СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Литературно-музыкальный вечер, посвященный к 105-летию башкирского поэта и публициста Саляма Галимова

Нажмите, чтобы узнать подробности

Литературно-музыкальный вечер, посвящается к 105-летию башкирского поэта и публициста Саляма Галимова.

Просмотр содержимого документа
«Литературно-музыкальный вечер, посвященный к 105-летию башкирского поэта и публициста Саляма Галимова»






Литературно-музыкальный вечер, посвященный к 105-летию башкирского поэта и публициста Саляма Галимова



«Әҙәбиәт

шоңҡары»


(Ғәлимов Сәләмдең 105 йыллыҡ юбилейына бағышланған

әҙәби – музыкаль кисә)












Маҡсат: Уҡыусыларҙы ялҡынлы шағирыбыҙ, шиғриәтебеҙ шоңҡары Ғәлимов Сәләмдең тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу;


Йыһазландырыу: Байрамса биҙәлгән зал, сәхнә. Ғәлимов Сәләмдең портреты, плакаттар, шиғырҙар яҙылған стендтар ҡуйылған. Әҙәби әҫәрҙәрҙән, китаптарҙан күргәҙмә.


Кисәнең барышы.

Талғын ғына ҡурай моңо аҫтында 1-се уҡыусы Ғәлимов Сәләмдең «Йөрәк түрендә» шиғырын ятҡа һөйләй.

Шиғырҙы ла, дуҫтар, тәнде лә

Үҫтерәһе ине тиң итеп,

Шиғыр ите үҫкән һайын,

кәмей тән ите.

Тик:

- Арыған, тимә,

Тән талһа ла,

Күҙҙәремдә бойоғоу күренмәҫ,

Ун ғүмергә бөтмәҫ йәшәү дәрте

Йөрөтәм мин йөрәк түрендә!


Сәхнәгә кисәне алып барыусылар, егет менән ҡыҙ сыға.


Егет. Һаумыһығыҙ, хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ҡунаҡтар! Бөгөн беҙҙең белем йортонда оло, иҫтәлекле ваҡиға.

XX быуат башҡорт әҙәбиәтенең лайыҡлы вәкиле, шиғриәтебеҙ шоңҡары - Ғәлимов Сәләмдең 105 йыллыҡ юбилейына арналған кисәгә йыйылдыҡ. Был кисәлә йәш шағирҙың тормош юлы, ижад һуҡмаҡтары, уҡыусылар күңелен яулаған ҡабатланмаҫ ижад гәүһәрҙәре күҙ алдына баҫыр һәм әҙәбиәт донъяһына сәйәхәткә илтер. Барығыҙға ла күтәренке кәйеф, рухи байлыҡ юллап, кисәбеҙҙе башлайбыҙ.


Ҡыҙ. Эй, ғүмерҙең сая, ҡабатланмаҫ миҙгелдәре… Һәр кемдең үҙ яҙмышы, үҙ тормош юлы, үҙ ҡарашы бар был донъяла. Тик яҙмыштарҙан уҙмыш ҡына юҡ шул… Аҡҡан һыуҙар кире ҡайтмай икән.


2-се уҡыусы шағирҙың «Республика иртәһе» шиғырынан өҙөктө ятҡа һөйләй.

Паровоздар киҫеп сыҡҡан ерҙә

Урал ҡаялары уртаһын,

Ап-аҡ ташҡа баҫып,

Ҡарап торҙом

Республикамдың мин иртәһен.

Тын күлдәргә төшкән аҡҡошмо ни -

Уйһыуҙарҙа ята аҡ томан,

Ниндәй йәнле иртә!

