СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Эҙләнеү эше. " Башҡортостан тарихында шәжәрәм кешеләренең роле"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Проектно-исследовательская работа по краеведению. 

Просмотр содержимого документа
«Эҙләнеү эше. " Башҡортостан тарихында шәжәрәм кешеләренең роле"»

Белорет районы Мәхмүт урта мәктәбе











Тикшеренеү эше.

Башҡортостан тарихында шәжәрәм кешеләренең роле.





Әҙерләне: Һибәтуллина Лилиә,

Мәхмүт урта мәктәбенең

4-се класс уҡыусыһы.

Етәксеһе: Яруллина Айгөл Рәшит ҡыҙы,

Мәхмүт урта мәктәбенең

башланғыс кластар уҡытыусыһы,

89371670836







Сермән

2019



Йөкмәтке



Йөкмәтке


2

Инеш


3

Төп өлөш



    1. Һибәт олатай нәҫеле.Фамилиямдың барлыҡҡа килеү тарихы.


4

    1. Шәжәрәмдең арҙаҡлы кешеләре илем тарихында.


5

    1. Олатайым Һибәтуллин Фитрат Ниғәмәт улы- Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.


7

Йомғаҡлау


8

Ҡулланылған әҙәбиәт


9

Ҡушымта



























Инеш

Тормош- ни ҡәҙәр матур һәм мәғәнәле , киләсәк мауыҡтырғыс булһа ла, кешеләргә улар ғына етмәй. Уға үткән тормош то ла , үҙенең милләтенең барлыҡҡа килеүен белеү ҙә кәрәк.

Боронғо замандарҙан уҡ нәҫелең шәжәрәһен белеү изге эш тип һаналған. Сөнки үткәндәр менән киләсәк араһында йәнле бәйләнеш булғанда ғына нәҫел ағасы-шәжәрә тере буласаҡ. Башҡорттар элек-электән үҙ ырыуының тарихын яҙып ҡалдыра барған.Уны ағас һымаҡ төшөргән һәм шәжәрә( ғәрәп теленән “ағас”) тип атаған. Ағастың тамыры –үткәнебеҙ, олоно- бөгөнгөбөҙ, тармаҡ-ботаҡтары- киләсәгебеҙ. Шуға ла бит, башҡоттарҙа “Тамыры ныҡ ағас ҡына бирешмәй”, тигән әйтем бар.

Илен белмәгән –белекһеҙ, нәҫелен белмәгән-намыҫһыҙ, ти халыҡ мәҡәле.

Тыуған ил һәм уның тарихы бәләкәй ғаиләләрҙән башлана, тиҙәр.Тимәк, республикабыҙҙың һәм уның тарихында һәр кемдең үҙ өлөшө бар.

Минең шәжәрәмдең кешеләре Башҡортостаныбыҙҙың тарихында ниндәй өлөш индергән ?Минең фамилиям ҡайҙан килеп сыҡҡан? Бына ошо һорау мине ҡыҙыҡһындыра башлағас, уҡытыусым Айгөл Рәшит ҡыҙы ярҙамында, өләсәйем, атайымдар менән берлектә, башҡа документаль, әҙәби сығанаҡтарға мөрәжәғәт иттем.

Тикшереү предметы: Шәжәремдең арҙаҡлы кешеләре, уларҙың йәшәү рәүеше, нәҫел шәжәрәһе.

Эштең актуаллеге: һәр башҡорт үҙенең тамырҙарын, ете быуынын белергә тейеш.Минең фамилиямдың тамыры ҡайҙан башлана? Ошо һорауҙарға яуап эҙләү тикшеренеү эшемдең проблемаһы булып тора.

Проблеманан сығып, тикшеренеү эшенең темаһы асыҡланды: “Башҡортостан тарихында шәжәрәм кешеләренең роле”.

Эштең маҡсаты: Шәжәрәмдең кешеләре Башҡортостан тарихында үҙ өлөштәрен индереүен иҫбатлау.

