СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Башҡорттарҙың традицион аҙыҡтары.

Категория: Прочее

Нажмите, чтобы узнать подробности

Бик эшсән бер халыҡ

Беҙгә бирә татлы аҙыҡ,

Сәскәләрҙән һут йыя,

Матур кәрәҙҙәр ҡоя.

Просмотр содержимого документа
«Башҡорттарҙың традицион аҙыҡтары.»

Башҡорттарҙың традицион аҙыҡтары.

Башҡорттарҙың традицион аҙығында һурпалы аш ҙур урын алған. Уларҙың араһында иң таралғаны һәм милли аш булараҡ билдәлеһе - бишбармаҡ. Бишбармаҡ— төрки халыҡтарында киң таралған һимеҙ иттән, һалманан әҙерләнгән ризыҡ. Эрнест Ишбирҙиндың "Башҡорт теленең игенселек һәм баҡсасылыҡ терминдары" китабында бишбармаҡ һүҙенә аңлатма бирелә. Бишбармаҡ атамаһы ҡаҙаҡ теленән башҡорт теленә килеп инеү ихтималлығын фаразлай. Ашамлыҡтың башҡорт халҡына ғына хас булған атамалар теҙмәһен бирә. "...Бишбармаҡ атамаһы башлыса көньяҡ башҡорттарға билдәле, башҡа төбәктәрҙә уны ҡулһалма, ҡуллама йәки ҡулдама, һалмалит, ҫалмалит, ҫалмалыйт, ҡаҙанаш..." тип йөрөтөлөүен күрһәтә, был атамаларҙың береһе лә башҡа төрки телдәрендә сағылыш тапмауын, йәғни улар башҡорт ерлегендә яһалыуы тураһында яҙа.Бишбармаҡ бешереүҙең һәм ашауҙың дөйөм үҙенсәлектәрен тасуирлай, Тарихи Башҡортостандың көнъяҡ биләмәләрендә айырым йола булыуын әйтеп үтә.

Һүҙлектә уға ошондай аңлатма бирелгән: “Бешбарма́к или бишбарма́к, бесбарма́к распространённое, в том числе в современном русском языке, название мясного горячего блюда некоторых тюркоязычных народов. В переводе с тюркских языков означает «пять пальцев». В целом, блюдо представляет собой крошеное отварное мясо с лапшой с некоторыми особенностями в технологии приготовления и подачи, что позволяет достичь вкуса, присущего именно этому блюду”. Башҡорттарҙа картуф ҡушылып әҙерләнә. Бишбармаҡ ҡағиҙә булараҡ, йылҡы йәки һарыҡ итенән бешерелә, һуңғы осорҙа һыйыр итенән дә әҙерләйҙәр. Һәр төбәктә бишбармаҡ бешереүҙең үҙенә генә хас нескәлектәре бар, ләкин уртаҡ дөйөм яҡтары күберәк.Иң алда бишбармаҡ ҡаҙанда бешерелергә һәм бешереп бөткәнсе ҡаҙандың өҫтө асыҡ булырға тейеш. Ҡаҙанға етерлек миҡдарҙа һыу һалына, уға яҡшы итеп йыуылған һәм эре киҫәктәргә бүленгән ит һалына, ҙур елек һөйәктәре арҡырыға урталай сабыла. Бишбармаҡҡа һәм уның һурпаһына үҙенсәлекле тәм биреү өсөн иткә ҡаҡланған ҡаҙы, тултырма йәки ҡаҙ ите өҫтәйҙәр. Һыу ҡайнап сыҡҡанға тиклем ҡаҙан аҫтына ҡыҙыу ут яғыла. Ҡаҙан ҡайнау башлау менән ут бер аҙ кәметелә. Һурпа өҫтөнә сыҡҡан тәүге күбек алып ташлана. Бынан һуң барлыҡҡа килгән аҡ күбекте өҙлөкһөҙ һүндереп торалар: сүмес йәки ижау менән күбек ҡатыш һурпаны һөҙөп алалар ҙа, уны юғарынан кире ҡойоп, болғаталар(уны һурпа һапырыу, һурпа шапырыу тиҙәр) йәки селтәр ижау менән һурпаның өҫтөн өҙлөкһөҙ болғатып торалар. Ошолай иткәндә генә һурпа таҙа, үтә күренеүсән, тәмле була. Күбек сыҡмай башлағандан һуң, утты тағы ла нығыраҡ кәметәләр: ҡаҙандағы аш яй ғына, бызмырлап, һирәк-мирәк күбектәр сығарып ҡайнарға тейеш.

