СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Контрольно-измерительные материалы по башкирскому языку

Нажмите, чтобы узнать подробности

Контрольно-измерительные материалы по башкирскому языку ( диктанты, тесты, карточки)

Просмотр содержимого документа
«Контрольно-измерительные материалы по башкирскому языку»

Приложение к рабочей программе

Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение

средняя общеобразовательная школа д. Идельбаково

муниципального района Зианчуринский район

Республики Башкортостан


«Рассмотрено и принято»

на заседании ШМО

Руководитель

_________/ Г. Р.Трубкулова/

Протокол № 1

от « » августа 2019 г.


«Согласовано»

Заместитель директора по УВР _____________ / М.Г.Бикбулатова/

« » августа 2019 г.


«Утверждаю»

Директор

МОБУ СОШ д.Идельбаково

_____________/ С.П.Закирова /

Приказ №

от « » августа 2019 г.



















02-11

Контрольно-измерительные материалы

по родному(башкирскому) языку

для 8 класса

учителя первой квалификационной категории

Трубкуловой Гульназ Рафиковны

на 2019-2020 учебный год



















д. Идельбаково-2019





5-cе класс башҡорт (дәүләт) теле

15.10.2019 й.

Контроль диктант “Көҙгө урман”.

Көҙгө урманда йөрөргә яратам. Уның иң матур сағы сентябрь бөткәндә булалыр.Зәңгәр күккә, йылы аяҙ көнгә , урмандың төрлө биҙәктәренә һоҡланып туя алмаыһың. Тәрән тынлыҡ. Әкрен генә йылы ел иҫә. Ағастарҙан һап-һары япраҡтарҙың ҡойолғаны ишетелеп ҡуя. Аяҡтарыңды ергә түшәлгән алтын япраҡ иркәләй. (43 һүҙ.) (Д.Исламовтан.)

17.12.2019 г.

Ҡарағай ағасы.

Ҡарағай йәй ҙә, ҡыш та йәшел була. Ул бик файҙалы ағас. Ылыҫы витаминдарға бик бай. Бөрөһөнән дарыуҙар эшләйҙәр. Бүрәнәһенән йорттар һалалар. Йорт 100-150 йыл cеремәй тора. Кешеләр ҡарағай ағасынан ҡағыҙ, яһалма ебәк, йөн, капрон эшләргә өйрәнгән. Ҡарағайҙан скрипка яһайҙар. Ул иң яҡшы скрипка һанала.(49 һүҙ.) (Башҡортостан календарынан.)

07.04.2020

Контроль күсереп яҙыу

Яҙғы каникулда.

Быйыл ҡыш бик һалҡын булды. Тик яҙғы каникулда ғына көндәр бер аҙ йылынды. Беҙ бер аҙна ял иттек. Был ваҡытты бушҡа үткәрмәнек. Ҡар иреүен, йылғала боҙ китеүен, ағастарҙың бөрөләнеүен күҙәттек. Башта ҡар аҡрын ирене. Төндә, иртәнсәк һәм кистәрен һыуыҡ булды. Аҙаҡ туңдырмай башланы.

Каникул көндәрендә беҙҙең мәктәптең ике уҡыусыһы район үҙәгендә слетта булып ҡайтты. Беҙ бергәләп кино ҡараныҡ, ата-әсәләргә концерт күрһәттек, китаптар уҡыныҡ.Каникул күңелле үтте. Хәҙер яңы көс менән уҡый башланыҡ. Беҙ бөтәбеҙ ҙә яҡшы уҡыйбыҙ.


05.05.2020 й.

Изложение

Бүре балаһы

Бүре балаһын , бүреккә һалып, ауылға алып ҡайттылар. Балалар уны ҡаранылар.Бүре балаһы етемлекте күрмәне. Ул һунарсы өйөндә үҫте.

Ул кешенең дуҫы ине. Быны үҙенең ғүмере менән дөрөҫләне. Үҫкәс, һунарға йөрөй башланы. Ҡырағай бүреләргә тап булғас, хужаһын яҡлап, үҙен ҡорбан итте.

Кешеләр араһында бүре лә бүрелеген онота икән. Юғиһә, бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай, тиҙәр бит.

(Х.Рәсихтән.)

















































8- се класс

Дуҫтар

Борис менән Камал утрауҙа үҙҙәре генә ҡалған. Улар нимә тураһындалыр шым ғына һөйләшә.

Был утрау бер юғала, бер һыу аҫтынан ҡалҡып сыға. Уға ситке урам малайҙары хужа. Бында улар ниндәй генә серҙәр серлашмәй, ниндәй генә уйындар уйнамай! Йә бәһлеүән, йә пратизандар командиры, һис юғында шәфҡәтле атаман булалар. Ошонда ғына Азаматтың өс тапҡыр Чапай, бер тапҡыр Пугач булғаны бар. Ә Салауат булған булған саҡтың инде иҫәбе лә, һаны ла юҡ.

Малайҙар һөйләшеп туйҙылар ҙа һыу инергә тотондолар. Шунда улар төҫө ҡасҡан





















Туған телдән баһалау нормалары

Диктанттарҙы баһалау

Уҡыусы башта диктантты уҡып сыға. Өйрәнелмәгән орфограммалы һүҙҙәр алдан уҡ таҡтала яҙылған булырға тейеш.Уҡытыусы синыфтың әҙерлегенә ҡарап, әйттереп яҙыу темпын үҙе билдәләй.

Тексты орфоэпия, әҙәби тел номаларына ярашлы уҡыу талап ителә.

Диктант яҙылып бөткәс, уҡыусыларға тексты уҡып һәм тикшереп сығыу рөхсәт ителә. Ләкин диктантты баштан уҡ уйлап, аңлап, иғтибарлы яҙырға өйрәтергәһәм уны һуңғы тикшереү менән мауыҡмаҫҡа кәрәк Уҡытыусы тексты икенсе тапҡыр тулы килеш уҡып сыҡҡас та, грамматик эш тәҡдим ителә.

Контроль диктанттарҙы тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:

1). мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;

2). әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;

3). автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар:

4). механик рәүештә бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән:ата урынына аша).

Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергәкәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә.

Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә:

1). ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләргә ҡараған хаталар;

2). бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышында хаталар;

3). бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу

4). үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышында хаталар

Диктант бер генә билдә менән баһалана.

«5» билдәһе 1 орфографик, йә 2 пунктуацион хата булған эшкә ҡуйыла.

«4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацон йә 1 орфографик, 6 пуктуацион , йә орфографик хатаһыҙ,7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион , йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла.

«2» билдәһе 9 орфографик, 9 пуктуацион йә 8 орфографик , 10 пуктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Хаталар һаны 15 орфографик хатанан да артып китһә, «1»билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.



Әгәр контроль диктанттан һуң грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.

«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл, йә бер хата булғанда,

«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,

«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ эшләнгәндә,

«2» билдәһе бер эштә тә дөрөҫ эшләмәгәндә ҡуйыла.

Инша һәм изложение яҙҙырыу аша уҡыусыларыбыҙ;

    1. Теманы аса белеүе, тел сараларын инша йәки изложениеның темаһына һәм уларҙағы төп фекерҙе аңлатыу бурыстарына ярашлы һайлай белеүе,

    2. Яҙғанда, грамматик нормаға һәм дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләренә таянып эш ителә, тикшерелә. Шуның өсөн иншаға ла, изложениға ла һәр ваҡыт ике билдә ҡуйыла. Беренсе билдә менән йөкмәтке һәм телмәр төҙөлөшө, икенсе билдә менән грамоталылыҡ кимәле баһалана

Баһаларҙың төп критерийҙары

Йөкмәтке һәм телмәр төҙөлөшө

Грамоталылыҡ

Баһалау

1.Яҙма эштең йөкмәткеһе тулыһынса темаға тура килә.

2. Фактик хата булмаһа,

3. Йөкмәткеэҙмә-эҙ бирелһә,(план буйынса йәки планһыҙ)

4. эш лексикяҡтан байбулыуы менән айырылыпторһа,

5. Эш темаға һәм төп фекерҙе аңлатыу маҡсатына ярашлы стилдә яҙылһа, телмәре тасуири булһа,

Иҫкәрмә. Бер генә телмәр хатаһы һәм бер генә йөкмәтке хатаһы булған яҙма эшкә «5» билдәһе ҡуйырға мөмкин

Яҙма эштә 1 орфографик, йәки 1 грамматик хата(тимәк, бөтәһе 1 генә хата) булһа

«5» билдәһе ҡуйыла




1. Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә темаға тура килһә( теманан ситкә китеү бик аҙ булһа).

2. Йөкмәтке нигеҙҙә, дөрөҫ бирелһә, әммә эштә бик аҙ булһа ла, фактик хаталар осраһа,

3. Төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклегендә тупаҫ булмаған етешһеҙлектәр генә булһа,

4. Яҙма эш, нигеҙҙә, синоним һүҙҙәргәһәм синонимик грамматик формаларға бай булһа,

5. Эш бер төрлө стилдә яҙылыуы һәм тасуири булыу менән айырылып торһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштең телмәр хаталары өҫтөндә, йөкмәткеһендәге хаталар икенән дә артмаһа, уға «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин

Яҙма эштә 1 орфографик, йәки 2 грамматик хата йәки 3 пунктуацион хата булһа, йәки 1 хатаһы ла булмайынса, пунктуацион хаталары 4-тән, һәм граммматик хаталары 2-нән артмаһа,

«4» билдәһе ҡуйыла

1.Яҙма эштә теманы ситкә китеүгә ҡараған етди хаталар булһа,

2. Төп фекер дөрөҫ аңлатылһа, әммә эштә фактик хаталар ебәрелгән булһа,

3. Айырым өлөштәрендә төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклелеге боҙолһа,

4. Яҙма эш бер төрлөрәк типтағы синтаксик конструкцияларҙан


Яҙма эштә 4 орфографик, йәки 4 пунктуацион хата, йәки 3 орфографик һәм 5 пунктуацион хата, йәки 7 пунктуацион хата һәм орфографик хатаһыҙ булһа, шулар өҫтөнән 4 грамматик хата ебәрелһә,

«3» билдәһе ҡуйыла



торһа, һүҙлеге ярлы, һүҙҙәрҙе ҡулланыуҙа хаталар булһа,

  1. Эш тема һәм уны аңлатыу(асыу) талап иткән төрлө стилдә яҙылмаһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштәге телмәр хаталары 5-тән, йөкмәткелеге хаталары 5-тән артмаған хәлдә лә эшкә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.



