СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Ҡурай, ҡурайсылар

Нажмите, чтобы узнать подробности

Ҡурай! Серле, моңло ҡурай!                           Ауыр мәлдәрҙә ҡайғыларҙы,

һоҡланғыс саҡтарҙа шатлыҡтарҙы уртаҡлашыусы ҡурай. Сал быуаттар аша

 беҙгә данлы үткәндәребеҙҙе илаһи моңға сорнап алып килеп еткергән ҡурай ул. Уның моңонда тыуған төйәгебеҙҙең иҫ киткес хозурлығы сағыла.Тик Уралда ғына үҫә

шундай һоҡланғыс ҡурай.

Просмотр содержимого документа
«Ҡурай, ҡурайсылар»

Урал ғына тауҙың, ай, башында Урай-урай үҫкән бер ҡурай. Шул ҡурайҙы алып, тарттыниһәң, Ҡайғы-хәсрәт баҫыла бер талай. Йүгереп кенә мендем, ай, үҙәндән Таҡыя ла башлы ҡурайға. Ҡая ташҡа баҫып, ҡурай тарттым, Эштәр китмәҫме, тип үк уңайға.  (башҡорт халыҡ йыры) (аудиоя ҙмала БХК «Урал»ды Р.Юлдашев уйнай)

Урал ғына тауҙың, ай, башында

Урай-урай үҫкән бер ҡурай.

Шул ҡурайҙы алып, тарттыниһәң,

Ҡайғы-хәсрәт баҫыла бер талай.

Йүгереп кенә мендем, ай, үҙәндән

Таҡыя ла башлы ҡурайға.

Ҡая ташҡа баҫып, ҡурай тарттым,

Эштәр китмәҫме, тип үк уңайға.

(башҡорт халыҡ йыры)

(аудиоя ҙмала БХК «Урал»ды Р.Юлдашев уйнай)

Ҡурай! Серле, моңло ҡурай ! Ауыр мәлдәрҙә ҡайғыларҙы, һоҡланғыс саҡтарҙа шатлыҡтарҙы уртаҡлашыусы ҡурай. Сал быуаттар аша  беҙгә данлы үткәндәребеҙҙе илаһи моңға сорнап алып килеп еткергән ҡурай ул. Уның моңонда тыуған төйәгебеҙҙең иҫ киткес хозурлығы сағыла.Тик Уралда ғына үҫә шундай һоҡланғыс ҡурай.

Ҡурай! Серле, моңло ҡурай ! Ауыр мәлдәрҙә ҡайғыларҙы,

һоҡланғыс саҡтарҙа шатлыҡтарҙы уртаҡлашыусы ҡурай. Сал быуаттар аша

беҙгә данлы үткәндәребеҙҙе илаһи моңға сорнап алып килеп еткергән ҡурай ул. Уның моңонда тыуған төйәгебеҙҙең иҫ киткес хозурлығы сағыла.Тик Уралда ғына үҫә

шундай һоҡланғыс ҡурай.

Ҡурай ! Серле, моңло ҡурай! Башҡорттоң серҙәше, моңдашы, яуҙашы.

Ҡурай ! Серле, моңло ҡурай!

Башҡорттоң серҙәше, моңдашы, яуҙашы.

Ҡурай – флейта тибындағы тынлы музыка ҡоралы. Ҡурайҙың төрҙәре:  ҡыйыҡ ҡурай (ғәйнә ҡурайы), сорҡурай – һыҙғыртма флейталар ; һыбыҙғы – бәләкәй арҡыры флейта. Ҡурай шул уҡ исемле сатыр сәскәле үҫемлек һабағынан  (ҡурай үләненән) эшләнә.

Ҡурай – флейта тибындағы

тынлы музыка ҡоралы.

Ҡурайҙың төрҙәре:

ҡыйыҡ ҡурай (ғәйнә ҡурайы),

сорҡурай – һыҙғыртма флейталар ;

һыбыҙғы – бәләкәй арҡыры флейта.

Ҡурай шул уҡ исемле сатыр

сәскәле үҫемлек һабағынан

(ҡурай үләненән) эшләнә.

Ҡурай үҫемлеге

Ҡурай үҫемлеге

 Ҡурай – сатыр сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ үҫемлек. Ҡурайҙың һабағы ҡырлы-ҡырлы. Бейеклеге 120-170 сантиметр.Ҡурай ҡайын урманы һәм аралаш урмандарҙа ҡуйы үлән араһында үҫә. Бигерәк тә дымлы ерҙе хуп күрә.

Ҡурай – сатыр сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ үҫемлек.

