СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Республиканское внеклассное мероприятие "Экология души" (Встреча с писателями)

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Республиканское внеклассное мероприятие "Экология души" (Встреча с писателями)»

1б. Хәйерле көн, ҡәҙерле дуҫтар, тиңдәштәр, ҡәрҙәштәр, мәртәбәле ҡунаҡтар,хөрмәтле уҡытыусылар, ҡәҙерле балалар!

2б. Хәйерле сәғәттә, тип барығыҙҙы ла ихлас күңелдән сәләмләйбеҙ. Барығығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, тыныслыҡ-именлек, аяҙ күк йөҙө, ғаиләләләрегеҙгә муллыҡ-бәрәкәт теләйбеҙ!

1б. Һеҙҙең барығығыҙҙы ла, бөгөнгө матур көндө мәртәбәле сараға йыйылып, йылы осрашыу хистәрендә ҡойоноп, рухи аҙыҡ тәмләп, йән һәм тәндәребеҙҙе сафландырып рәхәтләнеп моңдарға, шиғриәткә, бейеү тулҡындарында тирбәлергә саҡырабыҙ.

2б. Ә хәҙер, иғтибар!

Видео. Р. Ниғмәтиҙең “Ватан”

1б. Эйе, Тыуған ил тыуып үҫкән ерҙән башлана. Ысынлап та, тыуған еремде, уның тәбиғәтен бер ниндәй һүҙҙәр менән асып бөтөрөп булмай. Был матурлыҡты күреп тә бөтөрөрлөк түгел.

2б. Кешегә иң ғәзизе – туған әсә, иң ҡәҙерлеһе – туған тупраҡ, иң татлыһы – тәү эскән һыуың, иң йылыһы – һине йылытҡан өй усағы, иң күркәме – тыуған өйөң, иң йәмлеһе – туған тәбиғәтең.

1б. Беҙҙең тәбиғәт бай, төрлө һәм йомарт. Ата-бабаларыбыҙ ғәжәп үҙенсәлекле Уралда үҙенә мәңгелек төйәк тапҡан.

2б. Эйе, Атайсалыбыҙҙа ер тетрәмәй, вулкан урғылмай. Ғәрәсәт-дауылдар көслө ҡупмай. Төйәгебеҙ ғәжәп бай, сихри донъя!

1б. Ә хәҙер һеҙгә, 7 класс уҡыусыһы Хәйруллина Гөлиә“Урал батыр ”эпосынан өҙөк һөйләп ишеттерә.

2б. 5 “а” класы уҡыусыһы Йомағужин Руслан башҡарыуында “Уралым” шиғыры рус телендә яңғырай.

1б. Башҡортостан тәбиғәте бик бай, ләкин бөгөнгө көндә уның ҡалын урмандары, мул һыулы йылғалары, зәңгәр күлдәре яҡлауға, һаҡлауға мохтаж. Шуның өсөн дә 2017 йыл “Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы” булараҡ үтеп бара.

2б Рус ғалимы китеп барғанында

Ырымбурҙан Өфө яғына,

Пар аттарҙа, көймә саналарҙа

Йыр тыңлаған юлда яй ғына.

1 б Ҡышҡы оҙон тын юлдарҙы Күсер

Ҡыҫҡартырға теләп йыр менән,

Әкрен генә һуҙған оҙон көйөн,

Ләззәт менән,зауыҡ,моң менән.:

2б.

“Урал тауҙан алып Алтайғаса

Йәйрәп ята башҡорт далаһы.

Йырҙарың күп һинең,моңдарың күп,

Әйҙә йырла ,башҡорт балаһы.” -


1б – тип әйтә хөрмәтле ҡунағыбыҙ халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай “Күк бүре ”поэмаһында.

2б. Һеҙҙе “Башҡортостан ”йыры менән 3 б класс укыусыһы Яхина Зөлхизә сәләмләй.

