СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Ф. Мөхәмәтйәнов Эсейем

Категория: Прочее

Нажмите, чтобы узнать подробности

Разработка урока по башкирскому языку для 5 класса Эсейем  

Просмотр содержимого документа
«Ф. Мөхәмәтйәнов Эсейем»

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ БАҠАЛЫ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ БОЗОР АУЫЛЫНЫҢ УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ МУНИЦИПАЛЬ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ БЮДЖЕТ УЧРЕЖДЕНИЯҺЫ.







Тема:

Ф.Мөхәмәтйәнов."Әсәйем” Үтелгендәрҙе ҡабатлау.

5 класс















Төҙөнө: Алчинова Галина Валентин ҡыҙы,

башҡорт теле уҡытыусыһы



2015 йыл

Маҡсат:

  • грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау;

  • тема буйынса һөйләшеүҙә теләп ҡатнашыу, уйлағанын әйтергә, үҙ фекерен баҙнатлы яҡларға күнектереү;

  • әсәйҙәргә ихтирам, һөйөү тойғолары тәрбиәләү.

Йыһазландырыу :

  • индувидуал карточкалар, текстар,

мәҡәлдәр, компьютер, мульт.проектор.



ДӘРЕС БАРЫШЫ:

1.Психологикик комфорт атмосфераһын булдырыу.

             Һаумыһығыҙ,уҡыусылар,

               Башлана беҙҙең дәрес,

               Уйнап-көлөп,шаярышып

                 Ялҡытмаймы тәнәфес



Ҡыңғырауҙы ишеттек тә

Ашыҡтыҡ беҙ дәрескә

Еңдәребеҙҙе һыҙғанып

Тотонабыҙ беҙ эшкә

2. Дәрестең маҡсаты менән таныштырыу.

Уҡытыусы. Мин һеҙгә шиғыр уҡыйым, иғтибар менән тыңлап ултырығыҙ һәм һорауҙарға яуап бирергә әҙерләнегеҙ.

Кем ҡулдары өйҙө,ерҙе йәмләй,

Изгелеге – үлсәү тапҡыһыҙ!?

Ул – әлбиттә, йәшәү сығанағы,

Тормош ҡото – әсә, ҡатын – ҡыҙ.

(слайд № 1)

Был шиғыр кем хаҡында?

(Шиғыр юлдарында бөтәбеҙҙең дә иң изге кешеһе – әсә хаҡында һүҙ бара.)

Бөгөн беҙ дәрестә Ф. Мөхәмәтйәновтың “Әсәйем» тигән шигыры менән танышырбыҙ.

(Таҡтала һәм дәфтәрҙә число, көн исеме, тема яҙыла )

Индивидуаль карточкалар буйынса эш.

1)Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәре генә булған юлды билдәләгеҙ

А. ә,ү,һ,о,ң,ҫ,ҙ

Б. ә,ҡ,ғ,ҙ,ң,ү

С. ғ,ҫ,ҙ,ө,н

2)Ҡайһы юлда ялғауҙар дөрөҫ яҙылған

А. Айыуҙар,таштар,балалар

Б. Күлдәр,туплар,йылғалар

С. Эшләр,өҫтәлдәр,көйҙәр

3)Көҙ билдәләрен белдергән һүҙҙәрҙе табығыҙ

А. Йәшел япраҡтар,бешкән сейәләр,зәп-зәңгәр күк

Б. Йылы ел,ләйсән ямғыр,ағастар бөрөләнә

С. Һары япраҡ,һалҡын көндәр,ямғырлы көн

4) Урын ваҡыт килештә аптека һүҙенә ниндәй ялғау ҡушыла

А. -да

Б. -ла

С. -дә

Мәҡәлдәрҙе уҡыу һәм мәғәнәһен аңлатыу.

(слайд №2,3)

1. Ата менән әсә алтын ҡанат.

2. Ата- әсәгә изгелек күрһәтмәгән,

Үҙе лә изгелек күрмәгән.

3. Ҡояш янында – йылылыҡ, әсә янында изгелек

- Рус телендә ата- әсә тураһында ниндәй мәҡәлдәр бар?

1. Кто родителей не почитает, тот вовеки погибает.

2. Все купишь, а отца - матери не купишь, на свете все найдешь,

кроме отца- матери .

3. Яңы материал өҫтөндә эш. Ф.Мөхәмәтйәнов. «Әсәйем.”

Уҡытыусы. Ер йөҙөндә иң гүзәл, иң ғәзиз һүҙ – әсә. Шул һүҙ менән балаларҙың теле асыла, һәм ул бөтә телдә лә берҙәй наҙлы яңғырай. Күпме әсә булмаһын, һәр кешегә үҙ әсәһе һәйбәт һәм матур тойола. Шулай булырға тейеш тә инде. Ауыр ваҡыттарҙа таяныс эҙләп тә, урғылып торған шатлыҡтарыбыҙҙы уртаҡлашырға ла әсәйгә йүгереп киләбеҙ. Һәр ваҡыт аңлай, дөрөҫ юл өйрәтә.

