СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Разработка урока по башкирскому языку для русскоязычных школ по теме " Числительные"

Категория: Прочее

Нажмите, чтобы узнать подробности

Урок по башкирскому языку по теме " Числительные".

Просмотр содержимого документа
«Разработка урока по башкирскому языку для русскоязычных школ по теме " Числительные"»

Дата :

Тема: Һандар.Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре.

Класс : 2

Уҡытыусы : Мурашкинцева Р.С

Дәрестең тибы : яңы материал менән ташыштырыу.

Маҡсат: Уҡыусыларҙы һандар менән таныштырыу.

Бурыстар:

Үҫтереүсе:иғтибарлыҡ һәләтен , уны дөрөҫ йүнәлтеү һәләтен үҫтереү ; күреп һәм ишетеп еҫтә ҡалдырыу һәләтен булдырыу; һүрәттәр буйынса аңлы фекер йөрөтөргә булышлыҡ итеү.

Белем биреүсе: Һандар темаһы буйынса лексик күнекмәләрен булдырыуға этәргес итеү; предметтарҙың һанын әйтергә өйрәтеү; дөрөҫ әйтеү кунекмәләрен яхшыртыу.

Тәрбиәләүсе : ҡыҙыкһыныу, дәрестә яңы мәғлүмәттәр алыу ынтылышы тәрбиәләү.

Предмет ара бәйләнеш : математика.

Техник саралар: мультимедия проекторы, интерактив таҡта, слайд, электрон дәреслек.

Күргәҙмә материал: төҫлө ҡәләмдәр( төҫлө карточкалар),дәреҫте баһалау өсөн ҡояш һүрәте.

Дәрес барышы.

I. Дәрес башы. Уҡыусыларҙы сит тел өйрәнеү атмосфераһына индереү.

1.Ойоштороу.

Уҡытыусы :Һаумыһығыҙ !Ҡунаҡтар менән иҫәнләшеп алайыҡ. Бер-беребеҙ менән иҫәнләшеп алайыҡ.

(Шиғырҙы хор менән уҡыу.)

Йылы һүҙ

Һаумыһыгыҙ! Һаумы әле!

Ниндәй йылы һүҙ икән.

Һәр күңелде иртетерлек,

Һәр кемгә лә үҙ икән.

( М. Дилмөхәмәтов)

Уҡытыусы: Бөгөнгө числоны яҙайыҡ. Тем

2.Фонетик күнегеү .

Уҡытыусы :

- Башҡорт алфавитын еҫкә төшөрәйек. Диктор артынан ҡабатлағыҙ.( элек. дәреслек : Ввведение, слайд 1 )

- Башҡорт алфавитында нисә хәреф ? (42 )

- Ҡарағыҙ әле ниндәй һуҙынҡы өндәр бар? ( Ввведение, слайд 2 )

- Телдәрҙе шомартып алайыҡ әле. Ижектәрҙе уҡып үтәйек.( слайд 8 )

3.Матур яҙыу минуты.

- Ҡ хәрефен яҙыу.

4. Ял итеү минуты.

-Ручкаларҙы ҡуйҙык, ҡулдарығыҙ талдымы? Ҡулдарҙы ял иттереп алайыҡ әле.

Беҙ яҙҙыҡ, беҙ яҙҙыҡ,

Беҙҙең ҡулыбыҙ талды,

Әҙрәк ял итәбеҙ

Тағы яҙа башлайбыҙ.

- Хәҙер йырлап алайыҡ ( көйгә халып йырлау Туган тел)

а-а-а-а-ә-ә-ә-ә-ә

у-у-у -у-у-ү-ү-ү-ү

о-о-о-о- ө-ө-ө-ө

а-а-ә-ә- у-у-ү-ү-ү

Уҡытыусы:

-Хәрефтәргә ҡарағыҙ әле. Улар ниндәй? (Төҫлө )

-Төҫлө ҡәләмдәр менән эшләп алайыҡ. Өйгә эш төҫтәрҙе ятларға ине, кемдең хәтере яҡшы икән . Һеҙгә төҫтәр әйтәм, ә һеҙ шул төҫтәге ҡәләмде күрһәтерһегеҙ.

Йәшел, һары, аҡ , ҡара, ҡыҙыл, зәңгәр.