(Йәй,ҡоштар һайрауы,кәкүк тауышы)

Фәнзилиә

  • Даян, ҡара әле,Һыҙылып ҡына таң ата. Бар донья уяна. Ошо ваҡыт ҡояш бөтә тирә – яҡты наҙлап ҡына иркәләй, япраҡтарҙағы, үлән өҫтөндәге ысыҡ тамсылары ынйы булып күҙ яуын үҙенә йәлеп итә. Сәскәләр еҫе аңҡый.Рәхәтләнеп күкрәгеңде киңәйтеп тын алаһың,ниндәй рәхәт! Ошондай гүзәллекте, сафлыҡты бөтә кеше күрә беләме икән? Даян ,был миҙгелде туҡтатып буламы икән?! Ағастар, әйтерһең бер- береһен сәләмләй, талғын ғына баш ҡағалар.

Даян

Һин үҙең дә умырзая мәллә –

Умырзая тулы аҡланда?

Ҡағылырға хатта ҡулым бармай

Кит күңелем,кит һин ,һоҡлан да!

Фәнзилиә

Ысынмы, Даян? Ә һин мине ысын яратаһыңмы ?

Даян

Яратам ,әлбиттә ,яратам.Һин минең умырзаям,ҡояшым.

Даян (һандуғас һайраған тауыш)

Тсс......Был нимә? Ниндәй тылсымлы тауыш ишетелә? Сут-сут,сут сут.......Һандуғас.....Ҡайындарға ҡунып,сәңгелдәктәге бала һымаҡ, талғын ғына тирбәлә торған һандуғастар ,ишетелер – ишетмәҫ кенә шылтыраған һыу тауыштарына ҡушылып һайрайҙар, һоҡланып туймаҫлыҡ матур тәбиғәт музыкаһы төҙөйҙәр. Ҡушылып йырлап ебәрәһе ине, ҡурҡам ,ошо матурлыҡты боҙорға ҡурҡам.

Фәнзилиә . Саф һауа,ҡояш нурҙары,тынлыҡ.

Йылы ел әкрен генә сәстәремде тарай.Эх,бер рәхәтләнеп йүгереп барып ошо матурлыҡты ҡосоп алаһы ине, рәхәтләнеп бер йырлайһы ине......

Даян. Тсс..... Берәү бит йырлай.......


1 б

Һеҙҙе “Һандуғас ”йыры менән Ләйсән Миңлеғәлиевна сәләмләне.


Йәшел урман.Ап-аҡ ҡайындар,

Сафлыҡ күҙе ҡайын һайын бар.

Йәне барға – әҙер дауаһы,

Йомарт урман бәйләр яраһын.....

2 б.

Их ,Ҡәҙим Аралбаев ағай!

Әйтһә ,әйтә лә ҡуя бит,шағир күңеле.

  • Ысынлап та ,төйәгебәҙ ғәжәп бай битул:,үҙ халҡын тәьмин итерлек еләк – емеше,ҡош-ҡорто,кейек- йәнлеге,балығы,файҙалы ҡаҙылмалар,файҙалы үләндәр- һәммәһен һанап бөтөү мөмкин түгел.

1 б.

Кеше тәбиғәт балаһы.Уның һәр ҡылығына дауа тәбиғәттең үҙендә,кешенең үҙендә ята. Сәләмәтлекте саф һауала йөрөп,тәбиғәт ҡосағында ял итеп, спорт менән шөғөләнеп тә нығытып була.

2б.Ә сирләп киткән осраҡтар ҙа дарыу үләндәре ярҙамға килә. Әйҙәгеҙ башланғыс класс уҡыусыларына һүҙ бирәйек.Улар үҙҙәре белгән мәғлүмәтте башҡаларға еткерһендәр.

КЕСЕРТКӘН 
Мин – кесерткән, зәһәр инде, 
Сағамын, ҡул тейҙерһәң. 
Шаяныраҡ балаларҙы 
Үрле-ҡырлы һикертәм. 
Тик барыбер шифалы мин, 
Һыҙлаһа ҡул-быуындар. 
Япрағымда, һабағымда 
Йәшәү көсө – һутым бар. 

