СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Разработка урока Ноғман Мусиндың «Йыртҡыс тиреһе» повесы буйынса дәрес өлгөһө

Категория: Прочее

Нажмите, чтобы узнать подробности

Ноғман Мусиндың "Йыртҡыс тиреһе" повесы буйынса дәрес өлгөһө

Просмотр содержимого документа
«Разработка урока Ноғман Мусиндың «Йыртҡыс тиреһе» повесы буйынса дәрес өлгөһө»











Тема: «Кешелегеңде, намыҫыңды юғалтма…»

( Ноғман Мусиндың «Йыртҡыс тиреһе» повесы буйынса дәрес өлгөһө)


Мөфтәхова Маһира Әғзәм ҡыҙы

Бишбүләк районы Йылбулаҡтамаҡ урта мәктәбенең

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы


(Республика конкурсы өсөн дәрес өлгөһө)
























Тема: «Кешелегеңде, намыҫыңды юғалтма…»

( Ноғман Мусиндың «Йыртҡыс тиреһе» повесы буйынса дәрес өлгөһө)


Маҡсат:

1. Яҙыусының тормош һәм ижад юлына байҡау яһау. «Йыртҡыс тиреһе» повесының үҙләштерелеү кимәлен тикшереү, әҙәби әҫәрҙе анализлау күнекмәһен үҫтереү һәм унда күтәрелгән төп проблеманы аңлау.

2. Әҫәрҙә Һолтанбайҙың әсе яҙмышы, шәхес культы йылдарының эҙемтәләренә иғтибар итеү, кешеләргә ҡарата шәфҡәтле булыу сифаттарын тәрбиәләү.

3. Уҡыусыларҙың үҙ аллы эҙләнеү күнекмәләрен, фекерләү ҡеүәһен, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү.

Йыһазландырыу. Ноғман Мусиндың портреты һәм китаптар күргәҙмәһе, проектор, ноутбук.

Дәрес барышы.

I. Ойоштороу мәле. Уҡыусыларҙы психологик яҡтан дәрескә әҙерләү.

II. Яны теманы билдәләү, дәрескә маҡсат ҡуйыу, эпиграфты аңлатыу.

Слайд. (Повесть, шәхес культы осоро, Н. Мусин, проблема, «Йыртҡыс тиреһе», телмәр үҫтереү ). Ошо һүҙҙәрҙән сығып дәрестең темаһын, маҡсатын билдәләгеҙ. Уҡыусылар үҙ варианттарын тәҡдим итә. Артабан тема һәм маҡсат экранда сыға.

Слайд. (Уҡыусылар эпиграфты аңлата)

Әле һуғыш, әле нужалары,

Әле яла, әле ялғаны,

Ғәҙелһеҙлек, тормош ваҡлыҡтары

Сикһеҙ ептәй килә ялғанып. (Р. Ғарипов)


(Был эпиграф беҙҙең дәрескә ауаздаш. Әҫәрҙә үҙенең тырыш, намыҫлы хеҙмәте менән көн күргән эскерһеҙ, саф күңелле аталы – уллы Яуымбай менән Һолтанбайҙың әсе яҙмышы һүрәтләнә. Улар ғәҙелһеҙлек менән килешә алмайҙар. Икеһе лә етәксе вазифаларҙы башҡарған кешеләрҙең йыртҡыслыҡ, тупаҫлыҡ күрһәтеүҙәре арҡаһында һәләк була.)

III. Яҙыусы тураһында ҡыҫҡаса белешмә һәм повестың йөкмәткеһе өҫтөндә эш.

Уҡыусылар, һеҙ өйҙә яҙыусының биографияһы һәм «Йыртҡыс тиреһе» повесы менән танышып килдегеҙ.

Биографик белешмәнән нимәләр белдегеҙ?( Һәр уҡыусы үҙ фекерен әйтә). Кем ул Ноғман Мусин? Ниндәй кеше булған? Әҫәрҙәрендә ниндәй проблема күтәрелә? Уның ниндәй әҫәрҙәре бар? Яҙыусы ниндәй ҙур исемгә лайыҡ була?

Слайд. Схема менән биографияны йомғаҡлау.

Повестың йөкмәткеһе өҫтөндә эш.

  1. Шәхес культы осорона хас үҙенсәлектәр тураһында ни әйтерһегеҙ? (Илебеҙ тарихында шаҡтай шаулы һәм ҡаршылыҡлы осор. Был осорҙа халыҡ фекерен һанға һуҡмау, уның менән иҫәпләшмәү кеүек мөһим проблемалар көсәйә. Шәхес культы тыуҙырған сәйәси ғәйәптәр ташлау, ышанмай ҡарау, яла яғыу кеүек күренештәр Яуымбайҙы һәләкәткә алып килә.)

