СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

«Әхлаҡи тәрбиә биреү сығанағы булараҡ Ғәлимов Сәләмдең «Шоңҡар» «Бала» поэмалары» (фәнни-тикшеренеү эше)

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
««Әхлаҡи тәрбиә биреү сығанағы булараҡ Ғәлимов Сәләмдең «Шоңҡар» «Бала» поэмалары» (фәнни-тикшеренеү эше)»

«Башҡортостан Республикаһы Миәкә районы муниципаль районы Тамъян-Таймаҫ ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы





Тема: «Әхлаҡи тәрбиә биреү сығанағы булараҡ Ғәлимов Сәләмдең «Шоңҡар» «Бала» поэмалары»

(фәнни-тикшеренеү эше)








Баш3ар2ы: Ми9к9 районы Тамъян-Тайма6 урта

д5й5м белем бире7 м9кт9бене4

11 класс у3ыусы8ы

И2рисов Данил Радик улы



Ет9ксе8е: баш3орт теле 89м 929би9те

у3ытыусы8ы

Әмирова Светлана Ҡотдос ҡыҙы

Телефон: 8937337403

е-mail: [email protected]







2021 йыл



Йөкмәткеһе

Инеш............................................................................................ 3-сө бит

1-се бүлек.................................................................................... 4-се бит

2-се бүлек.................................................................................... 5-се бит

3-сө бүлек.................................................................................... 5-се бит


Йомғаҡлау................................................................................ 10-сы бит


Ҡулланылған әҙәбиәт............................................................. 11-се бит































Инеш


Донъяла һәр нәмәнең үҙ үлсәме була. Ә бына кеше ғүмерен ни менән үлсәргә һуң? Йәшәлгән йылдары менән түгел әлбиттә. Иң тәүҙә - эшләгән эштәре, ҡалдырған эҙе менән. Ошо йәһәттән шағир Ғәлимов Сәләмдең ғүмер юлы һоҡланғыс һәм маяҡ булырлыҡ. Бөтәһе 28 йыл ғына йәшәп өлгөрә ул яҡты донъяла.

Быйыл әҙәбиәтебеҙҙең иң күренекле шағирҙарының береһе Ғәлимов Сәләмгә 110 йәш булыр ине. Ҡыҫҡа ғына ғүмер дауамында ижад ителгән үткер проблемалы әҫәрҙәре башҡорт әҙәбиәтендә ҡабатланмаҫ эҙен һалған, халыҡ күңеленә үтеп, үҙ урынын тапҡан.

Йәштән киләсәккә ынтылыу, яңылыҡҡа һыуһау, заман һулышын тойоп йәшәү шағирҙың әҫәрҙәренә лә күскән. Үҙенең 10 йылға ла тулмаған ижад осоронда ул башҡорт поэзияһының йөҙөн билдәләрлек шиғырҙар, поэмалар ижад иткән.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми шағир ижадын түбәндәгесә баһалай: “Ғәлимов Сәләмдең ике ғүмеренән ашыу ғүмер кисереүгә, ижади тәжрибәм шаҡтай булыуға ҡарамаҫтан, ул миңә ғүмергә шиғриәт ағаһы, ил ағаһы булып ҡалды”.

Танылған прозаик, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Динис Бүләков Ғәлимов Сәләм тураһында былай тип яҙған: «Сәләм – киләсәк шағиры, йәшлек йырсыһы. Уның шиғырҙары иртәгәһе көндә лә бәҫен юғалтмаясаҡ. Утыҙынсы йылдар алыҫлығынан тороп, ул бөгөнгөләр һәм иртәгә тыуасаҡ яңы кешеләр өсөн әҫәрҙәр ижад иткән, һәр бер шиғыры һәм поэмаһына йөрәк хистәрен һалған. Шағирҙың ғүмере атылған йондоҙҙо иҫкә төшөрә. Атылған йондоҙ яҡтыһы, алыҫ араларҙы үтеп, ергә етә. Шуның кеүек, Ғәлимов Сәләмдең Ватанды данлаған, уны сикһеҙ яратырға һәм һаҡларға саҡырған ижады ла, әллә нисә ғүмер миҙгелдәрен үтеп, киләсәккә лә шатлыҡ сығанағы булып торасаҡ».

