СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Контрольные работы по родному башкирскому языку 3 класс

Нажмите, чтобы узнать подробности

контрольные работы по родному башкирскому языку для 3 класса с родным башкирским языком обучения. К контрольным работам приложены критерии оценивания.

Просмотр содержимого документа
«Контрольные работы по родному башкирскому языку 3 класс»

Предмет: туған тел. Класс – 3.

Инеш контроль.

Контроль диктант

Яйыҡ буйында.

Һеҙҙең Яйыҡ буйҙарында булғанығыҙ бармы? Унда һандуғастар һайрауын тыңлағанығыҙ бармы? Яйыҡ буйында муйыл, балан ағастары үҫә. яҙ көнө улар аҡ сәскәгә күмеләләр. Бар ерҙә хуш еҫ аңҡый. Сутылдашып ҡоштар һайрай. Ундағы ҡоштар моңон тыңлаһағыҙ икән! Улар ниндәй генә тауыш сығармайҙар!

Йылғала балыҡтар уйнай. Ярҙарына ҡарлуғастар оялай. Күңелле лә һуң Яйыҡ буйҙары!


Грамматик эштәр:

  1. Өсөнсө һөйләмдә эйә менән хәбәрҙе билдәләргә.

  2. Яйыҡ, күңелле һүҙҙәренең өн моделдәрен эшләргә.

  3. Текста нисә хәбәр, һорау, өндәү һөйләм бар?


Тикшереү һәм баһалау критерийҙары



Диктантты баһалау:

«5» билдәһе — тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,

«4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«2» билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Хаталар һаны 15 орфографик хатанан да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.


Грамматик эштәрҙе баһалау

1

Өсөнсө һөйләмдә эйә менән хәбәрҙе билдәләргә.

Яйыҡ буйында муйыл, балан ағастары үҫә.

Һөйләм дөрөҫ табылған - 1 балл.

һөйләмдең эйәһе табылған, аҫтына бер һыҙыҡ һыҙылған – 1 балл

һөйләмдең хәбәре табылған, аҫтына ике һыҙыҡ һыҙылған – 1 балл


1-се эш өсөн - 3 балл

2

Яйыҡ, күңелле һүҙҙәренең өн моделдәрен эшләргә.


һәр дөрөҫ өн моделе – 1 балл


2-се эш өсөн - 2 балл

3

Текста нисә хәбәр, һорау, өндәү һөйләм бар?


Хәбәр һөйләмдәр – 6, һорау һөйләмдәр – 2, өндәү һөйләмдәр – 2.

Һөйләмдәрҙең өс төрө лә дөрөҫ табылған – 2 балл;

1 хата ебәрелгән – 2 балл;

2 һәм күберәк хата – 0 балл


3-сө эш өсөн - 2 балл


Бөтәһе – 7 балл



Балды баһаға күсереү критерийҙары


«5»

«4»

«3»

«2»

90-100 %

70-89%

50-69%

менее 50%

7 балл

5-6 балл

3-4 балл

0-2 балл

Предмет: туған тел. Класс – 3.

1-се ярты йыллыҡ өсөн контроль эш

Тексты күсереп яҙыу һәм текст буйынса эштәр

Декабрҙә.

Башҡортостанда ҡыш ноябрь айында уҡ башлана. Күлдәр, йылғалар, быуалар боҙ менән ҡаплана. Ағастар яланғаслана. Тик шыршы һәм ҡарағайҙар ғына йәп-йәшел булып ултыралар. Ер аҡ ҡарға күмелә. Ҡоштар һайрамайҙар. 22 декабрҙә иң ҡыҫҡа көн һәм иң оҙон төн була. Сатлама һыуыҡтар башлана. Ҡоштар һәм йәнлектәр йылдың ауыр миҙгелен кисерәләр. Улар һыуыҡтан һәм аслыҡтан интегәләр. Балалар, ҡоштарҙы ашатығыҙ!

(Е. Кучеров буйынса)

Грамматик эштәр.

1-се эш.

Тексты иғтибар менән уҡып сыҡ. Исем бир. Исемен яҙып ҡуй.

2-се эш.

Тексты күсереп яҙ.

3-сө эш.

5 -се һөйләмде күсереп яҙ, баш һәм эйәрсән киҫәктәрен билдәлә.

4-се эш.

Ҡош, күл һүҙҙәренән тамырҙаш һүҙҙәр яһап яҙырға.

5-се эш.

Һүҙҙәрҙе һүҙ составы буйынса тикшер: йылғалар, сейәле, уҡыусы, саңғысы, баҡсаға.



Баһалау критерийҙары

Дөрөҫ яуап һәм баһалау критерийҙары

Балл

1

Варианттар “Декабрь”, “Декабрҙә” һ.б. варианттар булыуы мөмкин.