1.Яҙма эш темаға тура килмәһә,

2. Фактик хаталар күп булһа,

3. Эштең бөтә өлөштәрендә фекер аңлатыу эҙмә-эҙлеклелеге боҙолһа, текст өлөштәре араһында бәйләнеш булмаһа, планға ярашһыҙ булһа,

4. Һүҙлеге ғәҙәттән тыш ярлы булһа, эш үҙ-ара бәйләнеше булмаған бер төрлө конструкциялы ҡыҫҡа һөйләмдәрҙән торһа, һүҙҙәр ҡулланылышында ла хаталар осраһа,

5. Эштә стилдең бер төрлөлөгөнә ирешелмәгән булһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштәге телмәр хаталары 7-нән, йөкмәткеһендәге хаталар һаны 6-нан артмаған хәлдә, уға «2» билдәһе ҡуйырға мөмкин


Орфографик хаталары 7-нән, пунктуацион хаталары 7-нән,

грамматик хаталар ҙа 7-нән артһа

«2» билдәһе ҡуйыла












Башҡорт теленән инша һәм изложениеларҙы баһалау нормалары


Билдәләр

Баһалауҙың төп критерийҙары

Йөкмәтке һәм телмәр

грамоталылыҡ

“5”

1.Эштең йөкмәткеһе темаға тулыһынса тап килә.

2. Фактик хаталар юҡ.

3. Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле асыла.

4. Эштең һүҙлеге бай.

5. Стиль һәм мәғәнәүи яҡтан текст камил. Эштә йөкмәтке яғынан-5 һәм телмәре яғынан кәмселек булыуы мөмкин.

3 орфографик, 3 пунтуацион йә 4 грамматик хата булыуы мөмкин х.

“4”

1.Эштең йөкмәткеһе, нигеҙҙә , темаға тура килә ( бер ни тиклем ситкә тайпылыштар бар.

2. Йөкмәтке дөрөҫ, ләкин һөйләм төҙөлөшөндә ҡайһы бер фактик хаталар бар.

3. Фекер ебендә бер ни тиклем эҙмә –эҙлелек боҙолған.

4. Ҡайһы бер осраҡта һүҙҙәрҙең ғулланылышында хата килеүе мөмкин.

5. Эштең стиле ярайһы уҡ төҙөк һәм мәғәнәле.Дөйөм алғанда, эштең йөкмәткеһендә 8 һәм телмәрендә 8 кәмселек булыуы мөмкин.

7 орфографик, 6 пуктуацион йәки 2 орфографик, 13 пунктуацион хата булыуы мөмкин. Шулай уҡ 5 грамматик хата булыуы мөмкин

“3”

1.Эш теманан байтаҡ ситкә тайпылған.

2. Эштең йөкмәткеһе, нигеҙҙә, дөрөҫ, ләкин һөйләм төҙөлөшөндә фактик хаталар байтаҡ.

3. Эҙмә –эҙлелек тулыһынса һаҡланмай. Һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хаталар бар.

4. Эштә йөкмәтке яғынан-15, телмәре яғынан 15 хата булыуы мөмкин.

10 орфографик, 13 пуктуацион, шулай уҡ 8 грамматик хата булыуы мөмкин

“2”

1.Эш теманы асмай.

2. Һүҙҙәр ҡулланылышында бик күп фактик хаталар ебәрелгән.

3. Эштең бөтә өлөштәрендә лә фекерҙең эҙмә-эҙлелеге боҙолған, һөйләмдәр урынлы ҡулланылмаған, бәйләнеш юҡ.

4. Эштен йөкмәткеһендә -20, телмәрендә 20-нән ашыу хата ебәрелгән

12-15 орфографик, 10 пунктацион, 12 гамматик хата


Диктанттарҙы баһалау

Диктант бер генә билдә менән баһалана. “5” билдәһе –тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,

“4” билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пуктуацион, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пуктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфоргафик хатаға ла “4” билдәүһе ҡуйыла.

“3” билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пуктуацион , йә 12 пунктуацион хатаһы булған эшкә ҡуйыла .Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пуктуацион хаталы эшкә лә “3” билдәһе ҡуйырға мөмкин.

“2” билдәһе 9 орфорафик, 9 пуктуацион, 9 орфографик йә 8 пунктуацион, 10 пунтуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла.Хата һаны 15 орфографик хатанан артып китһә, “1” билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.

Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәлмә грамматик, орфографик, лексик эштәр төҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана. Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгерәҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә: “5” билдәһе бөтә эште теүәл йә бер хата булғанда, “4” билдәһеэштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә , “3” билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ эшләнгәндә , “2” билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.

Контроль диктанттарҙы тикшергәндә түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин иҫәпкә алынмай:

  1. мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәғә яҙылыштар;

  2. әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;

  3. автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;

  4. механик рәүештә бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу ( мәҫәлән: ата урынына аша).























Приложение к рабочей программе

Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение

средняя общеобразовательная школа д. Идельбаково

муниципального района Зианчуринский район

Республики Башкортостан


«Рассмотрено и принято»

на заседании ШМО

Руководитель

_________/ Г. Р.Трубкулова/

Протокол № 1

от « » августа 2019 г.


«Согласовано»

Заместитель директора по УВР _____________ / М.Г.Бикбулатова/

« » августа 2019 г.


«Утверждаю»

Директор

МОБУ СОШ д.Идельбаково

_____________/ С.П.Закирова /

Приказ №

от « » августа 2019 г.



















02-11

Контрольно-измерительные материалы

по башкирскому (государственному) языку

для 4 класса

учителя первой квалификационной категории

Трубкуловой Гульназ Рафиковны

на 2019-2020 учебный год



















д. Идельбаково-2019


4-се класс башҡорт (дәүләт) теленән контроль эштәр.

27.12.2019 й.

Контроль диктант

Бесәйем.

Минең бәләкәй генә бесәйем бар. Ул ап-аҡ, ялбыр йөнлө. Маңлайында ҡара таптары бар. Мин уны Ҡараҡаш тип атаным. Бесәйемдең түңәрәк күҙҙәре ут кеүек янып тора. Ул һөт ярата. Эсеп туйғас, йөнтәҫ тәпәйҙәре менән битен йыуа. Һуңынан йомшаҡ ҡойроғо менән уйнай башлай.

27.12.2019 й

Минең өләсәйем.

Контроль диктант


Минең өләсәйем элек заводта эшләгән. Хәҙер ул өйҙә генә тора. Өләсәйем бик уңған. Ул тәмле итеп бәлеш бешерә. Ҡоймаҡты өләсәйем кеүек ҡойған кешене тапмаҫһың. Өләсәйемдең ҡулдары һис тик тормай. Ул йә йөн иләй,йә ойоҡбаш бәйләй. Беҙ өләсәйемде бик яратабыҙ


27.09.2019 й.

Контроль күсереп яҙыу.

Еләк

Малайҙар еләк йыйырға барҙы. Сәғит менән Вәли тырыздарын тиҙ

генә тултырҙы.Улар иптәштәренә лә еләк тиреште. Һауыттар тулды. Малайҙар ашап алды. Йәшенмәк уйнанылар. Күңелле йырҙар йырланылар. Сәғиттең еләгенән әсәһе ҡаҡ ҡойҙо


14.04.2020 й.

Изложение

Көләс булһын әсәйҙәр!

Әсәй! Ниндәй изге һүҙ. Был һүҙҙе ишеткәс тә, һәр кем үҙ әсәһен күҙ алдына килтерә! . Беҙҙе кем ҡарай? Кем беҙҙең өсөн ҡайғыра һәм шатлана? Кем иркәләп һөйә? Әлбиттә, әсәй. Һәр кемгә үҙенең әсәһе матур ҙа, аҡыллы ла, эшсән дә, сабыр ҙа. Гел шат, көләс, тыныс булһын улар.

(“Йәншишмә” газетаһынан)











Приложение к рабочей программе

Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение

средняя общеобразовательная школа д. Идельбаково

муниципального района Зианчуринский район

Республики Башкортостан


«Рассмотрено и принято»

на заседании ШМО

Руководитель

_________/ Г. Р.Трубкулова/

Протокол № 1

от « » августа 2019 г.


«Согласовано»

Заместитель директора по УВР _____________ / М.Г.Бикбулатова/

« » августа 2019 г.


«Утверждаю»

Директор

МОБУ СОШ д.Идельбаково

_____________/ С.П.Закирова /

Приказ №

от « » августа 2019 г.



















02-11

Контрольно-измерительные материалы

по башкирскому (государственному) языку

для 8 класса

учителя первой квалификационной категории

Трубкуловой Гульназ Рафиковны

на 2019-2020 учебный год



















д. Идельбаково-2019


8-се класс башҡорт (дәүләт) теленән контроль эштәр.

Контроль диктант .

Ысын дуҫлыҡ

Ҡоштар ҙа оҙон ҡышҡа ныҡлап әҙерләнә. Бүрекле беснәкте генә алайыҡ. Ҡуңыҙ, үрмәксе, бойҙай, еләк – бөтәһен дә йыя. Тик уның аҙык-түлек туплау өсөн махсус һаҡлағысы юҡ. Ләкин ҡош аптырап ҡалмай. Һәр ағас һайын ярыҡ- бына һиңә меңәрләгән “келәт”.Бүрекле беснәк тапҡан һәр нәмәһен шунда йәшерә бара.

Бүрекле беснәктәр бер-береһе менән бик дуҫ. Йыйған ризыҡтарын бергәләп ашай улар. Аҙыҡ туплаған ағасты билдәләп тормайҙар. Кемдекен табып ашаһаң да ярай, тип уйлайҙарҙыр, күрәһең. Берәү бөтәһе өсөн тырыша, бөтәһе берәү өсөн көс түгә.

04.02.2020 й.

Изложение

Ярҙам.

Балалар лагерҙа ял итәләр ине. Лагерь Дим буйында урынлашҡан. Ул район үҙәгенән алыҫ түгел. Лагерҙан Ҡыҙылъяр ауылы күренеп тора.

Беренсе отрядта-өсөнсө синыф уҡыусылары. Улар тиҙ дуҫлашты. Бер ваҡыт балалар урманға еләккә киттеләр. Юлда ҡапыл Айраттың аяғын йылан саҡты. Шул саҡ Фәриҙә башындағы яулығын сисеп алып, Айраттың аяғын ҡыҫып бәйләп ҡуйҙы. Шунан йыландың ағыуын ирендәре менән һурып, ергә төкөрҙө. Айратты лагерға алып ҡайттылар. Фәриҙә иптәшен шулай үлемдән ҡотҡарҙы.

04.11.2020 й.

Аңлатмалы диктант

Ҡыш башы.

Ҡарағайлыға ҡыш ҡапыл килде. Кис ваҡ ҡына ямғыр яуып торҙо. Ел һалҡын түгел ине.

Төндә һыуытып ебәрҙе. Дымлы ер өҫтө шаҡайып туңды. Төньяҡтан һалҡын ел иҫте. Ул көсәйҙе, ас бүре кеүек олоно.

