СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Помощь к классному часу об участии башкир в Великой Отечественной войне

Категория: Прочее

Нажмите, чтобы узнать подробности

презентация . помощь к уроку, классному часу.

Просмотр содержимого документа
«Помощь к классному часу об участии башкир в Великой Отечественной войне»

Боевой конь Кречет

Боевой конь Кречет

Боевой конь
  • Боевой конь "Кречет" В годы Великой Отечественной войны вместе с башкирскими егетами десятки тысяч башкирских лошадей ушли на фронт, прошли всю войну и остались на чужбине. Но единственному боевому коню "Кречет" из деревни Илсегол Миякинского района осчастливилось вернутся с Победой в родной колхоз. Воины Башкирской дивизии очень любили его и по-простому называли "Ҡорос ат" ("Стальной конь"). Ниже приводится рассказик о нем извлеченный из моей книги "Башҡорт дивизияһы" — "Башкирская дивизия" (электронный текст помещен в сайтезигатсултанов.рф отдел "файлы" 14-й том). «Кречет» —
Ҡорос ат Илебеҙҙең көнбайышында Бөйөк Ватан һуғышы барған саҡта — 1942 йылда була был. Башҡортостандың Миәкә районындағы Илсеғол ауылынан бер юлы ир-егеттәрҙе һәм аттарҙы һуғышҡа оҙаталар. Иң алда ҡоростай ҡара-йылтыр бер толпар бейеп, тояҡтарынан осҡон сәсрәтеп бара. Уның исеме ҡағыҙҙа урыҫса “Кречет” тип яҙылған (ҡайһы берәүҙәр, яңылыш, “Керчь” тип йөрөтәләр), ә башҡортса Ҡорос ат тип әйткәндәр. Ул Илсеғол ауылының өйөр айғыры булды, көтөүлектә йылҡы өйөрөн бәлә-ҡазанан һаҡланы. Ҡара төндәрҙә ҡолондарҙың, тай-тулаҡтың боғаҙынан алырға иткән бүреләрҙе һис яҡын ебәрмәне. Яҡыныраҡ килгәндәрен, сабып барып, йөнтәҫ елкәләренән тешләп алып быраҡтырҙы, ҡорос тояҡтары менән тибеп баштарын ярҙы. Һыҙылып таң атҡан һайын, йылҡыларҙы ауыл осона ҡайтарып, йәмле Дим буйҙарын яңғыратып кешнәп ебәрер ине.
  • Ҡорос ат Илебеҙҙең көнбайышында Бөйөк Ватан һуғышы барған саҡта — 1942 йылда була был. Башҡортостандың Миәкә районындағы Илсеғол ауылынан бер юлы ир-егеттәрҙе һәм аттарҙы һуғышҡа оҙаталар. Иң алда ҡоростай ҡара-йылтыр бер толпар бейеп, тояҡтарынан осҡон сәсрәтеп бара. Уның исеме ҡағыҙҙа урыҫса “Кречет” тип яҙылған (ҡайһы берәүҙәр, яңылыш, “Керчь” тип йөрөтәләр), ә башҡортса Ҡорос ат тип әйткәндәр. Ул Илсеғол ауылының өйөр айғыры булды, көтөүлектә йылҡы өйөрөн бәлә-ҡазанан һаҡланы. Ҡара төндәрҙә ҡолондарҙың, тай-тулаҡтың боғаҙынан алырға иткән бүреләрҙе һис яҡын ебәрмәне. Яҡыныраҡ килгәндәрен, сабып барып, йөнтәҫ елкәләренән тешләп алып быраҡтырҙы, ҡорос тояҡтары менән тибеп баштарын ярҙы. Һыҙылып таң атҡан һайын, йылҡыларҙы ауыл осона ҡайтарып, йәмле Дим буйҙарын яңғыратып кешнәп ебәрер ине.