Эштең тикшереү объекты: Ғәлимов Сәләмдең «Шоңҡар», «Бала» поэмаларын өйрәнеү

Тикшереү предметы: Шағир Ғәлимов Сәләмдең поэмаларында әхлаҡи тәрбиә биреү

Тикшеренеү эшенең фәнни яңылығы: Шағир Ғәлимов Сәләмдең поэмаларында әхлаҡи тәрбиә биреү темаһын тикшереү

Фәнни-тикшеренеү эшенең актуаллеге: «Шоңҡар», «Бала» поэмалары бөгөнгө көндә лә әһәмиәтле. Сөнки Миньян, Әршит кеүек кешеләр бөгөнгө көн дә лә осрай.

Фәнни-тикшеренеү эшенең маҡсаты:

  1. Ғәлимов Сәләмдең тормош юлын һәм ижадын өйрәнеү;

  2. Уның ижады тураһындағы материалдар менән танышыу

  3. Автор күтәргән әхләҡи проблемаларҙың бөгөнгө көндә лә актуаллеген, әһәмиәтен асыу, шулар нигеҙендә әхләҡи тәрбиә биреү.

Эштең структураһы: был эш инештән, 3 бүлектән һәм ҡулланылған әҙәбиәттән тора.



1-се бүлек.

Ғәлимов Сәләмдең тормош юлы.


Сәләм Ғәлим улы Ғәлимов 1911 йылдың 18 ғинуарында Пермь губернаһы Екатеринбург өйәҙенең (хәҙерге Силәбе өлкәһе Сосновка районының Оло Тәгеш ауылында тыуған.

Мәктәпте тамамлағас, 1928—1930 йылдарҙа ауылда уҡытыусы, комсомол ойошмаһы секретаре булып эшләй, колхоз ойоштороуҙа ҡатнаша, ауыл хәбәрсеһе була.

1930 йылда «Башҡортостан» гәзите редакцияһына эшкә саҡырыла. 1937 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын (хәҙерге Башҡорт дәүләт университеты) тамамлай. Артабан Өфөләге Башҡортостан тел һәм әҙәбиәт фәнни-тикшереү институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

1938 йылда СССР фәндәр академияһының Ленинград филиалына аспирантураға уҡырға ебәрелә, ул унда ҡаты сирләп китә һәм 1939 йылдың 19 июлендә Ленинград ҡалаһында вафат була.

Ғәлимов Сәләмде ерләгәндә ғилми етәксеһе профессор Андреев үҙенең яратҡан аспиранты менән түбәндәге һүҙҙәрҙе әйтеп хушлаша: «Һәр бер үлем үкенесле, әммә йәш башҡорт совет мәҙәниәтенең Сәләм кеүек күренекле вәкиленең үлеүе тағы ла үкенеслерәк. Был кешелә һоҡланғыс бер сифат бар ине, ул сифат беҙҙең күңелдә бик оҙаҡ һаҡланыр: Сәләм үҙ шәхси тормошо өсөн күпте алырға түгел, бәлки тормош өсөн үҙенән күберәк бирергә тырышты».



2-се бүлек.

Ғәлимов Сәләмдең ижады

Ул әллә ғүмеренең ҡыҫҡалығын һиҙепме, бик ашығып эшләгән. Мәктәптә уҡығанда уҡ «шағирлыҡ» даны таралып өлгөрә. 21 йәшендә, 1932 йылда «Тревога» тигән тәүге китабын сығара. Ун йыл ғына ижад итеү осоронда ла 4 поэма, алтмышҡа яҡын шиғыр, унлаған очерк һәм фельетон, баллада яҙып өлгөргән.Студент йылдарында “Өс йыр”, “Республика иртәһе”, “Һәйкәл”, “Ғүмер” кеүек күренекле шиғыр, поэмаларын, башҡорт поэзияһында иң күренекле әҫәрҙәрҙең береһе булған “Шоңҡар” поэмаһын яҙа.

1938 йылдың көҙөндә Сәләм Ғалимов СССР Фәндәр академияһының Ленинград ҡалаһындағы филиалына уҡырға инә. Шул йылдарҙа үҙенең данлыҡлы әҫәре – “Бала” поэмаһын яҙа.





3-сө бүлек.

