СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Исследовательская работа Моя Родословная

Нажмите, чтобы узнать подробности

          Халҡының тарихын, милләтенең үткәнен һәм үҙенең тамырҙарының яҡшы белгән кешенең бөгөнгөһө бар һәм киләсәге өмөтлө, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Ата-бабаларыбыҙ был принципҡа таянып эш иткән һәм нәҫел-нәсепте, туған-тыумасаны барлауға, өйрәнеүгә айырыуса иғтибар бүлгән. Ете быуынға тиклем шәжәрәһен белеү һәр кемгә мотлаҡ һаналған. Бөгөн халҡыбыҙҙың ошо күркәм йолаһы йәнә йәнләнде, шәжәрәләрҙе өйрәнеү һәм шәжәрә ағасын төҙөү шөғөлө тергеҙелде. Республикабыҙҙа һуңғы йылдарҙа был йүнәлештә шаҡтай оло эштәр башҡарыла.

Просмотр содержимого документа
«Исследовательская работа Моя Родословная»



МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ

СРЕДНЯЯ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ШКОЛА С. БЕЛЯНКА

МР БЕЛОКАТАЙСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

Исследовательская работа

"Моя родословная "

Разработчик: Кутлуева А.И.,

учитель музыки

первой квалификационной категории

2019 – 2020 уч. г.

Йөкмәткеһе

Баш һүҙ………………………………………………………………………………3

I. Төп өлөш………………………………………………………………………….3

1. Шәжәрә тураһында төшөнсә…………………………………………………….4

 II. Тикшеренеү өлөшө………………………………………………………………5

III. Йомғаҡлау………………………………………………………………………..6

Әҙәбиәт исемлеге…………………………………………………………………….7

































Баш һүҙ.

Халҡының тарихын, милләтенең үткәнен һәм үҙенең тамырҙарының яҡшы белгән кешенең бөгөнгөһө бар һәм киләсәге өмөтлө, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Ата-бабаларыбыҙ был принципҡа таянып эш иткән һәм нәҫел-нәсепте, туған-тыумасаны барлауға, өйрәнеүгә айырыуса иғтибар бүлгән. Ете быуынға тиклем шәжәрәһен белеү һәр кемгә мотлаҡ һаналған. Бөгөн халҡыбыҙҙың ошо күркәм йолаһы йәнә йәнләнде, шәжәрәләрҙе өйрәнеү һәм шәжәрә ағасын төҙөү шөғөлө тергеҙелде. Республикабыҙҙа һуңғы йылдарҙа был йүнәлештә шаҡтай оло эштәр башҡарыла.

Күптәр, үҙҙәренең нәҫел-нәсәбен барлап, туғандарын тапты, тамырҙарының арҙаҡлы шәхестәргә барып тоташыуын асты һәм башҡа асыштар яһаны. Быларҙың барыһы ла халҡыбыҙға, үткәнебеҙгә әйләнеп ҡарарға һәм асылыбыҙҙы аңларға, тейешле һығымталар яһарға, зат-ырыуыбыҙға ғорурлыҡ менан ҡарарға мөмкинлек бирә.

Ағас – тамырһыҙ, кеше тарихһыҙ булмай. Хатта сүллектә тәгәрәп йөрөгән ҡамғаҡ та бит тәүҙә ергә берегеп үҫә(тәгәрәүе лә маҡсатһыыҙ түгел – орлоҡтарын сәсер өсөн). Ә беҙҙең һәр беребеҙҙең сал быуаттарға барып тоташҡан меңәрләгән йыллыҡ тарихы бар. Үкенескә күрә, уны тулыһынса тергеҙә алмайбыҙ. Сөнки күп мәғлүмәт билдәһеҙлек томаны артында тороп ҡалған-юйылған. Ләкин ҡайһы бер ғаиләләрҙә егерме бишенсе быуынға тиклем шәжәрәләр төҙөлөп, һаҡлана. Был заманында үҙ тарихына битараф булмаған атай-олатайҙарҙың хеҙмәте – киләһе быуындар өсөн ысын хазина!









Тема: Нәҫел ептәрен барлайым.