ӘРЕМ 
Мин яп-ябай әсе әрем, 
Үҫәм болон-туғайҙа. 
Әллә ни иҫ китерлек ерем 
Юҡтыр инде. Шулай ҙа... 
Әйтәм әле: дауалайым 
Йоҡоһоҙлоҡ сирҙәрен, 
Ашҡаҙандың... 
Бөтөрәмен 
Хәтерһеҙлек сирҙәрен. 

ҺУҠЫР КЕСЕРТКӘН 
Мин – кесерткән, саҡмайым, 
Шуға ла һуҡыр, тиҙәр. 
Тик шулай ҙа минән бик күк 
Дарыуҙар әҙерләйҙәр. 

ЮЛ ЯПРАҒЫ 
Исемем сәйер булһа ла, 
Мине бик хөрмәтләйҙәр. 
Киҫелһә лә, ҡанаһа ла, 
Иң һәйбәт дарыу, тиҙәр.


БЕСӘЙ ҮЛӘНЕ 
Кинәт кенә, көтмәгәндә, 
Ауыртып китһә йөрәк, 
Ауыртыуҙан дауаларға 
Бесәй үләне кәрәк. 

МӘТРҮШКӘ 
Мин – мәтрүшкә, тыйнаҡмын, 
Зәңгәр сәскә атамын. 
Йәнгә, тәнгә ләззәт биреп 
Хуш еҫтәр таратамын. 
Дауалайым йүтәлдәрҙе 
Татлы хуш еҫем менән. 
Ауырыуҙан арыныуҙың 
Мең төрлө серен беләм. 

Мәтрүшкәнең файҙаһы ифрат ҙур.Уны ҡан баҫымы юғары булғанда,атеросклероздан ,һалҡын тейгәндә һәм башҡа осраҡтарҙа ҡулланырға ярай. Ә һары мәтрүшкә(зверобой) 99 ауырыуға дауа икән.Хуш еҫле мәтрүшкәләрҙе баш ауыртҡанда һәм йоҡоһоҙлоҡтан яфаланғанда ла файҙаланалар,төнәтмәһе менән баш йыуалар.Теш һыҙлағанда ,мәтрүшкәне сәйнәйҙәр.

  • Ә хәҙер уҡытыусылар коллективы башҡарыуында “Мәтрүшкәләр ”йырын тыңлап үтәйек.

2 б

Хөрмәтле тамашысылар!Шағирҙарҙы уҙҙырып әйтеп булмаҫ.Тәбиғәттең һәр ҡыуағы ,һәр тамсыһы – шағир йөрәгендә Тыуған төйәгенең, иленең,һоҡланғыс тәбиғәтен ҡәҙерләү һәм йырлау менән бергә шул ер кешеләренең яҡташтарының, ватандаштарының булмышы һәм яҙмышы менән йәшәй.

Һүҙҙе ҙур кинәнес менән Ҡәҙим ағай Аралбаевҡа бирәйек. Алҡыштар менән ҡаршы алайыҡ.

(Автор шиғырҙарын уҡып китә)

“Әсәйҙең сәй япраҡтары”51бит,”Әсәйем шишмәләре” 52 бит,”Тауҙарға сығам айбанып”,205бит, ”Тауҙарға һирәк сығабыҙ”220бит, “Юлым тауҙарға артыла”,221 бит,” Һыуҙы саҡырыу”242 бит


2б Эйе, дуҫтар! Тәбиғәт кешегә – үҙ балаһына бер нәмәлә йәлләмәгән.Саф шишмәләрен,көс бирер мәғрүр тауҙарын,күкрәк тултырып һулар һауаһын һәм башҡа дауаларын.

1 б

Ә, ҡурайы? Ул тәбиғәттең бар асылын, моңон үҙенә һеңдереп тәбиғәт ҡосағында үҫкән бер мөғжизә. Шуға күрә уның кешеләр күңеленә дауа булыуына ла, бәндәләргә илһам биреүенә лә, мөҡәддәс тойғолар уятыуына ла һис ғәжәпләнергә түгел.