Ғәлимов Сәләмдең поэмаларында әхлаҡ темаһы

Тормоштар үҙгәрә тора, бер йәмғиәт икесеһен алмаштыра : капитализм, социализм  шарттарын  үтеп, бөгөнгө көндә демократик  ил  төҙөйбөҙ. Ниндәй генә йәмғиәттә йәшәһәк тә, үҙгәрмәй, иҫкермәй торған  ҡанундар, принциптар була. Улар бер йәмғиәттән икенсеһенә күсеп, мәңгелек  әхләҡи  идеялар тип атап йөрөтөләләр. Бындай ҡиммәттәргә дуҫлыҡ, туғанлыҡ, ғаилә, бала, ата-әсә, Тыуған ил, туған тел , хеҙмәт, мөхәббәт, намыҫ инә. Был төшөнсәләр һәр ваҡытта ла үҙҙәренең асылын юғалтмайынса, кешелек йәмғиәтенең  төп күрһәткесе булып торалар. Улар бар икән – йәмғиәт матур, төҙөк, ә улар булмаһа…   ҡот осҡос. Күҙ алдына килтереүе лә мөмкин түгел. Ғ. Сәләм поэмаларының актуаллеге шунда: ул мәңгелек идеяларҙы раҫлай.

Ғәлимов Сәләмдең әҫәрҙәре тормошсан, бөтәһе лә ҡабул итерҙәй йәшәмеш һәм уҡымлы. Уның маҡсаты - уҡыусыларға үҙенә күрә дөрөҫ йәшәү рецебы биреү. Шағирҙың «Шоңҡар», «Бала» поэмалары мәктәп дәреслектәренә индерелгән. Сөнки улар рухи, әхлаҡи тәрбиә биреү өсөн бик әһәмиәтле. Мәҫәлән «Шоңҡар» поэмаһын алайыҡ. Поэманың төп геройы – Әхмәт. Ул бик ауыр шарттарҙа йәшәй, Сәлмән байҙа батрак булып эшләй, бик намыҫлы, тырыш була. Ярлы тормош, мохтажлыҡ уны Миңьян ҡулы аша бурлыҡ юлына этәрә.

Бурылҡайым, мин бит яҡшы инем,

Эш эшләнем, түктем тиремде.

Мин уйланым, таяу табырмын, тип,

Һөйәтергә емерек өйөмдө.

Ошо юлдар Әхмәттең саф күңелле, эш һөйөүсе икәнен һөйләй. Ләкин ул, Миңьяндың һүҙҙәренә ышанып, урлаша башлай, бурлығын Сәлмән бай һиҙгәс, урманға ҡасып китә, бөтөнләй ҡараҡ-ҡасҡынға әйләнә.

Әхмәттең батрак булыуы, күпме генә тырышып эшләһә лә емерек өйөнә таяу таба алмауы беҙгә мәғлүм. Тәжрибәһеҙ, уйсан егеттең шундай хәлдәрҙә болоҡһоуын Миңьян үҙе өсөн оҫта файҙалана, бурлыҡҡа өйрәтә. Әхмәт урманға ҡаҫҡас та Миңьян Әхмәтте үҙ яғына ҡаратыуын ташламай. Сөнки талап алынған байлыҡты Әхмәт уның ҡулына тапшыра. Үҙ сиратында Миңьян байығандан байый. Ул ҡала байы, сауҙагәр, төрлө юлдар менән халыҡты алдаусы, халыҡ ҡанын һурыусы, бик хәйләкәр, мәкерле кеше.

Шулай ҙа урманда ҡараҡ булып йөрөү Әхмәтте уйға һала. Әммә Гөлнурына булған мөхәббәт тә уға бурлыҡтан арынырға ярҙам итә алмай. Шулай ҙа үҙгәртеп ҡороу, яңы тормош төҙөү осоро кешеләрҙең аңын да үҙгәртә (тарих буйынса белемдәрҙе иҫкә төшөрөп, нэп һүҙенә аңлатма биреү, был осор тураһында бер аҙ әңгәмәләшеү). Күп уйланыуҙар, янып көйөүҙәр Әхмәтте үс алырға этәрә. Унан төрмә, хеҙмәт колонияһы… Әммә төрмә генә кешене бөтә яҡлап тәрбиәләй тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ. Үҙ яҙмышын үҙгәртеү өсөн Әхмәткә ҙур тырышлыҡ, көс һәм ынтылыш талап ителә. Әҫәр аҙағында беҙ уны юғары белемле архитектор итеп осратабыҙ.

Әхмәттең һөйгәне Гөлнур (элек Сәлмән байҙа батрачка булып эшләүсе ҡыҙ) ҙа тормошта үҙ урынын таба. Ул – совхоз директорының сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары (помполит һүҙенә аңлатма бирелә). Йәшлек мөхәббәте Әхмәт менән бергә ҡала.

