СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Мостай Кәрим ижадында мөхәббәт темаһын өйрәнеү буйынса 11-се кластар өсөн дәрес

Нажмите, чтобы узнать подробности

Открытый урок по родной литературе для 11 класса

Просмотр содержимого документа
«Мостай Кәрим ижадында мөхәббәт темаһын өйрәнеү буйынса 11-се кластар өсөн дәрес»

Башҡортостан Республикаһы

Белорет районы муниципаль районының

дөйөм урта белем биреү муниципаль дөйөм бюджет учреждениеһы

Абҙаҡ ауылыныңдөйөм урта белем биреү мәктәбе»










Мостай Кәрим ижадында мөхәббәт темаһын өйрәнеү буйынса 11-се кластар өсөн дәрес






Төҙөүсеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы Фаттахова Фирүзә Сәйфулла ҡыҙы







Абҙаҡ,2019 йыл

Тема: «… Ул хәҡиҡәттең исеме мөхәббәт.» (Мостай Кәрим ижадында мөхәббәт темаһы.)

Маҡсат:

1. Яҙыусы ижадында мөхәббәт темаһының бирелешен уҡыусыларға төшөндөрөү;

2. Үҙаллы фекер йөрөтөргә һәм һығымта яһарға өйрәтеү;

3. Әхләҡ тәрбиәһе биреү.

Йыһаҙландырыу:

  • М.Кәримдең портреты,

  • М.Кәрим әҫәрҙәренең йөкмәткеһе буйынса һорауҙар;

  • яҙыусы тормошона бәйле газета материалдары.

  • Й.Ильясованың «Һөйҙөң дә һин, һөйҙөрә лә белдең…» мәҡәләһе. - «Йәшлек», 04.02.1993.

  • Мультимедиа проекторы,

  • китаптар күргәҙмәһе.



















«Яҙылмаған, һыҙылмаған

Мөхәббәт ҡанундары»

Мостай Кәрим










Дәрес барышы:

Ойоштороу моменты:

  • Тәбиғәт беҙҙе ике ҡуллы, ике аяҡлы, ике күҙле итеп яратҡан. Ә бына баш – берәү, йөрәгебеҙ ҙә яңғыҙ. Шуға ла йөрәгебеҙгә дуҫ, фекерҙәш кәрәк, һөйләшергә, серләшергә…

  • Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле уҡыусылар. Бөгөн беҙ бында ниндәй маҡсат менән бергә йыйылғанбыҙ? (яуаптар)

  • Эйе, беҙ бөгөн дәрестә һөйләшәбеҙ, уйлашабыҙ. Тик әлегә дәресебеҙҙе һөйләшеүҙән түгел, ә иғтибарығыҙҙы экрандағы эпиграфҡа йүнәлтеүегеҙҙе һорар инем.

Слайд № 1

  • Һөйөү нимә? – тинем ир кешегә.

  • Ҡатын өсөн тамуҡтарҙы үтеү.

  • Һөйөү нимә? – тинем мин ҡатынға.

  • Ғаләмдәрҙә янып көлгә ҡалған ирҙе көтөү.

М.Кәрим


Уҡытыусының инеш һүҙе:

  • Матурлыҡ беҙҙе һәр саҡ әсир итә. «Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр»,— тигән бөйөк рус яҙыусыһы Ф.И.Достоевский. Шулай ҙа беҙҙе иң һоҡландырғаны — ҡатын-ҡыҙ матурлығылыр, моғайын. М.Кәрим үҙенең шиғырында был хаҡта:

Өс мөғжизә мине әсир алды —

Ер, йәнә күк, йәнә ҡатын кеше.

Өс сер мине уйға, шомға һалды —

Ер, йәнә күк, йәнә ҡатын кеше,—

тип яҙҙы. Алда әйтелгәндәрҙән сығып, шуны һыҙыҡ өҫтөнә алып үтәм: бөгөнгө дәрестә беҙ ҡатын-ҡыҙ матурлығы, мөхәббәт тураһында һөйләшеү алып барасаҡбыҙ. Сөнки яҙыусы үҙенең әҫәрҙәрендә, ир-егет затынан булып, ҡатын-ҡыҙға мөхәббәт хаҡында һүҙ алып бара.

