СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Реферат на тему: Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә халыҡ ижадын өйрәнеүҙә компьютер технологиялары.

Категория: Прочее

Нажмите, чтобы узнать подробности

Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә халыҡ ижадын өйрәнеүҙә компьютер технологиялары.

Просмотр содержимого документа
«Реферат на тему: Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә халыҡ ижадын өйрәнеүҙә компьютер технологиялары.»

РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫНЫҢ МӘҒӘРИФ ҺӘМ ФӘН МИНИСТРЛЫҒЫ

ЮҒАРЫ БЕЛЕМ БИРЕҮ

ФЕДЕРАЛЬ ДӘҮЛӘТ БЮДЖЕТ МӘҒӘРИФ УЧЕРЕЖДЕНИЕҺЫ

“БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ УНИВЕРСИТЕТЫ”

СТӘРЛЕТАМАҠ ФИЛИАЛЫ


Башҡорт һәм төрөк филология факультеты


Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы





Реферат

Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә халыҡ ижадын өйрәнеүҙә компьютер технологиялары.









Башҡарҙы: БИН – 21 төркөмө студенты

Сафина Гузәл Шайхинур ҡыҙы.





Стәрлетамаҡ– 2017



Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә халыҡ ижадын өйрәнеүҙә компьютер технологиялары.


Компьютер технологияларының белем биреүҙә әһәмиәте бик ҙур. Ул грамматик материалдың бөтә үҙенсәлектәрен бер урынға туплай, өйрәнеү ваҡытты күберәк бүлергә булышлыҡ итә. Шулай уҡ тәҡдим ителгән материал үҙ аллы белем алыуҙа таяныс булып тора. Компьютер технологияларын төрлө маҡсаттарҙа, төрлө дәрестәрҙә ҡулланырға мөмкин. Компьютер технологиялары ҡулланып үткәрелгән дәрестәр уҡыусының ихтыяр көсөн, ижади мөмкинлектәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә, уның кәйефенә яҡшы тәьҫир итә һәм теманы өйрәнеүгә теләк уята. Шулай уҡ дәрестә уҡыусы билдәле бер тема өҫтөндә эшләргә, төрлө сығанаҡтарҙы ҡуллана белергә, үҙ аллы мәғлүмәт табырға өйрәнә. 

Тикшереүҙең аҡтуаллеге. Эшебеҙҙең актуаль булыуы,- шуның менән билдәләнә: башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә компьютер технологиялар ҡулланып ләкин практик йәһәттән өйрәнелеп бөтөлмәгән. Шуға күрә лә башҡорт тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә компьютер технологияларын өйрәнеү һәм был технологияларҙы практикала ҡулланыу эшебеҙҙең актуаллеген асыҡлап тора. 

 Методик эштең төп маҡсаты булып, башҡорт теле дәрестәрен компьютер технологияларын ҡулланып үткәреү юлдарын күрһәтеү. Был маҡсатҡа ирешеү өсөн түбәндәге бурыстар ҡуйылды: 

1) Фәнни әҙәбиттә тикшерелгән яңы технологияларҙы анализлау; 

2) Дәрестә компьютер технологиялар ҡулланыу мөмкинлектәрен асыҡлау; 

3) Башҡорт теле дәрестәрендә компьютер технологияларын ҡулланыу алымдарын тәҡдим итеү; 

Эштең яңылығы: тикшеренеүҙә башҡорт теле дәрестәрендә компьютер технологияларын файҙаланыу юлдары асыҡлана. 

Теоретик әһәмиәте. Эшебеҙҙә яһалған һығымталар башҡорт теле дәрестәрендә компьютер технологияларын ҡулланыуҙа әһәмиәтле булыуы, дәрес өлгөләре үткәргән саҡта файҙалы булыуы мөмкин. Шулай уҡ был эшебеҙ башҡорт теле методикаһын үҫтереүҙә бер өлөш булып торор. 

