СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Ғарифулла Кейеков тормошо һәм ижады.

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Ғарифулла Кейеков тормошо һәм ижады.»

Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы

Башҡортостан РеспубликаһыТәтешле районы муниципаль районы

хәкимиәтенең мәғариф бүлеге

Иҫке Ҡайпан ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе




Яҡтылыҡ нуры





Мәғрифәтсе, ғалим, шағир

Ғарифулла Кейеков йөрөгән эҙҙәр буйлап…














Башҡарҙы: 8 класс уҡыусыһы

Ниғәмәтйәнов Илнур

Етәксеһе: башҡорт теле

һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Нурыева Лиза Борис ҡыҙы.









2016й.

Йөкмәткеһе



1. Инеш


2. I бүлек Башҡортостандың төньяҡ – көнбайыш төбәген данлаусы бөйөк шәхес тарихсы, шағир һәм мәғрифәтсе Ғарифулла Кейеков.

3. II бүлек Ғ. Кейеков әҫәрҙәрендә мәғрифәтселек идеяларының сағылышы

4. Һығымта


5. Ҡулланылған әҙәбиәт



























ИНЕШ

Үткәнһеҙ бөгөнгө, бөгөнгөһөҙ киләсәк юҡ. Был тормоштоң үҫеш ҡануны. Һәр быуын үҙенән алда килгән быуын тыуҙырған матди һәм рухи байлыҡтар менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡалһа йәки, киреһенсә, уларҙы бөтөнләй инҡар итһә, тормошта алға китеш булмаҫ ине. Үткәнгә таяныу, уның ҡаҙаныштарын һәм традицияларын үҙләштереү һәм камиллаштырыу, улар ерлегендә яңыны тыуҙырыу – бөтә төр үҫештең тәү шарты.

Художестволы әҙәбиәттә лә ул шулай. Фәҡәт быуындан быуынға күсә һәм байытыла, камиллаштырыла килеү арҡаһында ғына һүҙ сәнғәте бөгөнгө кимәлгә күтәрелә алған. Бында үткән дәүерҙә ижад ителгән әҫәрҙәрҙе, йәғни әҙәби мираҫты, дөрөҫ баһалау һәм файҙаланыу мәсьәләһе мөһим әһәмиәткә эйә.

XIX быуаттың аҙағында - XX быуаттың башында башҡорт халҡы милләт булып формалашыуҙың һуңғы, хәл иткес стадияһына аяҡ баҫа. Ултыраҡ тормошҡа күсеүҙең нигеҙҙә тамамланыуы, фән һәм мәғрифәттең һиҙелерлек алға китеүе, илдә капиталистик ижтимағи-экономик мөнәсәбәттәрҙең нығыныуы һөҙөмтәһендә һәм, бигерәк тә, бөтә донъяны дер һелкеткән рус революцион – демократик хәрәкәте тәҫьирендә халыҡтың милли үҙаңы үҫешендә бығаса булмаған үҫеш күҙәтелә. Ваҡытлы матбуғат биттәрендә башҡорт теленең байлығын һәм күркәмлеген маҡтап, үҙаллылыҡҡа хоҡуғын яҡлап яҙылған мәҡәләләр донъя күреүе, саф башҡорт телендә фәнни – популяр хеҙмәттәр һәм художестволы әҫәрҙәр ижад ителә башлауы ошо процестың үҙенсәлекле бер сағылышы. Милли ойошоу хәрәкәтендә айырым әҙиптәрҙең һәм ғалимдарҙың эшмәкәрлеге ҙур әһәмиәткә эйә була. Яҙыусы Ғәли Соҡоройҙоң улы шағир, тарихсы һәм мәғрифәтсе Ғарифулла Кейеков шундайҙар иҫәбенә инә.

Тикшеренеү эшенең маҡсаттары:

1. Атаҡлы башҡорт ғалимы, оло шәхес, тарихсы һәм мәғрифәтсе Ғарифулла Кейеков тураһында белемде тәрәнәйтеү,

2. Уның башҡорт әҙәбиәтенә тос өлөш индергән шағир, мәғрифәтсе булыуын күрһәтеү.

3.Ғалимдың ижады өлгөһөндә уҡыуға, аң - белемгә һөйөү тәрбиәләү.