Бишбармаҡҡа, ҡағиҙә булараҡ, һалманы алдан әҙерләйҙәр. Бының өсөн йомортҡа һытып, әҙерәк сода өҫтәп, аҡ ондан бик үк ҡаты булмаған ҡамыр баҫалар, оҙаҡ итеп әүмәләйҙәр һәм йоҡа ғына йәймә эшләйҙәр, уны бер аҙ киптереп алалар. Йәймәне 10-12 см киңлегендәге оҙонса таҫмаларға киҫәләр, уларҙы бер- береһенең өҫтөнә һалып, тағы оҙон яғына ҡарай дүрт таҫмаға киҫәләр һәм бер яҡ башынан ҡыя итеп һалма ҡырҡа башлайҙар. Һалма оҙонса дүрткел формаһында, һәр яғы 2, 5- 3 см оҙонлоҡта була. Киҫелгән һалманы тағы ла киптерергә мөмкин. Башҡорт телендәге һалма һүҙе башҡа бер төрки телендә лә сағылыш тапмай, ул хатта башҡорт теленә иң яҡын ҡәрҙәш булған татар теленең аңлатмалы һүҙлегендә лә сағылырылмаған. Һалма һүҙе күп мәғәнәле һал- ҡылымының(башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегендә уның 31 мәғәнәһе бирелгән)бер мәғәнә атамаһына(нимәнеңдер эсенә урынлаштырыу, өҫтәп ҡушыу) - ма ялғауы ҡушып яһалған. Уның һалмай, ҡул һалмаһы, ҡулһалма, ҡулҫалма, салма тигән варинат атамалары ла бар. Әйтеп үтелгәнсә, ул оҙонса дүрткел формала була. Ләкин һалманың ҙур- ҙур киҫәктәрҙән торғандары ла була. Уларҙы төрлө ерҙә төрлөсә атап йөрөтәләр:ҡаҙаҡ һалмаһы, алпама, әнкәл, әңкәл.[4]

Ҡаҙандағы ит бешеп сығыр алдынан уға етерлек миҡдарҙа тоҙ һалалар, алдараҡ бешкән ҡаҙ итен, тултырманы айырып алалар, шунан һурпаның өҫтөнә сыҡҡан майҙы(тоҙлоҡ, һөҙлөк, һөҙҙөк, өрө тип исемләйҙәр) берәй һауытҡа һөҙөп алалар. Күп яҡта уны йоҡа итеп туралған һуған өҫтөнә йыялар, ул эҫе тоҙлоҡҡа үҙенсәлекле тәм бирә. Ит бешеп сыҡҡас, уны берәй һауытҡа айырып алалар. Ҡалған һурпаны айырым һауытҡа иләк аша үткәрәләр(быны һурпаны ваҡ һөйәк онтаҡтарынан, эреп йомарланған ҡан япраҡтарынан айырыу өсөн эшләйҙәр). Шунан ҡаҙанды таҙартып, һурпаны кире ҡоялар һәм утты көсәйтәләр. Һурпа ҡайнай башлағас, һалманы ойошмаҫлыҡ итеп таратып һалалар һәм көслө утта бешереп алалар, уны һалма ҡабартыу тиҙәр. Һалма ныҡ йомшарып, иҙелеп бешергә тейеш түгел. Һалманы тишекле ижау менән берәй ҙур табаҡҡа айырып алалар. Уны айырым туҫтаҡтарға йәки тәрилкәләргә һалып, өҫтөнә һуғанлы тоҙлоҡто ҡушалар, ит киҫәктәре, 2-3 ҡаҙы йәки тултырма түңәрәктәре өҫтәп, табынға ҡуялар. Эре һөйәктәрҙән табындағыларға өлөш сығаралар. Ҡорот һәм борос ҡатылған һурпа айырым бирелә. Элегерәк, ә көньяҡ Башҡортостандың һәм Ырымбур өлкәһенең ҡайһы бер ауылдарында хәҙер ҙә, бишбармаҡ ашауҙың үҙенә күрә йолаһы, тәртибе булған. Майлы, йомшаҡ ит киҫәген(ҡалья) һалмаға ҡушып, ҡунаҡтар бер- береһенә һоғондорошҡан. Башҡортостандың урта һәм төньяҡ райондарында әҙерләнгән ҡулһалма, ҡуллама, ҡулдамала һурпа айырым бирелмәй, ә һалма өҫтөнә һалына. Һуңғы осорҙа ашханаларҙа бишбармаҡҡа оҡшаған өлөш тип аталған ашамлыҡ тәҡдим итәләр. Башҡорт халҡының аш-һыуында ундай ашамлыҡ юҡ. Уны башҡорт ит аштарының үҙенсәлектәренә нигеҙләнеп, кулинарҙар уйлап сығарған.[4]

