СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Подготовка одаренных детей к олимпиадам по башкирскому языку

Нажмите, чтобы узнать подробности

Подготовка одаренных детей к олимпиадам по башкирскому языку с 8 по 11 классы.

Просмотр содержимого документа
«Подготовка одаренных детей к олимпиадам по башкирскому языку»

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ МӘҒАРИФТЕ ҮҪТЕРЕҮ ИНСТИТУТЫ















Проекттың темаһы:

Һәләтле уҡыусыларҙы олимпиадаларға әҙерләү методикаһы.
















Башҡарҙы:

Өфө ҡалаһы М. Гәрәев исемендәге

Мәктәп –интернатының

башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы Фәтхетдинова

Фәнилә Әсҡәт ҡыҙы






Өфө 2020



Йөкмәткеһе



  1. Проект эшенең паспорты................................................................................3



  1. Инеш..................................................................................................................4



  1. Төп өлөш.



  1. Һәләтле уҡыусыларҙы олимпиадаларға әҙерләү методикаһы...............5-6



  1. Башҡорт теле һәм әҙәбиәт дәрестәрендә олимпиадаға әҙерләү............7-9





  1. Йомғаҡлау...................................................................................................10





  1. Ҡулланылған әҙәбиәт.................................................................................11




























Проект эшенең паспорты


Бүлектәр

Йөкмәткеһе

1

Проект эшенең исеме

Һәләтле уҡыусыларҙы олимпиадаларға әҙерләү методикаһы.


2

Проект авторы

Фәтхетдинова Фәнилә Әсҡәт ҡыҙы уҡытыусы

3

Проект эшенең етәксеһе

Луиза Риф ҡыҙы Киреева

4

Ниндәй предмет сиктәрендә башҡарылды?

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте предметы сиктәрендә башҡарылды

5

Проект төрө

Эҙләнеү йәки тикшеренеү проекты.

6

Маҡсат

Уҡыусыларҙы олимпиадаларға әҙерләү.


7

Бурыстар

  • проект темаһын асыҡлау;

  • эшләнәсәк проекттың йөкмәткеһе;

  • был тема буйынса ниндәй мәғлүмәттәр бар;

  • эште башҡарыу этаптарын асыҡлау.



8

Үткәреү ваҡыты

Сентябрь – октябрь 2020- 2021 уҡыу йылы

9

Проект эшенең этаптары

1)Әҙерлек этабы

2)Планлаштырыу

3)Проектты эшләү

4)Дәрестә күрһәтеү

5)Эште баһалау


10

Эш һөҙөмтәләре

Уҡыусыларҙы олимпиадаларға әҙерләү алымдарын күрһәтеү


11

Кәрәкле ресурстар, материалдар

китаптар, журналдар, интернет селтәренән алынған материалдар.






Инеш.


Бөгөнгө көндә мәктәптә мөһим бурыстарҙың береһе булып, уҡыусыларҙың һәләттәрен асыу тора.

Күренекле педагог А.С.Макаренко: “Айырым шәхес менән эшләү өсөн, уны белергә һәм коллективта үҫтерергә кәрәк. Әгәр минең күҙ алдымда айырым шәхестәр, бында – тегендә һибелеп, коллективтан тыш йәшәй икән, әгәр мин уларға коллектив үлсәүенән башҡа ғына якын киләм икән, мин бынан бер – нимәлә сығара алмаясаҡмын”, - тигән. Ысынлап та, коллективта ғына һәләтте айырып алырга, үҫтерергә мөмкин.

Ә беҙҙең уҡытыусыларҙың бурысы – уҡыусының һәләтен үҫтереү. Был иһә, бер яҡтан, хәҙерге заман белем биреү системаһында һәр баланың шәхси потенциалын үҫтереүгә шарттар барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләһә, икенсе яҡтан, мәктәп фәндәрен эҙләнеү-тикшеренеү йүнәлешендә өйрәнеүҙең мөһимлеген билдәләй.

Мөһим бурыстарҙың береһе – уҡыусыларҙы ижади фекер йөрөтөргә һәм һығымта яһарға өйрәтеү, уҡыусының рухи үҫешенә, үҙ аллы фекерләү һәләтенә, аҡыл үҫешенә ирешеү.


Маҡсат: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте предметынан һәләтле уҡыусыларҙы олимпиадаларға әҙерләү методикаһын булдырыу.