Ауыл халҡы был кешнәүҙе ишетеп ҡыуаныр ҙа: “Һәй, Ҡорос атыбыҙ ҡайтты, кешнәп таңды уятты!” — тип һамаҡлар ине. Сөнки уның кешнәүе лә ифрат яғымлы, үҙенә башҡа бер кешнәү ине. Һуғышҡа китеүселәрҙе халыҡ күҙҙән яҙҙырғансы оҙатып ҡалды. Китеүселәрҙең һуңғы хушлашыуы булып, тау башында Ҡорос аттың йөрәк өҙгөс кешнәүе яңғыраны. Дим буйҙарын шаңғыртҡан был моңло кешнәү кешеләрҙең күңелендә мәңге яңғырап ҡалды. “Яу ҡырында иҫән йөрө, Ҡорос ат, дошмандарҙы еңеп ҡайт! Яуға киткән батырыңды эйәреңдә алып ҡайт!” — тип теләне оҙатып ҡалыусылар. Ҡорос атты Башҡорт атлы дивизияһының беренсе полк командиры урынбаҫары Әсфән Ғәбитов эйәрләне, һуғыш утына керҙе. Майор Әсфән Ғәбитов та, тап Ҡорос ат кеүек үк, Илсеғол ауылынан ине. Улар бергә утты-һыуҙы кистеләр, дошманды күп ҡырҙылар. Ҡорос аты Ғәбитовты күп тапҡырҙар әжәлдән араланы. Брянск ҡалаһы янындағы бер алышта йәҙрә ярсығы икеһен дә бер юлы яраланы. Ҡорос аттың — еңел яра, ә Ғәбитовтың — ауыр яра ине. Айырылышҡанда икеһенең тиң күҙҙәренән әсе йәш тәгәрләне. Әсфән Ғәбитов госпиталгә
  • Ауыл халҡы был кешнәүҙе ишетеп ҡыуаныр ҙа: “Һәй, Ҡорос атыбыҙ ҡайтты, кешнәп таңды уятты!” — тип һамаҡлар ине. Сөнки уның кешнәүе лә ифрат яғымлы, үҙенә башҡа бер кешнәү ине. Һуғышҡа китеүселәрҙе халыҡ күҙҙән яҙҙырғансы оҙатып ҡалды. Китеүселәрҙең һуңғы хушлашыуы булып, тау башында Ҡорос аттың йөрәк өҙгөс кешнәүе яңғыраны. Дим буйҙарын шаңғыртҡан был моңло кешнәү кешеләрҙең күңелендә мәңге яңғырап ҡалды. “Яу ҡырында иҫән йөрө, Ҡорос ат, дошмандарҙы еңеп ҡайт! Яуға киткән батырыңды эйәреңдә алып ҡайт!” — тип теләне оҙатып ҡалыусылар. Ҡорос атты Башҡорт атлы дивизияһының беренсе полк командиры урынбаҫары Әсфән Ғәбитов эйәрләне, һуғыш утына керҙе. Майор Әсфән Ғәбитов та, тап Ҡорос ат кеүек үк, Илсеғол ауылынан ине. Улар бергә утты-һыуҙы кистеләр, дошманды күп ҡырҙылар. Ҡорос аты Ғәбитовты күп тапҡырҙар әжәлдән араланы. Брянск ҡалаһы янындағы бер алышта йәҙрә ярсығы икеһен дә бер юлы яраланы. Ҡорос аттың — еңел яра, ә Ғәбитовтың — ауыр яра ине. Айырылышҡанда икеһенең тиң күҙҙәренән әсе йәш тәгәрләне. Әсфән Ғәбитов госпиталгә
  • киткән саҡта дивизия комиссары Мөбәрәк Нәзировтан үтенде: “Еңеү көнөнәсә яугир сафта ҡала алманым. Ҡорос атты үҙеңә тапшырып ҡалдырам. Дошманды тар-мар ҡылғас, атты Илсеғолға алып ҡайтығыҙ. Шайморатов генерал шулай бойорҙо. Шуға күрә үҙеңде лә, уны ла һаҡла инде!” Майорҙың ҡулын ҡыҫып: “Егет башы иҫән булһа, Ҡорос ат та һау булыр, илгә әйләнеп ҡайтыр!” — тип һүҙ бирҙе комиссар. Әммә Нәзировҡа ла тиҙҙән икенсе яҡҡа китергә тура килде. Ҡорос атты яугир