Эштең бурыстары: Олатайым Һибәтуллин Фитрат Ниғәмәт улының тормош юлын өйәрәнеү, уның тураһында туғандарҙан һорашып мәғлүмәттәр туплау;йыйылған материалды өйрәнеү, ғаиләбеҙҙең нәҫел ағасын төҙөү;

Эштең структураһы: Тикшеренеү эше инештән, төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәттән һәм ҡушымтанан тора.

Төп өлөш

    1. Һибәт олатай нәҫеле. Фамилиямдың барлыҡҡа килеү тарихы.

Мин фамилиям ҡайҙан килеп сығыуы менән ҡыҙыҡһындым. Кемдәр беҙҙең туғандар икәнен яҡшыраҡ белгем килде. Шул маҡсаттан шәжәремде төҙөргә булдым. Шулай итеп, түбәндәге шәжәрә килеп сыҡты. ( Ҡушымта 1.)

Юлдыбай олатайҙың улы Миңлебай булған. Миңлебайҙың улы Һибәтулла. Һибәтулланың 5 улы булған, Сәфиулла, Хәбибулла, Нәбиулла, Әсәтулла һәм Ниғмәтулла.

Һибәт олатайҙың 5 улы балаларына үҙ исемдәренән фамилия биргән. Ошо быуындан Сәфиуллиндар, Хәбибуллиндар, Ниғмәтуллиндар, Нәбиуллиндар таралған.

Минең Фитрат, Абдулла олатайҙарым үҙҙәренең алдан килгән олаталарының фамилияһында ҡалған. Ниғмәтулланың улы Фитрат, Фитраттың улы Урал, Уралдың улы Азамат. Азаматтың ҡыҙы мин – Лилиә. Мин 8-се быуынды торам.

Шулай итеп, минең фамилиям Һибәт олатай исеменән башланған.





























    1. Шәжәрәмдең арҙаҡлы кешеләре илем тарихында.

Артабан мине шәжәремдең кемдәрен арҙаҡлы шәхес итеп алырға мөмкинлеге ҡыҙыҡһындырҙы.

Тарих биттәренә байҡау яһаһаҡ, тәүге шәхес тип Хәлфи Ҡорманаевты (ҡушымта 2) атарға мөмкин. Ул Муса Мортазиндың полкташы . Беренсе донъя һуғышында батша армияһында хеҙмәт итә. Хәлфи олатай 13 йыл ғәйепһеҙгә хөкөм ителеп каторгаға оҙатыла. Уның тураһында Раиса Устинова “Шипы и розы комбрига Муртазина” исемле китапта яҙа.(Ҡушымта 3).

Хәлфи олатайҙың ҡыҙы Ҡорманаева- Ахмадиева Фәриҙә (Ҡушымта 4) инәйҙе лә билдәле шәхес тип әйтә алабыҙ. Сермән педагогия училищеһын тамамлағандан һуң, бар ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлап, “Халыҡ мәғариф отличнигы ” исемен ала. Фәриҙә өләсәйҙең балалары ла Башҡортостан республикаһы өсөн ҙур өлөш индергән.

Әхмәҙиева Флүзә Азамат ҡыҙы- билдәле шағирә. (Ҡушымта 5).

Фархшатова Луиза Азамат ҡыҙы (8 март 1953 йыл) (Ҡушымта 6) — радио һәм телевидение журналисы, сценарийҙар һәм телевизион фильмдар авторы, Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһының «Тамыр» балалар студияһын ойоштороусы. 

Китаптары

  • Ләйсән — Беҙҙең байрам. Хәтирәләр китабы-альбом (2016)

  • Тәҡдир. Ғофран мәсетенең имам хатибы Ғәли Хәсәнов тураһында китап-альбом (2011)

  • Йәшәмеш (ике телдә; 2009)

  • Абдулла. Абдулла Солтанов ижады һәм тормошона арналған китап-альбом (-2008)

  • Йәшәмеш аҡыл йыя (2007)

  • Йәшәмеш ағай булды. «Аҡбуҙат» журналы китабы. (2003)

  • Йәшәмеш ағай, имеш. (2002)

  • Йәшәмеш үҫә. (2000)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2012).