Был әҫәрҙә автор тормош батҡағына төшкән теләһә ниндәй кеше лә дөрөҫ юлға сыға ала, бында һәр шәхестең үҙ ынтылышы, тирә-яғындағы мөхит тә ярҙам итә тип әйтергә теләгән.

Ғ. Сәләмдең аҡҡош йыры – иң ҙур күләмле, киң эпик ҡоласлы «Бала» поэмаһы – уның иң күренекле әҫәре.

Поэманың сюжеты Зәйнәп менән Сәйҙелдең ғаилә тормошона. бала тәрбиәләүгә яңы ҡарашы, яңы мөнсәбәте менән Әршиттең мещанлыҡҡа нигеҙләнгән әхлаҡ принциптары араһындағы конфликтлы ситуацияларҙы һүрәтләүгә нигеҙләнә. Поэмала шағир ғаилә, бала тәрбиәләү кеүек йәмғиәттең нигеҙен тәшкил иткән мөһим бер өлкәлә яңы әхлаҡ принциптарының еңеп сығыуын сағылдырыу аша яңы йәмғиәт ҡоролошоноң өҫтөнлөгө, кешеләр араһында яңы мөнәсәбәттәрҙең урынлашыуы, кеше характерын үҫтереүҙә йәмғиәттең роле кеүек мөһим идеяларҙы раҫлай. Поэма йәшлектең, йәштәр араһындағы мөхәббәт тойғоларының сафлығын, матурлығын данлаусы юлдар менән башлана. Зәйнәп менән Сәйҙелдең яңы ғаилә ҡороуы шатлығына уларҙың уҡыуҙарын тамамлап, илгә, хеҙмәткә яраҡлы кеше булып сығыу шатлыҡтары өҫтәлә.

Аяҙ күктәй саф хыялдар менән янып йәшәгән Сәйҙел менән Зәйнәптең бәхетен ҡапыл ҡара болот ҡаплай. Сәйҙелдең Әршит менән осрашыуы уларҙың сирень сәскәләрендәй саф хистәренә ҡырау төшкәндәй тәьҫир итә. Сәйҙелдең өйләнеү, ғаилә ҡороу хаҡындағы уй-теләктәренә ҡаршы төшөп, мещан Әршит үҙенең зарарлы фәлсәфәһен таратыуына Сәйҙел тәүҙә ҡаршы төшә.

Ләкин Әршиттең фекерен ғаиләнең, баланың илгә файҙалы кеше булыуға ҡамасаулауы, илгә герой биреү хаҡындағы буш ялтырауыҡлы һүҙҙәр менән дәлилләргә тырышыуы, ниһайәт, йәш ваҡытта үҙең өсөн йәшәп ҡалырға кәрәк тип эгоистик маҡсаттарҙы алға килтереп ҡуйыуы Сәйҙелгә тәьҫир итмәй ҡалмай. Сәйҙелдә бала хаҡында икеле уйҙар тыуа, ул һөйгәненә тиҙ арала ҡалаға килеп етергә ҡушып телеграмма һуға, Зәйнәпте балаһына аборт яһарға күндереүен.

Сәйҙел үҙ һүҙендә хаҡлы ла…

Бала, ғаилә – йәшлек йөгө,

Ул өлгөрөр әле баҫырға.

Йөҙгә йыйрсыҡтар һалыр бала,

Алһыулығын юйыр битеңдең…

Зәйнәп дауаханаға барғанда ауыр уйҙарға бирелә - уның кисерештәрен автор моңһоу көҙ аша асып бирә.

Кем булғандыр ергә тыуыр бала:

Бәлки, шағир, бәлки, инженер…

Бәлкем,уны Репины итеп

Етештерер ине беҙҙең ил.

Бәлки, булыр ине ҙур баҡсасы,

Атаҡлы Мичурин шикелле.

Юҡ, ул һөйөлөр ине беҙҙең илдең

Булһа ла тик ябай кешеһе…

Сәйҙел менән Зәйнәптең эше алға китһә лә, ғаилә бәхеттәре кәмей, тәүге тойғолары , бала булмағанлыҡтан, һүрелә бара. Әршит ташлап киткән Нәзирә образы аша автор Зәйнәпкә лә шелтә ташлай: ана бит, баланы ирҙән өҫтөн күргән, бала бағыуҙа бәхетен тапҡан.

Ә мин хәҙер кемде яҡлайым?

