СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Проектная работа

Нажмите, чтобы узнать подробности

Проектная работа по теме - организация внеклассной работы учеников по башкирскому языку

Просмотр содержимого документа
«Проектная работа»

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ МӘҒАРИФТЕ ҮҪТЕРЕҮ ИНСТИТУТЫ





Башҡорт теле һәм башҡа туған телдәр кафедраһы






Проект эшенең темаһы:


Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡыусыларҙың дәрестән тыш эшмәкәрлеген ойоштороу




Башҡарҙы: Нефтекама ҡалаһы ҡала округы 13 дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хәсәнова Регина Рәдис ҡыҙы



Тикшерҙе: курс етәксеһе филология фәндәре кандидаты Илмөхәмәтов Әхәт Ғәлим улы





Өфө – 2019

Йөкмәткеһе

Инеш..............................................................................................................3-4

  1. Проект эшенең паспорты................................................................................5

2.Төп өлөш. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡыусыларҙың дәрестән тыш эшмәкәрлеген ойоштороу. Проект эшмәкәрлеге.............................................................................................6-12

3. Йомғаҡлау...............................................................................................13-14

4. Ҡулланылған әҙәбиәт...................................................................................15





















Инеш

Мәктәптә әҙәбиәтте уҡытыуҙың илебеҙ алдында торған мөһим бурыс­тарҙан һәм әҙәбиәттең донъяны танып белеү, йәш быуынды тәрбиәләүҙәге үҙенсәлекле урынынан сығып билдәләнә. Уҡыусыларҙы нәфис әҙәбиәт гәүһәрҙәре менән таныштырыу нигеҙендә уларҙы замандың рухи тормошо­на яҡынайтыу, әҙәбиәт, сәнғәткә ылыҡтырыу юлы менән дөйөм мәҙәни ки­мәлен күтәреү бурысы хәл ителә. Әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡып өйрәнеү нигеҙендә уҡыусыларға эмоциональ-эстетик йоғонто яһау, әҙәбиәт тарихы, теорияһы­нан белем биреү аша эстетик зауыҡ, нәфис әҙәбиәткә мөхәббәт тәрбиәләү, донъяға фәнни ҡараш формалаштырыу, фекерләү һәләтлеген, телмәр үҫтереү бурыстары тормошҡа ашырыла.

Системалы рәүештә үткәрелә торған синыфтан тыш саралар ҙа әҙәбиәт уҡытыуҙы тормош менән бәйләргә, уҡытыу-тәрбиә эшен заман талабы кимәленә күтәрергә ярҙам итә. Синыфтан тыш эштәр уҡыусыларҙың әҙәбиәт тарихы һәм әҙәбиәт теорияһы буйынса белемен киңәйтә, дәрестә үтелгәндәрҙе үҙ аллы ҡабатларға ярҙам итә. Был белемдәрҙе практикала ҡулланыу - уҡыусыларҙың йыйылыштарҙа, үҙ иптәштәре, башҡа аудиториялар алдында сығыш яһау, тасуири һөйләү, яҙыу күнекмәләрен нығыта, идея-эстетик тойғоларын байыта.

Проекттың актуаллеге:

Һуңғы ваҡыттарҙа Берҙәм дәүләт имтихандары, яңы стандарттар ҡуйған талаптар бер ни тиклем дәрестән тыш эшмәкәрлекте һүлпәнәйтте. Уҡыу сифаты, һөҙөмтәле имтихандар менән мауығыу тәрбиәүи эшмәкәрлекте икенсе планға ҡыҫырыҡлап сығара бара. Ошо шарттарҙа тәҡдим ителгән проект эше шәхесте төрлө яҡлап формалаштырыуҙа ҙур роль уйнай һәм ул эффектлы сара һанала.

Хеҙмәттең маҡсаты: уҡыусыларҙың дәрестән тыш эшмәкәрлеген ойоштороу нигеҙендә ҡайhы бер hығымталар яhау тора.