Ҡаҙылыҡ (шулай уҡ ҡаҙы)— эсәк эсенә ваҡлап туралған ит тултырып эшләнгән колбаса, башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарҙың милли ризығы. Ҡаҙылыҡ өсөн яңы һуйылған һимеҙ йылҡы йәки һыйыр ите яҡшы була. Сөнки яңы һуйылган иткә тоҙ һәм борос яҡшы һеңә һәм ул яҡшы тоҙлана. Ҡаҙылыҡ өсөн әҙерләнгән итте ваҡлап турайҙар. Тоҙ, борос һибеп эсәккә тултыралар. Һимеҙ йылҡы итен (түш тирәһендәге майлы ҡаҙылыҡ бигерәк тә һәйбәт була) һәм һум итен ваҡлап турайҙар. 

Йомаҡ ҡойоу.

Бик эшсән бер халыҡ

Беҙгә бирә татлы аҙыҡ,

Сәскәләрҙән һут йыя,

Матур кәрәҙҙәр ҡоя.

Кәрәҙҙәрен мөлдөрәмә

Балға тултырып ҡуя.

Баҡсала ғына йорто,

Ә исеме – …. (Бал ҡорто)

Башҡорт балыБыл исем бар донъяға таныш. Тик кешеләр, ғәҙәттә, өҫтәлдә   ултырған балдың тәмен һәм уның ҡайҙан икәнен генә белә. Өҫтәлгә килеп ултыр-ғансы бал  күпме һәм ниндәй юл  үтә икән? Балдың ниндәй төрҙәре бар?  Кәрәҙле бал ябай балдан нисек айырыла?

Башҡорт халҡы борондан ҡортсолоҡ  шөғөлө менән дан тотҡан.Нисәмә быуаттар буйы  нисек кенә үҙгәрһә лә ата –бабаларыбыҙ ҡортсолоҡ кәсебен юғалтмаған  «Ҡортсолоҡ кәсебендә башҡорттарға тиңләшеүсе халыҡ юҡтыр,» - тип яҙып ҡалдырғандар.Бөтмәҫ-төкәнмәҫ донья һынауҙары аша үтеп был  кәсепте  һаҡлай,  хата беҙҙең быуынға еткерә алғандар.

Балдың файҙаһын тәүтормош кешеләре үк белгән . Улар ҡорт ояһын табып нектарын  тәмләп ҡарағас, балды йыя башлағандар,балдың файҙаһын һиҙгәс, дауалауҙа  ҡуллана башлағандар.  

Египетта балды аҙыҡты консервалауҙа  ҡулланғандар. Бигерәктә  алыҫ походта,косметикала,  ауырыуҙарҙы дауалауҙа  ҡулланғандар.

Һиндостанда балды йылан ағыуына  ҡаршы ҡулланғандар.

 Грецияла ла балды яҡшы белгәндәр һәм киң ҡулланғандар. Александр Македонский үлгәс, уның тәне  боҙолмаһын өсөн,  балға һалып(йәйҙең эҫе көндәрендә) Александрия  ҡалаһына алып барғандар(2500км).

Ҡытайҙа ла балды дарыу итеп ҡулланғандар:эске органдарҙы дауалаған-дар,температураны төшөргәндәр,хәлһеҙ кешеләрҙе дауалағандар.Балды күп ҡулланған кешеләр йәшәргән һәм оҙаҡ  йәшәгән.

Япондар балды тәбиғи продукттың короле тип атағандар.Улар ҙа балды дауалауҙа киң ҡулланғандар.

Япониялағы Хиросима  һәм  Нагасаки ҡалаларына атом һөжүменән һуң,

япон ғалимдары халҡына бал  ашарға тәҡдим иткәндәр. Япониялағы һәр уҡыусы хөкүмәт тарафынан көн һайын бер  ҡалаҡ бал ашай.Японияла егәрле  бөжәккә- ҡортҡа һәйкәл ҡуйылған. Ундай һәйкәл Польшала ла бар.