2 б

Ул тәбиғәттең үҙе кеүек үк ябай, тәбиғәттең үҙе кеүек үк бөйөк. Бер ғалим бына нимә тигән: Әгәр ер йөҙөндә һәр кем көнөнә 5 минут ҡына ҡурай моңон тыңлаһа, ғүмерен оҙайтыр,күңел тыныслығы алыр,нервыларын дауалар.

1 б

Ҡурай тик башҡорт ерлегендә генә үҫкән үлән.Ул да бөгөн һаҡлауға мохтаж,сөнки ҡурай үҫкән урмандар ҡырҡылы,яңыларын үҫтермәйҙәр,урман яланғаслана. Ҡурай тәбиғәттә тирбәлеп үҫкән ғәжәйеп көпшәле үлән.

Ҡурайҙың көсө хаҡында халыҡ араһында ниндәй генә шиғырҙар юк та,ниндәй генә риүәйәттәр юҡ,хатта бейеүҙәр ҙә һалына. Ә хәҙер ҡурайҙың ниндәй тылсымлы көскә эйә булғанын белгегеҙ килһә,рәхим итеп Зәйнәб апай Биишеваның “Тылсымлы ҡурай”әҫәре буйынса әҙерләнгән өҙөктө ҡарап китәйек.

Уны башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фаттахова Фирүзә Сайфулла ҡыҙы әҙерләне һәм сәхнәгә ҡуйҙы.

1 б Хөрмәтле ҡунаҡтар,тамашасылар Ҡәҙим ағай Аралбаев үҙенең шиғырында бына нимә тей:....

2 б. Урал ғына тауҙың көн битендә

Үҫә икән ҡырлы бер ҡурай,

Шул ҡурайҙы ҡырҡып уйнаниһәң,

Моңо доньяларҙы бер урай.

Мәңге йәшәр Ҡурай.

Ул – үлемһеҙ:

Ул башҡорттоң йәшәй аңында,

Ул башҡорттоң йәшәй булмышында,

Ул башҡортттоң йәшәй ҡанында!

1 б.Һеҙҙең алдығыҙҙа “Ҡурай ”бейеүе менән11 класс ҡыҙҙары Хазырова Светлана Һәм Харисова Алина

2 б

Ҡурайсылар,ғалимдар, тарихсылар иҫәпләүенсә ,күп быуаттар элек ҡурай эш кораллы ла булған.





1.б

Ҡырағай бал ҡорттары ҡыуыш ағасҡа оялай. Кеше ҡыу ҡурайҙы кейәгә тығып , балы бармы –юҡмы икәнлеген белә ала. Кәрәҙгә батҡан ҡурайға бал тула, һәм кире алғанда балы ҡуша сыға.

2.б

Кипкән ҡурай үләнен алып, эсенә кипкән сөрөк тултырып, йыуан башынан сөрөккә ут ҡапҡансы туҙ яндырып тораһың да йыуан яғы менән өҫкә ҡаратып солоҡ эсенә һөйәп ҡуйһаң , ярты сәғәт уйламай ҙа төтәй. Уңайлы , яңғыҙ кешегә төтәткесте алып , ҡуйып торғансы ваҡыт үтә.

.

Ағасын йығып, кемдер балын алып киткән, ә көндәр һыуыта,көҙ, бал корттары астан үлеүе мөмкин. Бал ҡорттары ағас эсенән буйлап юғары киткән, улар ағастың ҡайһы өлөшөндә икәнен билдәләгәндә, ҡурайҙы ағас тишегенә ҡуйып, тыңлап табалар. Бал корттарын алып ҡайтып, һәләк булыуҙан ҡотҡарып ҡалалар.

2 б

Көҙгө аяҙ көндәрҙә бур ҡорт- ҡунаҡтар менән һаҡсы ҡорттар араһында ысын һуғыш башлана. Бына шул саҡта ҡурайға он һалып, умартасы умартаның кейәһенә ҡуя. Бур ҡорттар килеп , бал урлап, онға мансылып, үҙенең умартаһына ҡайта, һәм эҙе ҡала. Умартасы һауытҡа әҙерәк бензин һалып , умарталыҡ эргәһенә ултыра. Бур ҡорт был еҫкә башҡаса килмәй.