Бурыстары:

1. Уҡыусыларҙың дәрестән тыш эшмәкәрлеген ойоштороуҙың эффектив алымдары, методтары, формаларын ҡулланыу.

2. Дәрестән тыш сараларҙа белем кимәлен асыҡлау мөмкинлектәренә иғтибар итеү.

3. Тыуған яҡты өйрәнеү эшен ойоштороу.

Яңылығы:

Дәрестән тыш сараларҙы, эшмәкәрлекте Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу шарттарында ойоштороу.

Эштең предметы булып проект методы тора.

Эштең объекты алдынғы педагогтарҙың методтары, алымдары, практик һөҙөмтәләре.

Тикшереүҙең методологик hәм теоретик нигеҙе итеп хәҙерге педагогика, психология, методика фәндәре ҡаҙаныштары, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен практик уҡытыусыларҙың проект методикаһына ҡағылышлы хеҙмәттәр алынды.



























Проект эшенең паспорты

Бүлектәр

Йөкмәткеһе

1

Проект эшенең исеме

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡыусыларҙың дәрестән тыш эшмәкәрлеген ойоштороу

2

Проект авторы

Хәсәнова Регина Рәдис ҡыҙы

3

Маҡсаты

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡыусыларҙың дәрестән тыш эшмәкәрлеген ойоштороу нигеҙендә ҡайhы бер hығымталар яhау

4

Бурыстар

– проект темаһын асыҡлау;

– эшләнәсәк проекттың йөкмәткеһе;

– был тема буйынса ниндәй практик үҙенсәлектәр барлығын барлау;

– эште башҡарыу этаптарын асыҡлау

5

Проект һөҙөмтәһе

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡыусыларҙың дәрестән тыш эшмәкәрлеген ойоштороу алымын ҡулланыу ярҙамында балаларҙа телгә, әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу уятыуын, белем сифатын күтәреүен иҫбатлау

6

Үткәреү ваҡыты

2019 йыл







6

Проект эшенең этаптары

1) әҙерлек этабы;

2) планлаштырыу;

3) проектты эшләү;

4) проектты яҡлау;

5) эште баһалау

7

Эш һөҙөмтәләре

– башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡыусыларҙың дәрестән тыш эшмәкәрлеген ойоштороу алымын ҡулланыу отошло булыуын асыҡлау








    1. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡыусыларҙың дәрестән тыш эшмәкәрлеген ойоштороу. Проект эшмәкәрлеге.

Уҡыусыларҙың ижади, тикшеренеү һәләттәрен үҫтереүҙә проект эштәре мөһим роль уйнай.

Проект эшмәкәрлеге ниндәйҙер проектты барлыҡҡа килтереүҙе күҙ алдында тота. Был эшмәкәрлек нигеҙендә уҡыусыларҙың танып-белеү күнекмәләрен үҫтереү, уларҙың үҙ аллы белем алыуы, информацион киңлектә эшләй белеүе, төрлө йәһәттән компетентлылыҡтарын үҫтереүҙәре, фекерләү һәләттәре алғы планға сыға.

Проектлау технологияһы – педагогик процесты планлаштырыуҙа ҡулланыла торған үҙенсәлекле методик система ул. Проект һүҙе белем биреү процесын алдан күҙаллау тигәнде аңлата. Ысынлап та, дәрестә өйрәнеләһе материалдың йөкмәткеһен, уҡытыусының һәм уҡыусының дәрестәге эшмәкәрлеген, эш алымдарын, көтөлгән һөҙөмтәләрҙе алдан билдәләп ҡуйыу проектлау технологияһының төп асылын тәшкил итә. Ул эште алдан планлаштырыуҙы, эҙмә-эҙлекле этаптар буйынса ойоштороуҙы һәм ҡатмарлана барған практик эштәрҙе башҡарып, балаларҙың үҙ аллы эшләү күнекмәләрен үҫтереүҙе һәм төрлө күҙәтеү алымдарын ҡулланыуҙы күҙ уңында тота.