Теманың актуаллеге: Бөйөк ғалим, тарихсы, шағир һәм мәғрифәтсе Ғарифулла Кейековтың әҙәбиәт өлкәһендәге ижадына ҡағылышлы эштәр аҙ. Шуның өсөн, уның ижадын өйрәнеү бөгөнгө көндә бик мөһим. Әҙиптең халыҡ тарихын яҡшы белеүе, халыҡты яҡтылыҡҡа, аң - белемгә, уҡыуға өндәүе бөгөнгө көн өсөн дә бик актуаль.
















I бүлек

Ғарифулла Кейеков ғалим һәм мәғрифәтсе, дин эшмәкәре булып таныла. Бәләкәй саҡта ғәйәт тере, сая малай була. Күҙәтеүсән, күргәнен хәтерҙә ҡалдырыусан булыуы менән айырылып торған. Ул үҙенең күргән нәмәләре хаҡында һүҙ барғанда “күрҙем, күрҙем” тип яуап бирә торған булған. Шундай риүәйәт һаҡланған. Ғәли Соҡорой малайы Ғарифулланы күсер артына ултыртып: “Бар, ниҙәр күреп ҡайтырһың, урман – һыуҙарҙы, болон – ҡырҙарҙы яҡшылап күҙәт, үҫкәс үҙеңә күсеп ултырыу өсөн кәрәк булыр”, - тип сәфәргә сығарып ебәргән. Улар өс тәүлектә донъя күреп әйләнеп ҡайтҡандар.

“Ҡара урманға кергәнсе, ҡабыҡ күперҙе сыҡҡас Яңы Соҡор ауылын күрҙем. Ҡоштар һайрап торған әрәмәләрҙе, һырлы маңлайлы тауҙарҙы, сәскәләр менән ҡапланған юлһыҙ ерҙәрҙе күрҙем. Инеш буйындағы юлдан барып, Зиремзи уйһыулығында төн уҙғарҙыҡ, сәй ҡайнатып эстек. Йоҡоға киткәнсе күктәге йондоҙҙарҙы күрҙем, иртәгеһен шул кескенә инеш буйлап тағы ла ҡара урман аша уҙып, бик матур аҡланға сыҡтыҡ. Унда ете урындан аҡтарылып сыҡҡан ете шишмәнең инешкә ҡушылғанын күрҙем. Беҙ шул шишмәләрҙән йыраҡ түгел тағы бер төн уҙғарҙыҡ.

Ваҡ ҡом араһынан типкән, тоноҡ һәм саф һыулы шишмәнең һәр күҙе мине күрҙеңме тип миңә ҡарап торғанын күрҙем. Мин уларға:”Күрҙем, күрҙем!” – тип баш эйҙем…”

Быларҙы ауылға әйләнеп ҡайтҡас кес кенә Ғарифулла һөйләгән тип хикәйәт итәләр. Хәҙерге көндә шишмә “күҙҙәре”нән бер сығанаҡ хасил итеп ҙур шишмә яһағандар. Уны “Күрҙем хәҙрәт шишмәһе” тип йөрөтәләр икән. Бына шул матур урынға Иҫке Соҡор ауылынан 10 – 12 ғаилә күсеп килә. Уларға ауыл исемен уйлап та тораһы булмай – ауыл үҙенән-үҙе “Күрҙем” исеме менән атала башлай. Бында мулла булып Ғарифулланың ағаһы килә. Тора – бара шишмәнән саҡрым – саҡрым ярым йыраҡлыҡта башҡа ауылдар ҙа барлыҡҡа килә. Совет власы йылдарында, теүәл әйткәндә, 1922 йылда Иҫке Соҡорҙан Болғар тигән ауыл айырылып сыға.

Ғарифулла үҙе лә шул “Күрҙем” ауылында төпләнә. Әммә уға ҡәҙәре әле ул мәҙрәсәләрҙә уҡый, һалдат хеҙмәтен үтә. Ул 16 – 17 йәшенә тиклем Шығай ауылы мәҙрәсәһендә уҡый.

Ғарифулла Ҡазанда биш йыл йәшәй, үҙ аллы ла, мәҙрәсәләргә йөрөп тә ғилем өҫтәй. ейәндәренең иҫтәлектәренә ҡарағанда, Ҡазан университетында ла дәрестәр тыңлаған. Шул биш йыл дауамында ул ауылына ҡайтҡан һайын Ҡәйүм Насыриҙың китаптарын алып ҡайтып һатып бирә торған булған. Уның 1880 йылда ташҡа баҫылып сыҡҡан нәҫел шәжәрәһен дә күпләп алып ҡайтып һата.