Бына бер саҡ -

Тау биттәрен солғап яҡтыға,

Ҡояш сыға башлай, нурҙарына

Йым-йым итә Урал таштары;

Иртәнге ел, әкрен генә өрөп,

Һыйпап үтә үлән баштарын…

Күрәм:

Эшкә тора республикам,

Һөрән һалды бына гудоктар,

Эшсе өйҙәр, ҡояшҡа ҡаратып,

Тәҙрә асты, ошо минутта

Ҡайһы ҡаялалыр динамиттар

Таш аҡтарҙы, һауа ярыла…

Сайҡалғандай булды мин баҫҡан тау,

Тибрәлгәндәй шунда бар Урал.

Тән семерҙәп китте,

Ә ҡулдарым

Тотондолар ҡайраҡ таштарға.

Юҡ, бер ни юҡ!

Ахыры, шиғыр яҙып,

Нервым ғына бер аҙ ҡаҡшаған.

Күҙ ташлайым ҡабат: Иҙел буйлап

Колхоз ауылдары тартылған.

Уяналар өйҙәр, шау-шыу булып,

Көтөү сыға әүен артына,

Тереләләр юлдар.

Автобустар

Ҡыҙ һәм егеттәрҙе тейәгән,

Баҫыуҙарға бара, ә арыраҡ,

Башаҡ тулҡынланған ерҙәрҙә,

Ҡуҙғалдылар баҫыу караптары,

Кыр күмелә күмәк эш менән:

Һабансылар йыры, тракторҙар

Гөрөлдәүе, баҫыу өҫтөндә.

Мең томдарҙа бөтмәҫ роман тыуа,

Ноталарға һыймаҫ тауыштар,

Буяу төрө етмәҫ картиналар…

Бына тағы йәшел ҡамыштан

Кәмә сыҡты,

Күмәк йыр башланды,

Кемдер баҫты тальян телдәрен.

Беләм, былар – күрше ял йортонан,

Шулай башлай улар көндәрен.


Егет. Ошо шиғыр юлдарының авторы Сәләм Ғәлим улы Ғәлимов 1911 йылдың 18 ғинуарында Силәбе өлкәһе хәҙерге Сосновка районының Тәгеш ауылында тыуа. Бик йәшләй атаһы үлеп етем ҡала. Ике туғаны менән уны әсәһе тәрбиәләй. Сәләм тәүҙә Һары ауылында уҡый. Аҙаҡ Арғаяш урта мәктәбен тамамлай. Уҡыу йылдарында ул һәр яңылыҡ менән ҡыҙыҡһыныусан тырыш, зирәк бала була.


Ҡыҙ. Әсәһе Өммөгөлсөм инәй уны “ҡулынан аҡ төшмәне” тип хәтерләгән. Мәктәптә комсомолға инә, йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнаша, стенгазеталар сығара, уларға мәҡәләләр, шиғырҙар яҙа. Һуңға табан ул район һәм өлкә газеталарында ла актив хәбәрселәрҙең береһенә әйләнә. Ошо йәмәғәт эштәрен яратып, ялҡын менән башҡарыу, үҙе артынан башҡаларҙы ла эйәртеү, егәрлелек, тынғыһыҙлыҡ һәм үҙ-үҙенә талапсанлыҡ кеүек яҡшы сифаттар Сәләмдең артабанғы тормошонда ла юлдаш булып ҡала.


Егет. Әле уҡыусы сағында уҡ Сәләм художестволы әҙәбиәт менән бик ҡыҙыҡһына, шиғырҙар яҙып ҡарай. Һуңынан урта мәктәпте тамамлап, уҡытып йөрөгәндә был эшкә тағы ла етдиерәк тотона һәм 1927 йылдарҙа газеталарҙа, мәҡәләләр менән бер рәттән, уның шиғырҙары ла күренә башлай. «Башҡортостан» газетаһына эшкә саҡырылғас, Ғәлимов Сәләмдең яҙыусылыҡ эшмәкәрлеге активлашып китә. Ул 1932 йылда тәүге китабын – «Тревога» исемле шиғырҙар йыйынтығын сығара. Ә тағы ике йылдан «Тревоганан һуң» китабы баҫыла.