Проект өҫтөндә эште уңышлы үтәү өсөн шарттар: уҡыусыны эш талаптары менән таныштырып, ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға, күренештәрҙең төбөнә үтеп инергә өйрәтеү мөһим. Дәрестәрҙе төрлө типта, төрлө алымдар ҡулланып ойошторорға, күберәк актив методтарға һалырға (өлөшләтә эҙләнеү, проблемалы эҙләнеү методтары) кәрәк.

Проектлау методын төрлө маҡсаттарҙа, төрлө дәрестәрҙә ҡулланырға мөмкин. Әммә был тик ошо метод менән генә уҡытыу тигәнде аңлатмай, уны уҡытыусы үҙенә кәрәкле тип һанаған саҡтарҙа ғына ҡулланырға тейеш. Проект методы уҡыусының ихтыяр көсөн, ижади мөмкинлектәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә, уҡыусылар фәнни-тикшеренеү эшенә йәлеп ителә.

Проект технологияһы түбәндәге бурыстарҙы үтәй:

  • Эш барышы уҡыусының кәйефенә тәьҫир итә һәм

теманы өйрәнеүгә теләк уята.

  • Уҡыусыны билдәле бер тема өҫтөндә ижади

эшләргә, төрлө сығанаҡтарҙы ҡулланып, үҙ аллы мәғлүмәт табырға өйрәтә.

  • Проект эшен ойоштороу барышында уҡыусылар

үҙ-ара аралаша, бер-береһенә йоғонто яһай, уҡытыусы контролер ролен түгел, ә консультант ролен үтәй.

  • Бөтә уҡыу процесы уҡыусыға йүнәлтелә, уның

ҡыҙыҡһыныуы, тормош тәжрибәһе һәм шәхси һәләттәре иҫәпкә алына.

  • Уҡыусыла конкрет проект буйынса конкрет эшкә

индивидуаль һәм коллектив яуаплылыҡ уята.

  • Бергәләп эшләү уҡыусыға башлаған эште аҙағына

тиклем еткерергә, эш һөҙөмтәһен документаль күрһәтергә өйрәтә.

Проект методының актуаллеге, тимәк, түбәндәгеләргә бәйле:

  • уҡыу, ятлау, хәтерҙә ҡалдырыу урынына – үҫеш мәктәбе;

  • гуманитар белемдең мөһимлеген аңлау – талап ителгән, практик йүнәлешле, шәхсән әһәмиәтле белем кәрәк;

  • уҡыусы шәхесен, уның ҡыҙыҡһыныуҙарын өҫтөн ҡуйыу;

  • уҡытыусы һәм уҡыусы эшмәкәрлеген диалог формаһында ойоштороу.

Проект төрҙәре:

- Уйын проекты. Уның нигеҙендә ролләп уйнау ята. Уҡыусылар ниндәй ҙә булһа бер ситуацияны уйлап сығара (проекттың проблемаһы, маҡсаты билдәләнә), уҡыусы нимә өйрәтергә тейешлеге билдәләнә, төркөмдәрҙә эш ойошторола. Шунан сәхнәләштерелгән уйын буйынса һығымта яһала, дискуссия алып барыла.

- Эҙләнеү йәки тикшеренеү проекты. Был проект ныҡлы уйланылған структура талап итә: проекттың маҡсаты, актуаллеге, тикшеренеү предметын һүрәтләү, уның тураһында мәғлүмәтте анализлау, алдан билдәле факттар менән сағыштырыу, алынған һөҙөмтәләрҙе дөйөмләштереү кәрәклеге, нигеҙләнгән һығымталар. Результат мәҡәлә, реферат, доклад, видеосюжет, конференцияла фекер алышыу формаһында тәҡдим ителергә мөмкин.

- Ижади проект. Ул презентация, видеофильм, экспедиция, һүрәт, ниндәй ҙә булһа байрам сценарийы һ.б. формаларҙа булырға мөмкин. Был проект та эҙләнеү, ижади эш, һөҙөмтәне яҡлау этаптарынан тора. Мәҫәлән, «Ҡыҙыҡлы грамматика» китапсығын әҙерләү.

