СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Фольклорное выступление "Боз киткэндэ"

Категория: Биология

Нажмите, чтобы узнать подробности

Фәүзиә. Һаумыһығыҙ, балалар, һыу ташҡанын ҡарарға килдегезме.

Бергә. Эйе.

Ленар. Фәүзиә оләсәй, һин дә түҙә алмағанһың бит әле, төшкәнһең.

Фәүзиә. Эйе, балалар, мин һәр йылды боҙ киткәнен ҡарарға, Ибраһим олатайығыҙ менән һөйләшергә төшәм.

Рәсим. Оләсәй, Ибраһим олатай һуғышта үлеп ҡалған бит, нисек һөйләшәһең һин уның менән.

Фәүзиә. Әй оланым! Үҙе һуғышта үлһә лә, минең күңелемдә уның һыны, рухы хәтирәләре йәшәй... Ошо боҙ киткән ваҡытта гармунын алыр ине лә, өҙҙөрөп уйнап ебәрер ине. Уйнағанда күҙ һирпеп кенә миңә ҡарап алыр ине, уның нимә әйтергә теләгәнен мин һүҙһеҙ ҙә аңлай инем. (Яулыҡ осо менән күҙ йәштәрен һөртә. Әкрен генә һуҙып көйләй)

Просмотр содержимого документа
«Фольклорное выступление "Боз киткэндэ"»

БОҘ КИТКӘНДӘ

(Ераҡтан тауыштар ишетелә)

Рәсим: Әәй, Илүсә, Ленар, Миләүшә! Баҙыла боҙ ҡуҙғалған! Әйҙәгеҙ, ҡарарға барабыҙ.

Миләүшә. Ысынлапмы.

Ленар. Әйҙәгеҙ.

Бергә. Әйҙә!

Ленар. Илүсә, Илүсә, ҡайҙа барҙың һин кисә.

Илүсә. Әйтмәйем дә, күп белмә, тиҙ ҡартайырһың.

Ленар. Илүсә, сәғәт нисә.

Илүсә. Кисә был ваҡытта нисә булһа, шулай.

Рәсим. Етте инде, үсекләшмәгеҙ. Беҙ бит боҙ ҡарарға төштек.

Миләүшә. Ҡарағыҙ әле, ниндәй оло боҙ!

Ленар. Миләүшә, Миләүшә, үҙ алдына һөйләшә.

Миләүшә. Яп әле шул ауыҙыңды! Ленар, Ленара, баҙарға китеп бара (Ленарны ҡуып китә)

Ленар. Бөттө, бөттө, ауыҙыма һыу ҡаптым.

Рәсим. Әй. Әй, әнә, ҡарағыҙ әле, теге боҙ өҫтөндә нимә ул.

Илүсә. Йомаш ауылынан һиңә күстәнәс ебәргәндәр. (көлөшәләр)

Рәсим. Әй, быларға бер һүҙ әйтеп булмай. Йыйын бала – саға.

Миләүшә. Ҡалай ҙур үҫкәнһең, хәстрүш!

Рәсим. (Маҡтанып) Дәдәгеҙ һеҙҙең кеүек түгел инде, юҡ-бар һөйләмәй.

Миләүшә. Дәдәкәй, әйҙә, булмаһа, берәй уйын уйнап алабыҙ. (көлөшәләр)

Ленар. Әйҙәгеҙ, әбәк биреш уйнайыҡ бергә. ( әйҙә, әйҙә)

Илүсә. Тәүҙә шыбаға тотабыҙ. (Таяҡ алып шыбаға тотошалар)

Бергә. Илүсә, Илүсә көтөүсе!

Илүсә. Аҡ суҡ, күк суҡ, бында торма – һикереп сыҡ!

(Рәсим йүгереп китә, Илүсә тоталмай)

Миләүшә. Илүсә, тиҙрәк!

Ленар. Рәсим, етеҙерәк! Тоталманы, Илүсә яңынан көтөүсе булаһың.

Илүсә. Аҡ суҡ, күк суҡ, бында торма – йүгереп сыҡ!

Ленар йүгерә.

Миләүшә. Тотолодо, тотолдо. Ленарҙы нимә эшләтәйек.

Илүсә. Әтәс булып ҡысҡырһын.