-Карточкалар күрһәтәм , ә һеҙ ниндәй төҫ икәнен әйтегеҙ.

Ял итеү минуты.

Сәпәкәй-сәпәкәй,

Минең ҡустым бәләкәй,

Ҡулын күтәргән була,

Сәпәкәй иткән була.

3.Дәрестең темаһы һәм максаты менән таныштырыу. (слайд 3 )

Һаумыһығыҙ! Мин Артур.



-Был кем?-Артур.

-Ул беҙҙе нимә менән таныштырырға теләй?- Һандар.

( теманы яҙыу)





II. Дәрестең төп өлөшө.

1. Яңы лексик берәмлектәр индереү.

Уҡытыусы : Рус телендә һәм инглиз телендә һанай беләһегеҙме? -...Эйе.

Хәҙер башҡорт телендә һанарға өйрәнәйек.(слайд 4)

Һандар.Числа.

1-бер

5-биш

9- туғыҙ

2-ике

6-алты

10-ун

3-өс

7-ете


4-дүрт

8-һигеҙ


(уҡыусылар хор менән уҡый, унан берәмләп)

-Ундан һуң нисек һанарға икән? ( слайд 5)

2. Материалды нығытыу.

1. Китап менән эш.

- Китаптарҙың 39-сы битен астыҡ, астыҡ. Тиҙәйткесте уҡып күрһәтәйек.

Бер , ике, өс -

Беҙҙә бөтә көс.

( хор менән уҡыу, берәмләп уҡыу)

Уҡытыусы: -Хәҙер Степашка менән Хрюшаға миҫал сисәргә ярҙам итәйек. Китаптың 40-сы битендәге 1-се күнегеүҙе ҡарайыҡ. (һандарҙы дөрөҫ әйтеп, миҫалдарҙы сисеү).

- Әҙрәк ял итеп алайыҡ.Кем отҡыр икән ? Ошо ребустты кем тиҙерәк сишер? (слайд 6 )

-Көсөк . Нисә көсөк? ( бер) Ул ниндәй төҫтә? (көрән, һары, ҡара)

Әтәс

Әтәс менгән ситәнгә

Тауыҡтарын һанарға:

Бер, ике,өс, дүрт,

Биш, алты, ете, һигеҙ,

Туғыҙ, ун...

Тауыҡтары күп икән,

Бөтәһе унау икән.




Петух

Петух на забор взлетел

Своих куриц посчитал:

Один, два, три, четыре,

Пять, шесть, семь, восемь,

Девять , десять.....

Много куриц у петуха,

Целых десять насчитал.

3. Ял итеү минуты.

III. Дәрестең һуңгы этабы.

1.Йомғаҡлау.

- Уҡыусылар, бөгөн дәрестә нимә менән таныштыҡ?

-Улар беҙгә ни өсөн кәрәк?

2. Рефлексия.

- Тикшереп ҡарайыҡ , ниндәй һандарҙы еҫтә ҡалдырдығыҙ икән. Һүҙҙәр әйтәм, һандарҙы ишетһәгеҙ, сәпәкәй итерһегеҙ.

Китап, бер, өс, дәфтәр, аҡ, биш, ҡара, ун, зәнгәр, ете, алты.

Кемгә дәрес оҡшаны көлөүсе ҡояш , кем битараф ҡалды етди ҡарашлы ҡояш, кемгә бөтенләй оҡшаманы моңһоу ҡояш эшләгеҙ(күрһәтегеҙ).

3. Баһалау.

IV. Өйгә эш. Телефон һүрәтен яһарға һәм номерын яҙарға, башҡорт телендә дөрөҫ әйтергә.

- Һау булыгыҙ!





















































Башҡортостан республиҡаһы Бөрө районы

Бөрө ҡалаһының 9-сы һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе








( 2-се класс )











Үткәрҙе :

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Мурашкинцева Р.С.



















Бөрө - 2013йыл



Башҡортостан республиҡаһы Бөрө районы

Бөрө ҡалаһының 9-сы һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе








( 3-сө класс )











Үткәрҙе :

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Мурашкинцева Р.С.



















Бөрө - 2013йыл


Башҡортостан республиҡаһы Бөрө районы

Бөрө ҡалаһының 9-сы һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе








( 4-се класс )











Үткәрҙе :

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Мурашкинцева Р.С.



















Бөрө - 2013йыл






Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!