- Информацион проект. Исеменән күренеүенсә, ул мәғлүмәт менән бәйле. Уҡыусылар үҙҙәре мәғлүмәт таба, эштең һөҙөмтәһе газета, доклад, презентация рәүешендә бүтәндәргә баҫма формала таратыла йәки Интернет селтәренә урынлаштырыла.

- Логик-мәғәнәүи модель (ЛММ) – шулай уҡ проект технологияһының бер төрө. Унда мәғлүмәт схема рәүешендә тәҡдим ителә. Уртаға тема яҙыла, тикшереләһе мәсьәләләр координаталарҙа төйөндәр менән билдәләнә. ЛММ- кодлаштырылған конспект ул.

Проект эшенең этаптары

Этаптар

Эш йөкмәткеһе

Уҡыусы эшмәкәрлеге

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Әҙерлек

Проекттың темаһын һәм маҡсаттарын билдәләү

Фекер алышыу, тема һайлау

Темалар тәҡдим итеү

Ижади төркөмдәр булдырыу

Төркөмдәргә берләшеү, бурыстарҙы билдәләү

Уҡыусыларҙы төркөмдәргә бүлеү

Проект эшенә материалдар әҙерләү

Бергәләп проект эше өсөн эштәр, һорауҙар әҙерләү, әҙәбиәт һайлау

Отчет формаһын һайлау, һөҙөмтәне баһалау критерийҙарын билдәләү

Форма һәм критерийҙар буйынса фекер алышыу

Форма һәм критерийҙар тәҡдим итә

Планлаштырыу

Мәғлүмәт йыйыу, анализлау сараларын асыҡлау

Уҡытыусы тәҡдим иткәндәргә төҙөтмәләр индереү

Төп әҙәбиәтте, мәғлүмәт йыйыу сараларын тәҡдим итә

Проектты эшләү

әҙәбиәт менән эшләү, анализ, эҙләнеү эше алып барыу

Мәғлүмәт эҙләү, системаға һалыу, дөйөмләштереү

Консультация, уҡыусылар эшенә төҙәтмәләр индереү

Һөҙөмтәләрҙе әҙерләү

Һөҙөмтәләрҙе алдан билдәләнгән формаға ярашлы әҙерләү

Һөҙөмтәләрҙе алдан билдәләнгән формаға ярашлы әҙерләү

Консультация, уҡыусылар эшенә төҙәтмәләр индереү

Презентация

Башҡарылған эште тапшырыу

Эш һөҙөмтәләре тураһында доклад

Экспертиза ойоштороу, уҡытыусылар йәки башҡа класс уҡыусыларын саҡырыу

Эште баһалау

Алдан билдәләнгән критерийҙарға ярашлы эште баһалау

Коллектив фекер алышыуҙа, баһалауҙа ҡатнашыу

Баһалау, эште дауам итеү мөмкинлектәрен билдәләү

    1. Проект эшенең һөҙөмтәләре һәм уларға талаптар.

Проект эшенең һөҙөмтәһе булып теге йәки был предмет- продукт та, фекер йөрөтөү, эмоциональ, бергәләп эшләү тәжрибәһе лә булырға мөмкин. Тәүгеһе презентацияла күрһәтелһә, икенсеһе иһә рефлексия барышында билдәләнә.

Эштең һөҙөмтәһе: газета, журнал, сценарий, презентация, видеофильм, доклад, буклет, йыйынтыҡ, һүҙлек, һүрәттәр, плакаттар, альманах, музыкаль альбом, макет, web-сайттар, фильмдар һ.б.

Проект эшенә баһа бер нисә өлөштән торорға мөмкин: эксперт баһаһы, үҙ баһа, төркөм баһаһы; уҡытыусы баһаһы, проект консультанты баһаһы.

Проект эшенә ниндәй критерийҙар ҡуйылырға мөмкин һуң?