Әңгәмә:

  • Әйҙәгеҙ, иҫкә төшөрәйек. М.Кәримдең һеҙ уҡыған ниндәй әҫәрҙәре мөхәббәт темаһына яҙылған?

— «Ай тотолган төндә» трагедияһы, «Ҡара һыуҙар» поэмаһы, «Ярлыҡау», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повестары һ.б.

  • «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәрендә мөхәббәт темаһы ниндәй образдарҙа сағылыш тапҡан?

  • Аҡйондоз — Мәрәһим, Людмила — Капитан, Кесе инәй — атаһы, Оло инәй — Кендек.

  • Уҡыусылар, Оло инәй менән Кендектең бер-береһен яратыуы, хөрмәте — икенсе. Һөйгән кешеңдең балаһына мөхәббәт. Үҙенең әйтеүе буйынса, икенсе яртыһын тапмаған (бәлки үҙе табып та, башҡалар тиң күрмәгән) Оло инәй үҙенең һөйөүен иренең балаһы Мостафаға — Кендеккә бағышлай. Был турала һүҙҙе һуңынан дауам итербеҙ.

Төп өлөш:

Слайд № 2


«М. Кәрим үҙенең ижадында илаһи затты юғары күтәрҙе, уға табынды» тигән фекергә һеҙ нисек ҡарайһығыҙ, ризаһыгыҙмы? (Й.Ильясованың мәҡәләһендә Рауза апайҙың һүҙҙәре.)


- Эйе, был фекер менән беҙ килешәбеҙ. Оло йөрәкле, аҡыл эйәһе Оло инәй сабырлыҡ символы булһа, тылсымлы, серле, сибәр, «нисектер ергә төшөп етмәгән» Аҡйондоз гүзәллек, тоғролоҡ символы, ә Людмила иһә асылмаган сер булып кәүҙәләнә. Әҫәрҙә һәр ҡатын-ҡыҙ образы һоҡланғыс итеп бирелгән. Шулай уҡ «Ярлыҡау» повесында Мария Тереза, «Ҡара һыуҙар» поэмаһындағы ҡатын образдары ла беҙ табынырлыҡ илаһи заттар.

- Аҡйондоҙҙоң прототибы — Зөлхәбирә исемле еңгәй. Бар булмышы, яҙмышы шулай ук тиерлек. Тик исемдәре генә үҙгәртелгән. (Беҙ студент ваҡытта бер осрашыуҙа, һүҙмә-һүҙ булмаһа ла, шулай тигәйне яҙыусы.— Ғ.А.) Тимәк, был илаһи заттар реаль тормоштан алынған.

Ә хәҙер Регина башҡорт ҡыҙҙарының лирик бейеүен башҡара. Түбәндәге һорауға яуап бирергә әҙерләнегеҙ:

1) Бейеүселә башҡорт ҡыҙҙарына хас ниндәй сифаттарҙы күрәҺегеҙ?

2) Милләтебеҙ вәкилдәре булган Аҡйондоҙ, Оло инәй образдары менән бейеү характеры араһында оҡшашлыҡ бармы?

- Баҫалҡы, һылыу, наҙлы. Бейеү менән образдар араһындағы оҡшашлыҡ: сихрилек, әҙәплелек, наҙлылыҡ.

- Эйе, балалар, һеҙҙең фекергә ҡушылып, танылған балетмейстерыбыҙҙың һүҙҙәрен килтерәм:

Слайд № 3

«Итәк күтәреп бейеү башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ят күренеш, халыҡта ундай ҡылыҡ үтә әҙәпһеҙлек, хилаф эш һаналган. Бейеүҙә һикереш тә юҡ, темп та ҡыҙыу түгел. Һәм ошо әҙәплелек тормошта ла һаҡланган». Ф.Ғәскәров






Хәҙерге ваҡытта характер һыҙаттары ошо геройзарҙыҡына оҡшаған ҡа-тын-ҡыҙҙарҙы осратырға мөмкинме?

