СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

"Илһам исемле дәрестән тыш эщмәкәрлек

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«"Илһам исемле дәрестән тыш эщмәкәрлек»

Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы

Бөрйән районы муниципаль район мәғариф бүлеге

Байназар муниципаль урта дөйөм белем биреү мәктәбе





Раҫлайым: /Г.Т.Галина / Байназар урта дөйөм белем

биреү мәктәбе Мораҙым филиалы етәксеһе




Илһам”исемле тыуған яҡты өйрәнеү дәрестән тыш эшмәкәрлегенең

эш программаһы.

Класс: 5-8

Ваҡыты: 2019/2020уҡыу йылы











Автор – төҙөүсеһе:

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әминева Миләүшә Хәмит ҡыҙы













Аңлатма яҙыу

Программаның актуаллеге:

-баланың ижади һәләтен бәләкәйҙән асыу һәм үҫтереү – үҙ – үҙенә ышанған, эргәһендәгеләрҙең теләген һәм ҡыҙыҡһыныусанлығын хөрмәт иткән, тирә – йүндәге бар ваҡиғаларға ла иғтибарлы, әммә башҡаларға оҡшарға тырышмаған, үҙ юлын булдырырға ынтылған шәхес тәрбиәләү;

-уҡыусыларҙың һәләтен үҫтереүҙе әҙәбиәт дәресиәрендә башлау һәм артабан кластан тыш эштәрҙә дауам итеү, үҫтереү.


Маҡсаты :

-уҡыусыларҙың һәләтен тойоу, уны үҫтереү сараһын күреү;

-ижади һәләте булған уҡыусыларға иғтибарлы булыу, дөрөҫ йүнәлеш биреү;

-уларҙың ижади эштәрен анализлау, ваҡытында үҙ хатаһын танырға тасуири уҡырға өйрәтеү, һүҙ сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләү;

-уҡыусының бәләкәй генә еңеүе һәм уңышы өсөн дә маҡтау, хуплау һүҙҙәре әйтеү.

Бурыстары:

а) уҡыусыларҙың тәбиғәтте, кешеләрҙе, төрлө күренештәрҙе күҙәтеүҙән алған тойғоларынан инша, хикәйә, очерк формаһында яҙа белеүҙәренә ирешеү;

б) шиғыр, хикәйә, нәҫер кеүек әҙәби жанрҙар өҫтөндә эшләү;

в) әҙәби әҫәрҙәргә ҡарата ижади план төҙөргә өйрәнеү;

г) төрлө күнегеүҙәр (уйын, башватҡыс, кроссвордтар) эшләү;

д) хаттар, мәҡәләләр яҙырға өйрәнеү ;

е) репортаж, һүрәтләмә, юлъяҙма кеүек жанрҙар өҫтөндә лә эш алып барыу;

ж) докладтар, сығыштар, конспекттар, рецензиялар яҙыу менән шөғөлләнеү.

Уҡыусылар контингенты: урта мәкәптең 5-8 класс уҡыусылары өсөн Программаның дөйөм сәғәте: аҙнаһына 1сәғәт, бөтәһе 33 сәғәт.

Һөҙөмтәһе:

Тәҡдим ителгән төрлө эштәр буйынса уҡыусылар мәғлүмәт эҙләп табып, мәҡәләләр яҙалар, үҙҙәренең беренсе хикәйә, әкиәт, шиғыр һәм башҡа ижад емештәре менән таныштыралар. Был эштәр менән бер рәттән түңәрәк эше ағзалары әҙәби әҫәрҙәрҙең төрө, жанры, образ, композиия, сюжет, һүрәтләү саралары кеүек теоретик һорауҙарҙы өйрәнәләр, әҙәби әҫәрҙең телен тикшереү буйынса күнегеүҙәр башҡаралар. «Ҡаурый ҡәләм» түңәрәге ағзалары шулай уҡ юбиляр яҙыусыларҙың ижадына арналған дәрестәрҙә, кисәләрҙә, ғилми конференцияларҙа үҙҙәренең ижади эштәре менән ҡатнашалар. Балалар үҙ Һәләттәренә ҡарап ирекле темаға иншалар яҙырға өйрәнәләр. Был эш йылдар дауамында тел-әҙәбиәт дәрестәрендә алып барыла. Уҡыусылар унда бирелгән темаға инша яҙыу өсөн план төҙөй, материал туплай, уны системаға һала, камиллаштыра, яҙа. Ҙурыраҡ синыфтарҙа әҙәби-ижади иншалар тәҡдим ителә, уларҙа әҫәрҙәге геройҙарға, ваҡиғаларға ҡарата баланың үҙ фекерен, үҙ баһаһын биреүҙе булдырыу маҡсаты ҡуйыла. Йәғни бындай иншалар бөтә класс менән бер темаға яҙыла, уның күпселек өлөшөн шул әҫәр материалы алып тора. Ирекле иншалар иһә уҡыусыларҙың көндәлек тормоштан, тирә-яҡты күҙәтеүҙәрҙән алған тәьҫораттарынан сығып яҙыла. Бында уҡыусының үҙенең хистәре, кисерештәре һүрәтләнә. Мин уҡыусыларҙың ихлас күңелдән үҙ фекерҙәрен сағылдырған инша яҙыуҙарын маҡсат итеп ҡуям. Бындай иншаларҙы ижади фекерләү һәләте ярылып ятҡан, күп уҡырға, шиғырҙар ятларға, үҙҙәре шиғыр яҙырға яратҡан, ғөмүмән, әҙәбиәткә мөкиббән киткән уҡыусылар менән яҙабыҙ. Ғәҙәттә, уҡыу йылының беренсе сирегендә үк мәктәптә иншалар конкурсы ойошторола. Ҡатнашырға теләүсе балалар менән темаларҙы билдәләп, ирекле иншаның үҙенсәлектәрен аңлатып, унда төп иғтибарҙы шуға йүнәлтәм: инша ниндәй генә темаға яҙылмаһын, унда төп герой - уҡыусы үҙе. Иншала уның әйтергә теләгән фекере асыҡ билдәләнергә тейеш. Бының өсөн уҡыусы үҙәккә бер образ ҡуйып, төп теманы ошо образ аша сағылдыра. Иң ҡыйыны - был образды табып, яңы фекер әйтеү. Балаларға һүрәтләү саралары, образлылыҡ тураһында аңлатыла, элек яҙылған иншаларҙы уҡып күрһәтеүойошторола. Төрлө алымдар ҡулланғанда ла, уҡыусыларҙың һоҡландырғыс образдар тыуҙырыуына ирешеү еңел түгел. Уҡыусылар шулай уҡ бер-береһенең ижад емештәренә анализ һәм баһа бирергә, уңыщлы яҡтарын билдәләргә, етешһеҙлектәрен тәнҡитләргә өйрәнә, бер-береһенә кәңәштәр бирә, ярҙам итә.




