СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Фәнни-эҙләнеү эше "Нәжиб Асанбаев - районымдың ғорурлығы"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Научно- исследовательская работа составлена на башкирском языке. Работа о жизни Н.Асанбаева.

Просмотр содержимого документа
«Фәнни-эҙләнеү эше "Нәжиб Асанбаев - районымдың ғорурлығы"»

Республиканская научно- практическая конференция

«IVХаликовские чтения»















Номинация



Нәжиб Асанбаев – районымдың ғорурлығы

Эҙләнеү эше













Төҙөнө: Башҡортостан Республикаһы

Баҡалы районы муниципаль районы

Баҡалы ауылының 1–се урта дөйөм

белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм

белем бюджет учреждениеһының

7-се класс уҡыусыһы Ғәлин Айнур

Етәксеһе: Башҡортостан Республикаһы

Баҡалы районы муниципаль районы

Баҡалы ауылының 1–се урта дөйөм

белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм

белем биреү бюджет учреждениеһының

башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы

Ғәлиуллина Тәслиә Инсаф ҡыҙы



Баҡалы





Эҙләнеү эшемдең темаһы: Нәжиб Асанбаев – районымдың ғорурлығы

Эҙләнеү эшемдең маҡсаты: Нәжиб Асанбаевтың тормош юлын өйрәнеү

Бурыстар:

1. Яҙыусы тураһында проект эше төҙөү.

2. Н.Асанбаев тураһында китапсыҡ төҙөү.

Эҙләнеү эшенең объекты: әҫәрҙәр, мәҡәләләр

Тикшереү методтары: эҙләнеү, тикшеренеү.

Актуаллеге: Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаевтың әҫәрҙәрен өйрәнеү. Үҙ халҡына әсә телендә хеҙмәт күрһәтә алырлыҡ әҙерлеге булмаған кешене, ул ниндәй генә дәрәжәле эштә булмаһын, бер нисек тә юғары мәҙәниәтле кеше тип әйтеп булмауы хаҡында уйланыу. Туған телеңдә матур итеп һөйләшә белеү.

Эҙләнеү эшенең сығанаҡтары: эште башҡарыу өсөн яҙыусының әҫәрҙәрен, яҙыусы тураһында китаптар, матбуғат мәҡәләләрен, интернет-ресурстар ҡулландым.

Эҙләнеүҙең практик әһәмиәте: Йыйылған материалдар артабан да файҙаланыла ала.

Тикшереүҙең структураһы: инеш өлөштән, төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, һығымтанан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора.

Инеш өлөш

Баҡалы ере – бик күп быуындар бишеге. Ул меңдәрсә кешеләрҙе тыуҙырып үҫтергән, белем биргән, ҙур тормош юлына аяҡ баҫтырған.

Баҡалы ере… Ул гүзәл тәбиғәте менән генә түгел, эш һөйөүсән, намыҫлы, һәләтле һәм ҡаһарман кешеләре менән дә дан тота. Тап бына ошондай кешеләрҙең береһе – күренекле драматург, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нәжиб Асанбаев (Николай Васильевич Асанбаев).

Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй. Әммә Нәжиб ағай тормошоноң ниндәйҙәре генә булмаған. Ул яҡты һәм бай эстәлекле. Унда көтөлмәгән осраҡтар ҙа, бәхетле миҙгелдәр ҙә бик күп.

Төп өлөш

Нәжиб Асанбаев 1921 йылдың 7 ноябрендә Баҡалы районы Ахман ауылында урта хәлле ғаиләлә тыуған. 1921 йыл... Ил өҫтөнә ҡот осҡос афәт ябырылған йыл, аслыҡтан миллионлаған кешеләр ҡырылған йыл. Шулай итеп, донъяға килеү менән уға тәбиғәттең ошо шәфҡәтһеҙ һынауын үтергә яҙған була. Ата-әсәһе бик белемле кеше булғас, урыҫ һәм ғәрәп графикаһын яҡшы белгән. Тәүҙә Ахман ауылында – башланғыс, артабан Балыҡлы ете йыллыҡ мәктәбендә белем ала. 1938 йылда Өфө финанс-иҡтисад техникумына уҡырға инә. 1939 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый башлай, 1940 йылда хәрби хеҙмәткә алына.

