СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Рауил Бикбаевтың «Тәбиғәттең теле асылған саҡ» шиғырын өйрәнеү

Нажмите, чтобы узнать подробности

Р.Бикбаевтың ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, тыуған ергә һәм тәбиғәткә  һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Уҡыусыларҙың логик фекерләүен, тасуири уҡыу күнекмәләрен, эҙләнеү һәм ижади һәләтен үҫтереү.

Просмотр содержимого документа
«Рауил Бикбаевтың «Тәбиғәттең теле асылған саҡ» шиғырын өйрәнеү»





Маҡсат. Шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү, төп фекерен асыҡлау, анализларға өйрәтеү. Р.Бикбаевтың ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, тыуған ергә һәм тәбиғәткә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Уҡыусыларҙың логик фекерләүен, тасуири уҡыу күнекмәләрен, эҙләнеү һәм ижади һәләтен үҫтереү.

Көтөлгән һөҙөмтәләр.

Шәхси:үҙ мөмкинлектәреңде дөрөҫ баһалау һәм кәрәкле йүнәлештә файҙлана белеү;

Предмет:шиғырҙың исемен һәм авторын белеү; аңлап, дөрөҫ һәм тасуири итеп уҡыу; ҡуйылған һорауға тулы яуап биреү, әҫәрҙең темаһын асыҡлау.

Метапредмет:

-коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: уҡытыусы һәм йәштәштәре менән хеҙмәттәшлек итеү, башҡаларҙың сығышын тыңлау һәм аңлау, күмәкләп һәм төркөмдәрҙә эшләү, үҙ фекереңде булдырыу;

- танып белеү унивесаль уҡыу эшмәкәрлеге: әҫәр өҫтөндә эшләй һәм анализлау белеү, текстан кәрәкле мәғлүмәтте табыу һәм айырып алыу, ижади һәм эҙләнеү характерлы эштәрҙе үтәү;

- регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: дәрестен маҡсатын билдәләү, эшмәкәрлекте планлаштырыу, эш тәртибен төшөнөү, үтәлә торған эш төрҙәренең әһәмиәтен аңлау, дөйәмләштереү, һығымта яһау.

Йыһазландырыу. Рауил Бикбаевтың портреты, китаптар күргәҙмәһе, мультемедиа проекторы, компьютер, экран, презентация, картточкалар.

Дәрес барышы

  1. Ойоштороу моменты. Этаптың маҡсаты: уҡыусыларҙыңдәрескә ойошҡанлығын һәм әүҙәмлеген булдырыу, күмәкләп эшләү өсөн ыңғай атмосфера тыуҙырыу.

- Хәйерле көн, уҡыусылар! Кәйефтәрегеҙ яҡшымы? Бер-берегеҙгә ҡарайыҡ, йылмаяйыҡ, бер-берегеҙгә яҡшы теләктә ҡалайыҡ. Дәресебеҙҙе шиғыр юлдары менән башлайыҡ.

Башланыпкиттедәрес,

Беҙ матур ултырабыҙ.

«4»ле, «5»лебилдәләрен

Көн һайын арттырабыҙ.



  1. Дәрестең маҡсатын һәм бурыстарын билдәләү. Уҡыусыларҙың уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация тыуҙырыу. Этаптың маҡсаты:

уҡыусыларҙың иғтибарын һәм уй-теләген яңы белемде үҙләштереүгә, белем юлдарын табыуға йүнәлтеү.

«Фекерҙе үҫтереү» алымы. Өс һүҙ бирелә. Уларҙың тәүге икәүһе бер-береһе менән билдәле бер логик бәйләнештә тора. Уҡыусыларға өсөнсө һүҙ менән логик яҡтан бәйле булған бер һүҙҙе табырға кәрәк.

Башҡортостан – республика

Ырымбур - ?(өлкә)

Заһир Исмәғилов – композитор

Рауил Бикбаев - ? (шағир)

Йәй,көҙ,ҡыш, яҙ - йыл миҙгелдәре

Ер, һыу, һауа, ағас - ?(тәбиғәт)

-Уҡыусылар ошо миҫалдарҙан сығып, бөгөнгө дәрестең темаһын һәм маҡсатын нисек билдәләрһегеҙ? Эйе беҙ бөгөн Рауил Бикбаев тураһында һөйләшербеҙ, уның «Тәбиғәттең теле асылған саҡ» шиғырын өйрәнербеҙ, текст буйынса эшләрбеҙ, бергәләп фекер алышырбыҙ, яңы белемдәр тупларбыҙ. Дәфтәрҙәргә бөгөнгө числоны һәм дәрестең темаһын яҙып ҡуяйыҡ.