Боронғо Римдә гладиаторҙар үлемесле көрәшкә  сығыр алдынан бал ашағандар. Ул хәҙер ҙә космонавтарҙың һәм спортсмендарҙың  рационына инә.  Балда  В1,В2 ,В3, В6,С, К, Е, А витаминдары бар. Кешегә В һәм С витаминдары етешмәһә,төрлө ауырыуҙар килеп сыға: йөрәк һәм ҡан тамыры,нерва системалары.Шулай уҡ  хәлһеҙлек, баш ауыртыуы, йөрәк ауыртыуы булырға мөмкин.

Йүкә балы- иң сифатлы бал тип һанала, аҡһыл  һарғылт төҫтә була. Ул бик файҙалы.

 Балалар аҙығында балдың әһәмиәте бик ҙур.

Беҙҙең эраға тиклем 900 йыл элек гректар  һәм германдар балаларҙы ашатыу өсөн балды, һөттө, иретелгән майҙы ҡушып ашатҡандар, яңы тыуған баланың ауыҙына бер нисә тамсы бал  тамыҙғандар. Балды ҡулланыу кальций һәм магнийҙы үҙләштерергә ярҙам иткән, баланың  һөйәген нығытҡан.

Боронғо Египетта балды мәктәптәрҙә биргәндәр һәм бал ашаған уҡыусылар физик һәм аҡыл яғынан үҫешкән, талантлы булғандар.

Кәрәҙ - ул балға тәбиғәт тарафынан бирелгән һауыт. Һауыты менән  ҡуша балды ашап була.Балауыҙҙы оҙаҡ итеп сәйнәргә кәрәк,айырыуса  ҡара икмәк менән   ашау файҙалы. Кәрәҙле бал туңмай, йылдар буйы яҡшы һаҡлана. Ул бал  таҙа, уны хатта  ҡайнаған  һыу менән ҡатыштырып күҙгә тамыҙырға була.

                Башҡорт балы донъя  кимәлендә лә ҙур  урын биләй.

  Башҡорт балы- күп һанлы йәрминкәләр һәм күргәҙмәләр еңеүсеһе.

 Беренсе тапҡыр башҡорт балы 1900 йылда Францияла   Бөтә Донъя Париж йәрминкәһендә алтын миҙал менән бүләкләнә.

-   1961 йылда Эрфурт ҡалаһында ( Германия) – алтын миҙал;

- 1965 йылда Бухарест ҡалаһында( Румыния) XX Халыҡ- ара Апимондия  конгресында  көмөш миҙал;

- 1971  йылда Мәскәү ҡалаһында XXIII Халыҡ-ара Апимондия конгресында алтын миҙал;

-2002 йылда   Берлинда « Йәшел аҙна» күргәҙмәһендә юғары награда;

-2001-2004  йылда Санкт-Петербургта  «Рәсәй фермеры» -« Агрогусь»

күргәҙмә-йәрминкәһендә юғары награда яулай.

-2009  йылда  Башҡортостандың  Ете мөғжизәһенең береһе булды.



Һөт аҙыҡтары

Һөт — файҙалы эсемлек.

Һөт аҙыҡтары ашҡаҙан-эсәк системаһын токсиндарҙан, шлак һәм башҡа зыянлы нәмәләрҙән таҙартырға һәләтле, шуға күрә кефир, ҡатыҡ, ҡорот, йогурт, эремсек, сыр кеүек ризыҡтарҙан баш тартмағыҙ.

Башҡорттарҙа һөт ризыҡтары өҫтөнлөк иткән. Һыйыр, бейә, кәзә, дөйә, һарыҡ һөтө ҡулланылған. . Һөттө айыртып, ҡаймаҡ, ҡаймаҡтан май яһағандар.Айыртылмаған һыйыр һөтөн сәйгә һалғандар, балалар аҙығы булараҡ ҡулланғандар; унан бутҡа, һөтлө аштар бешергәндәр. Тонған һөттән ҡаймаҡ йыйғандар, уны аҙыҡ итеп ҡулланғандар йәки май бешкәндәр. Айыртылмаған йәки айыртылған һөттән ҡатыҡ әҙерләгәндәр, уға һыу ҡушып, көс‑хәл биреүсе айран алғандар. Ҡатыҡтан ш. уҡ һөҙмәҡорот әҙерләгәндәр

Һөт аҙыҡтарын көн дә ҡулланһағыҙ – хәлегеҙ яҡшырғанын бермә-бер тоясаҡһығыҙ. Унан тыш, тышҡы ҡиәфәтегеҙҙе лә ыңғай үҙгәреш көтә: ике-өс аҙнанан тирегеҙҙең асылып, шымарып киткәнен күрерһегеҙ. 