Ҡурайҙың һабағы

ҡырлы-ҡырлы. Бейеклеге

120-170 сантиметр.Ҡурай ҡайын

урманы һәм аралаш урмандарҙа ҡуйы үлән араһында үҫә. Бигерәк тә дымлы

ерҙе хуп күрә.

 Башҡорт халҡының рухи донъяһында ҡурайҙың урынын аңлау өсөн түбәндәге йыр юлдарына иғтибар итеү ҙә етәлер:  Таҡыя ла башлы ҡырлы ҡурай  Башҡорт еркәйенең межаһы...  «Урал»  Салауаттың тартҡан ҡурайының  Ике башҡайҙары ҡурғашлы...  «Салауат»  Ата-бабаларҙың моң-зарҙарын  Һин бит, ҡурай, беҙгә күсергән...  «Ҡурай»

Башҡорт халҡының рухи донъяһында

ҡурайҙың урынын аңлау өсөн түбәндәге йыр юлдарына иғтибар итеү ҙә етәлер:

Таҡыя ла башлы ҡырлы ҡурай

Башҡорт еркәйенең межаһы...

«Урал»

Салауаттың тартҡан ҡурайының

Ике башҡайҙары ҡурғашлы...

«Салауат»

Ата-бабаларҙың моң-зарҙарын

Һин бит, ҡурай, беҙгә күсергән...

«Ҡурай»

Башҡорт халҡының данлыҡлы ҡурайсылары бик күп.Уҙған быуаттарҙа уҡ башҡорттар Уралдан Петербургка тиклем йәйәүләп барып, батша алдында ҡурай уйнаған. Батшаны башҡорт моңо менән әсир итеп, уға халыҡтың аһ-зарҙарын һөйләп ҡайтҡан Йәйәүле Мәхмүт һымаҡ ҡурайсы сәсәндәр булған ул замандарҙа.

Башҡорт халҡының данлыҡлы

ҡурайсылары бик күп.Уҙған быуаттарҙа уҡ башҡорттар Уралдан Петербургка тиклем йәйәүләп барып, батша алдында ҡурай уйнаған. Батшаны башҡорт моңо менән әсир итеп, уға халыҡтың аһ-зарҙарын һөйләп ҡайтҡан Йәйәүле Мәхмүт һымаҡ ҡурайсы сәсәндәр булған ул замандарҙа.

 Ҡурайсылар араһында иң данлыҡлыһы Салауат Юлаев булған.Салауат:  Маҡтап ҡурай уйнаһам,  Бөтмәй ҙә генә көй булыр,  Данлап йырым йырлаһам,  Бөтмәй ҙә генә йыр булыр, - тип тыуған Уралыбыҙға йырҙар сығарған .

Ҡурайсылар араһында иң данлыҡлыһы Салауат Юлаев булған.Салауат:

Маҡтап ҡурай уйнаһам,

Бөтмәй ҙә генә көй булыр,

Данлап йырым йырлаһам,

Бөтмәй ҙә генә йыр булыр, - тип тыуған Уралыбыҙға йырҙар сығарған .

Боронғо классик ҡурайсы тип Ғәбит сәсәндең исемен әйтеп булалыр. « Ул ҡурайсы, йырсы, сәсән ине, - тип яҙа Ғәбит сәсән тураһында мәшһүр фольклорсы, сәсән М.Буранғолов. Ниндәй генә көй уйнаһа ла, тәүҙә легендаһын һөйләп, көйҙәрен уйнап, йырын йырлап тамамлар ине ».

Боронғо классик ҡурайсы тип

Ғәбит сәсәндең исемен әйтеп булалыр. « Ул ҡурайсы, йырсы, сәсән ине, - тип яҙа Ғәбит сәсән тураһында мәшһүр фольклорсы, сәсән М.Буранғолов.

  • Ниндәй генә көй уйнаһа ла, тәүҙә легендаһын һөйләп, көйҙәрен уйнап, йырын йырлап

тамамлар ине ».

Ҡаһым түрә  Ҡаһым түрә - башҡорт халҡының данлыҡлы ҡурайсыһы. Наполеон ғәскәрҙәрен эҙәрлекләп барған яугир Ҡаһым түрә яу ҡоралы менән генә түгел, ҡурайы менән дә еңеү яулаған. Ҡаһым түрәгә ҡурайҙы көмөштән ҡойҙорғандар.Ул Парижда көмөш ҡурайҙа уйнаған. Был һүҙҙәр Ҡаһым түрәгә арналған башҡорт халыҡ йырҙары менән раҫлана:  « Ҡаһым түрә фарман биргән саҡта  Уң ҡулында булыр ҡурайы .»

Ҡаһым түрә Ҡаһым түрә - башҡорт халҡының

данлыҡлы ҡурайсыһы. Наполеон ғәскәрҙәрен эҙәрлекләп барған яугир Ҡаһым түрә яу ҡоралы менән генә түгел, ҡурайы менән дә еңеү яулаған.

