СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Использование компьютерной технологии на уроках башкирского языка и литературы

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Использование компьютерной технологии на уроках башкирского языка и литературы»

Юсупова Г.Ф.

учитель башкирского языка и литературы Башкирской республиканской гимназии-интерната №3 г. Кумертау


Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә компьютер

технологияларын ҡулланыу.

Бөгөн ер шарының ҡайһы ғына мөйөшөнә баҡма, кешелектең үҫеше компьютер технологияһы менән туранан-тура бәйле. Хәҙерге заманда беҙ тормошобоҙҙо унһыҙ күҙ алдына ла килтермәйбеҙ. Һуңғы йылдарҙа мәктәптә яңы информацион технологияларҙы ҡулланыуәүҙемләште.

Хәҙерге заманда белем биреүҙә компьютер-аҡыл эшмәкәрлеген оптималләштереүҙең эффектив сараһы.

Балаларҙа башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡыуға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү өсөн компьютер хәҙергешарттарҙа иң кәрәкле техник сара булып китте. Уҡыусылар, үҙҙәрен уҡытҡан уҡытыусыларҙан айырмалы рәүештә, донъяны танып-белеүҙә компьютерҙың мөмкинселектәре менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына, был «машина» ның серҙәренә тиҙерәк төшөнөргә тырыша. Хәҙер был- заман талабы.

Компьютер ярҙамында башҡорт теле дәрестәрендә бер төркөм дидактик мәсьәләләрҙе хәл итеп була: лексиканы өйрәнеү (компьютер һүҙлектәрен файҙаланыу); дөрөҫ әйтелеш өҫтөндә эш (башҡорт теле дәреслектәрен, тауыш яҙыу программаларын файҙаланыу); орфографик күнегеүҙәр (орфографик һүҙлекте һәм компьютерҙың орфографияны тикшереү программаһын файҙаланыу);грамматик күренештәрҙе үҙләштереү (тестар ярҙамында); эҙләнеү процесында яңы мәғлүмәт алыу, һөйләү телмәрен үҫтереү, һөйләмдәр һәм текстар төҙөү, редакторлау һ.б. Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендәкомпьютерҙы ҡулланыу түбәндәге эш төрҙәрен үҙ эсенә ала: яңы материал аңлатҡанда, компьютер ярҙамында күп мәғлүмәт бирергә, төрлө фото, портреттар, күргәҙмә әсбаптар күрһәтергә мөмкин (яҙыусылар, шағирҙар тураһында фоторәсемдәр, видеофильмдар, видеороликтар күрһәтеү, әҙиптәр үҙҙәре уҡыған шиғырҙарҙы тыңлатыу; биографияларына ҡағылышлы видеоматериалдарҙы күрһәтеү; сәнғәтле уҡыу күнекмәләрен булдырыу; әҙәби әҫәр мотивтары буйынса төшөрөлгән спектакль-кинофильмдарҙан өҙөктәр күрһәтеү һ.б.); уҡылған әҫәр буйынса ижади эштәр башҡарыу (компьютер презентациялары әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү, хатта ҙурыраҡ кимәлдәге эште-видеофильмдар, йәнһүрәттәр төшөрөргә мөмкин). Дөйөм алғанда, был саралар уҡыусыларҙа башҡорт телен үҙләштереүгә ыңғай мотивация булдырырға, уларҙың белемен һәм культураһын камиллаштырырға ярҙам итә. Компьютер һәм мультимедиа системаларын ҡулланыу уҡытыуҙың интенсив формаларын һәм методтарын тәьмин итә, үҙ аллы уҡыу эшмәкәрлеген әүҙемләштерә, мәғлүмәтте ҡабул итеүҙең эмоционаллеге, тәьҫир көсө артҡанлыҡтан, уҡыуға мотивация үҫешә.

Компьютер төрлө яҡлап контроль үткәреү өсөн дә уңайлы сара: был осраҡта объектив баһа ҡуйыла, уҡытыусының ваҡыты экономияла, аҡбур менән яҙыу эше күпкә кәмей. Айырыуса компьютер уҡыусыларҙың үҙ аллы эшен ойоштороу өсөн ҡулай, сөнки әҙерлеге төрлө булған уҡыусыларға, уларҙың белем кимәленән сығып, артабан үҫешергә мөмкинлек бирә.

Компьютерҙы дәрестә өс төрлө файҙаланып була:

  1. демонстратив планда(төрлө күргәҙмә әсбаптарҙы проектыр аша экранда бөтә синыфҡа күрһәтеү);

  2. компьютерҙы индивидуаль рәүештә ҡулланыу (дәрес компьютер кабинетында үткәрелә, һәр уҡыусы үҙ аллы эшләй);

  3. интерактив таҡтаны файҙаланыу (дәрес барышында интерактив таҡтала күнегеүҙәрҙе эшләү).

Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа компьютер программаларын файҙаланыу мөмкинлектәре:

1.Һүҙлек байлығын арттырыу, телмәр үҫтереү

2. Дөрөҫ яҙырға өйрәтеү. Орфографик күнегеүҙәр эшләү. Диктант яҙыу, хаталы текстарҙы төҙәтеү кеүек эштәр аша компьютерҙа текстарҙы баҫыу күнекмәләре алына, орфографик грамоталыҡ үҫтерелә.

3. Белем сифатын арттырыу, уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен үҫтереү, мәғлүмәт менән эшләргә өйрәтеү өсөн мультимедиа сараларын ҡулланыу бигерәк тә эффектлы.

Текст, графика, фото, видео, тауыш, анимация ярҙамында киң мәғлүмәт алыу кәрәкле материалды ҡабул итеүҙе һәм үҙләштереүҙе тиҙләтә, еңеләйтә. Уҡыусы, һәләтенә һәм ҡыҙыҡһыныуына ҡарап, күңеленә оҡшаған программаныны таба, теге йәки был эште башҡара ала.

4.Презентация эшләү. Информацион технология ҡулланылған был эш төрөндә уҡыусы үҙенең проект эше, презентацияһы менән сығыш яһай ала. Слайдтарҙы компьютер мониторында, мультимедиа проекторы аша экранда күрһәтеп, күрмә хәтер аша ныҡлы белем биреүгә өлгәшеп була.

5.Мультимедиа сараларын кластан тыш эштәрҙе ойоштороуҙа файҙаланыу уңайлы һәм нәтижәле. Төҫлө графиктар, текс,фото,тауыш һәм анимация ярҙамында берәй кисә, мәктәп юбилейҙары үткәргәндә киң мәғлүмәт биреп була.

6.Компьютер ярҙамында иллюстратив материалдар йәки дидактик материалдар әҙерләү. Кәрәкле материалдарҙы (ребус,кроссворд, мәғәнәле һүрәттәр һ.б.) скайнер ярҙамында компьютерға индереп,уҡыусыға өҫтәлмә эш итеп биреү.

7. Компьютер ярҙамында уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү, баһалау.

Шулай итеп,башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа яңы,заманса информацион технологиялар, компьютер ҡулланыу уҡытыу сифатын күтәрергә ярҙам итә,уҡыусыларҙың үҙ алдына эшләү һәләтен үҫтерә,үҙ-үҙенә ышаныс, фәнде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уята.






Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!