Ҡымыҙ борон-борондан башҡорт халҡының бәрәкәтле, шифалы эсемлектәренең береһе булып тора. Башҡорттар элек яҙ етеү менән йәйләүгә сығып йәй буйы ҡымыҙ эскән, шуның арҡаһында ла уларҙың һаулығы ныҡ булған, төрлө ауырыуҙарға бирешеп бармағандар. Сөнки ҡымыҙ еңел үҙләштерелә торған аҡһымдарға, витаминдарға һәм микроэлементтарға бай.

Был шифалы эсемлек ашҡаҙан, үпкә, йөрәк ауырыуҙарын, нервы һәм эндокрин системаларын дауалауҙа, матдәләр алмашыныуын көйләүҙә, иммунитетты нығытыуҙа яҡшы дауа булып тора.

XIX быуаттың уртаһында ҡымыҙҙың кеше һаулығына шифаһын Рәсәйҙә лә аңлап ҡалалар. Рәсәй төрлө төбәктәренән Башҡортостанға башҡорт ҡымыҙы менән дауаланырға халыҡ ағыла башлай. Ҡымыҙ һәм Башҡортостандың хозур тәбиғәте тынсыу ҡалаларҙан килгән кешеләргә һаулығын нығытыу өсөн шифахана ролен үтәй. 1890 йылда  яҙыусы Сергей Аксаковтың ейәнсәре Ольга Аксакова Башҡортостанда (хәҙерге Бәләбәй районында) тәүге ҡымыҙ менән дауалау учреждениеһы төҙөй (хәҙерге “Аксаков” шифанахаһы). Ул саҡта шифахана “Кумысная колония О.Г. Аксаковой”, тип атала. Артабан Шафран тимер юл станцияһы (хәҙерге Әлшәй районы) тирәләй башҡа “Ҡымыҙ колониялары” селтәре барлыҡҡа килә. 1898 йылда Андреевский шифаханаһы асыла.

Ольга Аксакованың шифаханаһындағы ҡымыҙ тураһында бына нимә, тип яҙалар: “Кумыс здесь, настолько нам известно, всегда был хорошим, благодаря хорошему пастбищу, хорошему подбору дойных маток и опытности приготовляющего кумыс башкир, работающего в колонии с самого ее основания”.  Революцияға тиклем башҡорт ҡымыҙының даны бөтә Рәсәйгә генә түгел, сит илдәргә лә тарала. Инглиз кеше Дж. Каррик  башҡорт аттарын Англияға ла алып ҡайтып, унда ошо бәрәкәтле эсемлекте етештереүҙе юлға һалырға уйлай. Әммә Англия ерендә Башҡортостандағы кеүек тәмле ҡымыҙ килеп сыҡмай. Сөнки башҡорт ҡымыҙы, башҡорт далаһында үҫкәндән генә шундай бәрәкәтле, шифалы сифаттар ала.

Башҡорт ҡымыҙын билдәле рус яҙыусылары үҙ итә. Лев Толстой Ҡаралыҡ йылғаһы буйындағы Һамар башҡорттарына килеп ҡымыҙ менән һыйланырға яратҡан. Антон Чехов Башҡортостанға килеп ҡымыҙ менән дауалана. Әйткәндәй, ул дауаланған шифахана бөгөн Чехов исемен йөрөтә (Әлшәй районында Чехов исемендәге шифахана).

Ҡымыҙ менән дауаланырға килгән кешеләрҙе “кумысник”, тип атағандар. Әлбиттә Рәсәйҙең бөтөн төбәктәренә килгән меңләгән “кумысниктарҙы” шифаханалар һыйҙыра алмаған. Шуға ул улар тимер юлға яҡын булған башҡорт ауылдарында (мәҫәлән, Дәүләкән, Шишмә, Әлшәй районындағы башҡорт ауылдарында)  ҡымыҙ менән дауаланғандар. Бынан тыш башҡорттар ҡымыҙҙы тимер юл станцияларында юлаусы халыҡҡа һатҡан. “Летом у каждой станции можно купить кумыс от башкир, приносящих этот напиток в бутылках для продажи ко всем поездам”, – тип  яҙылаған Һамар-Златоуст тимер юлы буйынса юлъкүрһәткестә (путеводитель).