  2. Әҫәрҙе анализлау өсөн план төҙөү.

(Уҡыусылар үҙ варианттарын әйтәләр).


Әңгәмә өсөн план. Слайд.

  • Повеста һүрәтләнгән образдарҙы һанап сығығыҙ.

  • Ауылда һунарсылыҡ менән көн күргән Яуымбай һәм уның улы Һолтанбайҙың фажиғәле һәләкәттәре.

  • Яуымбай һәм Һолтанбай ниндәй кеше булған, уларға һеҙҙең ҡарашығыҙ.

  • Әҫәрҙә йыртҡыслыҡ проблемаһы ниндәй образдар аша сағыла?

  • Реаль тормоштан миҫалдар килтерегеҙ.


IV. Төркөмдәр менән эш.

1 –се төркөм – Һолтанбай һәм Булашов образдарына сағыштырма характеристика төҙөү.

2 – се төркөм – Һунарсы айыуҙы ниндәй һүҙҙәр менән әйтә? Әҫәрҙән эҙләп яҙырға.

3 – сө төркөм – Повесть ни өсөн «Йыртҡыс тиреһе» тип атала?


(Автор повесҡа юҡҡа ғына “Йыртҡыс тиреһе” тигән исем бирмәгән. Юғары вазифа биләп тә, ике йөҙлө булып, битенә йыртҡыс тиреһен япҡан әҙәмдәр әҙме донъяла? Яҙыусы был әҫәрҙе йәмғиәттәге ошондай кире осраҡтарға түҙә алмай, уларҙың ысын йөҙөн асып бирер өсөн яҙған.)

V. Нығытыу. Парҙар менән эшләү. Тест һорауҙарына яуап алыу. Эштәрҙе алмаштырып иптәштәре менән тикшерәләр.

1. «Йыртҡыс тиреһе» повесы ҡасан баҫыла?

А) 1994. Б) 1958. В) 1985.

2.Әҫәр ниндәй жанрға ҡарай?

А) хикәйә. Б) роман. В) повесть.

3. Әҫәрҙә ниндәй проблема күтәрелә?

А) ҡурҡаҡлыҡ һәм батырлыҡ. Б) йыртҡыслыҡ. В) сәйәси.

4.Ҡайһы образ артыҡ?

А) Булашов. Б) Кәбир. В) Һолтанбай.

5. Атаһы Һолтанбайға ниндәй васыят әйтә?

А) эскерле. Б) яуыз уйлы. В) кешелегеңде, намыҫыңды юғалтма.

VI. Йомғаҡлау. Уҡытыусы. Әҫәр беҙҙе нимәгә өндәй? Бындай йыртҡыслыҡ бөгөнгө тормошта ла күҙәтелә. Шуның өсөн был әҫәр актуаллеген юғалтмай. Ул беҙҙе яуызлыҡты фашларға, шәфкәтлелеккә саҡыра. Һүҙемде Яуымбайҙың васыяты менән тамамлағы килә. «Кешелегегеҙҙе, намыҫығыҙҙы юғалтмағыҙ. Хәләл көс менән йәшәгеҙ, донъяғыҙҙа харам малдың остоғо ла булмаһын. Бүтән кешеләргә изгелекле, ярҙамсыл булығыҙ, әммә замана түрәләре ҡурайына бейемәгеҙ…»

VII. Рефлексия. Карточкалағы таблицаны тултырырға.


Беләбеҙ

Белергә теләйбеҙ

Белдек

1. Ноғман Мусин - Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.

2. Ноғман Мусиндың «Йыртҡыс тиреһе» повесы.

3. Ноғман Мусин - прозаик

1. Ноғман Мусиндың тормош һәм ижад юлын тәрәнерәк өйрәнеү.

2. Күтәрелгән проблеманы әҙәбиәттәге башҡа әҫәрҙәрҙә күҙәтеү.

3. «Йыртҡыс тиреһе» повесынан тыш башҡа әҫәрҙәрен уҡыу.

1. Әҙәби әҫәрҙе анализлау.

2. Дөрөҫ проблеманы табыу.

3.Образдарҙы ҡылыҡһырлау.

4. Реаль тормоштағы ваҡиғалар менән сағыштырыу.

(Уҡыусылар дәрескә баһа ҡуя. Баланың эшмәкәрлеге, хеҙмәте баһалана).

VIII. Өйгә эш. “Әҫәрҙә яуызлыҡты фашлау, шәфкәтлелеккә саҡырыу идеяһы” тигән темаға инша яҙырға.



Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!