Таң алдынан буран күтәрелде. Ер менән күк бергә тоташҡандай булды. Хатта күрше йорттарҙы ла күрерлек түгел ине.

Кешеләр аптырап ҡалды. Ярты метрҙан артыҡ ҡар яуған, һырындылар өйөлгән. Бына шулай ҡыш башланды.

(Н. Мусиндан.)




09.03.2020

Контроль диктант

Салауат Юлаев- башҡорт халҡының милли батыры.

Башҡорт халҡының милли батыры һәм шағиры Салауат Юлаев 1752 йылда хәҙерге Салауат районы Тәкәй ауылында старшина ғаиләһендә тыуған. Салауаттың атаһы Юлай Аҙналин аҡыллы һәм уҡымышлы кеше булған.

Салауат үҙен үҫмер сағынан уҡ батыр итеп таныта.

1771-1772 йылдарҙа Шайтан –Көҙөй олоҫо старшинаһы вазифаһын башҡара. Ул 1773-1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе , Е. Пугачевтың көрәштәше.

С.Юлаев ихтилаласылар көрәшенең иң мөһим алыштарына етәкселек итә. Салауат үҙен һәләтле ғәскәр башлығы итеп таныта. Пугачев 1773 йылдың декабрендә Салауат Юлаевҡа-полковник, ә 1774 йылдың июнендә бригадир дәрәжәһе бирә.





























Баһалар

       Баһалар

кластар

«5»

«4»

«3»

«2»

             I

30

25

15

15-тән кәмерәк

II

55

45

30

30-ҙан кәмерәк

III

65

55

40

40-тан кәмерәк

IV

80

75

55

55-тән кәмерәк

V

100

90

80

80-дән кәмерәк

VI

110

100

90

90-дан кәмерәк

           VII

120

110

100

100-ҙән кәмерәк

VIII

130

120

110

110-дан кәмерәк

IX

140

  130

      120

120-нән кәмерәк

-





Бесәйем.

Минең бәләкәй генә бесәйем бар. Ул ап-аҡ, ялбыр йөнлө. Маңлайында ҡара таптары бар. Мин уны Ҡараҡаш тип атаным. Бесәйемдең түңәрәк күҙҙәре ут кеүек янып тора. Ул һөт ярата. Эсеп туйғас, йөнтәҫ тәпәйҙәре менән битен йыуа. Һуңынан йомшаҡ ҡойроғо менән уйнай башлай












4б класс

№1

Контроль күсереп яҙыу

Минең йортом

Беҙҙең ауыл урман араһында урынлашҡан. Беҙҙең атайҙарыбыҙ һәм ағайҙарыбыҙ урман хужалығында эшләйҙәр. Уҡыусылар урманды һаҡлауҙа әүҙем ҡатнашалар. Ҡырҡылған урман урынына ҡарағай, шыршы ағастары ултыртабыҙ. Урманды ҡороған ботаҡтарҙан һәм япраҡтарҙан таҙартабыҙ. Көҙ көнө ағас орлоҡтары йыябыҙ. Орлоҡтарҙы посылка менән мәктәптәргә ебәрәбеҙ. Был эштәребеҙ өсөн беҙгә урман хужалығы эшселәре рәхмәт әйтәләр, бүләктәр бирәләр.


№2

Контроль күсереп яҙыу

Йыл миҙгелдәре. Көҙ

Сентябрь, октябрь, ноябрь – көҙ айҙары. Көҙ көндәр ҡыҫҡара, төндәр оҙая. Ҡайын, йүкә, саған ағастары япраҡтарын ҡоялар. Тәүлекләп, аҙналап ямғырҙар яуа. Һалҡын елдәр иҫә. Ҡоштар йылы яҡтарға китәләр. Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар ғына ҡала. Ҡуяндар, тейендәр һәм башҡа йәнлектәр йөндәрен алыштыралар. Баҫыуҙарҙа уңыш йыйыу тамамлана. Көҙ аҙағында төньяҡтан беҙгә ҡыҙылтүштәр осоп киләләр.






№3

Контроль күсереп яҙыу

Яҙғы каникулда.

Быйыл ҡыш бик һалҡын булды. Тик яҙғы каникулда ғына көндәр бер аҙ йылынды. Беҙ бер аҙна ял иттек. Был ваҡытты бушҡа үткәрмәнек. Ҡар иреүен, йылғала боҙ китеүен, ағастарҙың бөрөләнеүен күҙәттек. Башта ҡар аҡрын ирене. Төндә, иртәнсәк һәм кистәрен һыуыҡ булды. Аҙаҡ туңдырмай башланы.

Каникул көндәрендә беҙҙең мәктәптең ике уҡыусыһы район үҙәгендә слетта булып ҡайтты. Беҙ бергәләп кино ҡараныҡ, ата-әсәләргә концерт күрһәттек, китаптар уҡыныҡ.Каникул күңелле үтте. Хәҙер яңы көс менән уҡый башланыҡ. Беҙ бөтәбеҙ ҙә яҡшы уҡыйбыҙ.


№4

Контроль күсереп яҙыу

Джинсы

Джинсы – кизе-мамыҡ туҡыманан тегелгән тығыҙ салбар. Уны Леви уйлап табып, эш кейеме итеп 1853 йылда беренсе тапҡыр донъяға сығарған. Тарихсыларҙың мәғлүмәттәре буйынса, тағы ла итальян матростары ҡаты киндер салбар кейгән. Ул елкән тегеү өсөн елкәнле флот туҡымаһы булған.

“Ыштан булһа, шундай булһын” - тип әйткән Дженес. Генуя ҡалаһында итальян һүҙенән килеп сыҡҡан был исем. Унда елкән тегеү өсөн туҡыма етештергәндәр.

Шулай уҡ калын һәм ҡаты кизе-мамыҡтан яһалған туҡыманы Американың Техас штатындағы көтөүселәр (ковбойҙар) кейгән. Һуңынан ул махсус эш кейеме булараҡ ҡулланылған.

Ә хәҙер джинсы бөтә төр халыҡтың төп һәм модалы кейеменә әүерелде.


5в класс

№1

Контроль күсереп яҙыу

Иртән

Һоҡланғыс йәйге иртә. Ҡыҙарып сыҡҡан ҡояш нурҙарында, һарғылт йәшел төҫкә инеп, әкрен генә томан күтәрелде. Күҙ яуын алып, үлән баштарында ысыҡ емелдәй, әйтерһең дә, аяҡ аҫтына һанһыҙ ынйы бөртөктәре һипкәндәр. Тәбиғәт әкренләп йоҡонан уяна. Ҡайҙалыр алыҫта һайыҫҡан шыҡырлағаны ишетелде. Уға яуап ҡайтарғандай, ике тапҡыр кәкүк тә саҡырып ҡуйҙы.

Туғайҙан һандуғас йыры ишетелде. Шуны ғына көткәндәй, таллыҡта турғайҙар сутырлаша башланы. Бар тереклеккә ҡыуаныс һәм өмөт биреп, яңы яҡты көн тыуҙы.


№2

Контроль күсереп яҙыу

Ҡурай моңо.

Ҡайҙандыр ҡурай моңо ишетелә. Моң йөрәктәргә үтеп инә. Ҡоштар ҙа, йәнлектәр ҙә, йылғалар ҙа тынған. Ағастар әкрен генә тирбәлеп ойоп ултыра. Урман сәскәләре лә ошо тәьҫиргә бирелгән. Улар хатта тын алыуҙан да туҡтаған кеүек.

Ә һеҙ, балалар, ҡурай моңон тыңлағанығыҙ бармы?








№3

Контроль диктант

Ғинуар.

Ғинуарҙа яңы йыл башлана. Ғинуар – беҙҙең Башҡортостанда иң һыуыҡ ай. Ыжғыр буранлы көндәр күп була. Әсе ел һыҙғыра, төндәрен ул олой, ҡоторона.

Селдәр, ҡорҙар, һуйырҙар ҡалын ҡар аҫтына күмелгәндәр. Улар сатлама һыуыҡтарҙың уҙғанын көтәләр. Тик һайыҫҡандар, турғайҙар ғына көслө һыуыҡтарҙа ла соҡсоналар. Улар кеше йәшәгән урындарҙан аҙыҡ эҙләйҙәр. Ябалаҡ үткер күҙҙәре менән ҡар өҫтөн күҙәтә. Ҡар аҫтындағы өңөнән сыҡҡан сысҡанды һағалай.


№4

Контроль күсереп яҙыу

Баҡсаһы һәм уның улдары.


Бөгөн уҡыусылар мәктәп баҡсаһында эшләнеләр. Балалар сейә, ҡарағат төптәрен йомшарттылар. Улар кишер, сөгөлдөр түтәлдәрен утанылар. Мәктәп баҡсаһында мәк, астра, ләлә сәскәләре үҫә. Сабир, Әнисә һәм Гөлйөҙөм һыу ташынылар. Гүзәл менән Әлфиә түтәлдәргә һыу һиптеләр. Уҡыусылар тырышып эшләнеләр.


7а,б класс

№1

Контроль диктант

Янғантау.

Республикабыҙҙың Салауат районында Янғантау шифаханаһы урынлашҡан.

Унда ер аҫтынан бер туҡтауһыҙ эҫе пар һәм газ сығып ята. Тау 200 йылдан ашыу ғалимдарҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итә, ләкин әлегә тиклем уның сере асылғаны юҡ.

Янғантау шифаханаһында быуын ауырыуҙарын дауалайҙар. Тау янында Ҡорғаҙаҡ йылғаһы аға. Был шишмә ҡышын да туңмай. Ундағы һыуҙың температураһы йыл әйләнәһенә 16-18 градус була. Һыуы шифалы: ашҡаҙан- эсәк һәм бөйөр ауырыуҙарын дауалау өсөн ҡулланыла.

№2

Контроль күсереп яҙыу

Һаулыҡ.


Тәбиғәт косағында бер ҡурҡыныс булыуын иҫегеҙҙән сығармағыҙ, ул-талпан.

Талпандың ҡайһы берҙәре энцефалит йоҡтора. Әгәр ул тәнегеҙгә ҡаҙалып өлгөрһә, ул урынға тәүҙә май йәки вазелин, йә кәрәсин, дегет, бензин һөртөгөҙ. 5-10 минуттан бөжәк тонсоға башлағас, уны һаҡ ҡына тартып сығарығыҙ. Урынын спирт, одеколон йәки йод менән эшкәртегеҙ.

Энцефалитты иҫкәртеү сараһын күрергә кәрәк. Вакцинаны ноябрь, декабрь айҙарында уҡ поликлиникала яһатырға була.











№3

Контроль диктант


Ағиҙел.