Ғарифулла һалдат хеҙмәтен Курск һәм Харьков губерналарында үтә. Һуңынан Күрҙемгә ҡайта. Буби һәм Троицк мәҙрәсәлерендә белем алған, рус, фарсы телдәрен яҡшы белгән Нуриәсмә тигән ҡыҙға өйләнә. Улар икеһе лә бөтөн булмыштары менән халыҡҡа хеҙмәт итәләр.

Күрҙемдә Ғарифулланың бер һәм ике ҡатлы дүрт йорто була. Береһендә мәҙрәсә урынлаша. Иртән ир балалар, өйләнән һуң ҡыҙ балалар уҡыған. Ҡыҙҙарға Нуриәсмә абыстай дәрес биргән.

Ғарифулланың Хәнифә, Зөһәйрә исемле ҡыҙҙары ла үҫеп еткәс, ҡыҙҙар мәҙрәсеһендә дәрес биргәндәр, һуңынан мөғәлимә булараҡ совет мәктәптәрендә лә оҙаҡ йылдар уҡытҡандар. Ғарифулланың бер йортоноң бүлмәһендә дарыухана эшләгән. Унда төрлө үләндәрҙән яһалған дарыуҙарҙы ауырыуҙарға бушҡа биргәндәр.

1911 йылдағы аслыҡта хәйер һорашып йөрөүсе теләнселәр һәм башҡа мосафирҙар өсөн Күрҙемдең ике оло урамы киҫешкән урынында Ғарифулла махсус “Мосафирхана” һалдыра. Унда кереүселәр түләүһеҙ йылы аш ашап, ҡунып сыға торған булғандар.

Октябрь ревлюцияһын ғалим һәм әҙип булараҡ, Ғарифулла сит – ят итмәй. Уға ҙур өмөттәр бағлай. Шағир йәнле ауыл муллаһы үҙенең шәкерттәрен һалдаттар кеүек теҙеп, йыр йырлатып урамдан уҙҙыра торған булған.

Ғарифулла менән Нуриәсмәнең донъяға 12 балаһы тыуған. Ел-дауылдар был ғаиләне лә аямай. 1918 йылдың эҫе йәй көнөндә олуғ ғалим йән бирә. Шулай итеп ауылда 45 йыл буйына имам-хатип һәм мөдәрис булған олуғ ғалимдың ғүмере өҙөлә. Тора – бара уның улдары, ейәндәре “халыҡ дошманы” нәҫелен дауам итеүселәр булараҡ, пыран-заран килтерелә. Ғөмүмән, бер-береһе менән аралашып йәшәүҙән мәхрүм ителәләр.



























IIбүлек


Ғ. Кейеков бай һәм күп яҡлы ижади мираҫ ҡалдырған. Беҙҙең көндәргә уның баҫылып сыҡҡан сәсмә һәм шиғри китаптары, публицистик мәҡәләләре һәм ҙур күләмдә ҡулъяҙмалары килеп еткән.

1903 йылда Ғ. Кейековтың “Диуани сыбъян, йәки Ҡафийати сыбъян” (“Балалар өсөн шиғри йыйынтыҡ, йәки Балалар өсөн рифмалар”) исемле китабы донъя күрә. Йыйынтыҡ баштан – аяҡ мәғрифәтселек һәм йәҙитселек идеялары менән һуғарылған. Автор башта Рәсәйҙә фән һәм техниканың алға китеүе, культура һәм мәғрифәттең күтәрелеүе тураһында һүҙ йөрөтә, кеше тормошона машина, телефон һәм телеграф килеп инеүен, һуҡыр шәмде электр алмаштырыуын маҡтай һәм артабан, үҙ халҡына мөрәжәғәт итеп, заман менән йәнәш атларға, иҫке тормош ҡалдыҡтарынан, традицион культуранан арынырға саҡыра. Ул мәҙрәсәләрҙә, донъяуи фәндәрҙе күберәк индереп, йәҙитселәр күтәреп сыҡҡан “яңы ысул менән” уҡытыуҙың кәрәклеге хаҡында әйтә.

Ғилемгә гүйә мифтахтыр ысул жәдид,

Дәрескә гүйә мисбахтыр ысул жәдид.

Сабыйларға тел ачҡычы, шәкертләргә һәм басҡычы;

Яҙыу танырға мифтахтыр ысул жәдид.