Ауылдың бик тырыш игенсеһе Василий, йәғни буласаҡ драматургтың атаһы, НЭП осоронда шаҡтай тернәкләнеп ала, күңелле генә йәшәй башлай. Ләкин был мәл матур бер төш һымаҡ ҡына булып ҡала. Хәлле тормошло, уңған, булдыҡлы игенселәрҙе, шул иҫәптән Василий ағайҙы ла, ҡулаҡ тигән мөһөр баҫалар ҙа, иген иккән баҫыуынан айырып, баштарын йәһәннәмгә ылаҡтыралар.Ошо ғәрәсәттең еле кескәй Нәжибкә лә килеп ҡағыла: икенсе көндө үк уны мәктәптән ҡыуып ҡайтаралар.

Бына шулай ҡағыла-һуғыла үҫә малай. Белем алыуға ынтылышы бик көслө була. Ә алда уны тағы ла хәтәрерәк һынау көтә: армияға алынғас та күп тә үтмәй, бөтә илде тетрәткән һуғыш башлана.

1941йылда фронтҡа китә. Егерме йәшлек батарея командиры күп батырлыҡтар күрһәтә. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы булараҡ, ул “Һуғышсан хеҙмәттәре өсөн” медале, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, 1 һәм 2 дәрәжә Ватан һуғышы ордендары менән бүләкләнгән.

Ул үҙенең маҡсатына ышаныслы рәүештә атлай. Шуға күрә үҫеп килеүсе йәш быуынға ла ул оптимизм, маҡсатсанлыҡ теләй, ауырлыҡтар алдында сигенмәҫкә саҡыра. “Шул ваҡытта ғына, - тип ышандыра драматург, һеҙ барлыҡ бейеклектәрҙе яулаясаҡһығыҙ. Тормошта ҡыйыу атлағыҙ, ҡыйыулыҡ – бик мөһим!».

Н.Асанбаев башҡорт әҙәбиәтенә нисек килгән һуң? Ауыл малайы нисек итеп үҙенә иғтибарҙы йүнәлтә алған? Ҙур булмаған хикәйәләр, шиғырҙарҙы ул мәктәптә уҡыған осорҙа уҡ яҙа. Беренсе шиғыр һәм хикәйәләрен Мостафа мәктәбендә 5-се класҡа уҡырға килгәс яҙа башлай. Район гәзитендә баҫылып та сыға. Әлбиттә, был уның өсөн ҙур ҡыуаныс була. Уҡыусылар араһында ла абруйы арта.

Уның журналистика һәм публицистика менән етди мауығып китәһен бер кем дә уйламай. Өфөләге финанс-экономик техникумының беренсе курсын тамамлағас, егеткә дуҫтары уның урыны бында түгеллеген, налог инспекторына ла уҡыуының да кәрәге булмауын әйтәләр. “Һинең стихияң- китаптар, һин яҙ,” – тиҙәр улар Николайға. Һәм хаҡлы булалар. Буласаҡ драматург бер нисә тиҫтә әкиәт яҙып, уларҙы институт директорына алып барып күрһәтә. Көтмәгәндә улар тураһында яҡшы ғына һүҙҙәр ишетә һәм 100 һум гонорар ала. Егеттең бәхеттән башы күккә тейә. Еңеүҙән ҡанатланып, ул тағын да күберәк яҙа башлай. Ун класс өсөн экстерн имтихан тапшырып, урта белем тураһында аттестат ала һәм Башҡорт педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға инә. Совет Армияһы сафтарына саҡырылғанға ҡәҙәр Йәрмәкәй районы мәктәбендә уҡыта. Асыҡ күңелле, йор һүҙле, тырыш егет балалар күңеленә юлды тиҙ таба.

1940 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Бер йыл Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә, унан Рязань артиллерия училищеһында уҡый. 1942 йылда үҙ теләге менән фронтҡа китә. Һуғыштарҙа еңеү килтергән 1945 йылға тиклем ҡатнаша. Ул артиллерия батареяһы командиры була.

Драматургтың тормош юлының тағы бер генә мәленә иғтибар итәйек. Һуғыш тамамланыу менән армиянан егеттәр өйгә ҡайта башлай. Бына бер мәл егерме беренсе йылғыларға ла сират етә. Тәүҙә һалдаттар, саҡ ҡына һуңыраҡ сержанттар тыуған яҡтарына юл тота. Асанбаевтың да бик ҡайтҡыһы килә, ләкин офицерҙарҙы ебәрмәйҙәр. Асанбаев рапорт артынан рапорт яҙа. Полк командирынан башлап Оборона министрына ҡәҙәр барып етә, ләкин береһенән дә ыңғай яуап ала алмай. “Һалдаттың кемлеге һуғышта беленә, иң хәтәр осраҡтарҙа ла һынатманың, һин бит батыр йөрәкле, төплө белемле офицер. Тап бына һинең кеүектәр кәрәк армия өсөн. Йәп-йәш көйөңә капитан булдың, майор йондоҙо ла оҙаҡ көттөрмәҫ. Һинең һәләтең менән генерал погоны хаҡында хыялланһаң да яҙыҡ түгелдер. Теләйһеңме, үҙем ебәрәм, юллап, академияға? Армиянан китмәйһең!” Шулай итеп, һуғыштан һуң да дүрт йылға яҡын ғүмер уҙа.

