли костюмдар кейеп йөрөү беҙгә мәртәбә генә өҫтәр ине.”

3) Туризмды үҫтереп, ҡунаҡтарға милли сувенирҙарыбыҙҙы тәҡдим итәйек, ағастан, кейеҙҙән эшләнгән ҡурсаҡтар, кәрәҙле телефон өсөн кейеҙ янсыҡтар. Данлыҡлы Башҡортостан Республикабыҙҙы таныулы иткән брендты уйлап сығараһы юҡ, эргәбеҙҙә генә бит ул.

Милли кейем ул сит милләттәр өсөн – халҡыбыҙҙың визит карточкаһы,  шул кейемде кейеп йөрөүсе һәр кешелә милли ғорурлыҡ тыуҙырыусы ҙур көс. Шул уҡ ваҡытта зауыҡлы , әҙәпле, йыһан серҙәрен үҙенә йыйған ата – бабалар ҡомартҡыһы һәм мираҫы итеп һаҡланған милли кейемебеҙ йәш быуын вәкилдәрендә Тыуған ил өсөн яуаплылыҡ тойғоһо ла уята.

Милли кейем ул сит милләттәр өсөн – халҡыбыҙҙың визит карточкаһы, шул кейемде кейеп йөрөүсе һәр кешелә милли ғорурлыҡ тыуҙырыусы ҙур көс.

Шул уҡ ваҡытта зауыҡлы , әҙәпле, йыһан серҙәрен үҙенә йыйған ата – бабалар ҡомартҡыһы һәм мираҫы итеп һаҡланған милли кейемебеҙ йәш быуын вәкилдәрендә Тыуған ил өсөн яуаплылыҡ тойғоһо ла уята.


Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!