Шәжәрә – ул сал тарихҡа бағыр йәҙрә,

Күҙ яҙҙырһаң, шул тәҙрәнән атыр йәҙрә.

Ал бер үрнек-бал ҡорттары төҙөй кәрәҙ,

Һин дә ятма: ҡор ояңды. Үр шәжәрә!

Ҡәҙим Аралбай

Маҡсат: Халҡыбыҙҙың үткәнен, хәҙергеһен өйрәнеп, рухи донъябыҙҙы байытырға, Ҡотлоевтар нәҫеле шәжәрәһен төҙөргә.

Тикшереү һәм иҫбатлау: быуындар сылбырын, ете быуын, тыуғанлыҡ ептәрен барлап, нәҫел шәжәрәһен төҙөү.

Тикшереү методтары: архив материалдырын өйрәнеү, туғандарҙы барлап, улар менән һөйләшеү, анализ яһау, шәжәрә ағасын төҙөү.

Теманың актуаллеге: йылдар үткән һайын, халыҡтың тарихҡа ҡарата фекере үҙгәрә. Әлегә тиклем күптәр нәҫелен ҡартатаһынан, йә олатаһынан ары белмәй, хатта ҡыҙыҡһынмай ине. Әммә заманалар үҙгәрә. Илебеҙгә аңлы, халыҡ хәтеренә, тарихына, үҙ быуынына битараф булмаған интеллектуалдар кәрәк. Хәҙер күптәрҙе үҙ нәҫеле, ырыуы менән ҡыҙыҡһыныу, ата-бабаларын хөрмәтләү тойғоһо уяна.

Иң мөһиме – кешеләр боронғо быуындарын белеп, тормошоноң мәғәһән, маҡсатын аңлап, киләһе быуынға тормош тәжрибәһен, нәҫел тарихын ҡалдырырға бурыслы. Шуға ла мин үҙемдең ете быуын нәҫел сылбырын барлап, шәжәрә төҙөргә булдым.





I.ТӨП ӨЛӨШ.

Шәжәрә тураһында төшөнсә.

«Шәжәрә» һүҙе ғәрәп теленән тәржемә иткәндә «нәҫел», «генеология» (ырыу тарихы), «ағас» тигәнде аңлата. Тәүге осорҙа төрки халыҡтары шәжәрәһе телдән телгә тапшырылып килгән. Шәжәрәңде белеү башҡорттарҙа мотлаҡ һанала. Ырыу тарихы һәм тарихи хәл-ваҡиғаларҙан тыш, шәжәрә үҙенә теге йәки был нәҫел йәшәгән биләмә, тормош-көнкүреш, ғөрөф-ғәҙҙәтә, йолалар, әҙәп-әхләҡ ҡағиҙәләре, мифология, ауыҙ-тел ижады, әҙәбиәт тураһында бай материал туплай. Шуға күрә лә, шәжәрәне халыҡ тормошо ҡамусы (энциклопедиаһы) тип тә атарға мөмкин. Ул тарихи сығанаҡтан бигерәк , беҙгә, йәш быуынға, дөрөҫ тәрбиә биреү ысулы ла булып тора. Тамырҙарыңды, ырыуыңдың тамғаларын белеү кешегә ошо ерҙең хужаһы, ата-бабалар йолаһын лайыҡлы дауам итеүсе итеп тойоп, уҙ ҡылыҡтары һәм ҡәрҙәштәре, ауылдаштары, халҡы өсөн яуаплы булыу хоҡуғын бирә. Беҙҙең олатайҙарыбыҙ ырыу-ҡәбиләне, нәҫелде, ата-бабаларҙың исемдәрен ағас рәүешендә тармаҡландырып яҙа барған. Ни өсөн ағас?

Ағас борон башҡортарҙа һауаны, ер аҫтын берләштереүсе билдә булған. Халыҡтың тормошон сағылдырған. Тамыры – үткәнебеҙ, олоно - бөгөнгөбөҙ, тармаҡ-ботаҡтары – киләсәгебеҙ. Ағас ни тиклем нығыраҡ һәм тәрәнерәк тамырланһа –шул ҡәҙәр нығыраҡ һут ала, сыҙамлыраҡ була, ҡуйыраҡ тармаҡлана. Бына ни өсөн халҡыбыҙ шәжәрәһен ағас рәүешендә яҙып ҡалдырған.