  • Әлбиттә. Беҙҙең өләсәйҙәребеҙ, инәйҙәребеҙ, әсәйҙәребеҙ характерҙарының күп һыҙаттары менән Оло инәйгә оҡшаш. Үҙҙәрендә тормош тәжрибәһе туплаған сабыр, аҡыллы ил инәләре. Шулай уҡ Аҡйондоҙ кеүек сихри матурҙар ҙа осрап ҡуя.

  • Һеҙгә кемдәр нығыраҡ оҡшай? Ябай, әҙәпле ҡыҙҙармы, әллә, киреһенсә, кәрәгенән артьгк биҙәнгән -төҙәнгән, тәмәке тартҡан, үҙҙәрен һәр ҡайҙа иркен тотоусылармы?

  • Тәмәке тартыу, эсеү, артыҡ биҙәнеп, теләһә кем менән күңел асыу кеүек

күренештәр милләтебеҙ ҡатын-ҡыҙҙарына ят күренеш булған. Был хәҙер ҙә шулай булһа икән. Үкенескә ҡаршы, бындай ҡыҙҙарҙы ла осратабыҙ. Инсафлы, һөйкөмлө, наҙлы була белеү ҡатын-ҡыҙҙы күркәм итә.

- Аҡйондоҙ менән Мәрәһим мөхәббәте ни яғы менән һоҡланғыс? Был мәхәббәт тарихы нисек тамамлана?

Уҡыусылар Аҡйондоҙҙоң Мәрәһимде күреп йөрөр өсөн генә Хәмзәгә кейәүгә сығып, был ауылға килен булып төшөү тарихын һөйләйҙәр, «...Бер семтем бәхет өсөн анау саҡлы ғазап йөктәре йөкмәп йөрөү» тип белдерә был хаҡта Аҡйондоҙ Мәрәһимгә. Ләкин мөхәббәт уларҙың икеһен дә түбәнгә төшөрмәй, ә илаһи затҡа әйләндерер көскә әүерелә.

Шулай уҡ Мәрәһим хәҙерге ваҡыттағы бик күп атайҙарға өлгө булырлыҡ. Ул үҙ гаиләһен ташламай, яуаплылык көслө. Икенсе яҡтан, был мөхәббәткә сабырлыҡ, тоғролоҡ хас. Береһе янғанда икенсеһе һүнмәҫ был парҙы һуғыш уты мәңгелеккә айыра. Ауырлыҡтар кисереп ҡауышыуҙы көткән Аҡйондоҙ һөйгәненең һуғыш уты эсендә лә үлмәй тере ҡайтырына ышана. «Ошо тиклем мөхәббәт тә кешене үлемдән һаҡлай алмағас инде! Нимәгә ышанырға, нимәгә таянырға ҡала һуң?»— ти ул, әсенеп, Мәрәһимдең үлем хәбәрен ишеткәс.

Йылдар үткәс, яҙыусы Аҡйондоҙҙо осрата. Ул Мәрәһим исемле ейәнен (Мәрәһимдең ҡыҙы Аҡйондоҙҙоң улын) етәкләп алған. «Йыуанысым, таяны-сым ошо инде»,— тип, малайҙы үҙенә һыйындырҙы... Был малайҙы һөйгәндә лә уға аңлашылып ук бөтмәгән һүҙҙәр әйтеләлер: «Мәрәһим сатҡыһы — донъямдың яҡтыһы». Дәрес башында был турала һүҙ башлағайныҡ. Тимәк, һөйгән кешеңдең балаһы ла ҡәҙерле була икән. Оло мөхәббәттең гүйә дауа-мы ул. Һәм автор түбәндәге юлдарҙы өҫтәп ҡуя: «...Бына шулай. Күпме ташҡындар, әйләнмәләр, өйөрмәләр үтеп, Аҡйондоҙ үҙенең ярына килеп сыҡты. Әлбиттә, күңеле көткән теләге, йәштән йәне теләгән яры ошо булма-ғандыр...»