Ҡыҙ. 1933 йылда Сәләм Башҡорт педагогия институтына уҡырға инә. Уның тел һәм әҙәбиәт факультетын отличноға тамамлай, һәм М. Ғафури исемендәге ғилми-тикшеренеү институтына эшкә саҡырыла. Бында ул башкорт халыҡ йырҙарын өйрәнеү менән шөғөлләнә. Уларҙы туплап, китап сығара.


Е Егет. «Мирон улы», «Мәскәү», «Өс йыр», «Республика иртәһе», «Һәйкәл», «Ғүмер» кеүек хәҙерге башҡорт шиғриәтенең аҫыл өлгөләрен, әҙәбиәтебеҙҙең алтын фондына ингән «Шоңҡар» поэмаһын Ғәлимов Сәләм тап ошо студент йылдарында ижад итә. Институттың ижтимағи тормошонда ҡайнап йәшәй, әҙәби кисәләрҙә әүҙем ҡатнаша, ғилми докладтар менән сығыш яһай, тәнҡит мәҡәләләр яҙа.


3-сө уҡыусы шағирҙың “Һәйкәл” шиғырын һөйләй.

Минең халҡым кеүек, кемдең тағы

Иң ҙур һәйкәл өсөн хаҡы бар!

Иң маҡтаулы улдар унда үҫә,

Ҡаҡшамаҫ көс – уның сафында!

Кешелеккә минең һалҡым ғына

Йөрәк итеп бирҙе Ленинды,

Ирек тыуы итеп күтәрҙе ул

Тыуған партияһын үҙенең.

Пушкины бар минең халҡымдың,

Чапаевы, Максим Горькийы,

Һәр шәхесе уның ғорур яңғырай,

Чайковский яҙған көй кеүек.

Һәм Щорсы бар уның, ҡалдырһа ла

Газ киҫкән үпкәһен төкөрөп,

Байраҡ менән һулап, барҙы һаман

Иле өсөн еңеү килтереп.

Оҙон канал, тәрән метро - беҙҙә,

Туҡ семьялар – беҙҙең Ватанда,

Беҙҙең полярник та, пианист та,

Тәүге призды алып ҡайталар.

Беҙҙең постар – иң һаҡ күҙәтселәр,

Иң ныҡ сиктәр – беҙҙең ил сиге,

Һәм халҡымдан иң ҙур яза ала

Баш ҡалҡытҡан вандал көсөгө.

Ҡояш менән тиңдәш һәйкәл өсөн

Хаҡлы шуға халҡы илемдең.

Шундай һәйкәл итеп, ерҙә бөгөн

Күтәрҙек беҙ социализмды!


4-се уҡыусы “Мәскәү” шиғырынан “Әйҙә көл, йәшәп!” бүлеген һөйләй.

Мең-мең иптәшем бар, Мәскәүҙе

Күрмәһә лә улар ғүмергә,

Һалҡын ҡотопта ла Мәскәүҙең

Хисе менән янып йөрөйҙәр.

Мәскәү – ер һәм илдәр йөрәге,

Бикалыҫтан уны күрәм мин.

Ленин Мавзолейын ҡарай-ҡарай

Иртән үтәм, бынан кис үтәм,

Мин дә Уралдағы көнөмдө лә

Кремль янында тип хис итәм.

Мәскәу тарта, Мәскәү һаҡлана,

Һәр йөрәктән һөйөлөп маҡтала

Завод, ҡырҙарҙа.

Шатлыҡ һыймай йырҙарға

Үҙен йырларға.

Әкиәттәрҙән көткән матурлыҡтар

Тормош менән килде ғүмергә.

Юҡ, әкиәттә булған ғүмерҙәр ҙә

Бындай йәмле, матур түгелдәр.

Мәскәү торған совет ерендә

Бер йыр йөрөй миллион телендә:

- Әйҙә көл, йәшәп!

Күкрәп үҫкән гөлсәсәк –

Беҙҙең киләсәк.