Н.Асанбаев журналистиканы күңеленә яҡын ала һәм тиҙҙән тулыһы менән әҙәбиәт донъяһына сума. Республиканың «Ҡыҙыл таң” газетаһында эшләй башлай, унан уның үҙ хәбәрсеһе булараҡ, Октябрьский һәм Салауат ҡалаларында йәшәй, нефтселәр тормошон өйрәнә. Бер үк ваҡытта пьесалар яҙа. Уның әҫәрҙәренең геройҙары ысын тормоштан алынған, уның яҡшы дуҫтары, таныштары, ауылдаштары. Автор уларҙың исемдәрен генә үҙгәрткән. Мәҫәлән, “Зәйтүнгөл” дә һуғыш алдынан тракторға ултырып, туған колхозында ер һөргән, иген сәскән һәм уңышын йыйып, алған үҙенең өс туған һеңлеһе Анна Асанбаеваны төп героиня образында һүрәтләгән. Ул ҡартлыҡ көнөнә ҡәҙәр тракторҙа эшләй. Асанбаев геройҙарының прототиптары һәр ерҙә бар.

Н Асанбаев, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, очерктарын айырым китап итеп баҫтырып сығармаған. Улар бер нисә китаптан торорлоҡ. Уның Чехословакиянең милли геройы Даян Мурзин тураһында “Ҡара генерал”, Р.Дәүләтов тураһындағы “Хызыр-Ильяс илендә”, Баҡалы эшсәндәре тураһында “Әй Баҡалым” тигән очерктары, мәҡәләләре “Ҡыҙыл таң” да баҫылып сыҡты.

Яҡташыбыҙ өсөн нисек ҡыуанмайһың инде?! Ике йыл рәттән – 1994-1995 йылдарҙа ул “Ҡыҙыл таң” газетаһының йыл һайын бирелә торған лауреаты булды.

Нәжиб Асанбаев ватан һәм милли драматургияны үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Уның ижады башҡорт драматургияһы классикаһы һәм республикалағы күп милләтле мәҙәниәттең сағыу кәүҙәләнешенә әүерелде. Нәжиб Асанбаев тарафынан ижад ителгән әҫәрҙәр башҡорт әҙәбиәтенең һәм театрының алтын фондына инде. Совет дипломаты, яҡташыбыҙ Кәрим Хәкимовтың яҙмышы тураһында «Ҡыҙыл паша»  исемле пьесаһы ижадында айырым урын биләй. Уның буйынса ҡуйылған фильм-спектаклде 22 ғәрәп иле тамашасылары ҡараны. Н. Асанбаевтың «Ҡанаттар нығынғанда», «Ҡыҙыл паша» драмалары, «Беҙгә егеттәр килде», «Кәләш әйттергәндә», «Күктән төшкән бәхет», «Һыу юлы», «Киң урамдар тар ине» комедиялары, «Рәйсә», «Фәйзи», «Алтын бишек», «Таң йондоҙо», «Зәйтүнгөл», «Көҙән башҡорто» пьесалары һәм башҡа бик күп әҫәрҙәре республика театрҙары репертуарының йөҙөк ҡашына, тамашасыларҙың яратҡан спектаклдәренә әүерелде. 

Илленсе йылдарҙа “Рәйсә” һәм “Фәйзи” пьесалары менән сәхнәләргә шаулап килеп менеп, “Ҡыҙыл паша” пьесаһы менән Рәсәйҙең генә түгел, донъя тамашасыларын яуланы, Башҡортостан һәм Татарстан театрҙарын даими рәүештә актуаль пьесалар менән тәьмин итте, халҡыбыҙҙың мәшһүр шәхесе Зәки Вәлиди хаҡында драма-трилогия яҙып беҙҙе хайран ҡалдырҙы данлыҡлы драматургыбыҙ. “Ҡыҙыл паша” әҫәре өсөн ул 1983 йылда Салауат Юлаев исемендәге премия менән бүләкләнә.