II. Тикшеренеү өлөшө.

Тыуып - үҫкән, тәпәй баҫҡан, тәүге аҙымдарҙы яһаған иң изге төйәгем – Баймаҡ. Шулай хәсрәтһеҙ, донъяның матурлығына кинәнеп, ғүмер иткән бер мәлдә, үҙемдең тормош иптәшемде, утта янып торған Салауат ҡанлы Балаҡатай егете -Ҡотлоев Раиф менән үҙемдең тормош юлымды бәйләнем. Килен булып төшкәс, бындағы хозур тәбиғәткә, кешеләрҙең ихласлығынан Билән ауылын үҙ иттем. Ҡәйнәмдең һөйләгәндерен киләһе быуынға еткереү теләге менән нәҫел шәжәрәһе төҙөү өҫтәндә тикшереү эшен алып барҙым. Бында ҡасандыр ата-бабалар ғүмер кисергән, ошо ерҙең хужалары булып, шәжәрә ағасын тармаҡландырып, киләсәк быуынына йәшәү биргән. Шуға күрә үҙ ырыуыбыҙҙы, ырыу тарихын белеү – беҙҙең бурысыбыҙ.

Архив материалдары буйынса, нәҫеле шәжәрәһе Илъяс Әптекәйев исемле кешенән башлана. Биш башҡорт ҡәбиләһе әлеге Билән ауылы ерҙәренә килеп төкләнгәндәр.Улар Иван IV Грозныйҙан ергә таныҡлыҡ алырға ирешәләр. 1986 йылда Катай волосының Өфө уездының старшинаһы Ҡасҡын Игликов Иван Алексеевҡа, Перт Алексеев һәм Софья Алексеевнаға хат яҙалар.Уның эстәлегенән урыҫ чиновниктарының башҡорт ҡыҫырыҡлауы,уларҙың ерҙәрен тартып алырға теләүҙәре турыһында белергә була [5, 13 бит.] Ул хатта Ҡолғале Абдулгафаров исемле кеше бар.Был Ильяс Әптекаевтың оноғо булыуы мөмкин,сөнки уның ике балаһы булған Мәмилә һәм Абдулгафар. Икеһелә ғаилә ҡороп, нәҫел ағасын тармаҡландырғандар. Мәмиләнең Әбдулвахит, Әбидулла исемле балалары булған. Ә Абдулгафарҙың –Ҡолғәле, Ҡолмөхәмәт, Баймөхәмәт, Мөхәметрахим исемле улдары булған[6, 52 бит]. Һәр береһе ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп шәжәрә ағасын йәнә тармаҡландырғандар. Был икенсе быуын.

Шулар араһынан Ҡолмөхәмәт 3-сө быуын ҡартайым була. Уның өс улы булыуын мин икенсе «Балаҡатай Генеологияһы» китабынан ҡарап белдем. Улар Әлмөхәмәт, Бикмөхәмәт (1841 й. үлгән) һәм Дусмөхәмәт.

1869 йылда Дыуан-Мәсетле волосоның Абзан ауылы һылыуы, 35 йәшлек Гөлзифа Собханғолова менән 46 йәшлек Дусмөхәмәт өйләнешәләр. Дусмөхәмәтең балалары бик күп булған: Шабан, Байтимир,Ҡотлоахмат, Гөлниса, Ҡолфариза, Сафа, Ҡолгизәр һәм тағы ете ҡыҙҙары булған. Уның балалары ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп ғаилә ағасын йәнә тармаҡландыралар. Шуларҙың араһынан берәүһе тураһында иҫкә алмау бик ҙур яңлышлыҡ булыр моғайын. Беҙҙең 4 быуын башлығы булып Ҡотлоахмат тора.