Ағиҙел- республикабыҙҙың иң ҙур йылғаһы. Урал тауы итәгенән башланып, ул Башҡортостан аша 1400 километр самаһы ер үтә һәм бик күп ваҡ йылғаларҙың һыуын үҙенә йыя. Ағиҙел буйында Белорет, Күмертау, Мәләүез, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө, Бөрө ҡалалары теҙелгән.

Ағиҙелдә параходтар, теплоходтар, баржалар, катерҙар йөрөй. Йылғаның аҡ тулҡындарына, бейек ҡаяларына һоҡланмаған кеше юҡ. Бына ниндәй ул йылғалар әсәһе Ағиҙел!


№4

Контроль диктант


Үҙе сәскә, ә үҙе сәғәт

Батыр менән Гөлнәзирә урманға еләк йыйырға барҙы. Икеһе лә тырызын тултырырға тырышты.

-Ҡайта һалайыҡ, ямғыр килә, - тине Батыр ҡапыл ғына.- Бына сәскәләргә ҡара әле: бәпембә күҙҙәрен йомған, япраҡтары һәленеп төшкән, туҡранбаш башын эйгән.

Ысынлап та, тиҙҙән ҡойоп ямғыр яуа башланы.

-Сәскәләр барометр кеүек икән дә! – тине Гөлнәзирә, ағас аҫтына йәшенеп.

-Улай ғына тиһеңме, сәскәләргә ҡарап ваҡытты ла белеп була. Мәҫәлән, ҡыңғырау сәскә таж япраҡтарын иртәнге етелә аса. Ябай ғына картуф сәскәһе лә – дөп-дөрөҫ сәғәт. Ул теүәл етелә асыла ла көндөҙгө өстә йоҡлай башлай.

Ямғыр нисек тиҙ килгән булһа, шулай ашығып китеп барҙы. Гөлнәзирә менән Батыр ҡайтырға сыҡты. Йәһәтерәк картуф сәскәһен ҡарарға ине: сәғәт нисә икән?


8а класс

Контроль диктант

№1

Ысын дуҫлыҡ

Ҡоштар ҙа оҙон ҡышҡа ныҡлап әҙерләнә. Бүрекле беснәкте генә алайыҡ. Ҡуңыҙ, үрмәксе, бойҙай, еләк – бөтәһен дә йыя. Тик уның аҙык-түлек туплау өсөн махсус һаҡлағысы юҡ. Ләкин ҡош аптырап ҡалмай. Һәр ағас һайын ярыҡ- бына һиңә меңәрләгән “келәт”.Бүрекле беснәк тапҡан һәр нәмәһен шунда йәшерә бара.

Бүрекле беснәктәр бер-береһе менән бик дуҫ. Йыйған ризыҡтарын бергәләп ашай улар. Аҙыҡ туплаған ағасты билдәләп тормайҙар. Кемдекен табып ашаһаң да ярай, тип уйлайҙарҙыр, күрәһең. Берәү бөтәһе өсөн тырыша, бөтәһе берәү өсөн көс түгә.

Контроль тест

Тест 1. Выберите существительные, образующие множественное число с аффиксами –дар / -дәр:

1) көн6) ауыл

2) иртә7) туған

3) урман8) уҡыусы

4) малай9) төн

5) утын10) өҫтәл

Тест 2. Найдите ошибку:

1) балалар6) киаптар

2) ҡыҙҙар7) сәғәттәр

3) малайҙар8) тараҡтар

4) ауыллар9) әбейҙәр

5) өйҙәр10) ҡуяндар

Тест 3. Найдите лишние числительные:

1) ун6) алтмыш

2) егерме7) етмеш

3) утыҙ8) һигеҙ

4) ҡырҡ9) туҡһан

5) илле10) мең

Тест 4. Найдите неправильное словосочетание:

1) егерме ҡыҙ6) ике йөҙ мәктәп

2) өс малай7) етмеш алты көн

3) утыҙ биш китап8) ун балалар

4) һигеҙ өй9) ҡырҡ аҙна

5) йөҙ илле дәфтәр10) илле ҡала

Тест 5. Найдите ошибку:

1) әсәйҙең6) бабайҙың

2) атайҙың7) өләсәйең

3) ағайҙың8) малайҙың

4) апайҙың9) ҡыҙҙың

5) әбейҙең10) егеттең

Тест 6. Найдите ошибку:

1) Учалынан 6) Салауаттан

2) Мәскәүҙән7) Силәбенән

3) Бөрөнән8) Мәләүездән

4) Өфөнән9) Ырымбурҙан

5) Нефтекамадан10) Сибайҙан

Тест 7. Найдите ошибку:

1) мәктәпкә6) һатыусыға

2) ауылға7) шағирға

3) ҡалаға8) өйгә

4) китапҡа9) классҡа

5) уҡыусыға10) урманға

Тест 8. Найдите ошибку:

1) ағайым6) инәйем

2) һеңлем 7) әсәйем

3) апайым 8) күршем

4) ҡыҙым9) атайым

5) улымым10) олатайым

Тест 9. Найдите ошибку:1) балаларҙа6) ҡалаларҙа

2) ауылдарҙа7) уҡыусыларҙа

3) ҡаҙҙарҙа8) бүлмәләрҙа

4) мәктәптәрҙә9) урмандарҙа

5) болондарҙа10) магазиндарҙа

Тест 10. Найдите ошибку:

1) ағаһы4) әсәһе

2) атаһы5) ҡыҙыһы

3) апаһы6) уҡытыусыһы

Тест 11. Найдите правильный перевод:

Его (ее) брат учится в школе.

1)Ҡустыһы мәктәптә уҡый.

2)Әсәһе мәктәптә эшләй.

3)Ҡустың мәктәптә уҡый.

4)Ағаһы мәктәптә эшләй.

5)Уның ҡустыһы мәктәптә уҡый.

Тест 12. Найдите неправильно написанное слово:

1) мәктәп6) әсәй

2) сәғәт7) болотлы

3) бала8) ямғыр

4) уҡыусы9) ҡояш

5) уҡытыусы10) бесәй

Тест 13. Найдите неправильный ответ на вопрос:

Хәлдәр нисек?

1) ярайһы6) насар

2) уртаса7) яҡшы

3) хөрт8) шәп

4) һәйбәт9) шәптән түгел

5) мөмкин10) бара

Тест 14. Найдите неправильное предложение:

1)Дүшәмбелә мин һигеҙҙә ҡайттым.

2)Кисә Булат беҙгә килде

3)Йомала ул мәсеткә килде.

4)Кисә мин һуңға киләм.

5)Бөгөн улар театрға баралар.


6)Иртәгә улар беҙгә ҡунаҡҡа киләләр.

Тест 15. К данному ответу найдите правильный вопрос:

Мин эшкә автобус менән барҙым.

1)Һин эшкә кем менән барҙың?

2)Һин эшкә нимә менән барҙың?

3)Һин эшкә ҡасан барҙың?

4)Һин эшкә нисәлә барҙың?

Тест 16. Выберите подходящий глагол:

Беҙ театрҙан 19 сәғәттә ...

1) килдек3) киттек

2) барҙыҡ4) ҡайттыҡ

Тест 17 Найдите лишнее слово:

1)мин6) беҙ

2) ул7) ҡайҙа

3)улар8) кем

4) һин9) был

5) һеҙ10) бел

Тест 18. Найдите ошибку:

1)Башҡортостандың Президенты

2)Өфөнөң гербы

3)Республиканың картаһы

4)Ҡаланың исеме

5)С.Юлаевтың һәйкәле

6)Ағиҙел һыуы

7)Өфөнөң урамы

8)Башҡортостандың халҡы

9)Айһылыуҙың күлдәке

10)Азаматтың яуабы

Тест 19. Найдите правильный перевод:

Мама и папа ушли на работу.

1)Әсәй һәм атайҙар эшкә киттеләр.

2)Әсәй менән атай эшкә киттеләр.

3)Әсәй һәм атай эшкә киттеләр.

4)Әсәй, атай эшкә киттеләр.

Тест 20. Найдите неправильное словосочетание:

1) тәмле аш6) йылы тараҡ

2) баллы сәй7) тоҙло балыҡ

3) тоҙло ит8) оялсан малай

4) матур мәктәп9) ҙур ҡала

5) һалҡын һыу10) әсе борос

Тест 21. Постройте правильное предложение:

1)Барҙы, ул, менән, әсәһе, баҙарға.

2)Менән, мин, килдем, ҡалаға, поезд.

3)Мәктәптә, Алһыу, уҡыны, өсөнсө.

4)Һалҡын, ине, кисәге, көн.

5)Эштән, апайым, яртыла, ҡайтты, алтынсы.

6)Килде, ауылдан, беҙгә, ҡунаҡ.

7)Дуҫы, Рәшиттең, китте, Мәскәүгә.

8)Атайымдың, эшләне, әсәһе, мәктәптә.

9)Ләкин, юҡ, болотло, ямғыр, бөгөн, көн.

10)Көнө, дуҫымдың, тыуған, мартта, беренсе.


Тест 22. Раскройте скобки:

1)Йәкшәмбелә беҙгә туғандар (приехали).

2)Бөгөн беҙ тәмле аш (сварили).

3)Дүшәмбелә мин сәғәт етелә (вернулся).

4)Шишәмбелә һин дүртенсе яртыла (пришел).

5)Йомала беҙ мәсеткә (ходили).

6)Кисә улар бутҡа (ели).

7)Мин кассаға ҡырҡ өс һум (заплатил).

8)Ул лимон менән сәй (пил).

9)Беҙ өйгә яңы мендәрҙәр (купили).

10)Атайым машина менән ауылға (ездил).

Тест 23. Выберите слова, относящиеся к теме “Искусство”:

1)күргәҙмә6) тамашасы

2)көй7) сәхнә

3)нәшриәт8) шиғыр

4)шиғриәт9) шағир

5)рәссам10) балет

Тест 24. Найдите правильный ответ:

Фәриҙә Ҡудашева кем ул?

1)тәржемәсе4) мөхәррир

2)бейеүсе5) шағир

3)йырсы6) ғалим

Тест 25. Найдите правильный ответ:

Башҡорт дәүләт академия драма театры кем исемен йөрөтә?

1)Шәйехзада Бабич

2)Арыҫлан Мөбәрәков

3)Мәжит Ғафури

4)Мостай Кәрим

5)Салауат Юлаев



Контроль диктант

№3

“Ай Уралым, Уралым”

Ғәжәп тауҙар теҙмәһе ул Урал. Уның ҙурлығын, оҙонлоғон тасуирлап, былай тип яҙған башҡорт халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти: “Үҙе Боҙ диңгеҙенең һыуын эсә, ә ҡойроғо ҡойона Аралда”. Эйе, ысынлап та, уның бер осо Төньяҡ Боҙло Океанға етеп торһа, көньяғы Ырымбур далалары һәм Ҡаҙағстанға барып сыға.

