СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

"Беҙҙең өйҙөң йәме" по одноименной повести М.Карима

Нажмите, чтобы узнать подробности

Сценку показали в рамках школьного конкурса постановок по произведениям Мустая Карима в честь 100-летия народного поэта Республики Башкортостан.

Просмотр содержимого документа
«"Беҙҙең өйҙөң йәме" по одноименной повести М.Карима»

Беҙҙең өйҙөң йәме.

(М.Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесының “Бына кем икән минең һеңлем” өҙөгө буйынса мәктәп сәхнәһе өсөн сценарий)

Ҡатнашалар: Көнбикә(әсәй), өләсәй, Йәмил, Оксана, Мансур бабай, Фәхрениса әбей, Миңлекәй әбей, Тәзкирә.


Сәхнә башҡорт өйө итеп йыйыштырылған. (һандыҡ, балаҫ, өҫтәл, самауыр, ултырғыстар, Йәмилдең уйынсыҡтары ятҡан йәшник)


Әсәй Оксананы өйгә алып инә. Улар ҡышҡы кейемдә. Оксананы Йәмилдең ҡаршыһына баҫтыралар. Өләсәй ултырғыста ултыра. Әсәй өләсәй эргәһенә ултыра.


Әсәй: Бына һеңлеңде алып ҡайттым, Йәмил. Оксана исемле. Сисендер өҫтөн!


Йәмил Оксананы ҡосаҡлай, күтәреп ҡарай.


Өләсәй (Йәмилдең башынан һыйпап): Күтәрмә, Йәмил, ул ҙур бит инде. Ысҡындыр төймәләрен.


Йәмил Оксананың башлығын, пальтоһын сисә.


Йәмил: Әсәй, Оксана миңә өндәшһен әле. Ағай, тиһен.


Әсәй: Ул әле өшөгән, улым, йылынғас, барыһын да әйтер.


Йәмил: Ярай.

Йәмил Оксананы һандыҡ эргәһенә етәкләп алып килә. Үҙе карауат аҫтына инеп, йәшник менән уйынсыҡтарын сығара. Уйынсыҡтарын һандыҡ өҫтөнә теҙә. Оксана уларҙы тотоп-тотоп ҡарай.


Йәмил: Ал, ал, Оксана. Бөтәһен дә һиңә бирәм. Йәй булғас, мин таҫы бик күп матур нәмәләр йыйырмын.


Әсәй: Уйнағыҙ, күгәрсендәрем, уйнағыҙ.


Әсәй Оксананы арҡаһынан ярата. Оксана көлөп ебәрә. Оксана уйынсыҡтарҙы уйнатып ҡарай.


Әсәй: Йәмил, һинең һеңлең бик алыҫ ҡалала торҙо. Унда башҡортса белмәйҙәр. Әлегә Оксана ла белмәй. Һин уны өйрәтерһең, йәме?


Йәмил “ярар” тип баш ҡаға. Оксана әсәйгә һыйына.


Йәмил: Әсәй, әйт Оксанаға, мин уға теймәйем бит.


Әсәй күҙҙәрен һөртөп ала.


Өләсәй: Йәгеҙ, ҡунаҡтар, ултырығыҙ. Сәй эсеп алайыҡ.


Йәмил Оксананың эргәһенә ултыра. Үҙенең бәләкәс сынаяғын уға бирә.


Мансур бабай менән Фәрхениса әбей инә. Өләсәй уларҙы өҫтәл янына ултырта.


Мансур бабай: Алтылағы сәфәрҙән ҡайтһа, алтмыштағы күрешә килер, ти. Һаумыһығыҙ. Иҫән-һау ғына йөрөнөңмө, Көнбикә ҡыҙым?


Әсәй: Рәхмәт, бабай. Һау ҡайттыҡ. Бына ҡыҙымды алып ҡайттым.


Өләсәй Мансур бабай менән Фәрхениса әбейҙе лә сәйгә ултырта.


Өләсәй: Ултырығыҙ, сәй эсеп алайыҡ.


Миңлекәй әбей менән Тәзкирә инә.


Миңлекәй әбей: Бына Йәмилдең дә һеңлеһе булды. Ҡалай матур бала. Бәхете-тәүфиғе булһын.


Миңлекәй әбей балаларға берәр ус кипкән муйыл бирә.


Тәзкирә: Оксана, бына һиңә ҡурсаҡ. Уйнатырһың.


Тәзкирә Оксанаға ҡурсаҡ бирә.


Бөтәһе лә өҫтәл янында ултыралар, сәй эсәләр. Мансур бабай доға уҡый, бөтәһе лә әпәр итәләр ҙә ҡунаҡтар ҡайтып китәләр. Әсәй урын һала. Эскәмйә янына ултырғыстар ҡуя. Өләсәй Оксананың сәсен тарай. Йәмил Оксана янында иҙәндә ултыра.


Өләсәй: Ҡыҙымдың сәстәре бысранған. Иртәгә мунса яғырға кәрәк.


Оксана: Йәмил. Ағай.


Йәмил: Оксана! Туғаным! Әйт, тағы әйт!


Өләсәй: Ҡош та бит һайрарға әкренләп өйрәнә. Ул да өйрәнер.


Әсәй: Бөгөн Оксана ошонда йоҡлап торор. Иртәгә карауат индерербеҙ.


Оксананы әсәй урынға йоҡларға һала. Йәмил уның янында иҙәнгә ултырып, башын Оксананың мендәр ситенә һалып йоҡлап китә. Әсәй Йәмилде уята.


Әсәй: Йәмил, улым, әйҙә урыныңа ят.




Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!