СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

"Ленинград блокадаһы. Ул йылдар һис онотолмаҫ... " темаһына инша.

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«"Ленинград блокадаһы. Ул йылдар һис онотолмаҫ... " темаһына инша.»





Башҡоростан Республикаһының Өфө районы

С.С.Ильин исемендәге Жуково ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе

муниципаль дөйөм белем биреү учереждениеһы









Ленинград блокадаһы. Ул йылдар һис онотолмаҫ... (инша)



Башҡарҙы:10 класс уҡыусыһы Кускильдина Энже

Тикшерҙе : Сафина Әлиә Ғаффар ҡыҙы

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

















2019

Ленинград блокадаһы. Ул йылдар һис онотолмаҫ...

«Хәтер, хәтер, үҙең артынан саҡыр,



Теге сабып уҙған көндәргә…»



(И.Кобзон «Хәтер, хәтер»)



Сталинград ҡалаһы өсөн барған алыш Бөйөк Ватан һуғышының иң ҡанлы биттәренең береһе. Дәшһәтле яу 1942 йылдың 17 июленән алып 1943 йылдың 2 февраленә тиклем дауам итә. Бында 300 меңлек дошман ғәскәре тар -мар ителә.

Ленинград ҡалаһын блокаданан азат итеүгә быйыл 75 йыл тулды. 1941 йылдың 8 сентябренән алып 900 көн дауамында Ленинград халҡы һәм уны һаҡлаусылар оло ҡаһарманлыҡ һәм сыҙамлыҡҡа һынау тота. 1944 йылдың 14 ғинуарында совет ғәскәрҙәре Ленинградта һөжүм операцияһын башлай. Бер нисә көн барған тигеҙ булмаған алышта, йәғни 27 ғинуарҙа, оҙаҡҡа һуҙылған, меңәрләгән ғүмерҙе өҙгән блокада өҙөлә һәм Гитлер ғәскәре сигенә.Шулай итеп , 1944 йылдың 27 ғинуарында Ленинград блокадаһы тамамлана. Был дата Рәсәйҙә Хәрби дан көнө булараҡ билдәләнә. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, блокада осоронда 400 меңдән ике миллионға яҡын кеше һәләк була. Бөйөк Ватан һуғышы тарихында тәрән эҙ ҡалдырған был ҡамалыш ваҡытында Ленинградта йәшәүселәргә лә, ҡаланы һаҡлаусы һуғышсыларға ла ауыр һынауҙар аша уҙырға тура килгән. Ленинград блокадаһы Рәсәй тарихында оҙаҡҡа һуҙылған һәм иң фажиғәле ваҡиғаларҙан һанала.

1942 йыл. Ленинград. Аслыҡ.

Сатлама һыуыҡ. Блокада.

Был ҡыш барыһын да ҡыра,

Айырмай йәшен,ҡартын да.



Көндән-көн мәйет менән тула,

Ленинград ҡалаһының урамы…

Эй, хоҙайым, ниңә йәлләмәнең,

Ололарҙы, кескәй баланы...

1943 йылдың 18 ғинуарында Ҡыҙыл Армияның Ленниград һәм Волхов фронттары ғәскәрҙәре Шлиссельбург янында осраша һәм шуның менән Ленинград блокадаһы өҙөлә. Барлыҡҡа килгән 11 саҡрым киңлегендәге коридор аша ҡала оло ер менән тоташа. Уның аша аслыҡ-яланғаслыҡттан интеккән халыҡҡа аҙыҡ-түлек менән ылауҙар килә башлай. Әммә, ҡала тағы ла бер йылдан ашыу ҡамауҙа була. Был осорҙа ла кешеләргә төрлө михнәттәр аша үтергә тура килә.

Ҡала тик Ладога күле аша ҙур ер менән тоташа. 1941йылдың 12 сентябренән башлап аҙыҡ-түлек һыу юлы аша, күл боҙ менән ҡапланғас, аттарҙа ташыла. Немецтар уны туҡтамай авиация утына тота. Ошоға ҡарамай, ул халыҡты, яралы һалдаттарҙы эвакуациялау, блокадала ҡалғандарға ҡорал, аҙыҡ- түлек ташыуҙа мөһим роль уйнай. 43-сө йылдың 18 ғинуарында Ленинград блокадаһы өҙөлә. Барлыҡҡа килгән 11 саҡрым киңлегендәге коридор аша ҡала ҡоро ер буйлап ил менән тоташа. Әммә, Ленинградты тулыһынса азат итеү өсөн тағы ла бер йылдан ашыу ваҡыт кәрәк була әле.