Мәғрур Урал буйҙарында бик боронғо замандарҙан алып башҡорт халҡы йәшәгән. Ошо тауҙарға һоҡланып, ул “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” эпостарын, бик күп йырҙар, әкиәттәр ижад иткән.

“Урал” атамаһы башҡорт теленән алынған. Урал образы башҡорттарҙың Тыуған ил символы булып һанала.



9б класс

Контроль диктант

№1

Исем серҙәре.

Кешенең исеме менән холҡо,яҙмышы араһында ниндәйҙер бәйләнеш барлығын боронғолар һиҙемләгән. Кешенең исеме уның үҙе тураһында күп нәмәләр һөйләй икән.

Кешенең исемен үҙгәртеп, уның яҙмышын да үҙгәртергә була, тигән ҡараш бар. Мәҫәлән, римдар, яҙмыштары ниндәйҙер икенсе боролош алһын өсөн, исемдәрен баш түбән әйләндерелгән хәрефтәр менән яҙгандар.

Чикаго табиптары раҫлауынса, исемдең кеше тормошона йоғонтоһо бик ҙур. Әгәр ул көлкөлө икән, кешенең бәләкәйҙән үк ҡаршы тороу позицияһына ҡуя. Бала үҙенә һәйбәт мөнәсәбәт өсөн көрәшергә тейеш була, һәм был уның холҡонда, психикаһында сағылыш таба. Инглиз терапевы Т. Уэстон билдәләүенсә, сәйер исемле кешеләр төрлө психик кәмселектәрҙән башҡаларға ҡарағанда йышыраҡ яфаланалар.

Контроль диктант

№2

Ҡыш”

Ҡарағайлыға ҡыш ҡапыл килде. Кис ваҡ ҡына ямғыр яуып торҙо. Ел һалҡын түгел ине.

Төндә һыуытып ебәрҙе. Дымлы ер өҫтө шаҡырлап туңды. Төньяҡтан һалҡын ел иҫте. Ул көсәйҙе, ас бүре кеүек олоно.

Таң алдынан буран күтәрелде. Ер менән күк бергә тоташҡандай булды. Хатта күрше йорттарҙы ла күрерлек түгел ине.

Кешеләр аптырап ҡалды. Ярты метрҙан артыҡ ҡар яуған, һырындылар өйөлгән. Бына шулай ҡыш башланды.


Контроль диктант

№3

Тыуған төйәк

Июнь- йылдың иң матур айы. Болон, туғайҙар гөрләп сәскә ата. Был айҙа Өфө ҡалаһына яҡын аҡландарҙа 40-тан ашыу сәскә төрөн күрергә мөмкин.

Йылға, күлдә өҫтөн ап-ак һәм һап-һары томбойоҡ сәскәләре ҡаплай.

Май, июнь – ҡоштарҙың бала сығарыу ваҡыты. Улар балаларына ашарға ташып бер була. Мәҫәлән, бәләкәй генә себен сәпсеге тәүлегенә 560 тапҡыр осоп, аҙык килтерә.
Июндә күбәләктәр оса. Бал ҡорто күс айыра.

Июнь - тәүге еләктәр айы. Иң тәүҙә ҡайын еләге бешә.

22 июнь – йыл эсендә иң оҙон көн һәм иң ҡыҫҡа төн. Бер нисә көн шулай тиғеҙ тора, шунан йәйге көн ҡыҫҡара башлай









Контроль үлсәү материалдары

башҡорт теле

(уҡытыу туған (башҡорт) телендә

алып барылған кластар өсөн тәғәйенләнгән)



3 класс









  1. 1-се контроль эш (инеш).

Диктант

Мышы балаһы.

Кисә малайҙар урманға барҙылар. Улар унда бәләкәй генә мышы балаһын күрҙеләр. Оло мышы ҡайҙалыр киткән. Ел иҫкәндә ҡыуаҡтар ҡыштырлай. Тауышты ишетеп мышы быҙауы ҡурҡып ҡуя. Уның нәҙек аяҡтары ҡалтырай. Быҙау әсәһенә тауыш бирә. Әсәһе ишетмәй. Оҙаҡламай быҙауҡай ҡыуаҡтар араһына инеп юғалды.



Һүҙлек диктанты

Ҡуян, йомран, йүгерә, еүешләнде, төйөнсөк, ваҡыт, Муйнаҡ, тейен, эшсе, Өфө, айыу, юрған, уҡыусы, күләүек, баҫыу.

Күсереп яҙыу

Тере сәғәттәр.

Минең олатайым тәбиғәтте бик ярата. Уны яҡшы белә. Миңә лә тәбиғәт тураһында ҡыҙыҡлы нәмәләр һөйләй. Шуларҙың ҡайһы берҙәрен һеҙгә лә әйтәйем әле.

Аяҙ көндәрҙә һәр сәскә билдәле бер сәғәттә тажын аса, йоҡонан уяна. Мәк сәскәһе иртәнге сәғәт биштә асыла. Ә киске сәғәт етелә ябыла. (44 һүҙ.)

Эш.

1. Үҙең белгән өс сәскә исемен ижеккә бүлеп яҙ.

2. Һинең ҡартатайыңдың (олатайыңдың) исеме кем?

Утверждаю

Директор школы

__________А.А. Гарифуллин

приказ № 211-од от 31.08. 2015г.



















Контрольно-измерительные материалы (диктанты)

по родному (башкирскому) языку для 2А класса

на 2015/2016 учебный год






















Учитель: Гадиева Ильуся Асгатовна































Аңлатма яҙыу.

Диктант текстары түбәндәге йыйынтыҡтан алынды:

Сынбулатова Ф.Ш., Нурыева Р.Ф., Ғәлиуллина Г. Б. 1-4 кластар өсөн диктанттар йыйынтығы һәм тикшереү эштәре. Башҡорт теле уҡытыусылары өсөн ҡулланма. –Өфө: Китап, 2011. – 192 бит



Дәрес һаны

Үткәреү ваҡыты


Календарь буйынса

Фактик

8

21.10


Тыуған ил.

Тыуған илебеҙ бай һәм матур. Унда киң далалар һәм бейек тауҙар бар. Илемдә тәрән диңгеҙҙәр, күл-дәр һәм йылғалар күп. Үҫемлектәр һәм ағастар үҫә. Төрлө ҡоштар һәм йәнлектәр йәшәй.

Илебеҙ ҙур ҙа, матур ҙа! (33 һүҙ.) 52-се бит



Дәрес һаны

Үткәреү ваҡыты


Календарь буйынса

Фактик

15

16.12


Ҡышҡы төн.

Төн. Тышта саф һауа, тыныс. Ябалаҡлап ҡар яуа. Ул ер өҫтөнә ҡупшы балаҫ булып йәйелә. Эйтерһең дә, миңә аҡ юл, бәхеттәр теләй. Минең ошо матур төндә ҡанатланый алыҫҡа осҡом, тирә-яҡтың матурлығын байҡағым килде. (34 һүҙ.) 74-се бит



Дәрес һаны

Үткәреү ваҡыты


Календарь буйынса

Фактик

35

21.03


Март.

Март етте. Зәңгәр күктә ҡояш ялтырай. Ул һалҡын ергә үҙенең йылы нурҙарын һирпә. Иртәле-кисле әсе ел иҫә. Марттың үткер еле ҡарҙы белендермәй генә иретә. Ҡыу ағас ботаҡтарында турғайҙар сырылдаша. Көньяҡтан ҡоштар ҡайта башлай, (34 һүҙ) 84-се бит





Дәрес һаны

Үткәреү ваҡыты


Календарь буйынса

Фактик

50

25.05


Май.

Май етте. Йылы көндәр башланды. Бөтә ер йәшәрҙе. Болондар төрлө сәскәләр менән ҡапланды.Туғайҙа муйыл аҡ сәскәгә төрөндө. Уның хуш еҫе бөтә ергә тарала. Бөҙрә талдар араһында ҡоштар һайраша. Таңдарын һандуғас тауышы тынмай. Майҙың иң йәмле көндәре килеп етте. (39 һүҙ.)

96-сы бит



Утверждаю

Директор школы

__________А.А. Гарифуллин

приказ № 211-од от 31.08. 2015г.



















Контрольно-измерительные материалы (диктанты)

по башкирскому языку для 2А класса

на 2015/2016 учебный год






















Учитель: Гадиева Ильуся Асгатовна
































Аңлатма яҙыу.

Диктант текстары түбәндәге йыйынтыҡтан алынды:

Сынбулатова Ф.Ш., Нурыева Р.Ф., Ғәлиуллина Г. Б. 1-4 кластар өсөн диктанттар йыйынтығы һәм тикшереү эштәре. Башҡорт теле уҡытыусылары өсөн ҡулланма. –Өфө: Китап, 2011. – 192 бит

Дәрес һаны

Үткәреү ваҡыты


Календарь буйынса

Фактик

7

17.10


Дуҫтар.

Азаттың ҡулы шеште. Ул мәктәпкә бара алманы. Әсәһе эштә. Азат яңғыҙ. Дәрестән һуң дуҫтары килде. Ғәлиә иҙән йыуҙы. Хәлил утын ташыны. Айгөл һыу килтерҙе. (24 һүҙ.) 32-се бит





15

19.12


Ҡупшы сана.

Айҙарҙың атаһы тимерсе. Ул уға сана яһап бирҙе. Сана шәп килеп сыҡты. Малайға ул бик оҡшаны. Айҙар уны йәшелгә буяп ҡуйҙы.

Ҡыш килде. Малай көндә тауға сана шыуырға барҙы. Уның ҡорос аты шәп елдерә! (34 һүҙ.) 66-сы бит



25

05.03


Юл япрағы.

Юл япрағы - дарыу үләне. Уны яраға ябалар. Ул юл буйында осрай. Үләндең япраҡтары ергә һырығып үҫә. Үҙҙәре ҡаты, сыҙамлы. Шуға аяҡ табаны, тәгәрмәс ҡурҡыныс түгел. Орлоҡтары аяҡтарға эйәреп тарала. Үҫемлек юл буйында үҫә. Шуға ла юл япрағы тип атала. (39 һүҙ.)

(Ғ. Мортазин буйынса.) 80-се бит


33

14.05


Май.

Май етте. Йылы көндәр башланды. Бөтә ер йәшәрҙе. Болондар төрлө сәскәләр менән ҡапланды.

Туғайҙа муйыл аҡ сәскәгә төрөндө. Уның хуш еҫе бөтә ергә тарала. Бөҙрә талдар араһында ҡоштар һайраша. Таңдарын һандуғас тауышы тынмай. Май-ҙың иң йәмле көндәре килеп етте. (39 һүҙ.) 96-сы бит





























Дәрес һаны

Үткәреү ваҡыты

Изложение

Календарь буйынса

Фактик

15

10.12


Дуҫтар.

