СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Понятие добра и зла в повести Нугумана Мусина

Нажмите, чтобы узнать подробности

Ноғман Мусиндың "Шайтан ҡуласаһы" повесында изгелек һәм яуызлыҡ төшөнсәләре

Просмотр содержимого документа
«Понятие добра и зла в повести Нугумана Мусина»


Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение

«Средняя общеобразовательная школа с.Тамьян-Таймас»

муниципального района Миякинский район Республики Башкортостан

















Тема урока: Понятие добра и зла в повести Нугумана Мусина

(урок-дебаты)


Ноғман Мусиндың “Шайтан ҡуласаһы” повесында изгелек һәм яуызлыҡ төшөнсәләре












Учитель башкирского

языка и литературы:

Янышева Гульфия Фатыховна







Башҡортостан Республикаhы Миәкә районы Муниципаль районы хакимиәте “Башҡортостан Республикаһы Миәкә районы муниципаль районы Тамъян-Таймаҫ ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбемуниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы










Ноғман Мусиндың “Шайтан ҡуласаһы” повесында изгелек һәм яуызлыҡ төшөнсәләре


(дәрес-дебат)




















Башҡорт теле һәм

әҙәбиәте уҡытыусыһы:

Янышева Гөлфиә Фатых ҡыҙы







Ноғман Мусиндың “Шайтан ҡуласаһы” повесында изгелек һәм яуызлыҡ төшөнсәләре


Маҡсат: 1) Әҫәрҙең тематик йөкмәткеһен асырбыҙ, изгелек-яуызлыҡ төшөнсәләре тураһында һөйләшербеҙ, был теманың актуаллеген билдәләрбеҙ;

2) Үҙ аллы эҙләнеү күнекмәләрен, һөйләү телмәрен, логик фекерләү һәләтен үҫтереү, башҡаларҙың кисерештәренә ихтирам менән ҡарарға өйрәтеү;

3) Маҡсатлы шәхес тәрбиәләү. Публика алдында сығыш яһағанда үҙеңде ышаныслы итеп тота белергә өйрәтеү, дискуссия ойоштороу күнекмәләрен булдырыу;

4) Арҙаҡлы шәхестәребеҙгә,уларҙың хеҙмәт емештәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу.

5) Эш ҡағыҙҙары тултырырға өйрәтеү.

Предмет-ара универсаль уҡыу эшмәкәрлеге.

Шәхескә йүнәлтелгән: үҙ фекерен ышандырырлыҡ итеп әйтеү;

Коммуникатив уҡыу эшмәкәрлеге: монологик телмәр төҙөү, башҡаларҙың телмәрен тыңлай белеү;

Регулятив: дебаттар барышын дөрөҫ һиҙемләп, план буйынса эш итә белеү.

Йыһазландырыу: халыҡ яҙыусыһының портреты, дебаттарҙы үткәреү ҡағиҙәләре, мультимедиа проекторы, Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәт ҡомартҡылары төшөрөлгән слайдтар-презентация, ҡалтағай һүрәте, трибуна, сүкеш, професиональ кейем.

Дәрес барышы: Ойоштороу мәле. Эпиграфты уҡыу: “Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә”. Был мәҡәлде кемгә ҡарата ҡулланырға булыр икән?

Эпиграфтарҙы уҡыу, был юлдарға дәрес аҙағында әйләнеп ҡайтырбыҙ әле.

Уҡытыусының инеш һүҙе: Үткән дәрестәрҙә беҙ һеҙҙең менән Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” роман-дилогияһын уҡып, анализлап, Төлкөсура менән Сажидәгә, Уйылданға ҡылыҡһырлама төҙөнөк. Яҙыусының “урман халыҡ кеүек үк мәңгелек булырға тейеш!” – тигән төп фекерен асыҡланыҡ. Тимәк, халыҡты, милләтте уның иле, тарихы, тәбиғәте билдәләгән кеүек, урман, тәбиғәт үҙе лә ошо халыҡ яҙмышы менән бәйле. Хрестоматия китабында уның икенсе әҫәре – “Шайтан ҡуласаһы” тигән повесынан өҙөк бирелгән. Һеҙгә был әҫәрҙе тотош уҡып килергә ине, сөнки өҙөктө уҡып ҡына әҫәрҙе анализлап та, образдарына ҡылыҡһырлама биреп тә булмай.