1)һәр уҡыусының үҙ әсәһе тураһында һөйләүе;

2)һүҙлек эше; (слайд № 4 )

3)автор тураһында белешмә; (слайд № 5)

5)уҡытыусының тасуири уҡыуы;

6)уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыуы;

7)абзацлап уҡыу;

8)һорауҙарға яуап биреү.

Уҡытыусы. Хәҙер ҡояш һүрәтенә иғтибар итегеҙ.Ул тирә – яҡҡа нур сәсә. Кемгә оҡшаған ул?(Ул әсәйҙәргә оҡшаған. Әсәйҙәр ҙә һәр саҡ тирә – йүнгә нур сәсә бит.) (слайд № 6)

Мин һеҙгә нурҙар таратып сығам. Шуларга беренсе вариант уҡыусылары шиғырҙан ҡылымдарҙы, икенсе вариант әсәләргә ҡарата сифаттар яҙалар. Шунан бергәләп тикшерәһегеҙ һәм ҡояштың тирә – яғына нурҙар рәүшендә йәбештереп сығаһығыҙ. Аҙаҡтан бергәләп һығымта яһарға кәрәк.

( 1-в. турай, һала, киҫә, бешерә, төшөрә, тота; 2-в. ҡәҙерле, сибәр, һөйкөмлө, яғымлы, аҡыллы, тырыш;)

Бирелгән һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөү (слайд № 7)

-Әсәйемде, яратам, мин.

-Һәр ваҡыт, тырышам, ярҙам итергә, әсәйемә.

-Ҡәҙерле, минең өсөн.әсәйем, кеше.

Алмаш менән алмаштыр (слайд № 8)

“ Трә-лә-лә, трә-лә-лә “ тип йырлап, һикергәләп, ҡуян балаһы Етеҙ килеп сыҡты. Етеҙ әсәһенең тыуған көнөнә сәскә йыйырға китеп бара. Үҙенән – үҙе йырлағыһы килеп тора Етеҙҙең. Сөнки әсәһе Етеҙгә кисә генә яңы күлдәк, салбар алып бирҙе. Етеҙ йүгерә – һикерә атлаған һайын, ҡулындағы кәрзине елп – елп итә.

Етеҙ йырлай – йырлай атлауын белә. Ҡыуанырлыҡ та шул! Бөтә туғандары, ышанып, Етеҙгә ҙур йомош ҡушты.

- Һин, Етеҙ, беҙҙең арала иң ҡыйыу. Бүләккә сәскәләр генә алып ҡайт

инде! – тинеләр.

(Ф. Туғыҙбаева )

4.Физминут. Ел иҫә, иҫә, иҫә,

Ағастар ҙа тирбәлә.

Ел тыма, тыма, тыма,

Ағастар үҫә, үҫә.

5.Йомғаҡлау.Баһалау.

Уҡытыусы. Дәрестә нимәләр эшләнек? Ниндәй һүҙҙәр өйрәндек?

(Ф.Мөхәмәтйәновтың биографияһы менән таныштыҡ, шиғыр уҡыныҡ, әсәйҙәр тураһында һөйләнек, грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатланыҡ )

Уҡытыусы. Бер әсә улы менән генә йәшәгән. Балаһы көйөндөргән, насарлыҡ эшләгән һайын, ул ҡоймаға бер ҡаҙаҡ ҡаҡҡан.

Йылдар үткән,улы ҙурайған һәм әсәһенең был ҡаҙаҡтарҙы ни өсөн ҡағыуын һораған. Яуап уны уйға һалған. Хатаһын төҙәйтеү өсөн, егет әсәһенә лә, башҡаларға ла яҡшылыҡтар ҡыла башлаған. Һәр изге эшенән аҙаҡ ул ҡаҙаҡтарҙы һурған. Бөтәһе лә алынып бөткәс, әсәһе уға: ”Улым, хатаңды аңлап, яҡшы эштәр эшләүең яҡшы. Ләкин ҡаҙаҡтар урынында эҙҙәр ҡалғанын күрәһеңме? – тигән.“

- Дәрестең темаһы буйынса ниндәй һығымта эшләйбеҙ?

(Әсәйҙәрҙе яратырға, уларға ярҙам итергә, уларҙы бер ваҡытта ла борсомаҫҡа. )

Уҡытыусы. 2001 йыл республикабыҙҙа ” Әсә йылы” итеп иғлан ителгәйне. 30 ноябрь – “ Әсә көнө “ тип билдәләнә. Яҙыусылар, рәссамдар, композиторҙар иң күркәм әҫәрҙәрен үҙҙәренең әсәләренә бағышлай.

(Шул әсәрҙәрҙең ҡайһы берҙәрен һанап китеү)

6.Өйгә эш. а) Әсәйегеҙ тураһында инша яҙыу;

б)әсәйҙәр тураһында шиғырҙар,йырҙар эҙләү;

в)һүрәт төшөрөү


























































Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!