Муйнаҡ исемле эт менән Бүләк тигән бесәй йәшәгән. Улар дуҫ булған. Бер көндө Муйнаҡ дуҫын ҡунаҡҡа саҡырған. Өҫтәлгә ит, бауырһаҡ, һөт теҙгән. Бүләк күстәнәскә бәлеш, төрлө ризыҡтар алып килгән. Эт менән бесәй оҙаҡ дуҫ булғандар. (35 һүҙ.) 62-се бит







































































































Дәрес һаны

Үткәреү ваҡыты


Календарь буйынса

Фактик













Дәрес һаны

Үткәреү ваҡыты


Календарь буйынса

Фактик

8

21.10





















Эш. 1. [й] өне булған ике һүз уйлап яз.

2. Вәли, байрам һүҙҙәренең өн моделен төҙө.

3. Текстағы һөйләмдәр һанын яҙ.

Мәктәп.

Матур икән ул мәктәп. Баҡсаһы сәскәгә күмелгән. һәр бүлмәлә ҡара таҡта. Ул көҙгө кеүек ялтырап тора. Парталары шундай күп. Тәҙрәләрҙә гөлдәр. Класс эсе яҡты, таҙа. ^УГатур мәктәптә яҡшы уҡырға кәрәк. (30 һүҙ.) (А. Йдгэфэрованан.)

Эш. 1. Текстағы һөйләмдәр һанын яз.

л 2. Һөйләм тураһындағы билдәләмәнең төшөп кал-* ған һүҙен хуйып, күсереп яҙ. Һөйләм аҙағына ... куйыла.

3. Текстан хәреф һанына харағанда өндәр һаны күберәк булған һүҙзәрҙе һайлап алып яҙ.

Күсереп яҙыу.

Бөгөн байрам.

Беренсе сентябрь етте. Балалар мәктәпкә килде. Уҡытыусы апай уларҙы ҡаршы ала. Мәктәпте яңғы-ратып ҡыңғырау шылтыраны. Балалар класҡа инде-ләр. Улар һүрәт төшөрҙө, китап уҡыны. Байрам күңелле үтте. (25 һүҙ.)

Эш. 1. Сентябрь, етте, апай һүзҙәренен, өн моделен төзө.

2. Текстан халын һузынхы менән башланған өс һүз һайлап алып яҙ.

Төйлөгән.

Тауыҡ йорт алдында себештәр менән йөрөй ине. Ҡлпыл һауала өйөрөлгән төйлөгән себештәр өҫтөнә ташланды. Күҙ асып йомғансы үткер тырнаҡтары менән береһен эләктереп тә алды.

Мин бөтә көскә ҡысҡыра башланым. Ләкин һуң ине. Төйлөгән үҙенең табышы менән урманға табан осоп китте. (40 һүҙ.)

Эш. 1. Беренсе һейләмдең эйәһе менән хәбәре аҫтына һыҙ. 2. Тауык һүҙе менән һөйләм төҙөп яҙ.

Эш. 1. Беренсе һөйләмде тулыландырып яҙ.

2. Икенсе һөйләмде һорау һөйләмгә әйләндереп яҙ.

3. Икенсе һөйләмдә эйә менән хәбәргә һыҙ.

Таһир өйҙәме?

Турғай тәҙрә төбөнә ҡунды. Тырнаҡтары менән тәҙрәгә йәбеште. Өй эсенә күҙ һалды. Таһир өйҙәме икән? Турғай тағы тағараҡ янына килде. Ул шулай Таһирҙы көтә. Малай көн һайын ҡоштарға ем һибә. Таһир ҡоштарҙы, ҡоштар Таһирҙы ярата. (35 һүҙ.)

.)

Эш. 1. Тәүге һөйләмдең һыҙмаһын һыҙ.

2. Һорауға яуап яҙ. Ҡоштар ҡасан хайта?

Тере сәғәттәр.

Минең олатайым тәбиғәтте бик ярата. Уны яҡшы белә. Миңә лә тәбиғәт тураһында ҡыҙыҡлы нәмәләр һөйләй. Шуларҙың ҡайһы берҙәрен һеҙгә лә әйтәйем әле.

Аяҙ көндәрҙә һәр сәскә билдәле бер сәғәттә тажын аса, йоҡонан уяна. Мәк сәскәһе иртәнге сәғәт биштә асыла. Э киске сәғәт етелә ябыла. (44 һүҙ.)

Эш. 1. Үҙең белгән өс сәскә исемен ижеккә бүлеп яҙ. 2. Һинең ҡартатайыңдың (олатайыңдың) исеме кем?

Тест

1. Ике өндө белдергән хәрефе булған һүҙҙәрҙе бил-дәлә.

а) ҡурмас, б) юлдаш, в) уңған, г) ялбыр, ғ) еңмеш, д) терәк, е) юғалыу, ж) лётчик, з) ёлка, и) бирешмә, й) ентекле, к) шахтёр

2. Транскрипцияла бирелгән һүҙҙәрҙә я, ю, е, ё хәрефтәре менән тамғаланырға тейешле өндәрҙең аҫтына һыҙ.

[йарыш], [йэңэүсе], [тэйэш], [йурамал], [йүгэрә], [бэйә], [йэтмэш], [тэгэүсэ], [тайаныс], [тыйыла], [туйасаҡ], [майаҡ], [йэгэрмэ], [йуғалтыу], [йөрәк], [бэйэк], [сэйәлэк], [йаңылыш], [йэвәк], [тэйэн], [йурғалай], [йалҡынлы], [әсәйэм], [йуйғыс], [йэкән]

84Йәй етә.

Бына тағы сағыу ҡояшы, йәмле көндәре, хуш еҫле сәскәләре, йылы ямғырҙары менән йәй килеп етте.

Балалар мәктәптәрҙә уҡыуҙы тамамланы. Еҙ ҡың-ғырау уларҙы йәйге күңелле ялға оҙатты. Улар көҙгә көс йыйып, яңы өмөттәр, яңы пландар менән тағы уҡырға килерҙәр. (38 һүҙ.)

Эш. 1. Транскрипциялағы һүзҙәрҙе дөрөҫ итеп яз: [йалан], [йулсы], [йэләк], [йүкә], [тэйэн], [йэрэк]. 2. Текста предметтың билдәһен белдергән һүз-зәрзең аҫтына һыз.

Миләүшә.

Яҙ килде. Йәшел үлән шытып сыҡты. Ағастар япраҡ ярҙы. Бал ҡорттары алма ағасына ҡунып ҡаранылар. Ләкин ағастар сәскә атмағандар әле.

Ҡорттар ҡыуаҡ төбөндәге зәңгәр сәскәне күреп ҡалды. Был миләүшә сәскәһе ине. Ул ҡорттарҙы хуш еҫе, тәмле балы менән һыйланы. (39 һүҙ.)

Эш. 1. Тәүге ике һөйләмдең һызмаһын һыз.

2. Текста предметтың атамаһын белдергән һүззәр-зең аҫтына һыҙ.

Эш.1.Текста предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙ-

ҙәрҙең аҫтына ике тура һызык һыд.

2. Тәүге өс һөйләмдә эйәне, хәбәрзе билдәлә.

Контроль күсереп яҙыу.

Ирәмәл.

Ирәмәл Көнъяҡ Уралдың иң бейек тауы һанала. Уның ике осло түбәһе алыҫтан ук күренә. Улар бергә ҡушылып эйәргә оҡшап тора. Ирәмәл ҡалын урман менән тсапланған. Урманында төрлө йәнлектәр йәшәй. Унда һоро айыу ҙа йыш осрай. Йәмле Ағиҙел ошо тау итәгенән башлана ла инде. (43 һүҙ.)

Эш. 1. Бирелгән һүззәрзе күсереп ал. Нәзек һузын-ҡыларзын, аҫтына бер, ҡалындарына ике һызыҡ

һыз.

олатай, өләсәй, атай, әсәй, ағай, апай, ҡусты,

һеңле, еңгә, езнә, ейән, ейәнсәр 2. Ярзамсы һүзҙәрзең аҫтына һыз.

Дуҫлыҡ.

Дуҫлыҡ булғанда донъя яҡтыра, йәмләнә, йән-ләнә. Кешенең ышаныслы таянысы булыу -- яҡшы күренеш. Таяныр кеше — дуҫ бит ул. Дуҫльгк ололар-ға ғына түгел, балаларға ла бик кәрәк. Бәләкәйҙән башланған дуҫлъгк ғүмергә дауам итә, ундай кешеләр иң бәхетлеләрҙән иҫәпләнә. (36 һүҙ.)




Эш. 1. Малай исемдәре аҫтына - бер, ҡыз исемдәренә ике һыҙыҡ һыҙ. 2. Һөйләмдәрҙең башына һыҙ.

Урманда.

Ял көнө беҙ урманға сыҡтыҡ. Көн сыуаҡ, матур. Мин еләк йыйҙым. Эсәйем бәшмәк йыйҙы. Атайым менән ағайым миндек бәйләне. Беҙ кис кенә ҡайт-тыҡ. (23 һүҙ.)

Эш. 1. Өсөнсө һөйләмдең һыҙмаһын һыҙ. 2. Өс предмет һүҙзе ижеккә бүлеп яз.

Ат ҡараусы.

Ғүмәр ағай ат ҡарай. Ул эңерҙә аттарҙы яланға алып китә. Иртә таңда алып ҡайта.

Шәүрә атаһына сәй ҡайната. Ул уңған ҡыҙ. (25 һүҙ.)

Эш. 1. Һөйләм баштарына һыз.

2. Икенсе һөйләмдә нәзек һузынхылар аҫтына һыз.

Күсереп яҙыу.

Беҙҙең уиындар.

Беҙ уйнарға яратабыҙ. Фәрит ат була. Айрат атты ҡыуа. Улар йүгерә. Дилә менән Зилә ҡурсаҡ уйнай. Яхъя, Самат туп тибә. Беҙгә күңелле. (22 һүҙ.)

32

Ҡоштар килде.

Мартта беҙгә ҡара ҡарғалар килде. Апрелдә сы-йырсыҡтар ҡайтты.

Оҙаҡламай һабан турғайҙары килер. Улар зәңгәр күктә һайрарҙар. Ҡоштар файҙалы. (18 һүҙ.)

ЗУР ХӘРЕФ.

Хайуан ҡушаматтары

Ерәнкәй.



Өйҙә Ерәнкәй исемле тейен йәшәй. Ул ҡулға өй-рәнде. Ерәнкәй ерән төҫтә, ҡолаҡ остары ғына ҡара. Күҙҙәре төймәләй. Улар йылтырап тора. Ерәнкәй кәнфит ярата. (25 һүҙ.)

Эш. 1. Беренсе һөйләмдең һызмаһын һыз.

2. Ерәнкәй, күҙҙәре, колаҡ һүззәренең өн моде-лен төзө.