Байтимирҙән →Хәсәндән→Абубакир тыуа. Абубакир Байтимиров Башҡортостандың күренекле ауыл хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышы башланған мәлдә 1941йылдың 25 майында тыуған. Үҙенең тыуған ауылын күтәреп баш зоотехник, совхоз директоры вазифаларын башҡара. Ә һуңынан инде Балаҡатай районының етәксеһе, 1996-2001 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының ауыл хеҙмәте министры булып эшләй. Был вазифаларҙы эшләгән ваҡытта Балаҡатай районын күтәреү өсөн бик күп эшләй. Әлеге көндә хаҡлы ялда Екатеринбург ҡалаһында тормош иптәше менән матур донъя көтәләр.

Ҡотлоахмат 1865 йылдаң 9 апреленда тыуған. Инаһе Гөлнәбиә исемле булған. 1920 йылдағы ауыл иҫәбен алыу буйынса Дыуан-Кущин кантонының Красноуфимск уездында Билән волосының Билән ауылында 55 йәшлек башҡорт, Дусмухаметов Ҡотлоахмат Дусмухамат улы төйәк иткән. Уның менан ҡатыны, 4 малайы, 1 килене йәшәгәндәр. Уларҙың 6 десятина ерҙәре, 1 һыйыры, 2 аттары, 2 ҡаҙы, 3 умарталары, санаһы һ.б. булған. Тыуғандарым һөйләүе буйынса Ҡотлоахматтең ерҙәре булған, шулай уҡ - оҫта умартасы һаналған. Гел ағас башында солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгәнгә уға «тумыртҡа » ҡушаматы бирәләр. Сталин ваҡытында үҙ теләге менән хөкүмәткә милкен биргән.

1917 йылдағы һайлауҙа Ҡотлоахмат ҡатнашҡан . Ауыр аслыҡ ваҡытында кешегә ялланып, утын ярып, балаларының, ейәндәренең тамаҡтарын туйҙырган. Ул 78 йәшендә үлә. Малайҙары: Ҡолфаруан, Бикмухамат, Сайпат, Ҡолгизәр һәм Сайтулла.

Бишенсе быуынды дауам итеүсе Сайтулла, 1912 йылдаң 22 мартында тыуған. Инәһе Алтынбикә. Сибәр, эшһөйәр Нафиғә менан матур тормош ҡоралар. Әммә Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Сайтулла һуғышҡа китә.

Ирен һалдатҡа оҙатып үҙ иңенә бөтә ауырлыҡты үҙ иңендә тарта Нафиға - һалдатка[8, 82 бит]. Тормош ҡаршылыҡтарына бирешмәйенсә, мал аҫраған. Килендәштәре,ҡаинбикәләре дүрт балаға ҡарамаҫтан хата төп йортҡала булашҡандар.1942 йылда Курс дуғаһында Сайтулла хәбәрһеҙ юғалды тигән хат килә. Шул уҡ ваҡытта Сайпат ағаһы ғаиләһелә лә ҡара хат ала. Бар ауырлыҡтарҙы еңеп, бер нигә ҡарамаҫтан ул балаларын аяҡҡа баҫтыра. Хатта төпсөк улы ғаиләһендә ейән-ейәнсәрҙәрен үҫтерешеп, мул тормошта ҡартлыҡ көнөндә бәхетле ғүмер кисерә.

Тулыраҡ итеп ҡайным, атейем - Рәис Ҡотлоев (Балаҡатай яғында шулай йөрөтәләр) тураһында һөйләйһем килә. Ул бик тә егәрле, уңған, етеҙ, аҡыллы, мәрхәмәтле кеше.

Ҡайным үҙенең атаһын бөтөнләй иҫләмәй. Һуғыштан ауырлыҡтарын үҙ иңендә татып үҫә. Уның ағалары Рәхимйән менән Жигангир аҡса эшләргә ҡалаға юлланалар. Ә Хәкимйән ағаһының күп балалы үҙенең ғаиләһе була. Үҫеп еткәнсе совхозда эшләй, һуңынан Ҡазан ҡалаһында танк войскаһында әрме хеҙмәтен тултырған ваҡҡытта татар ҡыҙы Сазидане осрата. Билән советына ҡайтып өр яңынын бер түгел ике өй һалып сығалар. Был ерҙәр, Ҡотлоахмат ҡартаһынан, мираҫ булып ҡала килә.Ошо изге урында сәстәрен сәскә бәйләп хәҙер инде 50 йыл матур ғүмер кисерәләр.