Хөрмәтле Мөхәмәт ағай Түлебаев!Бөгөнгө сараға ихлас килеүегеҙгә ҙур рәхмәт.!

Ҡәҙерле тамашасылар, һеҙҙең алдығыҙҙа районыбыҙҙың алдынғы уҡытыусыһы,республика ҡурай бәйгеләре еңеүсеһе, моң эйәһе, дин әһеле, Шығай ауылы уҙаманы Мөхәмәт ағай Түлебаев!

Хөрмәтле Мөхәмәт ағай!Һеҙ нисә йәштә ҡулығыҙға ҡурай алдығыҙ? Үҙегеҙ тураһында һөйләп ,ҡурай моңдарын ишеттереп ,байрамыбыҙҙың бәрәкәтен арттырып ебәрегеҙ әле,зинһар! Алҡыштар!

1 б

Күптән генә түгел,теүәл аҙна-ун көн элек Башҡортостан телевидениеһында “Сәләм” тапшырыуында Олег Чернэ исемле ир – уҙаман менән әңгәмәләшеүҙе тыңланыҡ

2 б

Ул бына нимә тине: Ер йөҙөндә тик ике ерҙә генә гармониялы йәшәүҙең асҡысын тапҡан халыҡтар бар икән. Улар Аргентина һәм беҙҙең Башҡортостан халҡы.Аргентина халҡы был асҡысты әле тулыһынса дөрөҫ ҡулланып бөтмәй икән.Ә бына Башҡортостан халҡы был асҡысты оҫта файҙаланып,гармонияға ирешеп ,көн итеп ята,тей ул.

Ул асҡыс иллә –мәгәр ябай! Халҡымдың теле,ғөрөф ғәҙәте ,йырҙары, моңдары, бейеүҙәре,шөғөлдәре.Бер һүҙ менән ябай көнитмеше, ләкин ул ныҡлы,төплө,һөҙөмтәле,рухлы һәм иң мөһиме дауамлы.

2 б Белгегеҙ килһә,беҙҙең башҡорт теле иң гармониялы күркәм тел тип иҫәпләнә.Ғәжәйеп вибрациялы башҡорт өндәре һүҙҙәргә әйләнеп тыңлаусыһын арбай,күңелен тынысландыра икән.

1 б

Үткән йома көн,хөрмәтле ауылдашыбыҙ,халыҡ шағиры булмаһам да,халҡым шағиры мин ,тип 70 йәшкә үрләгән Әхмәҙин Әфтәх ағайға күркәм,матур сара ойоштороп,уның үҙен дә,ауылдаштар ҙы ла ихлас ҡыуандырған инек. Бына хәҙер,Әхмәҙин ағайҙың йырҙар булып яңғыраған шиғриәт һандығынан тыпылдап тамған саф тамсыҡай итеп “Аҡ ямғырҙар ”йырын яңғыратабыҙ.

Башҡара мәктәбебеҙ уҡытыусыһы Гайсина Хәтижә Бәхти ҡыҙы.

Тыуған яҡ,Тыуған ил,Тыуған ер һәр кем өсөн дә яҡын һәм ҡәҙерле.Юҡҡа Тыуған ерҙе ғәзиз әсә менән тиңләмәйҙәр. Хәҙер уҡыусыларыбыҙ башҡарыуында әсәйҙәр тураһында шиғырҙар яңғырай. Был поэтик бүләк бөтә әсәйҙәргә байрам йәме өҫтәп, рәхмәт һүҙҙәре булып яңғырыһын.

(уҡыусылар шиғыр һөйләйҙәр)

1 б

Тыуған яҡ күгендә йондоҙҙар

Тоноҡланһа бер көн нишләрмен.

Әгәр ҙә ҡороһа һуңғы тал,

Серемде кемгә һөйләрмен?