Рәсим. Таҡмаҡ әйтһен!

Бергә. Эйе, эйе, таҡмаҡ әйтһен!.

Ленар. Ярай инде, бик һорағас, әйтәйем.

Беҙҙең ауыл ҡыҙҙарынан Миләүшәнең тауышынан

Иң матуры Миләүшә Һандуғастар көнләшә.

Рәсим. Афарин!

Илүсә. Ай, булдыра. (Миләүшә маҡтаныбыраҡ тора)

(Аҡҡан боҙҙарға ҡарап торған Фәүзиә оләсәй нимәлер һөйләнә. Һыуға туҡыма ташлай)

Рәсим. Фәүзиә оләсәй нимә эшләй ул.

Илүсә. Әйҙәгеҙ, уның эргәһенә! (йүгерәләр)

Миләүшә. Һаумы, Фәүзиә оләсәй!

Фәүзиә. Һаумыһығыҙ, балалар, һыу ташҡанын ҡарарға килдегезме.

Бергә. Эйе.

Ленар. Фәүзиә оләсәй, һин дә түҙә алмағанһың бит әле, төшкәнһең.

Фәүзиә. Эйе, балалар, мин һәр йылды боҙ киткәнен ҡарарға, Ибраһим олатайығыҙ менән һөйләшергә төшәм.

Рәсим. Оләсәй, Ибраһим олатай һуғышта үлеп ҡалған бит, нисек һөйләшәһең һин уның менән.

Фәүзиә. Әй оланым! Үҙе һуғышта үлһә лә, минең күңелемдә уның һыны, рухы хәтирәләре йәшәй... Ошо боҙ киткән ваҡытта гармунын алыр ине лә, өҙҙөрөп уйнап ебәрер ине. Уйнағанда күҙ һирпеп кенә миңә ҡарап алыр ине, уның нимә әйтергә теләгәнен мин һүҙһеҙ ҙә аңлай инем. (Яулыҡ осо менән күҙ йәштәрен һөртә. Әкрен генә һуҙып көйләй)

Баҙы буйы, Баҙы буйы, Һағыныу түгел, һарғайырһың,

Баҙы буйы – тал тирәк Осрашабыҙ бик һирәк...

Илүсә.Фәүзиә оләсәй, минең оләсәйем ошо боҙ киткән мәлде үҙе бер байрам була торған ине ти.

Фәүзиә. Дөрөҫ. Боҙ китеү үҙе бер тамаша була торғайны. Ауыл халҡы үҙенең ындыр буйҙарын, һыу буйҙарын өмә итеп таҙарта, тырмалай ине. Кемдер икмәк, кемдер тоҙ, картуф алып сығып, ут яғып, картуф бешереп ашай торғайныҡ. Ә йәш-елкенсәк тау башына кәрәкмәгән, ташландыҡ машина тәгәрмәстәрен әҙерләп ҡуя. Ҡараңғы төшкәс, уларҙы яндыралар.

Рәсим. Ә янғын сыҡмаймы

Фәүҙиә. Юҡ, бәбкәм, еүеш ер улай тиҙ генә янып китә алмай.

Миләүшә. Ә ниңә яндыралар уны.

Фәүҙиә. Тау башындағы ҡый үләндәре янып төшә, бөтә булған бысраҡлыҡ юҡҡа сыға. Ер таҙарып, сафланып ҡала.

Ленар. Вәт шәп икән!

Фәүзиә. Улай ғына ла түгел, һыу буйына төшкән һәр кеше үҙенең кейеменән еп, йәки туҡыма киҫәге алып һыуға ташлаған. Был инде уның бөтә ауырыу, һыҙланыуҙары һыу менән ағып китһен өсөн эшләнә.

Илүсә. Оләсәй, ә беҙгә ташларға мөмкинме.

Фәүзиә. Әлбиттә, йә, алығыҙ әле кейемдәрегеҙҙән епме, туҡыма киҫәгеме. (Балалар ала) Минең арттан ҡабатлағыҙ

Имен торһон тыуған ер, Хәләл ризыҡ туҡлыҡҡа

Мал-тыуарҙар булһын көр. Сырхауҙар сыҡһын юҡҡа (Туҡымаларын һыуға ырғыталар)

Бөтә ауырыуҙар китһен ошо һыу менән.