Бурыстар:


  1. Һәләтле уҡыусылар менән эшләүҙең актуаллеген асыҡлау.

  2. Уҡыусыларҙы фәнни методтар менән таныштырыу.

  3. Һәләтле уҡыусылар менән эште ойоштороуҙың яңы формаларын, алымдарын өйрәнеү.

  4. Уҡыусыларҙың район, ҡала, республика кимәлендә ойошторолған олимпиадаларында ҡатнашыуын арттырыу.



Маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн түбәндәге эш төрҙәре алып барыла:


  1. Уҡыусыларҙың Һәләттәрен билдәләү диагностикаһы үткәреү.

  2. Уҡыусыларҙың эҙләнеү, фәнни методтарҙы үҙләштереүе.

  3. Олимпиадаларға әҙерләү, ҡатнашыу.

  4. Түңәрәктәр асыу.

  5. Кластан тыш саралар.

  6. Мәктәп туры бәйгеләре ойоштороу.

  7. Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу.

  8. Театр, музейҙар, экскурсияларға йөрөү.






Беренсе өлөш.



  1. Һәләтле уҡыусыларҙы олимпиадаларға әҙерләү методикаһы.

Һәләтле бала төшөнсәһе ул бик ҡатмарлы  күренеш. Ғөмүмән алғанда, һәләтлелек ул һәр кешегә  хас сифат. Шуға күрә һәр баланы ла  мотлаҡ рәүештә һәләтле тип ҡарарға тейешбеҙ.  Һәләтле бала категорияһына  бер яҡтан ул  - ҡайһылыр йүнәлештә һәләттәре  асылған, һәләттәре күренеп торған бала булыуы йәки икенсе яҡтан ҡарағанда һәләттәре әле асылмаған, әле потенциалда  ғына күҙаллана  торған  балаларҙы индерәбеҙ.  Балаға һин һәләтле, ә бына һин һәләтһеҙ тип һис әйтергә ярамай. һәләттәре асылған балаларҙа яңы төр һәләттәр ҙә  асылыуы ихтимал, сөнки бер йүнәлештә барған һәләт икенсе йүнәлештәге һәләттәре  асылыуға сәбәпсе була ала.   Шул уҡ ваҡытта баланың һәләте юғалыуы, ваҡытлыса һүнеп тороуы ла ихтимал, быға ғәҙәти хәл тип ҡарарға, сәбәптәрен асыҡларға, кәңәштәр бирергә,  ярҙам итергә кәрәк. Ата-әсәнән, уҡытыусыларҙан, дуҫтарынан дөрөҫ ярҙам, дөрөҫ ҡараш, мөнәсәбәт   булырға тейеш. Шуға күрә һәләт үҫеше өсөн мотлаҡ үҫеш мөхите  дөрөҫ һәм системалы ойошторолған булырға  тейеш. Шул саҡта ғына уның уңышлы һөҙөмтәһе була.

Бөгөнгө көндә уҡыусыларҙың һәләтенең төрҙәрен, үҫешен, формалашыуын билдәләргә ярҙам иткән диагностика булдырылған. Һәләтлелек диагностикаһына:

  • күҙәтеү;

  • әңгәмәләшеү;

  • һорауҙарға  яуап;

һәләт үҫеше өсөн кәрәкле  шәхес сифаттары алымдарын ҡулланыу тора. 

Һәләт үҙ өҫтөндә эшләгән кешелә генә юғары кимәлгә етеп, талант булып формалаша.  Ни тиклем иртә эш башлаһаң, шул тиклем һөҙөмтә лә яҡшыраҡ.  Ләкин был алымдарҙы, методиканы дөрөҫ ҡулланыу уларҙы өйрәтеү отошло.

Киң ҡулланылған инновацион алымдарҙың береһе – ул эҙләнеү-тикшеренеү алымы. Шул уҡ ваҡытта баланың фекерләү һәләтен тейешле кимәлдә үҫтереү технологияһы – ул баланы фекерләргә өйрәтеү дәрестәре. Был махсус курс аша үткән балаларҙың һәләттәре бик тиҙ асыла, мотивация – һәләтлелеккә ынтылышы көсәйә. Шул уҡ ваҡытта проблема ҡуйып уҡытыу, социаль компетентлылыҡ, лидерҙар мәктәбе дәрестәре лә балала шәхес үҫешендә кәрәкле сифаттар тәрбиәләргә ярҙам итә.





















































Икенсе өлөш.