  1. Белемдәрҙе актуалләштереү. Этаптың маҡсаты:яңы материалды үҙләштереү өсөн эшмәкәрлек итеүҙең билдәле ысулдарынактуалләштереү, өй эшен тикшереү.(Яҙ темаһына һынамыштар яҙырға).


  1. Яңы белемде тәү тапҡыр үҙләштереү. Этаптың маҡсаты: Рауил Бикбаевтың тормош юлы менән танышыу, «Тәбиғәттең теле асылған саҡ» шиғырының йөкмәткеһен асыҡлау, уның буйынса әңгәмә ҡороу, темаһын билдәләү.




Слайдтарҙа Рауил Бикбаевтың портреты күрһәтелә уның тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирелә.

Рауил Төхфәт улы Бикбаев — күренекле шағир, яҙыусы. 1938 йылдың 12 декабрькөнөндә Ырымбур өлкәһе Покровский районы Үрге Ҡунаҡбайауылындатыуған.Өфө ҡалаһындайәшәй. (Дәфтәргә яҙыу).

Күрше ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпте, Аҡ-Болаҡ педагогия училищеһын, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Тарих, телһәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре булып эшләй. Рәүил Бикбаевуниверситетта уҡыған йылдарында яҙыша башлай. "Дала офоҡтары" тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы баҫыла. "Карауанһарай", "Баҙар балтаһы", "Һыуһаным,һыуҙар бирегеҙ!" поэмаларын яҙа. Ул филология фәндәре докторы, профессор. Рауил Бикбаев Ғ.Сәләм исемендәге йәштәр премияһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. 1992 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигәнмаҡтаулы исем бирелде.

- Уҡыусылар, Рауил Бикбаев тураһында һеҙгә нимә билдәле ине? Ниндәй яңылыҡ белдегеҙ? Нимә бөтөнләй аңлашылмай? Быйыл яҙыусыға нисә йәш тула тип уйлайһығыҙ?

Ялминуты.

Күрһәт әле, үҫкәнем

Сәскә нисек үҫкәнен.

Бына шулай, бына шулай,

Бына шулай үҫәләр.

Күрһәт әле, үҫкәнем,

Ҡоштар нисек осҡанын.

Бына шулай, бына шулай,

Бына шулай осалар.



Күҙаллау. (Слайдта һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр күрһәтелә. Уҡыусылар хор менән бирелгән һүҙҙәрҙе уҡый.).

Япраҡ, тәүге ҡыяҡтар, ярһып шыбырлай, сабый япраҡ, теле асыла, ер-һыуҙар, таштарыңдың.

- Был һүҙҙәрҙе уҡығас, нимәләр күҙ алдына килеп баҫты? Тимәк, бөгөн өйрәнеләсәк әҫәр нимә тураһында тип уйлайһығыҙ?

Уҡытыусының өлгөлө уҡыуы

Һүҙлек эше.

- Шиғырҙа ниндәй һүҙҙәр аңлашылмай? (Слайдта һүҙлек эшенә тәҡдим ителгән һүҙҙәр күрһәтелә.)

Шыйыҡ – жидкий,

Һығыу – выжимать

Һарылып – прильнув

Хаҡ – дөрөҫлөк

Намыҫ - совесть

Ялған – ложь

Сабый- младенец

Ҡыяҡ- лист злаковых растений

Юлығыу - попадаться, встречаться

Илгәҙәк – приветливый, любезный

Талпыныу – рваться, тянуться

Шыбырлау – шептать


Әҫәр өҫтөндә эш.


Уҡыусыларҙың эстән уҡыуы.

-Уҡыусылар, шиғырҙа ниндәй тыныш билдәләре осраны? Тимәк, яҙыусы ниндәй һөйләм төрҙәрен ҡулланған? Ни өсөн? Ул юлдарҙы нисек уҡырға кәрәк?

  1. Хор менән уҡыу

  2. Сылбырлы уҡыу.

  3. Тасуири уҡыу (бер- ике уҡыусынан уҡытыу).

  4. Һорауҙарғаяуаптар:

- Шиғырҙа яҙ миҙгеленең ниндәй айы тураһында һүҙ бара тип уйлайһығыҙ? Ни өсөн? Шул юлдарҙы табып уҡығыҙ.

- Шиғыр ни өсөн “Тәбиғәттең теле асылған саҡ” тип атала икән?

- Тәбиғәттә тәүге япраҡ үҙен нисек тоя? Автор ни өсөн япраҡты сабый япраҡ тип һүрәтләй? Сабый һүҙен икенсе төрлө нисек әйтәләр?

- “Ҡолағыма һарылып, сабый япраҡ, әллә ниҙәр ярһып шыбырлай” тигән юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ? Шыбырлай һүҙен тағы ниндәй һүҙҙәр менән алыштырып әйтергә мөмкин?