  • эштең йөкмәткеһенә ҡарата: актуаллек, проблеманың нигеҙләнеше

  • мәғлүмәти тулылыҡ

  • эштең тәрән, төплө алып барылыуы, ентекле анализ

  • логик эҙмә-эҙлелек

  • практик әһәмиәте

  • башҡарылыу сифаты

  • эштең индивидуаллеге: эшкә үҙ аллы һәм ижади ҡараш

  • эштә ҡатнашыу кимәле

  • эштең перспективаһы: һөҙөмтәләрҙе ҡуллана алыу мөмкинлеге

  • дауам итеү мөмкинлеге

  • дизайн

  • дискуссияға әҙерлек

  • һорауҙарға яуап бирә алыу

Проект эшмәкәрлеге барышында уҡыусыларҙың түбәндәге һәләттәре формалаша, үҫешә:

Проект эшенең шарттары

Метапредмет

Дөйөм предмет

Маҡсат һәм проблема

Проблемаларҙы күрә, был проблеманы хәл итеү өсөн маҡсат һәм бурыстар ҡуя белеү

Информацияны күрһәтеү өсөн кәрәкле саралар ҡуллана, эште планлаштыра белеү,

Практик һөҙөмтәләр алыу кәрәклеге

Алынған белемдәрҙе ҡулланыу

Яңы информация йыя һәм анализлай белеү, билдәле бер өлкәлә белемдәрҙе тәрәнәйтеү

Педагогик ситуациялар

Ҡапыл килеп сыҡҡан проблемаларҙы хәл итеү, стандарт булмаған хәл итеүҙәр тәҡдим итеү

Эште ойоштороу, актив рәүештә белем алыу, практик бурысты танып белеү йәки тикшеренеү бурысына әйләндереү

Танып белеүгә мотивация

Проблемаларҙы хәл итеүҙең яңы юлдарын ҡулланышҡа индереү

Төрлө сығанаҡтарҙан алынған белемдәрҙе дөйөмләштереү

Коллектив эшмәкәрлек

Төркөмдәрҙә эшләү, командаға етәкселек итеү, төркөмдөң осрашыуын, дискуссияларҙы ойоштороу, хәл итеүҙәр

Сағыштырыу, анализ, дөйөмләштереү, классификация эшләү

Аралашыу

Хеҙмәттәшлеккә, аралаша белеү, тактҡа өйрәнеү, дискуссия алып бара, башҡаларҙың фекерҙәрен тыңлай белеү

Информацияны ишетә, һорауҙар ҡуя, дәлилләй, телдән һәм яҙма рәүештә фекерҙәрҙе сағылдыра белеү

Эшмәкәрлек ирке

Яуаплылыҡ, эштән ҡәнәғәтлек тойғоһо

Предмет-ара категорияларҙы үҙләштереү, үҙ эшмәкәрлегеңде билдәләнгән маҡсат-бурыстарға ярашлы контролдә тотоу һәм баһалау

Эшмәкәрлек һөҙөмтәһен презентациялау

Башҡарылған эш буйынса отчет эшләү

Эште төрлө формаларҙа тәҡдим итеү, анализлай белеү

Рефлексия

Адекват үҙ баһа биреү, көслө һәм көсһөҙ яҡтарҙы билдәләү

Танып белеү һәм шәхси рефлексия формаларын үҙләштереү






































Йомғаҡлау

Мәктәптәрҙә белем һәм тәрбиә биреүҙең сифатын күтәреү, уҡытыуҙың тормош менән бәйләнешен нығытыу, уҡыусыларҙы тормошҡа өйрәтеү һәм йәмғиәттә файҙалы хеҙмәткә әҙәрләү бөгөнгө көндөң төп бурысы һанала.