Ҡаһым түрәгә ҡурайҙы көмөштән ҡойҙорғандар.Ул Парижда көмөш ҡурайҙа уйнаған. Был һүҙҙәр Ҡаһым түрәгә арналған башҡорт халыҡ йырҙары менән раҫлана:

« Ҡаһым түрә фарман биргән саҡта

Уң ҡулында булыр ҡурайы

 Йомабай Иҫәнбаев Данлыҡлы ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев 1925 йылда Париж сәхнәләрендә сығыш яһап, бөтә донъяға дан ҡаҙана.Ул бөтөн башҡорт көйҙәрен һәм көйҙәрҙең тарихын белгән ҡурайсы булған.

Йомабай Иҫәнбаев

Данлыҡлы ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев

1925 йылда Париж сәхнәләрендә сығыш яһап, бөтә донъяға дан ҡаҙана.Ул бөтөн башҡорт көйҙәрен һәм көйҙәрҙең тарихын белгән ҡурайсы булған.

Ишмулла Дилмөхәмәтов Ишмулла Дилмөхәмәтов – атаҡлы ҡурайсы һәм йырсы. Ул РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы.

Ишмулла Дилмөхәмәтов

Ишмулла Дилмөхәмәтов – атаҡлы

ҡурайсы һәм йырсы. Ул РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы.

Ишмулла ағай сәхнәлә боронғо йырҙарҙы күкрәк киреп йырлаған.Ул « Буранбай » һәм «Сибай», «Зөлхизә» һәм «Ғилмияза» кеүек көйҙәрҙе өҙлөкһөҙ уйнаған. (Аудиоя ҙмала «Хәтирә» көйөн уйнай. )

Ишмулла ағай сәхнәлә боронғо йырҙарҙы күкрәк киреп йырлаған.Ул « Буранбай » һәм «Сибай», «Зөлхизә» һәм «Ғилмияза» кеүек көйҙәрҙе өҙлөкһөҙ уйнаған.

(Аудиоя ҙмала «Хәтирә» көйөн уйнай. )

Ишмулла Дилмөхәмәтов ҡурайҙы бөтөн донъяға танытҡан.Совет делегацияһы менән бергә ул Францияла һәм Италияла, Швецияла һәм Японияла, Афғанстанда һәм Һиндостанда булып ҡайтҡан.

Ишмулла Дилмөхәмәтов ҡурайҙы бөтөн донъяға танытҡан.Совет делегацияһы менән бергә ул Францияла һәм Италияла, Швецияла һәм Японияла, Афғанстанда һәм Һиндостанда

булып ҡайтҡан.

Башҡорт ҡурайының тарихында быуын-быуын килгән атаҡлы ҡурайсылар

Башҡорт ҡурайының тарихында быуын-быуын килгән атаҡлы ҡурайсылар

Ғата Сөләймәнов Ҡурайсы Ғата Сөләймәнов (1912 – 1988) – үҙе бер тарих.Ул 60 йылдан ашыу ҡурайҙа уйнап, халыҡ хәтеренән 250 йыр һәм легендаларын яҙып алған.Ул ҡурайсы ғына түгел, ә йырсы, артист һәм педагог.1971 йылда уға С.Юлаев исемендәге премия бирелә.

Ғата Сөләймәнов

Ҡурайсы Ғата Сөләймәнов (1912 – 1988) – үҙе бер тарих.Ул 60 йылдан ашыу ҡурайҙа уйнап, халыҡ хәтеренән 250 йыр һәм легендаларын яҙып алған.Ул ҡурайсы ғына түгел, ә йырсы, артист һәм педагог.1971 йылда уға С.Юлаев исемендәге премия бирелә.

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы 1978 йылдан башлап Йомабай Иҫәнбаев исемендәге призға ҡурайсылар, ҡумыҙсылар, думбрасылар, өзләүселәр араһында бәйге үткәрә.

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы 1978 йылдан башлап Йомабай Иҫәнбаев исемендәге призға ҡурайсылар, ҡумыҙсылар, думбрасылар, өзләүселәр араһында бәйге үткәрә.

Азат Айытҡолов

Азат Айытҡолов

Юлай Ғәйнетдинов  (һүрәттә һәүәҫкәр йырсы Абдулла Солтанов менән)

Юлай Ғәйнетдинов

(һүрәттә һәүәҫкәр йырсы Абдулла Солтанов менән)

  Роберт Юлдашев (Аудиояҙмала башҡорт халыҡ йыры « Байыҡ »ты уйнай)

Роберт Юлдашев

(Аудиояҙмала башҡорт халыҡ йыры « Байыҡ »ты уйнай)

Рәсүл Ҡарабулатов (аудиояҙмала башҡорт халыҡ көйө« Сыбай ҡашҡа »ны уйнай)

Рәсүл Ҡарабулатов

(аудиояҙмала башҡорт халыҡ көйө« Сыбай ҡашҡа »ны уйнай)

Азат Биксурин  (аудиояҙмала бейеү көйҙәрен уйнай.)