Һандуғастар биҙһә баҡсамдан,

Ят күрһә еремде торналар,

Нишләрмен,кипһәләр күлдәрем,

Ҡороһа сәскәле урмандар?

Турғайҙар осмаһа бейектә,

Тоҙланһа саф һыулы шишмәләр,

Һайыҡһа илемдә йылғалар,

Киләсәк быуындар нишләрҙәр?





2 б

Халҡымдың киң күңелендә

Урын алһа йырҙарым.

Тимәк юҡа түгелмәгән

Моңом,наҙым,уйҙарым.

Әйҙә ,ярһып типһен йөрәк,

Йырҙар аҡһын да аҡһын.....

Мин бәхетле буласаҡмын

Һөйөнһә тыуған халҡым.

1 б

Башланғыс класс уҡыусылары башҡарыуында йыр “Башҡортостан”

2 б

Беҙ барыбыҙҙа беләбеҙ: һуңғы йылдарҙа тәбиғәткә ҡарата битарафлыҡ күҙәтелә. Ә инде һыуҙар эсергә ,һауа һуларға яраҡһыҙға әйләнгәс кенә,ниһәйәт,кешелек доньяһы был турала уйлана башланы.

1 б

Кеше тәбиғәт балаһы. Тирә -яҡ мөхиттең саҡ ҡына үҙгәреүе лә беҙҙең йәшәйешебеҙгә ,һаулығыбыҙға ҙур тәьҫир яһай. Экология йылында ғына түгел, көндәлек тормошта ошо хаҡиҡәтте онотмаһаҡ ине.

2 б

Ә хәҙер һүҙҙе йыраҡ юлдарҙы яҡын итеп килеп еткән Мәскәү ҡалаһы ҡунағы,хөрмәтле Зәйнәб апай Биишеваның улы, Рәсәй фәндәр академияһының химия фәндәре докторы Тельман Ағай Әминевҡа бирәбеҙ. Алҡыштар.

Беҙҙә ҡалын урмандар,

Беҙҙә данлы Урал бар,

Урал аҫты алтындыр

Өҫтә шәфәҡ балҡыйҙыр.

Беҙҙә тиңһеҙ сәхрәләр,

Сәхрәләр – ожмах улар.

2 б

Тәбиғәт йомарт,ул биргән байлыҡ иҫ китмәле. Әммә бөгөнгө көндә ошо гүзәл бай төбәгебеҙгә генә түгел, ә барлыҡ кешелек доньяһына ҡурҡыныс хәүеф – экологик һәләкәт янай.

1 б

Бына нимә ти, Ҡәҙим ағай Аралбаев үҙенең “Ҡырҡтытау ыҙғары” тигән шиғырында

243 бит

2 б

Беҙҙең ауыл Ҡырҡты, Көркәк тауҙарына һыйынып, йәмле Ҡыҙыл, Ҡолсоғаҙы йылғаларын һыулап, үҙ шөғөлөн дауам итеп ,бына тигән итеп йәшәп ята. Беҙҙең ауылыбыҙ күрке тәбиғәт кенә түгел,донья кимәлендә билдәле курорт зонаһы тигәндә лә, ошо ауылдан сыҡҡан мәшһүр кешеләре менән дә дан тота.

1 б Бына беҙҙең ауылдан сыҡҡан ҙур шәхестәр үҙҙәренең тыуған ауылына булған һөйөүҙәрен бына нисек еткерәләр.Мәҫәлән, Әхәмәҙин ағай Әфтәх үҙенең шиғыры аша,нимә ти

Ожмахтарҙы ситтән эҙләмәйҙәр,

Кәрәк булған бында ҡайтаһы,

Кендегемде киҫкән Абҙағымда –

Яҙмышымдың алтын уртаһы.

2б Әхмәт ағай Лотфуллин үҙенең картиналары аша һөйөүен сағылдыра..Беҙҙең мәктәп тә ғорурланып уның исемен йөрөтә.

1б Ә бына беҙҙең ауылдан сыҡҡан Башҡортостандың атҡаҙанған йырсыһы Роза Аккучукова,тыуған ауылына ҡайтып, илһам алып китә. Клиптар төшөрә,ҡарап үтәйек.