Ҡымыҙ етештереп, уны һатыу тимер юл буйында урынлашҡан башҡорт ауылдарының кәсебенә әүерелә. Шуға күрә лә башҡорттар ҡымыҙҙы шешәләргә тултырып, һатыуға сығарыр булғандар. Бындай ҡымыҙҙы һаҡлау буйынса үҙенсәлекле технологияһы барлыҡҡа килгән. 1915 йылда доктор Хейсин М.Л. башҡорттарҙың шешәлә ҡымыҙ әҙерләү ысулы тураһында бына нимә яҙа: “После закупорки несут бутылки в теплую комнату и ставят их на полки. Под влиянием теплоты молото бродит. Всю ночь с небольшими промежутками взбалтывают руками одну бутылку за другой… К 6 часам утра уже готов средний кумыс. Теперь его переносят в погреб, где охлаждают. Там его или кладут прямо на лед, если хотят прекратить в нем брожение, или на заранее постеленную солому, чтобы брожение продолжалось, хотя и очень медленно”.

Башҡортостанда ҡымыҙ хәҙерге көндә яңынан популярлыҡ яулай башланы. Хәҙер ҡала супермаркеттарында уны йыл әйләнәһенә һатып алып эсергә була. Йәй көнө ҡымыҙ бигерәк тәмле була. Халҡыбыҙҙың борондан килгән бәрәкәтле, шифалы эсемлеге – ҡымыҙҙы эсеп тәндәрегеҙгә көс-ҡеүәт алырға онотмағыҙ.

Бәлеш — татар һәм башкорт уртак ашларыннан берсе, камыр тыш эченә бер яки берничә төрле ашамлык салып мичтә пешерелгән кунак ашы.

Эченә ит белән бәрәңге, ит белән дөге, кабак, алма, һ.б. нәрсә кулланыла.

Бауырһаҡ – иң татлы милли ризыҡтарыбыҙҙың береһе, башҡорт аш‑һыуының традицион аҙығы, башҡорт халҡы ҡунаҡсыллығының бер билдәһе лә инде ул. Башҡорт халҡы уны элек-электән туй һәм башҡа оло табындар өсөн әҙерләр булған. Килендең уңғанлығы ла туй мәжлесенә алып килгән ошо күстәнәскә ҡарап билдәләнгән. 

Бауырһаҡ (сәк-сәк, моҡом) — йомортҡаға ғына баҫып, йомшаҡ ҡамырҙан, бәләкәй шар рәүешендә майҙа бешерелгән ашамлыҡ. . Ваҡ итеп киҫелгән ҡамыр киҫәктәре күп күләмдәге иретелгән һарымайҙа йәки эс майында ҡыҙҙырып бешерелә. Сәй табынына ҡуйыла, һаҡлыҡҡа ла әҙерләнә. Башҡорттарҙың туй йолаларында мөһим урын биләй . Бауырһаҡ  оҡшаш аҙыҡ күп кенә төрки, монгол һәм ҡайһы бер фин‑уғыр халыҡтары аш‑һыуында таралған.

 Бауырһаҡ уңһын өсөн яҡшы уйҙа, изге теләк-ниәттә булыу ҙа мөһим. Йо­мортҡа – бүлмә температураһында, май ваҡы­тында һалынһа, ризыҡ ярғыланмай, матур бешә.


Ҡаҡ — башҡорт аш-һыуының традицион аҙығы. Башҡорттар ҡаҡты алма, ҡайын еләге, ҡарағат, ҡурай еләге, балан һ.б. емештәрҙән әҙерләй (баҡса емештәре барлыҡҡа килгәнгә тиклем ҡырағай емеш-еләктән эшләгәндәр). Ҡаҡ яһау өсөн емеш-еләкте иләк аша үткәрәләр (Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында алдан һөттә ҡайнаталар)

Еләкте йәки емеште ике тапҡыр ит турағыстан үткәреп, иҙмә әҙерләйҙәр. Иҙмәне эре иләктән үткәрәләр.

Алдан өҫтөн майлап әҙерләп ҡуйған таҡталарға, батмустарға йоҡа ғына итеп иҙмәне йәйеп сығалар.

Ҡояш төшмәгән, әммә еләҫ ерҙә киптерәләр. Әҙер ҡаҡ ҡоро булырға, тик һынып торорға тейеш түгел. Йәймәне торба һымаҡ итеп төрөп һаҡлайҙар.




Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!