Рәис Ҡотлоев оҙаҡ йылдар Билән совхозының председател вазифаһын башҡара һәм уның үҫеше өсөн бик күп эштәр башҡара. Шулай уҡ депутат булып һайлана,аҙаҡ Ветерандар ойошмаһының рәйесе булла[4, 99 бит]. Атаһынаң исемен мәңгеләштереү өсөн, ветерандарға, стенд ҡуйҙыртырға ирешә. Ауылдаштары уны тура һүҙле, ғәҙел,кешелекле, кеселекле, кешеләргә ярҙамсыл, намыҫлы булғаны өсөн ихтирам итәләр. Һәр йыл һайын Һабантуйҙар үткәреп хеҙмәт алдынғыларын данлай, төрлө художество түңәрәктәргә, ярыштарга ауыл йәштәрен берләштереп бейеү,спектаклдәр, спорт ярыштары әҙерләргә ирешә.(Унда алынған грамоталары аҙаҡ күрһәтелгән.)

Ҡәйнәм, инәйем менан тиң – тигеҙ, бәхетле ғүмер кисерәләр. Дүрт балаларын уҡытып,туйҙар үткәреп, тормош башларға ярҙам иттеләр. Сазидә ҡәйнәм оҙаҡ йылдар Билән ауылында пекарне яғыусы булып эшләй. Хеҙмәт юлына киткәндә пекарня етәксе вазифаһын башҡарған була. Ул изге күңелле, яғымлы. Уның бешергән әпәйҙәре, бәлештәре телеңде йоторлоҡ.Ҡулынан килмәгән эше юҡтыр моғайын.Һәр эшен ете ҡат үлсәп башҡара. Балаларын да тап ошо сифатлы итеп үҫтергән. Кеше хаҡын һаҡлай белә, кеше һүҙен йыҡмай, үҙ мәнфәғәтен кешенекенән өҫтөн итмәй.

Оло улдары Ильдар был ауыда көн итә. Уны ауылда балта оҫтаһы тип беләләр. Еңгәбеҙ менән ике ҡыҙ тәрбиәләп матур донъя көтәләр. Йәй етһә тултырып емеш-еләк, аллы-гөллө сәскәләр үҫтерәләр.

Икенсе улдары Азамат ағай Мәсәғүттә йәшәй. Оҙаҡ йылдар наркомандар менән эш итеү бүлегендә эшләп, майор дәрәжәһенә етеп, тыуған илебеҙҙе ҙур әфәттәрҙән һаҡлап ҡалғандыр, моғайын. «Атанан күргән уҡ юнған», - тип халыҡ белмәй әйтмәгәндер. Дүртенсе өйөн эш итеп сығып ике улын, ҡыҙын үҙе кеүек уңған эшһөйәр итеп тәрбиәләп, Гөлнур еңгәбеҙ менән тулы шатлыҡта кинәнеп ғүмер итәләр. Хәҙер хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан берҙә ал-ял белмәй. Артабанда яратҡан Башҡортостанына хеҙмәт итеүен дауам итә. Ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ҡамыр аштары булһынмы, өйгә кәрәк-яраҡмы, барыһыла уның ҡулдарынан үҙе ҡойола. Гөлнур апай күрше Ҡайып ауылында, үҙенең хәләл-ефете Зәфәр еҙнә менән, утта янып торған өс ул үҫтерәләр. Һатыусы һөнәрен үҙләштереп, шул өлкәлә эшләй. Апайыбыҙ, ҡаинбикәм уңған,егәрле, бер ҡасан арыу-талыу белмәҫ,бошонмаҫ . Донъялары ялтлап тора, өҫтәле һәр ваҡыт һый-ниғмәттән өҙөлмәй.