капитан Ибраһим Фәттәхов менеп йөрөнө. “Бара торған ереңә күҙ асып йомғансы елдереп еткерер, уттан-һыуҙан һөрлөкмәй алып сығыр. Уның менән беҙ үлемесле күп алыштарҙы үттек, күп әжәлдәрҙе еңдек. Ҡорос ат ул әҙәм һымаҡ аҡыллы, түҙемле һәм батыр яугир”, — тип хөрмәтләп һөйләр ине Фәттәхов. Дим туғайҙарында уйнаҡлап үҫкән Ҡорос ат ут эсендә меңәрләгән саҡрымдарҙы елеп үтә, алыҫ Днепр һәм Висла, Шпрее һәм Эльба һыуҙарын эсә. Башҡорт атлы дивизияһында ул Сталинград янында уҡ фашистарҙы ҡамап тар-мар итеүҙә, Луганск өлкәһендә дошман тылына ярып кереп уларҙы ҡыйратыуҙа ҡатнаша. Яуыз илбаҫарҙарҙы ҡыуа-ҡыуа Чернигов, Ковель, Люблин, Познань, Трептев, Бранденбург ҡалаларын үтеп, көнбайыштан Германияның баш ҡалаһы Берлинға дөрөп керә. Эльбаға барып етеп, уның һыуын да эсә.
  • Ҡыйратылған Гитлер өңө Рейхстаг эргәһендә яугир сафта Еңеү көнөн — 1945 йылдың 9 майын ҡаршылай. Һуғыш бөткәс, яугирҙәребеҙ илгә әйләнеп ҡайта. Яуға алынған аттарҙы кире ҡайтарыу тәртибе булмаһа ла, башҡорт яугирҙәре Ҡорос атты илгә ҡайтарырға Советтар Союзы Маршалы Семен Буденныйҙан рөхсәт һорап алалар. Шулай итеп, Бөйөк Ватан һуғышында еңеп сыҡҡан Ҡорос атты 1947 йылда полковник Сәйфулла Хәбиров менән майор Ибраһим Фәттәхов Илсеғолға алып килеп тапшыра. Яҙҙың иң йәмле көндәре, Дим буйҙары шау-сәскәгә күмелгән саҡ була ул. Һыҙылып таң атҡанда, һары һандуғастар йырына ҡушылып, алыҫ-алыҫтарҙан ауылға үтә таныш ат кешнәүе ишетелә. Артынса уҡ ауылдағы бөтә аттар йөрәкһеп кешнәп ебәрә. Сихри кешнәү менән әҫәрләнгән халыҡ урамға сыға эркелеп: “Ҡорос аттың кешнәүе, Ҡорос ат ҡайтып килә!..” Ауыл осонда, ысынлап та, текә тауҙан Ҡояш һымаҡ тәгәрләп төшөп килгән Ҡорос ат — һуғыш батыры күренә, күҙҙәренән һағыныу ҡатыш шатлыҡ йәштәре аға. Ауылдаштар, йүгереп барып, яугир толпарҙы муйынынан ҡосаҡлайҙар, уға ҡушылып илайҙар... Эйе, күп батырҙар, ҡайта алмай, яу ҡырында ятып ҡалды... “Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй ир-егеткәй менән ат башы!” — тип йырлай бит халҡыбыҙ... 23.02.1995. Ағиҙелдән Эльбағаса барып етеп, тыуған ауылына Еңеү менән әйләнеп ҡайтҡан был яугир башҡорт толпарын баш ҡалабыҙҙың Еңеү баҡсаһында бронзанан һынландырырға кәрәк ине (төҫ-һүрәте һаҡланған)... Әгәр рәсми органдар ҡуҙғалмаһа, илдән иғәнә йыйып эшләтергә мөмкин. На фото: "Кречет" в Берлине, 1945 год.
Материал интернет селтәренән ҡулланылған. “ Вконтакте” социаль селтәре ярҙамға килде. Уларға ҙур Рәхмәт.
  • Материал интернет селтәренән ҡулланылған.
  • “ Вконтакте” социаль селтәре ярҙамға килде.
  • Уларға ҙур Рәхмәт.


Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!