…Ғүмер бушҡа узмаға, кейем юҡҡа тузмаға

Ғилемлеккә истифахтыр ысул жәдид.


Мәҙрәсәләрҙә уҡып, хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Күрҙем ауылында халыҡтың актив ярҙамы менән ике ҡатлы мәҙрәсә һалдыртыуы һәм яңы ысул менән уҡытыуҙы ойоштороп ебәреүе хаҡында хәбәр итә. Заманында ошо мәҙрәсәлә һабаҡ алған кешеләрҙең хәтерләүе буйынса, мәҙрәсәнең өҫкө ҡатында уҡыу кластары һәм китапхана, аҫҡы ҡатында ашхана һәм күрше ауылдарҙан йөрөп уҡыусы шәкерттәр өсөн йоҡо бүлмәләре, ә ихатаһында мунса, ҡоҙоҡ һәм уйын майҙансығы булған. Бында уҡыуға, автор һүҙҙәре менән әйткәндә, “барча сыбъян булды лазым”, йәғни Күрҙемдәге генә түгел, яҡын тирә-яҡ ауылдарҙағы һәммә балаларҙа йәлеп ителә. Ғарифулла уҡыу йәшенә еткән һәр баланың исем – фамилияһын үҙенең дәфтәренә теркәп барған.

Китапта туранан-тура балаларға мөрәжәғәт ителгән юлдар ҙа бар:

Лафзы маҡсудмы сиңә, уҡыу маҡсудмы сиңә;

Мәғәнә аласың килсә, уҡыу мәғлүм әүәл.

Һәр көн килгел сабаҡҡа, сәғәтеңне яздырма;

Алға китәсең килсә, уҡыу мәғлүм әүәл.

Белгәнеңне онотма, китабыңны һич йыртма;

Бәхетле буласың килсә, уҡыу мәғлүм әүәл.

Был һүҙҙәр һәр осор, һәр заман өсөн актуаль яңғырай. Өҙөктөң һуңғы юлы үҙенең мәғәнәһе буйынса мәғрифәтсе – демократтарҙың төп лозунгыһы менән ауаздаш һәм заманына күрә алдынғы идеяларҙы сағылдыра. Китап башҡорт балалар әҙәбиәтенең нигеҙ таштарынан иҫәпләнергә хаҡлы.

















Һығымта

Бына шулай үҙенең исеменә есемен тап килтереп күп яҡлы ҙур, бөйөк эштәр башҡара Ғарифулла Кейеков. Уның бөйөклөгө, шөһрәтле талант эйәһе булыуы айырыуса фән донъяһында күренде. Ғ. Кейеков – ысын мәғнәһендә ҙур шиғыр оҫтаһы, үҙенеңижады менән тотош бер поэтик мәктәп тыуҙырған бөйөк әҙиптәрҙең береһе. Тураһүҙле, халыҡ ғәменә, ил фекеренә тоғро күңелле булғаны өсөн дә мәғрифәтсенең тормош юлы бик ауыр һынауҙар һәм ҡаршылыҡтар аша үтә. Ул ауылда мулла вазифаһын үтәү менән бергә, ижади мәғрифәтселек эшендә һәм мәҙрәсәлә шәкерттәрҙе уҡытыуҙа яңы тәртиптәр урынлаштырырға ынтылған оло шәхес.

Кейековтарҙың шәжәрәһе бөгөн дә тармаҡлана бара. 1930 йылдарҙа бер Бөрө өйәҙендә генә меңдән артыҡ кеше Кейеков фамилияһын йөрөткән. Тамырҙарына күпме генә балта сапһалар ҙа ҡорота алмағандар. Сөнки тамыр остары бик тәрәндә - Мәсем, Иҫән хандар дәүеренән килә. Уға Күрҙемдәге изге хәҙрәт шишмәһе лә көс биргәндер. (Хәҙерге ваҡытта был шишмә төҙөкләндерелгән).

Ә киләсәккә Ғәли Соҡорой, Ғарифулла Кейековтар менән барыу кәрәктер, бик тә кәрәктер.

Уларҙың нәҫеленең девизы: “Көлгә күмел – көн күр!”. Был һүҙҙәр бөтә башҡорт халҡының девизы булырлыҡ тиһәк тә , хата булмаҫ.

… Ғүмер бушҡа узмаға, кейем юҡҡа тузмаға

Ғилемлеккә истифтахтыр ысул жәдид….










Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!