Яҙыусы һәр саҡ дөрөҫлөккә ынтыла, геройы йәки үҙе менән булған ваҡиғаның бер нәмәһен йәшермәйенсә асып һала. Нәжиб ағай яҙған мәҡәләләрҙе уҡығас, яҙыусы булған урындарҙа булғы, уның геройҙарын күрге, улар менән танышҡы, һоҡланғы килә.

Н.Асанбаевтың балалары атайҙары һуҡмағынан китмәй. Ике ҡыҙы – Әлфиә менән Диләрә нефть институтында белем алғандан һуң, Өфөлә эшләйҙәр. Улы Руслан сәнғәт институтының һынлы сәнғәт факультетын тамамлаһа ла, музыкант булып китә.

Иҫтәлекле дата һәм үҙенең һөйөклөһө, уның барлыҡ башланғыстарында һәм эштәрендә ышаныслы дуҫы, тоғро иптәше булған ҡатыны Наилә хөрмәтенә Н.Асанбаев шиғырҙар яҙған.

Драматург күп романдар авторы, прозаик Денис Исламов, шағир Тимер Арыҫлан, Хәким Ғиләжев, Муса Ғәли, Әсғәт Мирзаһитов, Ғилемдар Рамазанов, Шәриф Бикҡол һәм башҡалар менән таныштырғаны һәм дуҫлаштырғаны өсөн яҙмышына рәхмәтле. Рәссамдарҙан Әнүәр Нурмөхәммәтовты, композиторҙар араһынан Рим Хәсәнов, Мурат Әхмәтов, Таһир Кәримов, Бәхти Ғайсин, Сара Садиҡованы – һәр ваҡыт яратты.

Ғүмере буйы бөйөк яҙыусылар һәм шағирҙар таланты алдында баш эйҙе.

Николай Васильевичтың эшмәкәрлеге дәүләт тарафынан юғары баһаланды. Нәжиб Асанбаев — Башҡорт АССР-ының, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ, Халыҡтар дуҫлығы, Салауат Юлаев ордендары менән бүләкләнгән.  

Легендар драматург 2013 йылдың мартында вафат булды.

Йомғаҡлау

Көнләшерлек яҙмыш. Ул үҙ ижады менән алыҫ илдәргә лә юл асыусыларҙың береһе. Эйе, Нәжиб Асанбаев сал сәсле, аҡ йөҙлө, аҡ күңелле, барлыҡ быуын кешеләренә йылы һүҙ табып, һәр береһенә ихлас серҙәш, тоғро иптәш булып һөйләшә белеүсе әҙип ине.

Өлкән йәшенә ҡарамаҫтан, ҡайҙа тормош, хәрәкәт – ул шунда, сөнки йәш иҫәбе уның өсөн һан түгел, эшләнгән эш, ҡылған изгелек – бына ниҙәр менән үлсәне ул йәшәйеш, ғүмер иҫәбен.

Нәжиб Асанбаев – Баҡалы районының почетлы гражданы. Тыуған ауылы Ахман мәктәбендә уның исемендә музей бар.

Эшемдең һөҙөмтәһе: Яҙыусы тураһында китапсыҡ эшләп иптәштәремә таратып бирҙем. Нәжиб Асанбаев хеҙмәттәре бөгөнгө көндә лә кәрәкле һәм урынлы. Арҙаҡлы кешеләрҙе, халҡым, илем, телем тип янған ағай-апайҙарҙы, халҡыбыҙҙың үткәненә, тарихына битарафлыҡ күрһәтергә хаҡыбыҙ юҡ.

Нәжиб ағай йәшнәп йәшәне, янып ижад итте. Нәжиб Асанбаев ғүмере буйы башҡорт мәҙәниәтенә, театр сәнғәтенә тоғро ҡалды. Күңел байлығы, кешеләргә ярҙам итә алыуы менән бәхетле йәшәне.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. «Башҡортостан” гәзите, 2007, ноябрь

2. «Бакалинские зори», №53 (8814), 11.05.2006

3. «Башҡортостан уҡытыусыһы”, 2010

4. «Бакалинские зори», №63 (7311), 1996

5. «Йәншишмә», №92 (6180), 2011

6.Интернет-ресурстар. https://ba.wikipedia.org/wiki/

http://900igr.net/prezentacija/literatura/bakaly-literaturnye-97463/nazhib-asanbaev-5.html

https://www.bashinform.ru/bash/809096/






Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!