Кемгә булайым.

Кем ғәйепле уҡыусыларым, ти автор.

Сәйҙел,тиерҙәр,

Ә абортты кире ҡағырға

Хаҡы юҡ инеме Зәйнәптең?-тип асырғана автор.

Шул мәлдә ваҡиғалар бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа боролоп китә: һөйләйҙәр, имеш, Сәйҙел комсомолдан, эшенән сыҡҡан, алкоголик булып киткән, Зәйнәп ауылға ҡайтҡан.

Бына шулай беҙҙең быуында ла

Юҡҡа сыға ҡай бер кешеләр!

Әммә былай күңелһеҙ, пессимистик нотала әҫәрҙе бөтөрөү Сәләмсә түгел: ул “хата”һын төҙәтә:

Ахыры, шағир аҙ беләлер

Беҙҙең кешеләр , илебеҙ хаҡында.

Юҡ, Һис ҡасан Сәйҙел үҙ иленең

Улы булыуынан киталмаҫ.

Ул аҡһаһа, уға дарыу табыр,

Иле уны ситкә тибәрмәҫ, ти.

Поэма Сәйҙел менән Зәйнәптең, әршитлекте еңеп, ғаилә ҡороуы хаҡында хәбәр итеү менән тамамлана.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ҡатын-ҡыҙ өй тултырып бала тапмай. Хатта тәбиғәт бүләк иткән әсәлек бәхетенән баш тартып, балаһын яҡты донъяға тыуыуҙан мәхрүм итә. Замана күренешеме был? Заманға ғына һылтанмайыҡ.

Замандың үҙгәреүе ғаиләләргә лә тәьҫир итә, әлбиттә. Әммә ҡатын-ҡыҙҙың бер ваҡытта ла үҙенең йәшәү башланғысы булып тороуын оноторға тейеш түгел. Ҡыҙҙар һәр аҙымды уйлап эшләһен, йомшаҡ һөйләп ҡатыға ултырта торған Әршиттәрҙе таный белһен, тип өйрәтә был әҫәр. Матур итеп йәшәргә, намыҫлы, яуаплы була белергә кәрәк, тип иҫкәртә шағир.

Был әҫәр беҙгә кешелектең йәмғиәт, киләсәк алдындағы яуаплылығын әҙәбиәт теле менән әйтеп бирә.Тимәк, Ғ.Сәләмдең 30-сы йылдарҙа яҙылған поэмалары бөгөнгө көндә лә актуаль яңғырай. Шағир 30-сы йылдарҙа бөгөнгөләр, иртәгәләр, киләсәк быуындар өсөн әҫәр ижад иткән.



Йомғаҡлау

Ғ. Сәләм коммунистик тәрбиәгә өҫтөнлөк бирә, социализм дәүерендә кешенең хаталаныуын ваҡытлы ғына булыуын дәлилләй. Әҙәп-әхләҡ башы – ил сәйәсәтендә, дөйөм хеҙмәттә икәнен раҫлай. Уның исеме әҙәбиәт күгендә мәңге йәшәр.

Ғ. Сәләмдең “Бала” һәм “Шоңҡар поэмаһы” бөгөнгө көндә лә ифрат тормошсан һәм актуаль яңғырай. Ул уҡыусыларҙы уйландыра, Әхмәт, Сәйҙел, Зәйнәп һымаҡ хаталар яһамаҫҡа өйрәтә, әхләҡи тәрбиә бирә.











Ҡулланылған әҙәбиәт

  1. Башҡорт әҙәбиәте. Урта мәктәптең 10-сы класы өсөн дәреслек. Хөсәйенов Ғ.Б., Ғималова М.Ғ., Шәкүров Р.З. - 3-сө баҫма. – Өфө: Китап, 2012. – 288 бит.

  2. Башҡорт әҙәбиәте. Уҡытыу (башҡорт) телдә алып барылған дөйөм белем биреү ойомаларының 8-се класы өсөн дәреслек-хрестоматия / [авт.-төҙ.: М.Б. Юлмөхәмәтов, М.Х. Иҙелбаев], - 2-се баҫма. – Өфө: Китап, 2020. – 400 бит.

  3. Ғ. Сәләм тураһында иҫтәлектәр. – Өфө : Башҡортостан китап нәшриәте. 1987. – 240 бит.

  4. Ғәлимов Сәләм. Шиғырҙар һәм поэмалар. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте. 1985. – 240 бит.




Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!