  • Башҡортостан Республикаһы Президентының Маҡтау грамотаһы (2002)

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994).



Луиза Фархшатовнаның ҡыҙы Флүзә Фархшатова (Ҡушымта 7) ла Башҡортостандан тыш Рәсәй халҡына ла билдәле шәхес. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, Мәскәү ҡалаһында режиссер һөнәрен үҙләштерә. Ул «Атлантида», «Сердцеедки», «Немного не в себе», «Карамель», «Любить нельзя ненавидеть» сериалдарының, «Чего хотят женщины», «Новогоднее дежурство», «Дневник новой русской», «Большое сердце», «Домоправительница» киноларының режиссеры.

Тағы ла Бөйөк Ватан һуғышында тыуған илебеҙ өсөн яуға күтәреүселәр ҙә бар. Бөтәһе 11 ир-егет немец илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышҡа китә. Тылда ла үҙҙәрен йәлләмәй эшләүселәр ҙә була. (Ҡушымта 8).

Ғиззәт Әсәтулла улы Һибәтуллин-1910 йылғы ,һалдат.1943 йылдың сентябрендә хәбәрһеҙ юғала.( ”Память”,т.7,стр.363.)

Сәлман Сәғит улы Нәбиуллин -1925 йылғы, 1943 йылда фронтҡа алына.934-се авиацион полкта хеҙмәт юлын үтә.Сержант дәрәжендә 1950-се йылда демобилизациялана.( “Память.Они вернулись с Победой” стр 402.) (Ҡушымта 9).

Мәҫәлән, Сәфиулланың 3 улы: Ғәлиулла, Вәлиулла, Сайфулла фронтҡа алына.

Вәлиулла Сәфиуллин -1910 йылғы, 1941 йылдың 23 авгусында һуғышҡа китә. 3 кавалерия полкында хеҙмәт итә, 1942 йылда яраланып ҡайта. (“Память.Они вернулись с Победой”. Стр.502.)

Сайфулла Сәфиуллин - 1914 йылғы, 1944 йылда һәләк була Чехословакияның Керешмезе ҡалаһында ерләнгән. ( «Память» т.7.Стр.319.)

Ғәлиулла Сәфиуллин – 1926 йылғы. 1945 йылдың апрелендә үлемесле яраланып, Көнсығыш Пруссияның Дроутенен станцияһында ерләнә.(«Память». т.7, стр.319.)

Ниғмәтулланың 4 улы: Фитрат, Абдулла, Ғиниәт, Ғәтиәт тә фронтҡа китә. Ғәтиәттең 2 улы Лотфулла менән Нотфулла ла һуғышҡа китә.

Ғәтиәт Ниғмәтуллин 1900 йылғы,һалдат. 1943 йылда һәләк була.( «Память» том7, стр.281.)

Улы Лотфулла Ниғмәтуллин 1924 йылғы. 3 тапҡыр Ҡыҙыл йондоҙ ордены менән, 2,3-сө дәрәжәләге Дан ордендары менән бүләкләнгән. Һуғышта алған яраларҙан 1952 йылда вафат була. (Ҡушымта 10).

Ғиниәт Ниғмәтуллин 1903 йылғы.1942 йылдың октябрендә хәбәрһеҙ юғала. («Память» Т 7.стр.281.) Фитрат һәм Абдулла Һибәтуллиндар иҫән-һау тыуған ауылдарына әйләнеп ҡайта.

    1. Олатайым Һибәтуллин Фитрат Ниғәмәт улы- Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.

Мин олатайым Һибәтуллин Фитрат Ниғәмәт улын Башҡортостан тарихында үҙ өлөшөн кереткән кеше, тип һанайым. (Ҡушымта 11).

1924 йыл 29 декабрь - Белорет Районы Һөйөндөк (элек Учалы районына ҡараған) ауылында тыуған.