  • Уҡыусылар, бөгөн беҙҙә ябай дәрес түгел, повестың йөкмәткеһе буйынса эште дебаттар формаһында үткәрәйек. Бының өсөн беҙ һеҙҙең менән алдан әҙерлек эше лә үткәрҙек: төркөмдәргә бүлендек, хөкөм итеүселәрҙе билдәләнек. Беренсе төркөм спикерҙар “Раҫлаусы” булһа, оппоненттарын “Инҡар итеүселәр” тип атаныҡ.

  • Хәҙер иң тәүҙә дебаттарҙы үткәреү ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөп үтәйек (икенсе слайдта):

– һөйләй ҙә белергә, иптәшеңде тыңлай ҙа белергә тейешһең;

– проблеманы ҡуя белергә, аңлайышлы итеп һөйләй белергә;

– мәсьәләне асыҡлау өсөн һорау ҡуя белергә кәрәк;

– геройҙарға характеристика биргәндә, төшөнсәләрҙе асыҡларға.

Һүҙлек эше үткәреү (Слайд 1): дебаттар, спикерҙар, оппоненттар, проблема, гипотеза, регламент, рефлексия, хөкөм итеүсе, тайм-кипер.

Проблеманы тәҡдим итеү:

  • Уҡытыусының сығышы: Яҙыусының башҡа повестары менән сағыштырғанда, был әҫәр ҡатмарлыраҡ, геройҙары ла парлы-парлы. Урмансылар тураһында китап яҙырға ниәт иткән Риза Ханбәков материал тупларға тип бер районға килеп төшә һәм армияла бергә хеҙмәт иткән танышы Байым Шәйәхмәтовты осрата. Армияла саҡта уҡ уҡыған кешеләрҙән көнләшкән Байым, ҡайтҡас, сәмләнеп, үҙе лә институт тамамлай, хәҙер лесхоз директоры булып эшләй. Яҙыусының хәтерендә хеҙмәттәше ҡарап тороуға кәүҙә-ҡиәфәте “әллә ни булмаған”, “еңел холоҡло, өтәлеү, үтә сабырһыҙ кеше кеүек” булып уйылып ҡалған. Шуның өсөн уға олатаһы “шайтан ҡуласаһы” тигән ҡушамат таҡҡан була. Әле инде ул олпат етәксе, кешеләргә ярҙамсыл, ҡул аҫтындағылар менән ике йөҙлөләнмәй, ихлас һөйләшә. Уның йәшәү маҡсаты - “ауыр, көсөргәнешле заманда йәшәгән кешеләргә нисек тә ярҙам итеү, улар күңелендәге көсөргәнеште кәметеү”. Ләкин, әҫәр сюжеты бының менән сикләнмәй, яңы баҫҡысҡа, яңы спиралгә күтәрелә.Хәтерегеҙҙә булһа, йәмғиәт тормошо, кешелек донъяһы спираль формаһында үҫешә. Әҫәрҙәге төп ваҡиғалар күрше ауылда йәшәгән Мохтасар менән Миңзәлә тирәһендә ойоша. Шуға күрә беҙ бөгөн уларҙың ҡатмарлы яҙмыштары тураһында һөйләшербеҙ. Уҡылған әҫәр буйынса ошондай проблема тәҡдим ителә:тормошта Изгелек Яуызлыҡты еңеп сығырмы?

Раҫлаусы” спикер сығыш яһай: - Һаумыһығыҙ, судьялар, һаумыһығыҙ, оппоненттар, хәйерле көн, тамашасылар! Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың “Шайтан ҡуласаһы” повесын уҡып сыҡҡас, беҙ шундай гипотеза тәҡдим итәбеҙ: Мохтасар – изгелек ҡорбаны! Ул бәләкәй сағынан уҡ бар эшкә бер үҙе егелеп үҫә. Армияла була, ауырыу әсәһен ҡарай, йорт төҙөй, колхозда ла алдынғы көтөүсе булып таныла. Ошонда уҡ ул үҙенең мөхәббәтен осрата: Миңзәлә исемле зоотехник ҡыҙ ҙа уның тойғоларын уртаҡлаша. Ләкин уларҙың яҡты хыялдары тормошҡа ашмай ҡала. Һуңынан урманға булған ҡыҙыҡһыныу, һөйөү уны барыбер урмансы эшенә алып килә. Бөтә ауырлыҡты әсәһе менән ағаһына һалып үҫкән иркә, бер туған ҡустыһы Рәсүл, оятһыҙ рәүештә эшләгән енәйәтен ағаһы Мохтасарға яға: лицензия алмайынса, “ҡайҙандыр ҡулына килеп эләккән”, өйҙә һаҡларға ярамаған бәләкәй калибрлы мылтыҡтан үҙе өс боланға ата. Һунарсылыҡ инспекторы менән участка милиционеры килеп сыҡҡас, “минең мылтыҡ түгел, миңә ике мылтыҡтың хәжәте юҡ, уныҡы” тип ағаһына күрһәтә, пулялары һалына торған картон коробканы ла уның аяҡ аҫтына ырғыта. Ошондай мәлдә Мохтасар, бындай аҫтыртын яуызлыҡты күргәне булмағанғалыр инде, юғалып ҡала, теле тотлоға, һалҡын ҡанлылыҡ етмәй уға. Шулай итеп нахаҡҡа төрмәгә эләгә. Етмәһә, Рәсүл, ағаһы тотҡонда саҡта, уның мөхәббәте Миңзәләгә ҡул һала.