  1. Башҡорт теле һәм әҙәбиәт дәрестәрендә олимпиадаға әҙерләү.



«Һәләтле уҡыусыларҙы олимпиядаға әҙерләү проекты» 2016 йылда башланды. Шунан бирле ул минең эш йүнәлештәремдең иң мөһим бер өлөшө булып тора. Был проект нисек башланды? Әлбиттә, тәүге уңыштан һуң. Региондар аша уҙғарылған олимпиадала уҡыусым Шильков Владислав алған призлы урын минең «һәләтле уҡыусылар менән айырым, үҙенә башҡа эшләргә кәрәк» тигән уйҙар тыуыуға сәбәпсе булды.

Баштараҡ был эш олимпиадаға уҡыусылар әҙерләү, дәрестә уларҙы күберәк йәлеп итеү кеүек эштәрҙән башланһа ла, һуңғы 3 йыл эсендә был эш йүнәлешемдең айырым үҙенсәлектәре, айырым методтары барлыҡҡа килде.. Минең «Һәләтле уҡыусыларҙы олимпиядаға әҙерләү проекты» үҙ эсенә дүрт йүнәлеште ала:

1. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төрлө конкурстарға, бәйгеләргә, олимпиадаларға әҙерләнеү:

2. Иншалар яҙыу;

3. Уҡыусыларҙың «Телмәр сәнғәте» түңәрәге ағзалары менән эшләү;

4. Уҡыусылар менән фәнни-тикшеренеү эштәре ойоштороу.

Был эштәрҙе нисек ойошторорға икәнлеге шулай уҡ ҙур тәжрибәләр арҡыры, бер нисә йылдар дауамында барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, олимпиадаларға әҙерләнеү. Билдәле булыуынса, муниципаль был бәйге 5-11 класс уҡыусылары араһында үтә. Был эшкә 5-се синыфтан уҡ башлау мөһим. Һәләтле уҡыусы үҙенең хәтерле булыуы, тиҙ отоп алыуы, логик фекергә эйә булыуы менән айырылып тора. Бындай уҡыусыларға өйгә эш биргәндә үтелгән теманы тәрәнтен белеү талап ителә торған, ижади эштәргә урын ҡала торған ҡатмарлыраҡ эштәр тәҡдим ителә. Класта башҡарыла торған эштәрҙә лә улар ауырыраҡ, абстракт фекерләү талап ителгән осраҡтарҙы үтәгәндә йышыраҡ йәлеп итәм. Былай эшләү 5-се синыфтан башлап иһә уҡыусылар бер нисә йыл дауамында үткәрелгән олимпиада һорауҙары буйынса ҡабатлау-күнегеүҙәр башҡара, улар менән тел һәм әҙәбиәттән генә түгел, Башҡортостан мәҙәниәте, тарихына ҡағылышлы һорауҙар тикшерәбеҙ, эштәрҙе анализлап, хаталар өҫтөндә эшләйбеҙ. Һөҙөмтәлә уларҙа ҡатмарлы һорауҙарға яуап бирә алырлыҡ белем кимәле үҫә, логик фекерләү дәрәжәһе юғары була, улар бындай бәйгеләрҙә уңышлы сығыш яһай. Һуңғы өс йыл эсендә район, ҡала олимпиадаларында 5 уҡыусым еңеүсе һәм призер булды.

«Телмәр сәнғәте» түңәрәге эшен ойоштороу.

Эштең маҡсаты:

  • уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен асыу;

  • уларҙа һөйләү телмәрен үҫтереү;

  • эстетик зауыҡ тәрбиәләү.