Белеме- 6 класс.

1941 йыл 7 ноябрь- Белорет район хәрби комиссариатынан фронтҡа оҙатыла.

1941 йыл 20 декабрь- хәрби присяга ҡабул итә.

Тоцк ҡалаһында артиллеристарҙың әҙерлек курсы үтә.

1945 йылдың 9 майына тиклем 480-се һәм 421-се Миномет полктары составында 122 мм-лыҡ миномет командир ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә.

1945 йылдың 9 майын Мюнхен ҡалаһын ҡаршылай.

1945-1947 йылдар Курил утрауында япон илбаҫарҙарына ҡаршы яуҙа ҡатнаша.

1947 йыл тыуған ауылына әйләнеп ҡайта, колхозда эшләй.

Хәрби дәрәжәһе- өлкән сержант.

2003 йыл –вафат була.



Түбәндәге яуҙарҙа ҡатнаша:

- 1-се украин фронты; төньяҡ-көнбайыш фронты; ленинград фронты; калинин фронты; 2-се украин фронты.

Түбәндәге ҡалаларҙы азат итеүҙә ҡатнаша:

Силиция, Ратибур, Бисскау, Мюнхен, Берлин..



«Память. Они вернулись с Победой» китабыныың 606-сы битендә Һибәтуллин Фитрат тураһында яҙылған.

Память народа” сайтында уның батырлығы тураһында архив документтары бар. (Ҡушымта 10).

Олатайымдың хәрби билет һәм көндәлеге биттәре һаҡланған. ( Ҡушымта 12).



Йомғаҡлау

Тикшеренеүҙәр барышында ҡуйылған бурыс үтәлде. Фамилиямдың ҡайҙан башланыуын белдем. Башҡортостан тарихында шәжәрәмдең бик күп арҙаҡлы кешеләренең ҙур роль уйнағанын иҫбатланым, тип уйлайым. Олатайым Һибәтуллин Фитрат Ниғәмәт улының шәжәрәмдең арҙаҡлы улы булыуы асыҡланды.

Тарихи ваҡиғаларға бәйле һәм рәсми ҡағыҙҙарҙа теркәлгән факттар нигеҙ итеп алынды.

Эшемде йомғаҡлап, шуны әйтәм:шәжәрәне белеү, ғорурланырлыҡ шәхестәренде өйрәнеү-барыбыҙ өсөн дә мөһим эш. Сөнки илебеҙ тарихында бәләкәй ауылдан сыҡҡан кешеләр ҙә ҙур өлөш керетә икән.

























































Ҡулланылған әҙәбиәт

1.Герои тыла. Списки труженников, награжденных м едалью “За доблестный труд в Великой Отечественной войне 1941-1945гг”.Т.4.-Уфа; Китап, 2009.-816с.

2.Память. Дополнительная книга. Список участников ВОвойны 1941-1945 гг, погибших, умерших от ран, болезней, погибших в плену.- Белорецк, 2009.

3.Память. Они вернулись с Победой.- Уфа; Китап, 2010.

4. Память. Списки погибших в Великой Отечественной войне 1941-1945 гг. Книга 7. - Уфа: Китап, 1995. — 600 с.

5.Сайттар: https://ba.wikipedia.

http://www.obd-memorial.ru/

http://www.podvignaroda.ru/

https://pamyat-naroda.ru/





























Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар








Лотфулла Ниғмәтуллин



Нотфулла Ниғмәтуллин



Сәлмән Нәбиуллин



Вәлиулла

Сәфиуллин


Сәфиулла Сәфиуллин


Ғәлиулла

Сәфиуллин



Фитрат Һибәтуллин


Абдулла Һибәтуллин




Ғәтиәтулла

Ниғмәтуллин


Ғиниәтулла Ниғмәтуллин


Сәғит


Ғиззәт Һибәтуллин


Сәфиулла



Хәбибулла


Ниғмәтулла


Нәбиулла


Әсәтулла


Һибәтулла



Миңлебай



Юлдыбай






10



Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!