СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Инша "Башҡортостан – һөйөклө тыуған ерем"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Инша "Башҡортостан – һөйөклө тыуған ерем"

Просмотр содержимого документа
«Инша "Башҡортостан – һөйөклө тыуған ерем"»



Башҡортостан – һөйөклө тыуған ерем


Мин, дүртенсе синыф уҡыусыһы - Ғәниева Лилиә, Башҡортостан тигән бик матур ерҙә тыуҙым. Бында тыуып үҫеүемә, йәшәүемә бик шатмын. Сөнки минең республикам бик күркәм, хозур, бай. Ғорур Урал тауҙары, кейеккә бай урмандары, балыҡлы йылғалары, йәшел болондары, саф һауаһы - бөтәһе лә иғтибарҙы йәлеп итеп тора. Тыуған илем һәр йыл миҙгелендә үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ...Ҡышын санала, саңғыла шыуып, саф һауала сыныҡһаң, йәйен һыу инеп, урманда еләк - емеш йыйып таҙалығыңды нығытаһың. Көҙ айҙары бөтә тирә-йүнде алтынға мансып ҡына ҡалмай, муллыҡ, байлыҡ алып килә, тәбиғәтте сихри тынлыҡҡа сорнай. Ә сәскәле яҙҙың хуш еҫенә бөтә тәбиғәт шатланып уяна, йәнләнә.

Ошо матурлыҡты маҡтап бөйөк яҙыусыларыбыҙ күпме әҫәр, шағирҙарыбыҙ ни саҡлы шиғыр ижад иткән!

Мин дә республикам менән ғорурланам. Хәҙерге көндә башымды юғары күтәреп, киләсәктә илемә файҙа килтерерлек кеше булып үҫеү өсөн, тырышып уҡып йөрөйөм. Минең белем алған мәктәбем - ошо ҙур Башҡортостандың кескәй генә өлөшөн алып торған ер - Нуғай ауылында урынлашҡан. Ауылым йылға - урмандарға бай булмаһа ла, минең өсөн ул иң матур, иң ҡәҙерле ер. Нуғайымдың матурлығы, күрке - уның эш һөйгән халҡы, сылтырап аҡҡан шишмәләре, күҙҙең яуын алырҙай мәктәбе. Ошо гүзәллекте мин шиғыр юлдары аша сағылдырғым килә.

Тыуған ауылым.

Бөтә ерҙән матурыраҡ

Тыуған ауылым - Нуғай.

Бәллүр шишмә, ҡалын урман

Хәтфә үләнле туғай.

Ағастағы һәр һандуғас,

Һине данлап йырлайҙыр.

Бала-саға ҡолаҡ һалып,

Ҙурҙар һүҙен тыңлайҙыр.

Ҡәҙерле ауылҡайымдың

Ғүмере булһын оҙон,

Һине маҡтап йырлар өсөн,

Үҫә малай - ҡыҙҙарың!

Киләсәктә лә беҙҙең тыуған еребеҙ һуғыштарһыҙ, бөйөк, матур, бай республика булып сәскә атыр!





Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!