Инҡар итеүсе -2 һорау бирә:

  • Ниңә Мохтасар аҡланмай һуң, туғанының әйткәндәрен кире ҡаҡмай? (Һорауҙар слайдтарҙа – Слайд 4)

Раҫлаусы”: “Милиция кешеһенә һуҡҡан өсөн мине барыбер бөтөнләй аҡламаясаҡтар, Рәсүлгә бысраҡ өйә башлаһам, уны ла ултыртып ҡуйыуҙары бар, мин бирешмәм, ә ул төрмәлә бөтөнләй юлдан яҙыр, икебеҙҙе лә ултыртып ҡуйһалар, былай ҙа ауырыу әсәй бындай хәсрәтте күтәрә алмаҫ. Ошондай хәлдән һуң, Рәсүл, моғайын, аҡылға ултырыр” тип уйлап, ул бөтә ғәйепте үҙ өҫтөнә ала.

Инҡар итеүсе” спикер сығыш яһай:

  • Хәйерле көн, хөкөм итеүселәр, хәйерле көн, оппоненттар, тамашасылар, һаумыһығыҙ! “Раҫлаусы” оппонент мәғлүмәттәрен ентекләп ҡарайыҡ. Мохтасар йәш сағында уҡ мотопила һатып алғас, үтенес менән килгән кешегә ярҙам итә, әммә уның ярҙамы яман эшкә барып олғаша, теге бәндә билет алмайынса ағас ҡырҡтырған булып сыға, шул саҡта ул үҙен “өҙгөләп ташлар сиккә етәм”, “йомшаҡмын, кемдең кем икәнлеген айыра белмәйем”, ти. “Алабарманлығы арҡаһында ғүмеренең бер миҙгелен бушҡа юғалтҡан” булыуын әйтә. Рәсүл менән тәүге тапҡыр һунарға барып, ҡустыһы болан атҡандан һуң, ул үҙе үк ”ғәйебем бар, үҙем атмаһам да, шул эштә ҡатнашҡанмын”, ти.

Раҫлаусы-3” һорау бирә:

  • Мохтасар, һеҙҙеңсә, осраҡлы хәлдәрҙең ҡорбаны түгел, ә киреһенсә, үҙ һүҙе, үҙ фекере булмаған, йомшаҡ характерлы кеше булып килеп сыға. Рәсүл ниндәй кеше һеҙҙеңсә?

  • Рәсүл алдаша ла, урлаша ла белә торған “фыртауай” егет. Хәҙерге заманда шулай булмаһаң, һине тапап китәләр, донъя шулай ҡоролған: көслөнөкө замана.

II. Гипотезаларҙы раҫлау һәм кире ҡағыу:

Раҫлаусы-2”сығыш яһай:

  • Мин һеҙҙең фекерегеҙ менән килешмәйем. Рәсүл йәштән үк “еңел кәсеп” эҙләп йөрөй, өйләнеп тә оҙаҡ йәшәй алмай, “бисәһенән айырылып, “буш кеҫәләре менән ярҙам һорап”, ағаһы һалған йортҡа ҡайтып йығыла. Тормошта булған бөтә яманлыҡтарҙы ла эшләй: эсеп йөрөй, бер нисә мәртәбә лицензия алмайынса, алдашып, болан атып, итен һатып йөрөй, рөхсәтһеҙ мылтыҡ йөрөтә һәм һуңғы сиктә тағы ла бер үҙе ике болан атып ала. Беҙ был турала повестың аҙағында уҡыйбыҙ. Яҙыусы Риза Ханбәков менән Мохтасар ул яралаған болан артынан баралар.Ошо ваҡытта Рәсүл ағаһын үлтерер өсөн мылтыҡтан ата. Мохтасарҙың һеләүһен тиҙлегендә янтайып ҡалыуы ғына пуляның тура теймәй, сикәһен сыйып үтеүенә килтерә.