Азат Биксурин

(аудиояҙмала бейеү көйҙәрен уйнай.)

Һыҙҙырт, ҡурай, үткән ҡайғыларҙы, Өҙҙөрт, ҡурай, йөрәккәй ҡылдарын. Һиҙҙерт, ҡурай, ҡайнар тойғоларҙы, Һөйҙөрт, һөйләп башҡорт моңдарын  Ш.Бабич « Ҡурайҡайға »

Һыҙҙырт, ҡурай, үткән ҡайғыларҙы,

Өҙҙөрт, ҡурай, йөрәккәй ҡылдарын.

Һиҙҙерт, ҡурай, ҡайнар тойғоларҙы,

Һөйҙөрт, һөйләп башҡорт моңдарын

Ш.Бабич « Ҡурайҡайға »

Өфө ҡалаһында ҡурайҙа уйнаусы малайға һәйкәл.

Өфө ҡалаһында ҡурайҙа уйнаусы малайға һәйкәл.

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Алһыу Шәфиғуллина башҡарған « Ҡурай сәскә атҡанда » бейеүен ҡурайға һәйкәл тип әйтергә мөмкин .

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Алһыу Шәфиғуллина башҡарған « Ҡурай сәскә атҡанда » бейеүен ҡурайға һәйкәл тип

әйтергә мөмкин .

Республикабыҙҙа ҡурайға арналған берҙән-бер музей Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбендә урынлашҡан.

Республикабыҙҙа ҡурайға арналған берҙән-бер музей Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбендә урынлашҡан.

Музейҙа Бөйөк Ватан һуғышыда данлы 112-се Башҡорт кавалерияһы дивизияһының ҡурайсы-һалдаты немец самолеты көпшәһенән яһаған еҙ ҡурай ҙа ҡәҙерләп һаҡлана.

Музейҙа Бөйөк Ватан һуғышыда данлы

112-се Башҡорт кавалерияһы дивизияһының ҡурайсы-һалдаты немец самолеты көпшәһенән яһаған еҙ ҡурай ҙа

ҡәҙерләп һаҡлана.

Музейҙың экспонаттары

Музейҙың экспонаттары

Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагында ла,

Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагында ла,

гербында ла ҡурай сәскәһе үҙ урынын тапҡан.

гербында ла ҡурай сәскәһе үҙ урынын тапҡан.

 Ҡурай Ҡын еренә ҡуйҙым, әй, өс ҡурай, Өсөүһе өс төрлө көй уйнай. Дуҫ-туғандар беҙҙән йырҙар һорай, Бер-ике көй уйнамай булмай. Ҡурайымда минең, әй, биш тишек, Олатаң-өләсәң өнөн һин ишет. Ошо ла ғына ҡурай, ошо йырҙы Тоторһоғоҙ ҡомартҡы итеп.  М.Мирхәйҙәров

Ҡурай

Ҡын еренә ҡуйҙым, әй, өс ҡурай,

Өсөүһе өс төрлө көй уйнай.

Дуҫ-туғандар беҙҙән йырҙар һорай,

Бер-ике көй уйнамай булмай.

Ҡурайымда минең, әй, биш тишек,

Олатаң-өләсәң өнөн һин ишет.

Ошо ла ғына ҡурай, ошо йырҙы

Тоторһоғоҙ ҡомартҡы итеп.

М.Мирхәйҙәров

Урал ғына буйы бигерәк йәмле Аҡ тирмәләр ҡороп йәйләргә. Ҡаяларға баҫып, ҡурай юндым Уралымды маҡтап та көйләргә. Кейегең күп, Урал, ҡоштарың күп. Буйың аңҡый һинең моң менән. Ҡурайҙар уҡ яһап, көй уйнайым, Үҙем генә түгел, ил менән.  (башҡорт халыҡ йыры « Урал »)

Урал ғына буйы бигерәк йәмле

Аҡ тирмәләр ҡороп йәйләргә.

Ҡаяларға баҫып, ҡурай юндым

Уралымды маҡтап та көйләргә.

Кейегең күп, Урал, ҡоштарың күп.

Буйың аңҡый һинең моң менән.

Ҡурайҙар уҡ яһап, көй уйнайым,

Үҙем генә түгел, ил менән.

(башҡорт халыҡ йыры « Урал »)


Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!