"Илһам ” исемле дәрестән тыш эшмәкәрлектең 2019-2020 уҡыу йылына эш планы












Эш төрҙәре

План

дата

Факт.

дата

иҫкәрмә

1.

Инеш.Гәзит-журналдар күрһәтеү,уларҙы баҫып сығарыу ,сығарыусылар хаҡында әңгәмә.


.









2.

Йәш хәбәрселәр түңәрәге,уның маҡсаты



3.

Нимә ул гәзит жанры? Әңгәмә.


4.

Гәзит жанры буйынса практик эш.Район,республика гәзит-журналдарын күрһәтеү,сағыштырыу,айырмаһын күрһәтеү.




5.

Баш мәҡәлә..Әңгәмә.



6.

Гәзиттәрҙән баш мәҡәләне табырға өйрәтеү.Стена гәзиттәренә баш мәҡәлә яҙыу.




7.

Редакцион мәҡәлә.Әңгәмә.



8.

.Гәзит-журналдарҙан редакцион мәҡәләләрҙе таптырыу



9.

Хәбәр.Теоретик материал.



10.

Гәзиткә хәбәр яҙырға өйрәтеү.



11.

Репортаж.Теоретик анализ.




12.

Репортаж яҙырға өйрәтеү.Практик эш.




13.

Яҙылған эштәрҙән стена гәзите сығарыу




14.

.Интервью төрҙәре .Теоретик материал.




15.

Гәзит өсөн интервью алырға өйрәтеү.



16.

Хәбәрләмә.







4. Программаның йөкмәткеһе:

1. Түңәрәк ағзалары туплау, эш планы менән таныштырыу.

2.Уҡыусыларҙың һәләтен асыҡлау, һәләтлелектең төрөн билдәләү, анкета тултырыу. Тест һөҙөмтәләре менән таныштырыу.

3.Уҡытыусы һөнәре тураһында әңгәмә үткәреү, ихтирам тойғоһо тәрбиәләү, ижади эш төрҙәре менән таныштырыу.

4.”Йәншишмә” гәзите һәм “Аманат” журналындағы тиҫтерҙәрҙең ижады менән танышыу. Фекерҙәр менән уртаҡлашыу.

5.Уҡыусыларҙың ижади эштәренә байҡау яһау, тәҡдимдәр әйтеү.

6. Ф.Мырҙаҡаевтың "Йәш хәбәрсе" китабы буйынса фекер алышыу, журналист һөнәре тураһында һөйләшеү.

7. Нимә ул шиғыр? Рифма тураһында төшөнсә биреү.

8. Интервью, репортаж, һүрәтләмә тураһында аңлатма биреү.

9.Яҡташ яҙыусы һәм шағирҙарҙың ижадына байҡау яһау.

10. Гәзит сығарыу серҙәре менән танышыу.

11.Шиғриәт минуттары үткәреү.

12. Актерҙар һөйләгән шиғри әҫәрҙәрҙе тыңлау.

13. Район гәзите журналистары менән осрашыу.

14.”Шоңҡар” журналының рубрикалары менән танышыу.

15.Түңәрәк ағзалары араһында шиғыр ижад итеү бәйгеһе, уның әһәмиәте.

16.Тәбиғәткә экскурсияға сығыу, ижади эштәр башҡарыу.

17.Түңәрәк өҫтәлдәр үткәреү, шағирҙарҙы ҡунаҡҡа саҡырыу.

18. Ижад дәфтәрҙәре булдырыу.

19.Призентациялар эшләү.

20. Проекттар, фәнни – эҙләнеү эштәре алып барыу.


* 17.

Хәбәрләмә яҙырға өйрәтеү



18.

Яҙғандарҙан стена гәзите сығарыу.



19.

Мәктәптә үткәрелгән йыйылыш тураһында отчет яҙыу



20.

Рецензия.Теоретик аңлатма.



21.

Әҙәби әҫәргә рецензия яҙырға өйрәтеү



22.

Гәзиттә сатирик жанрҙар



23.

Фельетон,мәҫәлдәр яҙырға өйрәтеү



24.

Яҙылған материалдар нигеҙендә стена гәзите сығарыу.



25.

Шиғыр төҙөлөшө :ритм



26.

Ритмик быуын



27.

Ритмик быуынды теүәлләү



28.

.Рифма



29.

Рифма төрҙәре



30.

Шиғыр йөкмәткеһе



31.

Образлылыҡ.



32.

Һүрәтләү саралары



33.

Йомғаҡлау дәресе. Альбом төҙөү






Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!