Ҡыҙ. Сәләм туҡтауһыҙ белем арттырырға ынтыла. Бер аҙҙан ул Ленинградҡа фольклористика буйынса аспирантурага уҡырға инә. Бер үк ваҡытта ижадын да активлаштыра бара. Аспирантурала уҡыған саҡта үҙенең иң күренекле әҫәрҙәренең береһе – “Бала” поэмаһын яҙып бөтә.


5-се уҡыусы “Бала” поэмаһынан өҙөк һөйләй.

Бала ғүмерен быуып ташлап була,

Ул якты донъяға килгәнсе.

Тик балаға булған мөхәббәтте

Быуып ташлап булмай икән шул.

Әллә нисек була икән, дуҫтар,

Бала тартып торған мөхәббәт,

Бала, бала...

Ахыры, ҡарттар юҡҡа:

«Бала - бәғер ите”, тимәгән.

Мөхәббәт ул башта ҡыҙ, егеттә

Яҡын дуҫлыҡ ҡына була икән.

Ә һуңынан, татлы емеш биреп,

Бала ғүмере булып тыуа икән.

Бала булып нығый икән унан

Ике йөрәктәге мөхәббәт;

Һәм ул бала, һинең йәшлек булып,

Ғүмереңде дауам итә икән.

Бала, бала...

Ахыры, ҡарттар юҡҡа:

«Бала - бәғер ите”, тимәгән.

Ах, был уйҙар!

Ниңә башта

Сәйҙел күңеленә килмәгән!

Башта “бала” һүҙен ишеткәндә

Унда йәшәү дәрте һүрелде.

Бала – тормош йөгө һәм йәшлектең

Көндәшсеһе булып күренде.

Ә һуң бөгөн...

Әллә нисек бына

Тулҡынландыуның йөрәге.

Бындай ярһыу менән сапҡан саҡта

Аттар ғына шулай киләлер...

Йөрәк тыныслығын үлтерерлек

Көслөмө ни хисе кешенен.

Юҡ, был –

Диңгеҙ һыуын ярҙан ташытып

Ҡапыл ҡупҡан дауыл эшелер.

Бала һөйөү хисе янды унда,

Тәрән бушлык тойҙо бөгөн ул.

-Мин бала теләйем, - тине Сәйҙел, -

Миңә бала кәрәк, - тине ул.

Ә шул саҡта – ҡапыл Зәйнәп һүҙе...

Ах, ул киҫеп төштө яралап.

Сеү, тыныслан, Сәйҙел, улай ярамай.

-Беләм, Зәйнәп, һиңә лә ауырҙыр,

Еңелме ни миңә? Түгел бит,

Ә шулай ҙа тормош йәме менән

Беҙ ул ауырлыҡты еңәрбеҙ...

Бала булмаҫ.

Дөрөҫ, беҙ - ғәйепле,

Баланан бай ләкин был тормош.

Тормош тулы хисле, ул тултырыр

Йөрәктәге бала бушлығын.

Әйҙә, күберәк ил йәмен күрәйек,

Ауыр уйҙар эҙе юйылыр.

Отпускыға бергә китербез.

Курерһең Мәскәүҙе, Ҡырымды.

Путевка бирмәксе булды союз...

Ә шулай ҙа бала булмауы...

Юҡ, юҡ, Зәйнәп...

Яңылыш әйтәм тағы...

Ҡара әле, Зәйнәп, йылмай һин?!


Ҡыҙ. Шағирҙың ижад һәм тормош юлы үтә ҡыҫҡа, үтә етеҙ булды. Ошо 28 йыл ғүмерендә үҙе быуаттарға һыймаҫ эштәр атҡарып ҡалдырҙы, туған халҡына аҫыл әҙәби гәүһәрҙәр васыят итте. Ғүмере лә үтә ҡырҡыу, боролошло заманға тура килде: ил, монархия империяһын түңкәреп, яңы тормош ҡора ине... Сәләм яңы тормоштоң ялҡынлы йырсыһы һәм байраҡсыһы булды.