Тән сихәте, йән тыныслығы менән йәшәргә насип булһын, ярабби аллам. Амин. (гармун тауышы ишетелә) Ибраһимҡайым уйнаған төҫлө булып китте. Йәштәр һыу буйына төшә икән. Мин әкрен генә ҡайтайым инде. Күҙем дә насар күрә. (Рәсим менән Ленар оләсәйҙе ындыр яғына тиклем оҙаталар).

Йәштәр йырлап инә.

Баҙы буйы, Баҙы буйы, Һағыныуҙарым юҡҡа сыға

Баҙы буйы әрәмә. Һин булалһаң эргәмдә. (балаларҙы күреп ҡалалар)

Рәсүл. Һеҙ нимә, еүеш морондар, көн оҙонона ҡайтмай юҡты бушҡа ауҙарып йөрөйһегеҙ. Барығыҙ, ысҡынығыҙ бындан!

Рәсим. Ағай, әҙ генә торайыҡ инде, унан ҡайтырбыҙ.

Рәсүл. Әсәй юғалтҡандыр бит үҙеңде, бар, табаныңды ялтырат.

Рәсим. Әтү кем менән үбешеп торғанаңды бөтәһенә лә әйтәм.

Рәсүл. Әле һин эләкселәме

Ирина. Ярай инде, бәйләнмә шуларға, ҡайтырҙар әле.

Розалина. Ошо боҙҙарға ултырып, йыраҡҡа – йыраҡҡа китһәң ине...

Нияз. Ныҡ тотон, төшеп ҡалма.

Розалина. Әй бынауыны.

Света. Әйҙәгәҙ, бер йырлап алабыҙ.

Бергә. Әйҙәгеҙ, әйҙә. (Башҡ. Халыҡ йыры)

Ирина. Хәҙер бер уйын өйрәтәм һеҙгә. Мин башлайым, һин дауам ит! Дип атала.

Барый -

Данил. Тәҙрәнән ҡарай.

Ирина. Ишми

Эльвира. Мейес башынан төшмәй

Нияз. Нисек тәне бешмәй.

Ирина. Исхаҡ

Света. Ҡурҡаҡ

Нияз. Барабан ҡорһаҡ

Данил. Ағас аяҡ

Розалина. Таш ҡурсаҡ

Иринп. Насип

Нияз Тауыҡтарға ярма һип.

Света. Унда һипмә, бында һип.

Ирина. Илаҡ

Данил. Йыртыҡ ҡолаҡ

Ирина. Ҡыҙҙар.

Бергә. Һауалағы йондоҙҙар

Ирина.Малайҙар

Ҡыҙҙар. Сүплектәге ҡалайҙар!

Нияз.Ҡалайҙар булмай торһондар әле, әйҙәгеҙ, күрһәтәйек әле ҡыҙҙарға.

(Егеттәр бейей, ҡыҙҙар ҡул сабып тора. Күмәк бейеү башлана)

Эльвира. Барып индем өйөнә Туйғансы бейейем әле

Яулыҡ элдем сөйөнә Ошо таҡмаҡ көйөнә (Бейей, Рәсүлгә барып баҫа)

Данил. Рәсүл, давай, ответный удар яһа!

Рәсүл. Иҫке лә шырпы ҡабы Быйыл алған итегемдең

Яңы ла шырпы ҡабы Туҙа инде табаны. (Иринаға баҫа, әйләнәләр)

Ирина. Алайыҡ мылтыҡ көпшәһен Әйҙә, Нияз, төш бейергә

Ҡаҙҙар алдан уҙмаһын Ғүмер бушҡа үтмәһен. (Ниязга баса)

Нияз. Ондо һатып алһаҡ та Күпме төшөп бейеһәк тә

Әпи үҙебеҙҙеке Тәпәй үҙебеҙҙеке. (Күмәк бейеү)

Китайский апельсин Һыуға һалһаң һыу күтәрмәй

Килә икән йәшниктә Бер мыҫҡал тимерҙәрҙе

Ҡартайғастын бейеп булмай Ҡайтарып ала алмаҫбыҙ

Әйҙә бейейек йәшлектә Уҙған йәш ғүмерҙәрҙе.












Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!