2 б

Ә бына Айгиз Баймөхәмәтов үҙ туған еренә ата-әсә йортона тоғро ҡалып, Абҙаҡҡа юлын һыуытмай. Ул һәр ваҡыт беҙҙең менән.

Әйҙәгеҙ алҡыштар менән хөрмәтле ҡунағыбыҙ Айгиз Баймөхәмәтовты сәхнә түрненә саҡырайыҡ.



1 б

252 бит

2 б

254 бит

1б Ә хәҙер һүҙҙе мәктәбебеҙ директоры Йомағужина Гөлшат Рауил ҡыҙына бирәбеҙ. Әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ!

Сәхнәлә 7а класы уҡыусылары башҡарауында йыр “Я нарисовал бы мечту”.



2б Ер һыуыбыҙ имен булһын,

Имен торһон тау-таштар.

Тыуған ерҙең ҡәҙерен белеп,

Шат йәшәгеҙ, яҡташтар!

1 б

Аяҙ булһын күгебеҙ,

Яҡты ҡояш көлһөн гел

Тыуған илем,тыуған ерем

Тыныс имен булһын гел!

2 б

Тәбиғәтте вәхширҙәрсә тәләфләүгә сик ҡуйыу – минең,һинең,уның изге бурысы.

1 б

Ер –әсәбеҙ йәшле күҙҙәр менән ярҙам һорап беҙгә төбәлгән. Ер яҙмышы – беҙҙең ҡулда. Ошо хаҡта бер ҡасан да онотмайыҡ.

2 б

Һаҡлайыҡсы,дуҫтар,тәбиғәтте

Һаҡлайыҡсы таҙа һыуҙарҙы.

Хуш еҫ бөрккән нәфис сәскәләрҙе

Урмандарҙы,сикһеҙ ҡырҙарҙы.

1 б

Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхтмәт.,киләһе осрашыуҙарға тиклем һау булығыҙ


























































Даян, ҡара әле,Һыҙылып ҡына таң ата. Бар донья уяна. Ошо ваҡыт ҡояш бөтә тирә – яҡты наҙлап ҡына иркәләй, япраҡтарҙағы, үлән өҫтөндәге ысыҡ тамсылары ынйы булып күҙ яуын үҙенә йәлеп итә. Сәскәләр еҫе аңҡый.Рәхәтләнеп күкрәгеңде киңәйтеп тын алаһың,ниндәй рәхәт! Ошондай гүзәллекте, сафлыҡты бөтә кеше күрә беләме икән? Даян ,был миҙгелде туҡтатып буламы икән?! Ағастар, әйтерһең бер- береһен сәләмләй ,талғын ғына баш ҡағалар.





Фәнзилиә .....тәбиғәтебеҙҙә үҫкән ҡурайҙы ғына ал,ниндәй моң сығара һуң ул. Ә һин шу ҡурайға оҡшап һомғолһоң.


Ысынмы, Даян? Ә һин мине ысын яратаһыңмы ?



Яратам ,әлбиттә ,яратам.Һин минең ҡарлуғасым,ҡояшым.


Тсс......Был нимә? Ниндәй тылсымлы тауыш ишетелә? Сут-сут,сут- сут.......Һандуғас.....Ҡайындарға ҡунып,сәңгелдәктәге бала һымаҡ, талғын ғына тирбәлә торған һандуғастар ,ишетелер – ишетмәҫ кенә шылтыраған һыу тауыштарына ҡушылып һайрайҙар, һоҡланып туймаҫлыҡ матур тәбиғәт музыкаһы төҙөйҙәр. Ҡушылып йырлап ебәрәһе ине, ҡурҡам ,ошо матурлыҡты боҙорға ҡурҡам.



Йылы ел әкрен генә сәстәремде тарай.Эх,бер рәхәтләнеп йүгереп барып ошо матурлыҡты ҡосоп алаһы ине,рәхәтләнеп бер йырлайһы ине......


Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!