1 балл

2

  • Текст дөрөҫ каллиграфия менән хатаһыҙ күсерелгән, төҙәтеүҙәр һәм бысратыуҙар юҡ

3 балл

  • Текст дөрөҫ каллиграфия менән күсерелгән, төҙәтеүҙәр һәм бысратыуҙар юҡ, 1 орфографик йәки 1-2 пунктуацион хата. Йәки хаталар юҡ, 1-2 төҙәтеү, бысратыу бар

2 балл

  • Калииграфия нормалары тулыһынса үтәлмәй, 2-3 хата, ЙӘКИ 3-4 пунктуацион хата, ЙӘКИ 5-6 төҙәтеү

1 балл

  • 4-5 орфографик хата, ЙӘКИ 5-6 пунктуацион хата, Йәки 7-8 төҙәтеү, сыйыу

0 балл

3

Ер аҡ ҡарға күмелә.

3 балл

  • Һөйләм дөрөҫ табылған

1 балл

  • Эйә дөрөҫ табылған һәм һыҙылған

1 балл

  • Хәбәр дөрөҫ табылған һәм һыҙылған

1 балл

4

Ҡош, күл һүҙҙәренән тамырҙаш һүҙҙәр яһап яҙырға.

4 балл


Варианттар: ҡошсо, ҡошсолоҡ, ҡошҡай, ҡошло, ҡошһоҙ

2 балл


Варианттар: күлле, күлһеҙ, күләүек

2 балл

5

Һүҙҙәрҙе һүҙ составы буйынса тикшер: йылғалар, сейәле, уҡыусы, саңғысы, баҡсаға.



Һәр дөрөҫ тикшерелгән һүҙ 1 балл

5 балл


Бөтәһе

16 балл



Балды баһаға күсереү критерийҙары


«5»

«4»

«3»

«2»

90-100 %

70-89%

50-69%

менее 50%

14-16 балл

12-15 балл

8-11 балл

8 баллдан әҙерәк



Предмет: туған тел. Класс – 3.

3-сө класс өсөн йыллыҡ тикшереү эше

Тест.


  1. Баш хәреф менән яҙылған һүҙҙәрҙе күсереп ал.

мәтрүшкә, азамат, ирәндек, бесәй, мырҙабаев, стәрлетамаҡ, аҡбур, дим.


  1. Дөрөҫ төҙөлгән һөйләмдәрҙе күсереп яҙ.

Сәлимә гөлдәргә һыу ҡоя. Илнур бесәйен ашата иртәнсәк. Тышта ҡар яуа ябалаҡлап. Мин урманда бәшмәк йыйыҙым. Мин һөйләп бирҙем яңылыҡтарҙы атайыма бәнә-бәйнә.


  1. Транскрипцияны асып, һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп яҙ.

[йэләк], [йалған], [йэтэнсэ], [тэйэн], [йурған], [йэгэрмэ], [йарғанат], [бэйэүсэ], [әсәйэм], [йэлбәҙәк].


  1. Ҡайһы һүҙ транскрипцияла дөрөҫ яҙылмаған? Шул һүҙҙе транскрипцияла дөрөҫ итеп яҙ.

[йуна], [йарсыҡ], [ятаҡ], [йалғаш], [йаңылыҡ], [ҡайау], [тайаныс], [хыйал], [майаҡ], [шаян], [умырзайа], [ҡыйар], [быйала], [ямантау], [йанғантау], [йалҡау], [йарыҡ].


  1. Һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп яҙ

[йуна], [йуллау], [ йулай], [йурған], [йулдаш], [йулсы], [йуҫыҡ], [йуғалыу], [йул], [йулбарыҫ], [йуныс], [йунысҡы], [йуйғыс]


  1. ҙа-ҙә, ла-лә, та-тә, да-дә ярҙамсы һүҙҙәре ҡайһы һүҙҙәрҙә айырым яҙыла, шул һүҙбәйләнештәрҙе яҙып ал.

ҡурай(ҙа) уйнай, Зиләне(лә) ярата, бесән(дә) имгәтте, аҡсаһын(да) юғалтты, йылға(ла) сайҡаны, күл(дә) ҡороно, күҙ(ҙә) сағыла, өй(ҙә) төҙөп бөтөлдө, болон(да) уйнаны, ҡыш(та) үтте, тау(ҙа) үҫә, ирәндек(тә) матур, малайҙар(ҙа) шаян, урман(да) йәшәй.


  1. Һүҙгә тейешле хәрефте ҡуйып күсереп ал.

Борос – борост...ң, көмөш – көмөшт...ң, ҡойроҡ – ҡойроҡт...ң, төйөнсөк – төйөнсөкт...ң, бойороҡ – бойороҡт...ң, көсөк – көсөкт...ң, Отҡор – Отҡорҙ....ң, Гөлсөм - -Гөлсөмд....ң, осҡон – осҡонд....ң, һоро – һорон...ң, морон – моронд....ң, болон – болонд....ң, төйгйс – төйгөст....ң


  1. Ҡушма һүҙ яһап яҙ.

Көн+сығыш, аш+яулыҡ, Ай+нур, төн+яҡ, бир+яҡ, ар+яҡ, Аҡ+Иҙел, Аҡ+тырнаҡ, Аҡ+яр, аҡ+ҡош, оло+атай, тирә+яҡ, яуа+яуа, ҡара+ағас, Нур+Бикә, Ай + Сулпан.