"Каратүш.

Минең бесәйем бар. Ул аҡ ялбыр йөнлө. Түшендә ҡара таптары бар. Мин уны "Каратүш тип атаным. Ҡаратүш йылы һөт эсә. Тамағы туйғас, ҡойроғо менән уйнай. (25 һүҙ.)

Эш. 1. Һуңғы һөйләмде ижектәргә бүлеп күсереп яз. 2. Ике өндө белдергән хәреф аҫтына һыз.

Еләктә.

Дуҫым Булат менән еләккә барҙыҡ. Ҡашҡарҙы ла алдыҡ. Аҡланда еләк күп. Ҡыҙыл булып күренеп торалар. Беҙ еләк йыйғансы Ҡашҡар ҡуян ҡыуҙы. Кәрзин тулғас, ҡайтырға сыҡтыҡ. (25 һүҙ.)

Эш. 1. Эт кушаматтарын яз.

Баыгкортостан.

Башҡортостан көньяҡ Уралда урынлашҡан. Уның тәбиғәте бай һәм матур. Бында ҡалын урмандар, мул үләнле үҙәндәр, киң яландар, текә ҡаялар бар. Салауат Юлаев Уралға һоҡланған һәм уны данлаған. Бүтән сәсәндәр ҙә уны маҡтап йырлаған. (33 һүҙ.)

Эш. 1. Ялан һүҙенең өн моделен төҙө.

2. Өсөнсө һөйләмдең һызмаһын һыҙ.

3. Беренсе һөйләмде һорау һөйләмгә әйләндереп яҙ.

ЗУР ХӘРЕФ. Хайуан кушаматтары

ТСолонсатс.

Булат көн һайын атаһы янына йөрөй. Уның ата-һы ат ҡарай. Бер көндө Булат Шоңҡар исемле ат янында бәләкәй генә ҡолонсаҡ күрҙе. Ул бик шат-ланды. Ҡолонсаҡҡа Ҡлрасай тип исем ҡушты. Көн һайын уны үҙе ҡараны. (34 һүҙ.)

Эш. 1. Хайуан хушаматтарының аҫтына һыҙ.

2. Беренсе һөйләмдең һыҙмаһын һыҙ.

3. Икенсе һөйләмде ижектәргә бүлеп яҙ.

Эш. 1. Хайуан хушаматтарын ижеккә бүлеп яз.

2. Текстан ике ижекле өс һүҙ һайлап алып яҙ.




тайым Әбйәлил районында йәшәй. Уның Йон-доҙ ҡушаматлы ҡолоно бар. Ҡолон ҡышты яланда үткәрҙе. Йәй еткәс, уны болонға сығарҙылар. Бына Йондоҙ хәтфә болонда уйнаҡлай. Ул рәхәтләнеп саба, һикерә. Унан һутлы үлән утлай. Ашап туйғас, кеш-нәй. "Колонға болонда иркен шул. (38 һүҙ.)

Эш. 1. Беренсе һөйләмдең һыҙмаһын һыҙ.

2. Баш хәреф менән яҙылған ер-һыу атамаһын, кеше исемен язып ап. Улар янына 2-шәр шундай һүзҙәр өҫтәп яҙ.

3. Район, яланда һүҙҙәренең өн моделен төҙө.

Эш. 1. Транскрипцияла бирелгән һүҙҙәрзе дөрөҫ итеп хәрефтәр менән яз. Орфограммаларзы һыз. [әлэйә], [һәзэйә], [сәрэйә], [әкэйәт]

2. Дүрт һүҙзең береһе менән һөйләмдәр уйлап яз.

3. Предметтың атамаһын белдергән һүззең өн моделен төзө, транскрипцияла яз: кояш, кыяр,

Эш. 1. Беренсе һейләмде һорау һөйләмгә әйләндереп яз.

2. Әсөнсө һөйләмдең һызмаһын һыз.

3. Һорауға яуап яз. Һинең уҡытыусың кем?

Күсереп яҙыу.

Яҙ килә.

Яҙ килә. Көндәр йылыны. Яйлап ҡына ҡар ирей. ТСар көндән-кен йоҡара. "Кыйыҡтан тамсы тама. Кискә ҡарай көн һыуына. "Карҙың өҫтө ҡата. Тамсы-лар тамыуҙан туҡтай. Улар туңып, тынып тсалалар. Иртән тағы ҡояш сығыр. Яҙғы матур күренештәр ҡабатланыр. (37 һүҙ.)




Йәй етә.

Бына тағы сағыу ҡояшы, йәмле көндәре, хуш еҫле сәскәләре, йылы ямғырҙары менән йәй килеп етте.

Балалар мәктәптәрҙә уҡыуҙы тамамланы. Еҙ ҡың-ғырау уларҙы йәйге күңелле ялға оҙатты. Улар көҙгә көс йыйып, яңы өмөттәр, яңы пландар менән тағы уҡырға килерҙәр. (38 һүҙ.)

Эш. 1. Транскрипциялағы һүҙдәрҙе дөрөҫ итеп яз: [йалан], [йулсы], [йэләк], [йүкә], [тэйэн], [йэрэк]. 2. Текста предметтың билдәһен белдергән һүҙ-зәрзең аҫтына һыз.

Миләүшә.

Яҙ килде. Йәшел үлән шытып сыҡты. Ағастар япраҡ ярҙы. Бал ҡорттары алма ағасына ҡунып ҡаранылар. Ләкин ағастар сәскә атмағандар әле.

Ҡорттар ҡыуаҡ төбөндәге зәңгәр сәскәне күреп ҡалды. Был миләүшә сәскәһе ине. Ул ҡорттарҙы хуш еҫе, тәмле балы менән һыйланы. (39 һүҙ.) Эш. 1. Тәүге ике һөйләмдең һызмаһын һыз.

2. Текста предметтың атамаһын белдергән һүззәр-зең аҫтына һыз.

Эш. Ч.Текста предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙ-зәрҙең аҫтына ике тура һызыҡ һыз. 2. Тәүге өс һөйләмдә эйәне, хәбәрҙе билдәлә.

Контроль күсереп яҙыу.

Ирәмәл.

Ирәмәл Көньяҡ Уралдың иң бейек тауы һанала. Уның ике осло түбәһе алыҫтан уҡ күренә. Улар бергә ҡушылып эйәргә оҡшап тора. Ирәмәл ҡалын урман менән ҡапланған. Урманында төрлө йәнлектәр йәшәй. Унда һоро айыу ҙа йыш осрай. Йәмле Ағиҙел ошо тау итәгенән башлана ла инде. (43 һүҙ.)

Эш. 1. Бирелгән һүҙҙәрҙе күсереп ал. Нәзек һузын-хыларзың аҫтына бер, ҡалындарына ике һызыҡ

һыз.

олатай, өләсәй, атай, әсәй, ағай, апай, ҡусты,

һеңле, еңгә, еҙнә, ейән, ейәнсәр 2. Ярҙамсы һүззәрҙең аҫтына һыз.

Дуҫлыҡ.

Дуҫлыҡ булғанда донъя яҡтыра, йәмләнә, йән-ләнә. Кешенең ышаныслы таянысы булыу -- яҡшы күренеш. Таяныр кеше — дуҫ бит ул. Дуҫлыҡ ололар-ға ғына түгел, балаларға ла бик кәрәк. Бәләкәйҙән башланған дуҫлыҡ ғүмергә дауам итә, ундай кешеләр иң бәхетлеләрҙән иҫәпләнә. (36 һүҙ.)

















Тест

1. Ике өндө белдергән хәрефе булған һүҙҙәрҙе билдәлә.

а) ҡурмас, б) юлдаш, в) уңған, г) ялбыр, ғ) еңмеш, д) терәк, е) юғалыу, ж) лётчик, з) ёлка, и) бирешмә, й) ентекле, к) шахтёр

2. Транскрипцияла бирелгән һүҙҙәрҙә я, ю, е, ё хәрефтәре менән тамғаланырға тейешле өндәрҙең аҫтына һыҙ.

[йарыш], [йэңэүсе], [тэйэш], [йурамал], [йүгэрә], [бэйә], [йэтмэш], [тэгэүсэ], [тайаныс], [тыйыла], [туйасаҡ], [майаҡ], [йэгэрмэ], [йуғалтыу], [йөрәк], [бэйэк], [сэйәлэк], [йаңылыш], [йэвәк], [тэйэн], [йурғалай], [йалҡынлы], [әсәйэм], [йуйғыс], [йэкән]































  1. 2-се контроль эш. (1 триместр)

Диктант

Башҡорт аты.

Ер йөҙөндә ике йөҙ иллегә яҡын тоҡом ат бар. Шулар араһында башҡорт аты көслө һәм талымһыҙ булыуы менән бүтән тоҡомдарҙан ныҡ айырыла. Башҡорт тоҡомо далалы ерҙә лә, таулы-урманлы яҡтарҙа ла йәшәй. Сасҡау һыуыҡҡа ла, йәйге селләгә лә бирешмәй. Тауҙарға еңел артыла. Тибендә үҙенә аҙыҡ таба. Һыуҙың таҙаһын ғына эсә. Бесән менән һоло ғына ашай.

Эш.

  1. Юлдан-юлға күсереп булмай торған ике ижекле һүҙҙәрҙе айырып яҙ.

  2. Ике өндө белдергән хәрефтәрҙең аҫтына һыҙ.

  3. Һуңғы һөйләмдә ярҙамсы һүҙҙең аҫтына һыҙ.

Һүҙлек диктанты

Япраҡ, йоҙаҡ, йүнәлеш, болоттар, Ағиҙел, бесәйем, түңәрәк, ерек, эремсек, Сибай, йылға, йәшел, бүрәнә, туған тел, юлдар.

Күсереп яҙыу

Миләүшә.

Яҙ килде. Йәшел үлән шытып сыҡты. Ағастар япраҡ ярҙы. Бал ҡорттары алма ағасына ҡунып ҡаранылар. Ләкин ағастар сәскә атмағандар әле.

Ҡорттар ҡыуаҡ төбөндәге зәңгәр сәскәне күреп ҡалды. Был миләүшә сәскәһе ине. Ул ҡорттарҙы хуш еҫе, тәмле балы менән һыйланы. (39 һүҙ.)

Эш.

1. Тәүге ике һөйләмдең һыҙмаһын һыҙ.

2. Текста предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙ.

Эш.

1.Текста предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙҙәрҙең аҫтына ике тура һыҙык һыҙ.

2. Тәүге өс һөйләмдә эйәне, хәбәрҙе билдәлә.



  1. 3-сө контроль эш (ярты йыллыҡ)

Диктант.

Шыршыҡай.

Ҡар көнө буйы яуҙы. Эре ябалаҡ ҡарҙар бөтә донъяны аҡҡа буяны. Ер өҫтө ҙур аҡ юрған ябынды.