Инҡар итеүсе” сығыш яһай: Мохтасарҙы төрмәгә ултыртмаҫ өсөн ауылдан колхоз председателе килеп, “Рәсүлдең кемлеген беләбеҙ, ауылда асыҡ суд яһауҙарын талап ит, һине түгел, уны ултыртырға кәрәк. Быға тиклем дә уның күрше ауылдарҙа болан ите һатып йөрөүе тураһында белдек”- тип, милиция начальнигы, прокурор менән һөйләшеп йөрөгән бит. Ниңә һуң Мохтасар быға риза булмай?

III. Гипотезаларға төҙәтмә индереү һәм яҡлап сығыш яһау.

-“Раҫлаусы-3” сығыш яһай: Повесть башындағы “кеше үтенесен кире ҡаға алмай” тайғаҡ юлға баҫҡан меҫкен кеше түгел Мохтасар хәҙер. Әҫәрҙең кульминацияһында беҙ уны “хыянат итеүсе бер кешене лә кисерергә ярамай” тигән фекергә килгән ышаныслы иптәш итеп беләбеҙ.Мохтасар төрлө һөнәрҙәргә эйә булған алтын ҡуллы, тормоштоң әсе-сөсөһөн татыған, намыҫлы хеҙмәткәр булып үҫешә. Ул беҙҙең ҡаршыбыҙға ҡурҡыу белмәҫ ҡыйыу егет, ысын һунарсы булып килеп баҫа. Хәҙер үҙендә ҡыйырһытылған мөхәббәте өсөн көрәшергә лә көс таба.

-“Инҡар итеүсе -3” сығыш яһай:

  • Ысынлап та, Мохтасар әҫәрҙең аҙағында бөтә бәләләрҙең башында торған, эшләгән насарлыҡтарына бер ҡасан дә яза алмаған яуыз ҡустыһын аҡларға, ярлыҡарға ярамағанына инана.

V. Дөйөм һығымта яһау. Образдарға ҡылыҡһырлама төҙөү

Әҫәрҙең башында

Мохтасар

Рәсүл

Кеше үтенесен кире ҡаға алмай

Бәләкәйҙән иркә булып үҫә

Рөхсәтең бармы тип һорашып тормай, кешеләргә ышана

Эш эшләргә яратмай

Үҙ һүҙен әйтә алмай, юғалып ҡала

Алдашырға, урлашырға ла оялмай

Әсәһенә ҡыйынлыҡ килтерергә теләмәй,Рәсүл тураһында уйлай


Мөхәббәте өсөн көрәшә алмаған үҫмер

Үҙе тураһында ғына уйлай



Оятһыҙ хайуани зат кеүек ҡылыҡтар ҡыла

Әҫәрҙең аҙағында

Төрлө һөнәргә эйә булған ир-уҙаман

Намыҫлы эшсе-урмансы

Үҙ фекере булған аҡыллы хеҙмәткәр

Мөхәббәте өсөн көрәшеүсе, ярата белеүсе егет


Иркәләнеүе көсәйә бара, тағы ла ағаһы яҡлар тип уйлай

Бер һөнәре лә юҡ

Урлашыуын ташламай

Ағаһына атып ебәрергә лә тартынмай, үлтерергә теләй


Уҡытыусы: - Кем һуң Мохтасар: ғәҙелһеҙлек ҡорбанымы, әллә үҙе йомшаҡ характерлы персонажмы?


Хөкөм итеүселәр сығыш яһай:

  • Оппоненттар үҙ сығыштарында төрлө дәлилдәр килтереп, үҙ фекерҙәрен яҡланы, “Раҫлаусы”лар ҙа, “Инҡар итеүсе” ләр ҙә проблеманы асыҡ яҡтырттылар, образдарға төрлө яҡлап ҡылыҡһырлама бирергә тырыштылар. Мохтасарҙың әйткән һүҙен үтәй торған, изге нескә күңелле, ысын ир-уҙаман, ныҡлы характерлы образ икәненә ышандыҡ. Донъяла шундай егеттәр күберәк булһа, беҙҙең тормошобоҙ ҙа күпкә еңелерәк булған булыр ине.