  1. Сит телдән ингән һүҙҙәрҙе транскрипцияны асып, дөрөҫ итеп күсереп яҙ.

[кухнʹаға], [лʹустраны], [магазʹины], [кафыһы], [чʹэчʹнʹаға], [лагʹерға], [пʹэрʹмʹгʹә], [сочʹиға], [вагзалға], [боршʹты], [чʹабанға].


  1. Үҙең тураһында 4-5 һөйләмдән торған текст яҙ.


Баһалау критерийҙары


Дөрөҫ яуап

Баһалау критерийҙары

1

Азамат, Ирәндек, Мырҙабаев, Стәрлетамаҡ, Дим.

Һәр дөрөҫ яҙылған һүҙ 1 балл.

Яңылыш яҙылған һүҙ өсөн 1 балл алына


1-се эш өсөн

5 балл

2

Сәлимә гөлдәргә һыу ҡоя. Мин урманда бәшмәк йыйыҙым.

һәр дөрөҫ һөйләм – 1 балл. яңылыш яҙылған һөйләм өсөн 1 балл алына


2-се эш өсөн

2 балл

3

Еләк, ялған, етенсе, тейен, юрған, егерме, ярғанат, бейеүсе, әсәйем, елбәҙәк.

Һәр дөрөҫ яҙылған һүҙ 1 балл.

Яңылыш яҙылған һүҙ өсөн 1 балл алына


3-сө эш өсөн

10 балл

4

[йатаҡ], [шайан], [йамантау].

һәр һүҙ – 1 балл. Яңылыш яҙылған һүҙ өсөн 1 балл алына.


4-се эш өсөн

3 балл

5

Юна, юллау, Юлай, юрған, Юлдаш, юлсы, юҫыҡ, юғалыу, юл, юлбарыҫ, Юныс, юнысҡы, юйғыс.

һәр һүҙ – 1 балл. Яңылыш яҙылған һүҙ өсөн 1 балл алына.


5-се эш өсөн

13 балл

6

Зиләне лә ярата, аҡсаһын да юғалтты, күл дә ҡороно, өй ҙә төҙөп бөтөлдө, ҡыш та үтте, Ирәндек тә матур, малайҙар ҙа шаян.

Һәр дөрөҫ яҙылған һүҙбәйләнеш - 1 балл. Яңылыш яҙылған һүҙбәйләнеш өсөн 1 балл алына.


6-сы эш өсөн

7 балл

7

Борос – боростоң, көмөш – көмөштө.ң, ҡойроҡ – ҡойроҡт. о..ң, төйөнсөк – төйөнсөкт ө.ң, бойороҡ – бойороҡто.ң, көсөк – көсөкт ө..ң, Отҡор – Отҡорҙо.ң, Гөлсөм - -Гөлсөмд ө.ң, осҡон – осҡондо.ң, һоро – һороно.ң, морон – морондо.ң, болон – болондо.ң, төйгөс – төйгөст ө..ң

һәр һүҙ – 1 балл. Яңылыш яҙылған һүҙ өсөн 1 балл алына.


7-се эш өсөн

13 балл

8

Көнсығыш, ашъяулыҡ, Айнур, төньяҡ, бирьяҡ, аръяҡ, Ағиҙел, Аҡтырнаҡ, Аҡъяр, аҡҡош, олатай, тирә-яҡ, яуа-яуа, ҡарағас, Нурбикә, Айсулпан.

һәр һүҙ – 1 балл. Яңылыш яҙылған һүҙ өсөн 1 балл алына.


8-се эш өсөн

16 балл

9

Кухняға, люстраны, магазины, кафеһы, Чечняға, лагерға, Пермгә, Сочиға, вокзалға, борщты, чабанға.

һәр һүҙ – 1 балл. Яңылыш яҙылған һүҙ өсөн 1 балл алына.


9-сы эш өсөн

11 балл

10


Текст бәйләнешле 5-6 һөйләмдән тора. Хатаһыҙ яҙылған. – 5 балл

Текст бәйләнешле 5-6 һөйләмдән тора. 1-2 орфографик хатаһы бар. – 4 балл.

Текст бәйләнешле 3-4 һөйләмдән тора. 3-5 орфографик хатаһы бар. – 3 балл.

Текст бәйләнешле 3-4 һөйләмдән тора. 6-7 орфографик хата, 3-4 пунктуацион хата бар. – 2 балл

Текст бәйләнешле 3-4 һөйләмдән тора. 8-10 орфографик хата, 5-7 пунктуацион хата бар. – 1 балл.

ҡалған осраҡтарҙа 0 балл.


10-сы эш өсөн

5 балл


Бөтәһе

85 балл


Балды баһаға күсереү критерийҙары


«5»

«4»

«3»

«2»

90-100 %

70-89%

50-69%

менее 50%

77-85балл

60-76 балл

43-59 балл

43 баллдан әҙерәк


23



Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!