Эх, Ладога күле, һин бит күптәр өсөн,

Берҙән-бер йәшәү юлы булғанһың,

Тик ниңә һин бик күп кешеләрҙе,

Үҙ ҡорбаның итеп йотҡанһың?

Сталинград тамуғы бар халыҡты дер һелкетә. Бигерәк тә балаларға был ваҡытта бик ауыр була.Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Людмила Шәриповаға 7 йәш була. Шунда уҡ, уның атаһы хәрби хеҙмәткә алына. Ә 8-се сентябрҙә дошман Ленинградҡа килеп етә һәм ҡаланы ҡамауға ала. Людмила ханымдың ғаиләһенә 900 көн һәм төн үлем менән көрәшергә тура килә. Ул ваҡиғаларҙы Людмила Шәрипова хәҙер генә иламайынса иҫкә ала. Сөнки, күҙ йәштәренең ағыры ағып, кибере кибеп бөткән. Блокада өҙөлгәс Людмила Шәрипова ғаиләһе менән Башҡортостанға эвакуациялана. Ике йылдан Ленинградҡа әйләнеп ҡайта. Әммә, яҙмыш уны йәнә беҙҙең республика менән бәйләй. Йәш ҡыҙ Өфөгә килен булып төшә. Герой-ҡаланы азат итеүҙә ҡатнашҡан ҡаһармандар араһында беҙҙең яҡташтарыбыҙ ҙа күп. Иҫтәлекле датаға республиканың ҡалаларында һәм райондарында төрлө саралар уҙғарыла: тематик күргәҙмәләр, ветерандар менән осрашыуҙар, класс сәғәттәре, лекциялар.

Ленинград фронтында ҡатнашҡан, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны III Дан ордены кавалеры һәм башҡа хәрби миҙалдар эйәһе Мәхмүт Мөхәмәт улы Булатов та ул ваҡытта 17- йәшлек ефрейтор, үҙенең буйы бәләкәй булыуына ҡарамай фронтҡа алыуҙарына ирешә һәм Волхов фронтындағы 311-се уҡсылар дивизияһында Ленинград ҡалаһы йәнәшендәге Ладога күлендә тар ғына һыҙат булған ерҙе баҫҡынсыларҙан һаҡлай, ҡаланы оборонала ҡатнаша һәм ҡамалышлы Ленинградты азат итеүҙә ҡатнаша.

Хәрби Дан Республика музейында Ленинград ҡамалышын өҙөүгә бағышланған осрашыуҙар үтеп тора. Бындай сараларҙа халыҡ дәһшәтле ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөп ,тағы ла шундай афәттәр күрергә яҙмаһын тип доғалар уҡып торалар.

Ленинград эргәһендәге һуғыштарҙа Башҡортостандың меңләгән яугиры алышҡан, күптәре унда һәләк булған һәм уларҙың ҡәберҙәре әле һаман табылмаған. Республиканың эҙләү отрядтары йыл һайын Ленинград өлкәһенә бер нисә тапҡыр экспедиция менән барып ҡайта, яугирҙарҙың мәйеттәрен табып, һаҡланып ҡалған һалдат медальондары йәки наградалары аша шәхсилеген асыҡлай.

Күңелем әрней шундай яуызлыҡҡа,

Өҙөп үтә ҡылын йөрәктең

Ниндәй генә гонаһтары өсөн

Немец өҙә бала ғүмерен.



Ҡанһыраған фашистарға етмәгәнме

Кескәй сабыйҙарҙың аһ-зары,

Бала саҡтан етем ҡалыуҙары,

Бер туҡтауһыҙ илау һыҡтауы?



Ниндәй ыҙалыҡтар күрмәһендәр,

Ниндәй мыҫҡыллыҡҡа түҙһендәр,

Тыуған ере, тыуған иле өсөн,

Совет һалдаттары еңделәр.



Эй, хоҙайым, үтенеп һорайым һинән,

Зинһар күрһәтмә беҙгә ул көндө,

Тыныслыҡта, именлектә йәшәргә яҙһын,

Һинән беҙгә бирелгән ғүмерҙе.

Ильнур Алтын

“Ленинград блокадаһы.”






Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!