- Яҙ миҙгеле тәбиғәткә, кешегә нимә алып килгән? Автор был турала нимә ти?

- һуңғы строфалағы тәүге ике шиғри юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ?

- Һеҙ яҙ миҙгелен яратаһығыҙмы? Ни өсөн яҙ миҙгеле оҡшай?

- Әгәр һеҙгә шиғырҙың йөкмәткеһенә һүрәт төшөшөргә ҡушһалар, иң беренсе нимәне төшөрөр инегеҙ? Ни өсөн?

- Автор кешеләргә нимә тип өндәшә? Был саҡырыуға һеҙ ҡушылыр инегеҙме? Ни өсөн?

- Эйе, сөнки Рауил Бикбаев япраҡ образы аша тәбиғәттең иң йәмле яҙ миҙгелен, уның матурлығын, шулай уҡ кешеләрҙең тәбиғәткә мөнәсәбәтен һүрәтләүгә ирешкән. Әммә бөгөнгө көндә тәбиғәт бик ҙур зыян күрә. Шуға күрә яҙыусы үҙенең әҫәрҙәре аша кешеләрҙе, бигерәк тә йәш быуынды тәбиғәтте һаҡларға, уяу булырға саҡыра. Сөнки кеше тәбиғәтһеҙ йәшәй алмай. Ни өсөн? Уй-фекерҙәрегеҙҙе кластер ярҙамында күрһәтегеҙ.


  1. Рефлексия. Йомғаҡлау. Этаптың маҡсаты: Дәрес буйынса һығымта сығарыу, төрлө фекерҙе иҫәпкә ала белеү.

-Шулай итеп бөгөнгө дәрестә ниндәй яңылыҡтар белдегеҙ? Ниндәй яҙыусы менән яҡындан таныштығыҙ? Кемдәр дәрестә актив эшләне? Үҙегеҙҙең эшегеҙгә ниндәй баһа ҡуйыр инегеҙ? Әйҙәгеҙ, дәрестә алған белемегеҙҙе тест ярҙамында тикшереп үтәйек.

Тест һорауҙары.

  1. Рауил Бикбаев нисәнсе йылда тыуған?

а) 1939 йыл; б)1938 йыл; в) 1928 йыл.

2. Шағирҙың тыуған ере?

а) Баймаҡ районы Буранбай ауылы; б) Ейәнсура районы Үрге Муйнаҡ ауылы; в) Ырымбур өлкәһе Покровка районы Үрге Ҡунаҡбай ауылы.

3. Уныңтәүгекитабынисекатала?

а) «Отряд ҡуҙғалды»; б) «Дала офоҡтары»; в) «Яҙғыйыр»

4. Рауил Бикбаев кем?

а) педагогия фәндәрекандитаты; б) филология фәндәредокторы; в) медицина фәндәредокторы

5. Башҡортостандыңхалыҡшағирыисеменисәнсейылдабирелә?

а) 1995 йыл; б) 1997 йыл; в) 1992 йыл

6. Әй, …, һаҡ булайыҡ, зинһар,

Тәбиғәттең теле асыла! Шиғри юлдарҙа ниндәй һүҙ төшөп ҡалған?

а) балалар; б) кешеләр; в) дуҫтар.

Тест яуаптары: 1 – б; 2 – в: 3 – б; 4 – б; 5 – в; 6 – б. (Уҡыусылар слайдҡа ҡарап яуаптарының дөрөҫлөгөн тикшерәләр һәм баһалау критерийҙарына таянып баһалайҙар.)

  1. Өй эше тураһында мәғлүмәт, уны үтәү буйынса күрһәтмә биреү. Этаптың маҡсаты:киләһе дәрескә өй эшен аңлатыу, уны башҡарыубуйынса кәңәш тәҡдимдәр биреү.

1. “Йәншишмә” гәзитенән һәм “Аманат” журналынан яҙ темаһына арналған шиғыр-хикәйәләрҙе туплап альбом эшләү.

2. Яҙ, тәбиғәт һүҙҙәренә синквейн төҙөү.

3. Һуңғы строфаны яттан яҙып әҙерләнегеҙ



  1. «Сәскәләр аҡланы алымы». Таҡтаға магниттар ярҙамында сәскә һүрәттәре ҡуйыла. Һәр сәскәнең өҫтөнә дәрестә башҡарылған эш төрө яҙыла. Уҡыусыларға берәр күбәләк һүрәте таратыла. Балалар ош күбәләкте үҙҙәренә оҡшаған эш төрөнөң өҫтөнә беркетеп ҡуялар.



  1. Баһалау.






Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!