Был түңәрәк 2018 йылда ойошторолдо, йыл һайын унда 15 уҡыусы шөғөлләнде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә был түңәрәк эше, мәктәптәрҙә оптимизация үткәреү һөҙөмтәһендә, үҙенең эшен туҡтатырға мәжбүр булды. Ләкин, был ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, уҡыусылар менән эшләүҙең төрлө юлдарын эҙләйем. Был эштең дауамы булараҡ, хәҙер һәләтле балалар менән ирекле темаға иншалар яҙырға өйрәнәбеҙ. Иншалар яҙыу. Ни өсөн һәләтле уҡыусылар менән генә һәм ни өсөн ирекле темаға ғына? Эш шунда: иншалар яҙыу өсөн программа буйынса сәғәттәр бүленә. Был эш йылдар дауамында тел-әҙәбиәт дәрестәрендә алып барыла. Уҡыусылар унда бирелгән темаға инша яҙыу өсөн план төҙөй, материал туплай, уны системаға һала, камиллаштыра, яҙа. Ләкин ул сәғәттәр генә аҙ, шунлыҡтан беҙ күберәге әҫәрҙе өйрәнгәс, иншаларҙың әҙәби, әҙәби-ижади төрҙәрен яҙҙырабыҙ, йәғни әҫәр буйынса образ йә ваҡиғаларға ҡылыҡһырлама биреү, уның идеяһын асыу маҡсатынан сығып яҙҙырабыҙ. 10-11 кластарҙа әҙәби-ижади иншалар тәҡдим ителә, уларҙа әҫәрҙәге геройҙарға, ваҡиғаларға ҡарата баланың үҙ фекерен, үҙ баһаһын биреүҙе булдырыу маҡсаты ҡуйыла. Йәғни бындай иншалар бөтә класс менән бер темаға яҙыла, уның күпселек өлөшөн шул әҫәр материалы алып тора. Ирекле иншалар иһә уҡыусыларҙың көндәлек тормоштан, тирә- яҡты күҙәтеүҙәрҙән алған тәьҫирҙәренән сығып яҙыла. Бында уҡыусының үҙенең хистәре, кисерештәре һүрәтләнә. Мин уҡыусыларҙың ихлас күңелдән үҙ фекерҙәрен сағылдырған инша яҙыуҙарын маҡсат итеп ҡуям. Бындай иншаларҙы ижади фекерләү һәләте ярылып ятҡан, күп уҡырға, шиғырҙар ятларға, үҙҙәре шиғыр яҙырға яратҡан, ғөмүмән, әҙәбиәткә мөкиббән киткән уҡыусылар менән яҙабыҙ.

Уҡыу йылының беренсе сирегендә үк мәктәптә иншалар конкурсы ойошторола. Ҡатнашырға теләүсе балалар менән темаларҙы билдәләйем, ирекле иншаның үҙенсәлектәрен аңлатып, унда төп иғтибарҙы шуға йүнәлтәм: инша ниндәй генә темаға яҙылмаһын, унда төп герой - уҡыусы үҙе. Иншала уның әйтергә теләгән фекере асыҡ билдәләнергә тейеш. Бының өсөн уҡыусы үҙәккә бер образ ҡуйып, төп теманы ошо образ аша сағылдыра. Иң ҡыйыны - был образды табып, яңы фекер әйтеү. Балаларға һүрәтләү саралары, образлылыҡ тураһында аңлатам, элек яҙылған иншаларҙы уҡып күрһәтәм. Төрлө алымдар ҡулланғанда ла, уҡыусыларҙың һоҡландырғыс образдар тыуҙырыуына ирешеү еңел түгел. Шулай ҙа мин уҡыусыларҙың матур образдар тыуҙырыуына ирешергә ынтылып эшләйем. Үҙенсәлекле уй-фекерҙәре булған, образлы тел менән яҙылған күркәм ижад емештәре шулай тыуа башлай. Ә икенсе, өсөнсө сиректән башта район, унан республика конкурстары өсөн бәйгеләргә әҙерләнә башлайбыҙ. Ғәҙәттә, бында 3-4 уҡыусы менән эшләйбеҙ.