Әҫәрҙең сәхнәләштерелеүе, «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар» спектаклендә ролдәрҙе кемдәр башҡарыуы хаҡында уҡыусылар менән һөйләшеп алабыҙ. Артабан Фидан Ғафаров башҡарыуында «Мәрәһим йыры»н тыңлайбыҙ.

  • «Ғашиҡтар тауға менә, аҙғындар соҡорға төшә» тигән юлдарҙы нйсек аңлайһығыҙ? («Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәрендә был юлдар йыш осрай.)

  • Мөхәббәт кешене ҡанатландыра, илһамландыра, юғарыға өндәй, ваҡлыҡтарҙан азат итә. Ә ысын һөйөү булмаған уйнаш кешене аҙғынлыҡҡа алып бара, түбәнлеккә төшөрә.

  • «Ике хат» бүлегендә нимә тураһында һүҙ бара?

  • Был бүлектә ике кешенең: Людмиланың һәм уның иренең хаты тураһында һүҙ бара. Ҡатынының икенсе кешене һөйөүенә әсенеп яҙылған әрнеүле хат Людмиланың иренеке булһа, ә Людмила: «…Һеҙ миңә өс ай, тулы өс ай ғүмер бүләк иттегез»,— тип, үҙенең Капитанды яратыуын яҙа. Беҙ бында мөхәббәттең мөғжизәле көсөн күрәбеҙ. «...Өс ай буйы мин мөхәббәт иҫәбенә йәшәнем».


  • Яҙыусының «Ай тотолған төндә» трагедияһында, «Ярлыҡау» повесында, «Ҡара һыуҙар» поэмаһында мөхәббәт темаһының бирелеше ниндәй?

Слайд № 4

Ҡоллоҡ— ирек, мөхәббәт («Ай тотолған төндә»),

һуғыш, үлем — мөхәббәт («Ярлыҡау»),

хыянат — сабырлыҡ, тоғролоҡ («Ҡара һыуҙар») ҡаршы ҡуйыла.


Уҡыусылар фекерен Ғ.Хөсәйеновтың һүҙҙәре менән йомғаҡлап ҡуябыҙ:

Слайд № 5

«Мөхәббәт һуғышҡа, дәһшәткә, вәхшәткә бирешмәс бер наҙлы ҡеүәт кеүек. Автор, гүйә, мөхәбәттән өҫтөн ҡөҙрәт юҡ, мөхәббәттән тыш бөтә донъя, кеше үҙе юҡ, ти»

Ғ.Хөсәйенов


  • Шағирҙың ата-әсәһенең мөхәббәте тарихы, яҙмыштары. Оло инәй образының мөһабәтлеге. (О, Сесә урамының мәрхәмәтле Афродитаһы!).

  • «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәренән белеүебеҙсә, Кендектең әсәһе икәү: Оло инәй һәм Кесе инәй. Күңеле менән, рухы менән Оло инәһен яҡын иткән Кендек аҙаҡтан ғына үз әсәһенең Кесе инәй булыуын белә. (Уҡыусылар менән бергәләп шағирҙың Оло инәһенең кейәүгә сығыу тарихын иҫкә төшөрәбеҙ. Атаһының уны (Оло инәһен) ике аяғы ла киҫелгән бүҙәнәгә оҡшатып, йәлләп өйләнеүен Оло инәй үҙе Кендеккә бәйән итә. «Рәнйетмәне лә, ҡаҡманы ла атайың, әммә иш күрмәне,— ти ул.— Беҙ уның менән ҡушылып бер бөтөн була алманыҡ... Һәр кешенең үҙ хәҡиҡәте була, әммә бөтә әҙәм өсөн уртаҡ, һәр кемдең ғүмерлек таянысы булған, бөтә хәүеф-хәтәрҙән ҡурсалай торған тағы бер хәҡиҡәт бар. Ул хәҡиҡәттең исеме мөхәббәт. Һин, тәү тапҡыр ҡолҡоноп, минең муйыныма һарылғас, мин үҙемә былай тип әйттем: «Хәҙер инде был донъяла йәшәү ҡурҡыныс түгел миңә...»