Билдәле булыуынса, йәмғиәтебеҙ бик ҡатмарлы осорҙо кисерә. Тормош ауырлаша, ләкин, икенсе яҡтан ҡарағанда, ошо ауыр тормош шарттарында халҡыбыҙҙың милли үҙаңы уяна бара. Беҙ уҡыусыларҙа үҙ асылына, йәғни ғәҙәти кешелек сифаттарына, халҡыбыҙҙың милли ғөрөф-ғәҙәтенә, йолаларына, бай традицияларына өйрәтеүҙе, уҡыусыларҙың ижади һәләтлектәрен, даими һәм системалы рәүештә уҡыу, үҙ аллы белем алырға өйрәнеү күнекмәләрен һәм милли үҙаңын үҫтереүҙе беренсе планға ҡуйырға тейешбеҙ.

Һәр бала тыумыштан нимәгә булһа ла һәләтле. Ошо һәләтте ваҡытында күрә белеп, артабан үҫтереү – ата-әсәләр менән уҡытыусыларҙың яуаплылығында. Минең өсөн һәр уҡыусы – ижади, ҡабатланмаҫ шәхес. Бала күңеле аҡ ҡағыҙ. Уға ниҙәр яҙыу, уны биҙәү иһә уҡытыусынан тора. Халҡыбыҙҙың традицияларына тоғро ҡалып, беҙ сәсән телле, тура фекерле, йор һүҙле, зирәк аҡыллы быуын үҫтерергә бурыслыбыҙ. Әгәр дәрестә уҡытыусы предметын фән булараҡ ҡына өйрәнеп, грамматик һәм теоретик ҡанундарға баҫым яһап ҡына эш итһә, баланың телмәре аша дөйөм кимәлен үҫтереү, уның коммуникатив мөмкинселектәрен камиллаштырыу, дөйөм әхлаҡ нормаларына яуап бирерлек шәхес тәрбиәләү мөмкин түгел. Башҡорт телендә яҡшы ойошторолған дәрестән тыш саралар алда ҡуйылған бурыстарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итеп кенә ҡалмай, ә уҡыусыла үҙ теле, иле менән ғорурланыу тойғоһон тыуҙырырға тейеш. Шул осраҡта ғына уҡыусыларыбыҙҙың киләсәк тормошта үҙ урынын таба алырына ышаныс бар.

Дәрестән тыш саралар, кластағы дәрес үҫеше булып, яңы дәрестәргә ыңғай йоғонто яһарға, уларҙың балаларға йоғонтоһон, тәьҫир итеү көсөн күтәрергә тейеш.

Төплө белем биреүгә булышлыҡ итеүсе дәрестән тыш эшмәкәрлектә яңы йүнәлештәр булдырып, яңылыҡлы алымдарҙы үҙләштереп, заман менән бергә атлаһаҡ, үҙебеҙҙең туған телебеҙ - башҡорт теле менән ғорурланыусы, төбәктең, илдең данын арттырыусы, милләтебеҙҙең лайыҡлы вәкилдәре булыр шәхестәр тәрбиәләрбеҙ.












































Ҡулланылған әҙәбиәт

  1. Аҙнағолов Р.Ғ., Тикеев Д.С., Шарапов И.Ә., Толомбаев Х.А., Ғафаров Б.Б., Бикҡужина Т.Ә. 5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы. – Өфө: “Китап”, 1996.

  2. Бикҡужина Т.Ә. Башҡорт теленән синыфтан тыш эштәр. – Өфө: “Китап”, 1997.

  3. Вәхитова С.С. Һәләтле балалар менән ижади эшләү тәжрибәһенән. - “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы, №8, 2010.

  4. Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө: “Китап”, 2008.

  5. Ғималова М.Ғ. V-XI кластарҙа башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы. – Өфө: “Китап”, 1994.

  6. Йәндүрина Г.Р. Уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү. – “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы, №8, 2008.

  7. Ниғмәтуллин Р.Х. Әҙәбиәт буйынса кластар тыш эштәр. – Өфө: “Китап”, 1983.

  8. Әхмәтшина Г.Х. “Һәләтле балалар” программаһы: бурыстар һәм уңыштар. - “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы, №5, 2011.

  9. Яруллина С.С. Уҡыусыларҙың ижади һәләтен асыуҙа дәрестән тыш сараларҙың роле. - “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы, №8, 2012.










11



Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!