Уҡытыусы йомғаҡлай:

  • Тимәк, яҙыусы беҙҙе Мохтасар кеүектәрҙең ғибрәтле яҙмышы менән генә таныштырып ҡалмай, кешеләр араһындағы бөгөнгө мөнәсәбәттәр, яҙмыштар тураһында уйланырға мәжбүр итә. Эпиграфҡа әйләнеп ҡайтайыҡ әле: “Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленер" тип кемдең ҡырын эштәрен, ҡылыҡтарын атарбыҙ? (уҡыусы яуап бирә) Эйе, уҡыусылар, Рәсүлдең ҡылған яман эштәре һуң булһа ла беленә. Ә ни өсөн яҙыусы әҫәрҙе “Шайтан ҡуласаһы” тип атаны икән, әйҙәгеҙ әле шуны асыҡлайыҡ. Нимә ул шайтан? (Дини уйҙырма буйынса, шайтан төрлө һүрәткә инә ала торған мәкерле зат) Тормош, ундағы кешеләрҙең һәр ваҡыт үҙгәреп, үҫеп, икенсе төрлө ҡылыҡтарының килеп сығыуын (мәҫәлән, Рәсүлдең), моғайын, автор “Шайтан ҡуласаһы” тип атағандыр. Был әҫәрҙә ошо ығы-зығылы йәшәйештә Мохтасар кеүектәр ҙә, башҡалар ҙа юғалып ҡалмаһындар, һәр кеше үҙ юлын, үҙенә дуҫтар тапһын, тигән фекер һалынған. Хушлашҡанда Риза Ханбеков Мохтасарға “Тормошто “шайтан ҡуласаһы” тимә, был ҡуласа һинең ҡулда, һинең кеүек ирҙәр уны үҙе теләгән яҡҡа әйләндерә” тип әйткеһе килә, ләкин өндәшмәй. Уның бындай хуплау һүҙҙәргә мохтаж түгеллеген төшөнә.

-Рефлексия ( ):

- Дәрес башында ниндәй маҡсаттар ҡуйғайныҡ? (“Шайтан ҡуласаһы” повесындағы персонаждарҙың изге эш-ҡылыҡтары тураһында һөйләшәсәкбеҙ) тигәйнек.

- Был маҡсатҡа ирешер өсөн ни эшләнек?

- Әҫәргә анализ яһаныҡ.

- Нимәне үҙләштерҙегеҙ?

- Халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин беҙгә ниндәй һабаҡ биргәнен.

- Әҫәр нимәгә өйрәтә? Ниндәй булырға ярамай?

(Көтөлгән яуаптар: Рәсүл кеүек ялҡау, мәкерле, көнсөл, хыянатсыл, алдаҡсы, уғры, ҡурҡаҡ…)

  • Һеҙгә нимәне билдәләүе ҡыйын булды?

  • (Көтөлгән яуап:Тәүҙә Мохтасарҙың ниндәй кеше икәнен асыҡлау)

Проблемалы һорауға әйләнеп ҡайтыу:

Дәрес башында беҙ “тормошта изгелек яуызлыҡты еңә алырмы” тигән проблема ҡуйғайныҡ. Яуаптарҙы тыңлайыҡ.

( Көтөлгән яуап: Яуызлыҡ еңә алмай, сөнки изгелек эшләүселәр күберәк.)

Бөгөнгө дәрестәге дебаттарҙа ҡатнашҡан оппоненттарға, судьяларға рәхмәт. Һеҙ был дәрестә үҙ фекерҙәрегеҙҙе әйтергә һәм яҡларға өйрәндегеҙ, диалогтар төҙөнөгөҙ. Дебаттар үткәреү ҡағиҙәләре теүәл үтәлдеме икән?

Тайм-кипер: Ҡағиҙәләр теүәл үтәлде, бөтәгеҙҙе лә ҡыҙыҡһынып тыңланыҡ, оппоненттар проблеманы дөрөҫ ҡуя алдылар.

Протокол тултырыла, уҡыусыларға баһалар ҡуйыла.

Өйгә эш бирелә.


Скачать

© 2023, 123 0

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!