Ғәлимов Сәләмдең шаян йырын башҡарыу “Силос өсөн үҫтеңме?”

Егет. Сәләм йәш Башҡортостан республикаһының ялҡынлы йырсыһы ине. Был илдең аграрлыҡтан индустриаль дәүләткә әйләнеүен, уның яңы көнөн, яңы иртәһен данланы шағир.


Паровоздар киҫеп сыҡҡан ерҙә

Урал ҡаялары уртаһын,

Ап-аҡ ташҡа баҫып,

Ҡарап торҙом

Республикамдың мин иртәһен!


Ҡыҙ. Ғәлимов Сәләм, әйтерһең, илен данларға, яңы тормошто йырларға ғына килгәйне был яҡты донъяларға. Күп тикшереүселәр билдәләнеүенс, башҡорт поэзияһы күгендә метеор һымаҡ атылды ла һүнде (1939 йылдың 19 июнендә ул ҡаты ауырыуҙан һуң Ленинградта үлә һәм рус яҙыусылары И. Тургенев, М. Салтыков-Щедрин, А. Куприн ҡәберҙәренән алыҫ түгел - имән ағасы төбөнә күмелә).


Егет. Тик унан һуң ғәләмәт сағыу эҙ ҡалды: “Тревога” (1932), “Тревоганан һуң” (1934),”Шоңар” (1936), “Һөйөү” (1937), “Ҡыҙыл буклет” (1939), “Бала” (1940), “Ни өсөн бесәй ҙур бәләгә ҡапты?” (1941), “Һайланма әҫәрҙәр” (1945, 1953, 1962 й.й.).


Ҡыҙ. Бына нисәмә тиҫтә йылдар инде шул эҙ юйылмай ҙа, тоноҡланмай ҙа. Йылдар уҙа, дәүерҙәр, ҡоролоштар алмашына, идеологиялар үҙгәрә, ә ялҡынлы шағирҙың талантлы һәм новаторҙарса ижады туған халҡы йөрәгендә йәшәй.


Тын күлдәргә төшкән аҡҡошмо ни-

Уйһыуҙарҙа ята аҡ томан...

Ниндәй йәнле иртә!


Егет. Ғәлимов Сәләмдең буяуҙарға бай, ритмикаһы төҙөк һәм яңғырауыҡлы әҫәрҙәре уҡыусыға танһыҡ. Улар үҙҙәренән-үҙҙәре телгә килә, ятланып тора, сәхнәнән башҡорт теле, башҡорт шиғриәте күренеше булараҡ ғорур һәм башҡа телдәр, шиғриәттәр менән типә-тиң булып яңғырай.


6-сы уҡыусы “Шоңҡар” поэмаһынан өҙөк һөйләй.

Был осрашыу ике йәш күңелдә

Иң матур һәм ауыр таң булған,

Матур - сөнки улар осрашҡандар,

Ауыр - улар мәңге айырылған.

Әхмәт был осрашыуҙа үҙе менән

Алып китмәк булған Гөлнурҙы,

Гөлнур был осрашыуҙа Әхмәтенә:

- Ауылда ҡал, - тигән, өҙөлөп.


Бурлыҡ һөйөүен, ахры, еңә алмаған

Гөлдәй ҡыҙҙың ҡайнар хисе лә:

- Юҡ, ҡалмайым... - тигән һәм дә өҫтәп,

Һөйә-һөйә Гөлнур сәсенән: -

Шоңҡар ятып тынмаҫ ояларҙа...

Шоңҡар осор урман, далала! -

Тигән Әхмәт, башҡа һүҙ әйтмәгән,

Тик керпеген ергә ҡаҙаған.


Әхмәт киткән...

Уға онотмаҫҡа,

Төшөрһөң тип һәр саҡ иҫенә,

Гөлнур” һүҙен сигеп ситенә.


Әхмәт киткән...

Бергә яулыҡ киткән.

Гөлнур ҡалған, ауыр уй ҡалған...