  • Беҙҙең дәрес башындағы һүҙҙәребеҙзе раҫлаусы тағы бер миҫал: һөйгәнеңдең балаһы ла ғәзиз, яҡын. Ә атаһы, һуңлап булһа ла, үҙ яртыһын, күңеле тартҡан кешеһен — Кесе инәһен осрата. Оло инәйҙе «үҙ яртыһы итеп ҡабул ҡылмай».

  • Мәрхәмәтле, сабыр. аҡыллы Оло инәй әҫәрҙә юҡҡа ғына гректарҙың мөхәббәт илаһиәһе Афродита менән сағыштырылмай. Аҡйондоҙ менән Мәрәһим мөхәббәтен ҡурсалаусы, мөхәббәт тураһында ябай, әммә бөйөк һүҙҙәр әйтеүсе Оло инәй ысынлап та беҙ һоҡланырлыҡ Сесә урамының Афродитаһы.



Слайд № 6


  • Яҙыусының шәхси тормошонда мөхәббәттең тоткан урыны. Й.Ильясованың «Һөйзөң дә һин, һөйҙөрә лә белдең...» мәҡәләһенән өҙөктәр:



«М.Кәримдең ҡатыны, таянысы, мөхәббәте, балаларының әсәһе Рауза апай менән танышабыҙ. Үтә бер ҡатлы, үтә хисле, үтә ихлас, шул уҡ ваҡытта үтә әҙәпле, үтә аҡыллы — бына шундай икән ул Рауза апай».


















«- Мостай ағай танылған шағир, ил һәм донъя буйлап күп йөрөгән, төрлө байрамдарҙа, мәжлестәрҙә ҡатнашҡан, барған, күргән урындарында сибәр ҡатын-ҡыҙ ҙа булғандыр. Шулай ук һеҙгә бер ҙә ҡыйын түгел инеме?

- Бер тапҡыр миңә ағайым: «Һин Мостайҙы һаҡла, һаҡлап йөрөт»,— тип кәңәш бирҙе. «Эй ағай,— тинем мин уға,— һаҡлашыуға китһә, эштәр харап инде». Кешене һаҡлап, көсләп яраттырып, уның берҙән-бере булып буламы?..Юҡ, Мостайҙың күңеле миңә һыуынманы. Бәлки беҙҙең һөйөүҙе көнләшмәүем, түбәнлектәрҙән юғары ҡала алыуым да ҡотҡаргандыр… Мостайҙың рухи азатлығына ҡағылманым, юҡ-барға бәйләнеп, үҙемде түбәнһетмәнем».


М.Кәрим һүҙҙәре: «Минең ғүмерем буйы ҡатын-ҡыҙга һоҡланыуымда, был һоҡланыуҙың әҫәрҙәремә күсеүендә Раузаның да өлөшө бар».


Рефлексия:

Йомғаҡлап шуны әйтке килә: Й.Ильясованың мәҡәләһе аша беҙ шағирҙың тормош юлдашы Рауза апай менән дә, уға мөнәсәбәте, мөхәббәте менән дә таныша алғанбыҙҙыр, тип уйлайым.

Ҡәҙерле балалар! һеҙгә лә түбәнлектәрҙән өҫтөн ҡала белгән саф оло мөхәббәт теләйем. Тормошта һәр берегеҙгә үҙегеҙҙең икенсе яртығыҙҙы табып, бер бөтөн булып йәшәүегеҙҙе теләп, дәресте тамамлайым.


9



Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!