Шыршы ағастарын ҡар баҫты. Уларҙың ботаҡтары аҫҡа эйелде. Ваҡ ҡыуаҡтарҙың остары ғына күренә.

Шыршы ботағына һайыҫҡан килеп ҡунды. Ағастан ҡар һыпырылып төштө. Барлыҡ ҡар аҫҡа сәселде. Һайыҫҡан шыҡырыҡлап нимәлер һөйләне лә, осоп китте. Шыршы ботағы еңеләйеп ҡалды.

Эш.

  1. Транскрипциялағы һүҙҙәрҙе хәрефтәр менән яҙ.

[йауҙы], [буйаны], [йурған], [уаҡ], [йэңэлйэп], [кэйэм].

  1. Тәүге абзац һөйләмдәренең баш киҫәктәрен билдәлә.

Һүҙлек диктанты

Ҡайын, тиҙҙән, ноябрҙә, йонсоу, Салауат Юлаев, епшек, юғалды, йәйен, дүртмөйөш, оҙонлоғо, йүгән, ялҡау, бейеү, еләк, эҙҙәр, Мәскәү.

Күсереп яҙыу

Шыршы турғайҙары.

Һеҙҙең ҡыш көнө урманда булғанығыҙ бармы? Йәмле лә һуң ҡышҡы урман! Айырыуса шыршы һәм ҡарағайҙар күркәм булалар. Уларҙың ботаҡтарында матур булып ҡар ята. Бейек шыршыларҙың ботаҡтарында оялар күргәнегеҙ бармы? Унда шыршы турғайҙары оя яһайҙар. Улар сатлама һыуыҡтарҙа ла геү килеп уйнайҙар. Шыршы турғайҙары шыршы тубырсыҡтарының орлоғон ашайҙар. Улар ҡыш көнө бала сығаралар. Балалары йәйҙе ҙурайып ҡаршылайҙар.

Эш.

  1. Текстағы һорауҙарға яуап яҙ.

  2. Ауыл һәм урман һүҙҙәрен күплектә яҙ.



  1. 4-се контроль эш (III триместр)

Диктант

Бесәйем.

Минең бесәйем һоро төҫтә. Уның ҡолаҡтары һаҡ, оҙон мыйыҡтыры тырпайып тора. Бесәйемдең йомшаҡ туны ебәк ке-ек йылҡылдай. Уның тырнаҡтары ҡоростай үткер, күҙҙәре ут кеүек янып тора.

Бесәйем иркә һәм хәйләкәр. Ул иркәләнеп мырылдай, күҙҙәрен йома, ҡойроғон болғай, һыртын көмрәйтә.

Көндөҙ бесәйем ҡояшта ҡыҙына, туйғансы йоҡлай, ә кисен һунарға сыға. Ул төн буйына сысҡандар ҡарауыллай.

Эш.

  1. Е хәрефе булған һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеп яҙ.

  2. Һуңғы һөйләмдең баш киҫәктәрен билдәлә.

  3. Бесәйҙен тасуирлаған өс һүҙҙе яҙ.

Һүҙлек диктанты

Ямғыр, күңелле, Ҡариҙел, борон-борон, аҡҡош, йомшаҡ, йөҙөк, юлаҡлы, гөлйемеш, йүкә, өсмөйөш, элек, егәрле, дәфтәр, мкәтәп.

Күсереп яҙыу.

Ирәмәл.

Ирәмәл Көнъяҡ Уралдың иң бейек тауы һанала. Уның ике осло түбәһе алыҫтан ук күренә. Улар бергә ҡушылып эйәргә оҡшап тора. Ирәмәл ҡалын урман менән ҡапланған. Урманында төрлө йәнлектәр йәшәй. Унда һоро айыу ҙа йыш осрай. Йәмле Ағиҙел ошо тау итәгенән башлана ла инде. (43 һүҙ.)

Эш.

1. Бирелгән һүҙҙәрҙе күсереп ал. Нәҙек һуҙынҡыларзын, аҫтына бер, ҡалындарына ике һыҙыҡ һыҙ.

олатай, өләсәй, атай, әсәй, ағай, апай, ҡусты, һеңле, еңгә, езнә, ейән, ейәнсәр.

2. Ярзамсы һүзҙәрзең аҫтына һыз.



  1. 5-се контроль эш ( йыллыҡ)

Диктант

Һыу инеү.

Оҙаҡламай уҡыуҙар тамамлана. Тиҙҙән оҙаҡ көткән йәмле йәй етә. Һеҙ ял итергә, уйнарға, ҡояшта ҡыҙынырға, һыу инергә ашҡынаһығыҙ.

Йәйге ҡояшта яйлап ҡына ҡыҙынығыҙ. Һыу инеү ҡағиҙәләрен ныҡ һаҡлағыҙ. Йөҙә белмәгән кешегә билдән юғары һыуға инеү хәүефле. Ярҙан бик алыҫҡа тәрәнгә йөҙөп китмәгеҙ. Өшөгәнсе һыу инеү ҙә зыянлы. Һыу ингәндә бер-берегеҙҙе күҙәтергә лә онотмағыҙ.

Эш.

  1. Ҡуш тартынҡылы һүҙҙәр аҫтына һыҙ.

  2. Йәй, һыу, кеше, ял. Сәскә һүҙҙәренә күплек ялғауы ҡушып яҙ.

  3. Ҡояш, яр, зыян һүҙҙҙәрен транскрипцияла яҙ.



Һүҙлек диктанты

Быяла, ҡайын, календарҙа, емерек, юлдаш, тейеш, йүнһеҙ, ҡойроғо, тәлмәрйен, йорттар, Башҡортостан, элек, ап-аҡ, ейәнсәр, йылан.



Күсереп яҙыу

Яҙ һулышы.

Үҙенең күңелле шау-шыуына, сылтырап аҡҡан гөрләүектәренә, шартлап япраҡ ярған бөрөләренә наҙланып яҙ ҙа етте. Быйыл яҙ иртә килде. Тау биттәре ҡарҙан әрселеп, яҙҙың тәүге сәскәһе – умырзая күҙен асты. Ҡоштар ҙа, сыр-сыу килеп, Уралыма ҡайта башланы. Уларҙың тыуған ояларына ҡайтыуы үҙе бер байрамға әйләнә. Ҡоштар шатланышып һайрайҙар. Тыуған төйәктәре өҫтөндә өйөрөлә-өйөрөлә осоп йөрөйҙәр. Ошо күренеш үҙе бер тамаша, яҙҙың онотолмаҫ сағыу бер мәле.

Эш.

  1. Беренсе һөйләмдә нәҙек һуҙынҡылар аҫтына бер. Ҡалын һуҙынҡыларға ике һыҙыҡ һыҙ.

  2. Күплек ялғауы булған өс һүҙҙе күсереп яҙ.



Тест

 1.Хәрефтәр һәм өндәр һаны тура килгән һүҙҙәрҙе билдәләргә:

бирьяҡ            умырзая               таяныс          ерек

донъя              юлсы                      шаян            кейек

2.Нәҙек һуҙынҡынан ғына торған һүҙҙәрҙе билдәләргә:

Диңгеҙ             ҡағыҙ            әфлисун            көйәнтә

Китап                 туҡыма         өҫтәл               ғалим

3.Хатаһыҙ яҙылған һүҙҙәр төркөмөн билдәләргә:

1)Ҡойроғо,ҡаймаҡы,мәктәве

2)Яулығы,тарағы,китабы

3)Бүләге,орлоғы,ҡавы

4.Баш киҫәктәре дөрөҫ билдәләнгән һөйләмдәрҙе  табырға:

1)Ҡая башында ҡайын үҫә.

2)Зәңгәр күктә ҡояш йылмая.

3)Зилә ял көнө әхирәтенә ҡунаҡҡа барҙы.

4)Малайҙар урманда көҙгө япраҡтар йыйҙылар.

5)Тау баштарына,ағастарға  тәүге ҡар яуҙы.

6)Терпе энәһенә бер-нисә алма ҡаҙаған.

5. Ярҙамсы һүҙҙәр генә  яҙылған төркөмдө билдәләргә:

1)Урман(да) йәшәй, еләк(тә)йыйҙы,ай(ҙа)бөттө

2)Баҡса(ла )йөрөй ,тау(ҙа) үҫә ,ҡыҙҙар(ҙа) килде

3)Йәй( ҙә) үтте,күл(дә) ҡороно,эш(тә) тамамланды







6.Тамырҙаш һүҙҙәрҙе генә билдәләргә:

   Йыр         йырлай       йыраҡ

 Йырсы       йырғанаҡ      йырһыҙ        йырыҡ

7.Һыҙыҡса аша яҙылыусы ҡушма һүҙҙәрҙе билдәләргә:

Көн+байыш    ер+ һыу      дүрт+мөйөш        уйнай+ уйнай

Тирә+яҡ            төн+ яҡ      Аҡ+ бай               ал+ япҡыс

8.Кәрәкле ялғауҙың аҫтына һыҙырға:

Борос(-тоң,-тың),ҡолон(-дың,-доң),мөйөш(-төң,тең),өлгө(-нөң,нең)

9.Мәғәнәләре бер үк булған һүҙҙәрҙе дөрөҫ табып ,тоташтырырға:

Асығыу            маҡтаныу                   ҡурҡыу                            шатланыу

Ҡото осоу     ҡорһағы асыу      түбәһе күккә тейеү             ҡабыҡ ҡағыу

10.Омонимдарҙы табырға. Мәғәнәләрен аңлатырға.

Нурый күреп минең яңы эйәрҙе,

Бер аҙым да арттан ҡалмай эйәрҙе.



















Яҙ килеүе.

(контроль диктант)

Ауыл да, яландар ҙа әле ҡар аҫтында. Март баштарынан уҡ, беренсе ҡояш нурҙары төшөү менән, битен аса торған Мәмбәт тауы ла ап-аҡ ҡар юрғаны аҫтында ята. Былтыр ҙа, ҡарҙың ниндәй күп булыуына ҡарамаҫтан, был ваҡыттарҙа яҙ үҙенең килерен һиҙҙерә башлағайны. Күрәһең, ҡыш елһеҙ, буранһыҙ булғанға, ҡар бөтә ерҙә лә тигеҙ ятҡандыр. Шулай ҙа күңелдә яҙға тартым була торған бер талпыныу, ҡар аҫтынан парланып килеп сыҡҡан ер өҫтөнә тиҙерәк баҫырға ашҡыныу һиҙелә. Мөмкин булһа, яҙҙы тиҙләтке, ҡояшты, ер өҫтөнә яҡыныраҡ тартып, турараҡ ҡаратҡы килә. Шулай булмай мөмкин дә түгел, быйыл яҙ –әллә ниндәй айырмалы яҙ ул.

(С.Агиштан)













Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!