СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Презентация "Йәшләй китте, йәшнәп китте..."

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Презентация "Йәшләй китте, йәшнәп китте..."»

Йәшләй китте,  йәшнәп китте…

Йәшләй китте, йәшнәп китте…

 Сараның маҡсаты : яҡташым шағир, драматург Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы  лауреаты Рәмил Ҡол-Дәүләттең тормош юлын һәм ижадын ныҡлап өйрәнеү, уның башҡорт әҙәбиәтенә тос өлөш индергән шағир һәм драматург булыуын күрһәтеү,шағирҙың ижады өлгөһөндә уҡыуға, аң - белемгә һөйөү тәрбиәләү.

Теманың актуаллеге : Рәмил Ҡол-Дәүләт әҫәрҙәре бөгөнгө көндә лә башҡорт әҙәбиәтендә мөһим урын алып тора, уларҙы китап һөйөүселәр яратып уҡыйҙар.

Йылытам, тип, туң донъяны  Ҡыш уртаһы йәшнәнем.  Үҙем өсөн йәшәмәнем,  Халҡым өсөн йәшәнем.

Әлмөхәмәт ауылы

Әлмөхәмәт ауылы

Китаптары Һигеҙенсе мөғжизә: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. Ҡарауыл!!!: Пьесалар. — Өфө: Китап, 1996. «Егет һүҙе» йыйынтығында шиғыр шәлкеме. — Өфө: Китап, 1998. Шиғырҙар, поэмалар. — Өфө: Китап, 2008.

Китаптары

Һигеҙенсе мөғжизә: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991.

Ҡарауыл!!!: Пьесалар. — Өфө: Китап, 1996.

«Егет һүҙе» йыйынтығында шиғыр шәлкеме. — Өфө: Китап, 1998.

Шиғырҙар, поэмалар. — Өфө: Китап, 2008.

Һигеҙенсе мөғжизә   Был донъяның мөғжизәһе бөтмәҫ  Матурлыҡты тоя белгәнгә.  Кемдең ҡулы тәү ҡағылды икән  Таҡыя башлы ябай үләнгә?!   Яһалмалыҡ баҫа был тормошто,  Ялған матурлыҡтан йән биҙгән.  Был заманда шундай ябайлыҡтың  Һаҡланыуы үҙе мөғжизә…   Юҡтан бер нәмә лә бар булмай бит,  Баштан ғына тыумай мөғжизә.  Мөғжизәләр тыуа – бай күңелле,  Алтын ҡуллы халыҡ бар ерҙә.   Алтын ҡуллы, үткәнендә  Ҡалдырмаған, имеш, бер ни ҙә…  Бар донъяны таң ҡалдырып ҡурай  Күпме быуат инде ил гиҙә!   Кәрәк түгел затлы дәү һарайҙар,  Ҡурай ғына бары уйнаһын.  Ул уйнаһа, онотола кеүек  Ете мөғжизәһе донъяның.   Ғүмеремдең бар асылы һиндә,  Ҡыҙыҡтырмаҫ бүтән бер ни ҙә.  Күңелемде матурлыҡҡа әйҙәп,  Йәшә әйҙә, йәшә,  Һигеҙенсе мөғжизә!

Килен   Башҡортостаным, илем,  Яҙалмай бер ҙә билен.  Гүйә, мыжыҡ ҡәйнәһенә  Хеҙмәт итеүсе килен.   Баш күтәрмәй хеҙмәт итеү –  Киленгә яҙған яҙмыш.  Инәйемдең үткәненән  Ул яҙмыш миңә таныш.   Беләм, әүәл был йоланың  Ҡануны булған ҡаты:  Ауыҙ асып һүҙ әйтергә  Булмаған уның хаҡы.   Ауыҙ асып һүҙ әйталмай  Аҙмы йәшәнең, илем.  Шып-шым ғына йөрөй торғас,  Юғала яҙҙы телең.   Үҙ йортоңда берәй ҡасан  Булырһың микән хужа?  Эстән генә һыҙа-һыҙа  Бөтә ғүмерең уҙа.  Үткәнеңде байҡаным да,  Башҡортостаным, илем,  Һинең дә бит булмышың  Бер килен кеүек тинем.

Ишек тотҡаһы   Тыуған йортом бөгөн әллә нисек  Һағышлыраҡ кеүек күренә.  Ниҙер һиҙенгәндәй, ҡыйыр-ҡыймаҫ  Ишек тотҡаһына үреләм…   Ни ғәләмәт? Бала саҡтан таныш  Тимер тотҡаһы юҡ ишектең.  Өй эсенән бары атайымдың  Ауыр көрһөнгәнен ишеттем.   Бер кем ҡаршы алмай, йөрәккенәм  Күкрәгемде ярып сығырҙай.   … Әсәй больницала, шомландырып,  Алдарымда ишек шығырлай.   Һәр нәмәнең үҙ тотҡаһы була,  Ишек – ишекме ни тотҡаһыҙ!  Тотоп торған кешеһе булмағас,  Донъябыҙ ҙа ҡалай толҡаһыҙ.

Драмалары:  Бермуд өсмөйөшө  Тышаулы өйөр  Һарысәс  Ҡарауыл  Шартлап китһен донъяһы

Ҡулланылған әҙәбиәт Әҙип һәм уның ижады хаҡында  Әлибаев З. Рух саҡырыуы. // Йәшлек. 2001, 16 ғинуар.  Мәҡсүтов Ю. Иртәрәк белгән булһаҡ әгәр... // Йәшлек. 2002, 5 март.  Байрамғолова Ю. Шағир рухын ҡыуандырҙыҡ. // Йәншишиә. 2002,-13 март.  Рәмил Ҡол-Дәүләт. // Тамаша. 2003, 29-52-се биттәр.  Үтәбай Ә. «Офоҡтарға китеп юғалһам...» // Ағиҙел. 2008, № 5, 144-149 б.  Үтәбай Ә. «Тоҡандырыусыларҙың» береһе. // Башҡ-н. 2008, 29 май.  Шәрәфетдинов Д. «Аҙашҡандыр, тиеп уйламағыҙ, офоҡтарға китеп юғалһам...»// Йәшлек. 2008, 31 май.  Усманова К. Йондоҙ атылды. // Башҡ-н. 2008, 9 июль.  Мусина Р. Йәшләй китте, йәшнәп китте. // Осҡон. 2010, 4 февраль.

Ҡулланылған әҙәбиәт

Әҙип һәм уның ижады хаҡында Әлибаев З. Рух саҡырыуы. // Йәшлек. 2001, 16 ғинуар. Мәҡсүтов Ю. Иртәрәк белгән булһаҡ әгәр... // Йәшлек. 2002, 5 март. Байрамғолова Ю. Шағир рухын ҡыуандырҙыҡ. // Йәншишиә. 2002,-13 март. Рәмил Ҡол-Дәүләт. // Тамаша. 2003, 29-52-се биттәр. Үтәбай Ә. «Офоҡтарға китеп юғалһам...» // Ағиҙел. 2008, № 5, 144-149 б. Үтәбай Ә. «Тоҡандырыусыларҙың» береһе. // Башҡ-н. 2008, 29 май. Шәрәфетдинов Д. «Аҙашҡандыр, тиеп уйламағыҙ, офоҡтарға китеп юғалһам...»// Йәшлек. 2008, 31 май. Усманова К. Йондоҙ атылды. // Башҡ-н. 2008, 9 июль. Мусина Р. Йәшләй китте, йәшнәп китте. // Осҡон. 2010, 4 февраль.

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!

Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!