Кесе улдары Раиф минең тормош иптәшем. Уның менән мин көндән-көн һоҡланам, Хоҙай Тәғәләгә рәхмәттәр генә уҡыйым. Ихлас, эш һөйәр, өс балабыҙға яғымлы атайҙа. Өҙөрөп ҡурайҙа уйнарға, йырларғала белә ул.

Ҡайным менән ҡәйнәмдең нәсихәттәренә ҡолаҡ һалып, беҙ туғандарыбыҙ менән дуҫ, бер- беребеҙгә ярҙам итеп йәшәргә тырышабыҙ. Балаларын - улар эшкә егәрле, йәшәүгә дәртле, намыҫлы итеп тәрбиәләп үҫтергәндәр.

III. Йомғаҡлау.

«Илен онотҡан – игелекһеҙ, халҡынан биҙгән – холоҡһоҙ, шәжәрәһен белмәгән - нәҫелһеҙ», -ти халыҡ. Тамырын тойған ағас ҡына ышаныслы иркен үҫә, нығый, тамырһыҙ ағас ҡорой. Нәҫелен, ырыу һәм ырыуҙаштарын, телен белмәһә, милләт юғала.

Нәҫелең шәжәрәһен төҙөү, белеү кешегә ата-бабалары йолаһын лайыҡлы дауам итеүсе итеп тоярға, ҡәрҙәштәре, ауылдаштары, халҡы өсөн яуаплы булыу хоҡуғын бирә. Шәжәрәңде белеү – иң изге йолаларҙың береһе.

Минең ғаиләм нәҫел ептәрен өҙмәйенсә һаҡлай, ата-бабам ғәҙҙәттәрен быуындан-быуынға тапшыра бара, туған ергә ныҡ баҫып атлай. Шәжәрәмде өйрәнеп, мин килен булып төшкән Билән ауылының тарихын белдем, нәҫел-ырыу йәшәгән төбәк тураһында балаларыма ҡурҡмайынса аңлатыу эше алып бара алам.

Үткәнеңде белгәндә генә, киләсәгеңде күҙҙалларға була икән. Быуындан килгән сифаттар ҡан менән дә күсә бара бит. Башым юғарараҡ күтәрелде, йөҙөм тағыла асылды, ышынысым нығынды. Ана бит ниндәй көслө рухлы, булдыҡлы кешеләр, был нәҫелдә! Мин улар менән сикһеҙ ғорурланам!





Әҙәбиәт.

1. Аҙнабаев Р.Т., Күсәбаев Б.Р., Ф.Ғ. Хисаметдинова, Ә.Ә. Хисмәтуллина, Ә.З. Әсфәндиәров. Тамырҙарыды беләһеңме?/ Знаешь ли ты свои корни? Научно-методическое пособие по подготовке и проведению народного праздника «Шәжере байрамы». - Уфа «Белая река», 2006. – 64 с.

2. Белокатайский район: история и современность автор –состовитель: В. А. Ощепков. – Уфа «Диалог». 2004 г.

3. Башҡортостан. Ҡыҫҡа энциклопедия. Өфө, 1996.

4. Ветеранское движение в Белокатайском районе.- 2012 г.

5. Галламов И. В., Кутушев Р.Р., Дильмухаметов Р.Х. «На своей земле вотчиной…». Из истрии деревень Белянка, Старая и Новая Маскара, Ашаево Белокатайского района РБ. –Уфа, 2010. -72 с. : ил.

6. Галлямов И.В., Ҡотошов Р.Р. «Балаҡатайҙарҙың генеологияһы». II китап. (Билән Балаҡатай раәоны Башҡортостан Республикаһы (Иҫке-Юлдаш) Нәзепетровск районы Силәбе өлкәһе). – Өфө, 2014. – 352 б.

7. Интернет ресурс. Яндекс.

8. Л.В. Валеева Башкирский словестный фольклор Белокатайского района -2015 г.

























Ҡушымта

































































































Минең ҡайным Раис Сайтуллович 75 йәш



Өс улы Илдар, майор Азамат, Раиф





Тикшергәндән һуң шундай « Шәжәрә ағасы»н төҙөнөк















Был хатта Ҡолғале Абдулгафаров исемле кеше Ильяс Аптыкаевтың улы булыуы мөмкин

17



Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!