Дүртенсе йүнәлеш - һәләтле уҡыусылар менән фәнни -тикшеренеү эштәре ойоштороу. Төп маҡсат - уҡыусыларҙы фәнни һәм популяр әҙәбиәт менән эшләргә өйрәтеү, тейешле материалдар тупларға һәм эшкәртергә өйрәнеү; бай әҙәби мираҫтан үҙҙәренә кәрәкле мәғлүмәтте айырып алырға һәм һайлаған теманың төп идеяһын асырға өйрәнеү, һәм, ахыр сиктә, уҡыусыларҙа фәнни эшкә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү. Уҡыусыларҙы бындай эштәргә йәлеп итеү 8-9 кластар менән ойошторола, уҡытыуҙың актив методы булараҡ, бөтә класс менән рефераттар яҙҙырыуҙан башлана. Берәй яҙыусының юбилейы ыңғайынан, йә иһә ауыл, район, республикабыҙ тураһында мәғлүмәттәр йыйыу менән башланып киткән эштәр киләсәктә лә фәнни эшкә ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа тәүге этәргес булып тора. Артабан шул эштәрҙе теләк һәм ҙур ҡыҙыҡһыныу менән башҡарған уҡыусыларға айырым темалар бирелә. Ғәҙәттә, класс һайын 1-2 бала был эшкә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тотона. Уҡыусылар менән план төҙөйбөҙ. Һәр пункт өсөн кәрәкле әҙәбиәт исемлеге асыҡлана. Уларҙы уҡыу, эшкәртеү, файҙаланыу, билдәле, уҡытыусы етәкселегендә бара. Яҙыу барышында уҡыусылар фәнни эш күнекмәләре туплай, иң мөһиме, тупланған материалға үҙ мөнәсәбәттәрен белдерергә өйрәнәләр. Шуныһы ла әһәмиәткә лайыҡ, тикшеренеү эштәрендә ҙур тәжрибә туплаған уҡыусы һуңынан кескәй коллегаларына материал йыйырға, йыйылған материал буйынса докладтар яҙырға ярҙам итә. Былар бөтәһе лә эҙләнеүҙәр, көндәлек тырышлыҡ, әлбиттә, беренсе сиратта, уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү йүнәлешендә фиҙаҡар эшләү һөҙөмтәһе. Уҡыусыларҙа уңышҡа ирешеү ситуаияһы булдырыу. Һүҙемдең башында әлеге проекттың барлыҡҡа килеүенә уҡыусымдың район күләмендә беренсе ҙур уңышы сәбәпсе булғанын әйтеп үткәйнем. Бындай уңыш, әлбиттә, баланы ла ҡанатландыра. Шуға күрә уҡыусының эшкә, ижадҡа булған һәр бер ынтылышы, һәр бер уңышы күренмәй калмаҫҡа тейеш.

Тел һәм әҙәбиәт буйынса күп һанлы сараларҙа айырыуса актив, ижади ынтылышлы уҡыусыларыбыҙҙы дәртләндереү маҡсатында беҙ мәктәп- интернатыбыҙҙа шундай сараларҙы ҡулланабыҙ:

- М. Кәримдең музейҙарына алып барыуҙы ойоштороу;

- уҡыусыларҙың ата-әсәләренә рәхмәт хаты яҙыу;

- тел һәм әҙәбиәт аҙналыҡтарында актив ҡатнашыу;

- уларҙың ижад емештәре буйынса буклеттар төҙөү ҡарала (киләһе уҡыу йылынан башлап).

Был саралар, уҡыусылар күңеленә ҡанат ҡуйып, киләһе эштәргә этәргес булһа, алда һанап үтелгән төрлө йүнәлештәге бөтә башҡарылған эштәр улар өсөн белем йәки күнекмәләр сығанағы ғына түгел, ә тормош мәктәбе, киләсәктә үҙҙәренә юл һалыуға бер маяҡ. Ундай уҡыусыларҙың милләтебеҙ өсөн файҙалы, кәрәкле һәм бәхетле кеше булып үҫеүҙәренә иманым камил.





  1. Йомғаҡлау.

Һәләтле уҡыусыларҙы үҫтереүҙең диапазоны киң. Шуның өсөн бөгөнгө уҡытыусыға алдынғы педагогик тәжрибәне өйрәнеп, яңы технологиялар ҡулланып, уны көндәлек эштә файҙаланып, профессиональ яҡтан үҫешеп, ата – әсәләр менән яҡында булып ҡына яҡшы һөҙөмтәләргә, матур күрһәткестәргә өлгәшергә мөмкин. Ә тырышып эшләү, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Тик арымай-талмай, ҡанатланып, илһамланып, ең һыҙғанып эшләргә генә кәрәк.















































  1. Ҡулланылған әҙәбиәт.



  1. Интернет селтәренән материалдар.


  1. Федотова Н.К. Из опыта работы с одаренными детьми. Вестник НГУ.



  1. 5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы.Өфө: “Китап”, 1996



  1. Шумакова Н.Б. Одарённый ребёнок. Особенности обучения. Пособие для учителя. - М.: Просвещение, 2008.



  1. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр. Методик Ҡулланма. – Өфө: Информреклама, 2003.



11



Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!