Ҡояш тыуғас,

Гөлнур керпегенән

Һәм үләндән йылтырап һыу тамған...


Ҡыҙ. Был шиғырҙар рухты күтәрә, тәнгә тантаналыҡ бирә, һәр яңы көн тыуғанда иҫкә төшә. Яңы көндө, яңы тормошто раҫлай, данлай, уға мәҙхиә йырлай Сәләм. Ул шиғырҙар башҡорт иленә бөтмәҫ-төкәнмәҫ һөйләү, инаныу менән, республиканың киләсәк көнөнә ҡаҡшамаҫ ышаныс менән һуғарылған.


7-се уҡыусы “Башҡортостан” (Тыуасаҡ йылдар поэмаһына пролог) һөйләй.

Бында дала!..

Бында ел бураны;

Бында урман...йәнһеҙ ҡыр ине;

Ниндәй геүләү бөгөн?

Ниндәй шартлау?

Үҙгәртәләр хәҙер был ерҙе.

Ер тоҡанған...

Утлы лава бәрә,

Киң һауала ҡаты гөрөлдәү.

Был бит - Башҡортостан!

Яңынан тыуа,

Аграр илдән - сталь, тимергә...

Ҡая ташлы ҡалын тау йөрәген

Ватып емерә көслө динамит;

Унда металл,

Илгә күберәк металл,

Күберәк металл, иптәш Белорет!

Эй, Торатау, һин дә көләһеңме?

Алыҫҡалыр күренә шатлығың:

Һинең ҡуйыныңда да,

Ерҙе ватып,

Ишембайҙа нефть атты бит.

Ер һелкенә,

Бейек тау шартлаһа,

Еңгән һайын беҙҙең дан сыға;

Урал,Кузбасс ашығып

Нефть һорай,

Ә домналар көтә колчедан.


Егет. “Бала”, “Шоңҡар”, “Өс йыр”, “Йылдар аша” поэмалары-башҡорт шиғриәтенең матур бер тажы ул; Сәләм - башҡорт халҡының талантлы балаһы, моңло бер сазы ул.


Йыр “Был минең тыуған ерем”.


Викторина (шағирҙың ижадына бағышланған викторина һорауҙарына нәтижә яһау)


Ҡыҙ. Ғәлимов Сәләмдең 105 йыллыҡ юбилейына арналған кисәбеҙ тамам. Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.

























Ғәлимов Сәләмдең ижадына бағышланған викторина.


  1. Ғәлимов Сәләм ҡасан тыуған?

  2. Ул ҡайһы өлкәнән?

  3. Ғәлимов Сәләм тыуған ауылдың исеме?

  4. Атаһының исеме?

  5. Әсәһенең исеме?

  6. Һеңлеһенең исеме?

  7. Ике туған ағаһы кем?

  8. Башланғыс белемде ҡайҙа ала?

  9. Ҡайсан Һары мәктәбенә уҡырға инә?

  10. Нисәнсе йылдарҙа һәм ҡайҙа уҡытыусы булып эшләй?

  11. Тревога” тигән тәүге китабы нисәнсе йылда нәшер ителә?

  12. 1933 – 1937 йылдарҙа ҡайҙа уҡый?

  13. Педагогия институтын нисәнсе дәрәжә диплом мнеән тамамлап сыға?

  14. Ҡасан ул “Шоңҡар” поэмаһын яҙа?

  15. Республика иртәһе” шиғырын ҡасан яҙған?

  16. Ҡайҙа Ғәлимов Сәләм аспирантураға уҡырға инә?

  17. Ҡасан һәм ҡайҙа шағир яҙыусыларҙы әҙәби ижадҡа талапсан булырға, яңы кешенең формалашыуын, заман геройының уй-хистәрен тәрәнерәк һүрәтләргә саҡыра?

  18. Уның ниндәй билдәле поэмаларын беләһегеҙ?

  19. Ниндәй ауырыуҙан вафат була?



Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!