Фәнни әҙәбиәт өлкәһендә, башҡорт, рус һәм татар телдәре буйынса эшләүсе компьютер технологияһын өйрәнгән ғалимдарҙың ғилми эштәре тикшеренеүҙең методологик нигеҙе булып хеҙмәт итте. Тикшеренеү барышында И. Ю. Гац, Г. К. Селевко, С.В. Гурьев, М.М. Шәкүрова, Г. И. Талипова, М.Х. Иҙелбаев, Р. Ғ. Аҙнағолов, М. С. Дәүләтшина, М.И Баһауетдинова, Г. Н. Йәғәфәрова һәм башҡа ғалимдарҙың хеҙмәттәре өйрәнелде. 

Курс эшенең предметы булып башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙә ҡулланылған компьютер технологиялары тора. 

Курс эшенең теоретик әһәмиәте. Башҡорт теле методикаһында ошо йүнәлештә алып барылған тикшеренеү дауамы булып тора. 

Методик эштең практик әһәмиәте. Эш барышында башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә компьютер технологияларын ҡулланылып дәрестәр үткәрелде, компьютер технологиялары менән эшләүҙә әсбаптар, күргәҙмәлектәр йыйылды, фәнни әҙәбиәт өйрәнелде.  Эштең һөҙөмтәләрен башҡорт теле дәрестәрендә компьютер технологияларын ҡулланыуҙа файҙаланырға мөмкин. Хеҙмәт шулай уҡ курс һәм диплом эштәре яҙғанда ярҙамсы сығанаҡ була ала. 

Методик эштең структураһы. Методик эш инештән, ике бүлектән, йомғаҡлауҙан һәм ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора. 

Башҡорт теленә өйрәтеү әлбиттә, еңелдән түгел. Тәүге дәрестәр башҡорт халыҡ ижадына, мәҙәниәтенә, тарихына таянып алып барыла. Унда мауыҡтырғыс уйындар, йыр-бейеү, йәғни, ҡыҙыҡтырғыс эш алымдары ҡулланыла. Был дәрестәрҙең маҡсаты булып телгә һөйөү тәрбиәләү, уның матурлығын күрһәтеү, уны һаҡлау һәм яҡлау торҙо. Башҡорт телен уйын-көлкө менән генә өйрәтеп булмай, уны тәрәнерәк өйрәнеү кәрәк. 

Дәрес – ул эҙмә-эҙлекле ижади эш, тирә-йүн һәм ундағы күренештәр тураһында белем, информация алыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлек процесы. 

Башта уҡытыусы теманан сығып дәрестең тибын (уҡыу мәсьәләҙе ҡуйыу дәресе, моделләштереү дәресе, уҡыу мәсьәләрен хәл итеү дәресе, ғәмәли эштәр дәресе, рефлексив анализ дәресе, тикшереү эше үткәреү дәресе) күрһәтә, маҡсатын аныҡ итеп билдәләй һәм тейешле дәрес структураһына таянып уның йөкмәткеһен ҡора. 

Хәзерге көндә электрон белем сығанаҡтары уҡыу-уҡытыу системаһында айырылғыһыҙ бер тармаҡ булып тора. Республикабыҙ мәктәптәрендә төрлө предметтарҙан компьютер технологиялары менән үтәкрерлек кабинеттар, интрактив таҡталар, уҡытыу әсбаптары, программалары булдырылды. Башҡорт теле дәрестәрендә ҡулланыу өсөн 5 синыфтан алып 11 синыфҡа тиклем урыҫ телле балары өсөн электрон дәреслектәр сығарылды, интерактив тактала эшләр өсөн программалар булдырылды. Компьютер технологиялары бик ҡулайлы, уҡыусы һәм уҡытыусы өсөн дә. Шуға күрә уҡыусылар уҡытыусылар менән бергәләп компьютер программаларын файҙаланып дәрес һәм класстан тыш саралар өсөн төрлө иҗади эштәр үтәйҙәр, программалар төҙөйҙәр. Иҗади эштәрҙең тематикаһы дәрестә үзләштергән белемдәрҙе тәрәнәйтеү, актуалләштереү, тормошта ҡулланыуҙы талап итерлек итеп һайлана. 

Методик  эштең маҡсаты булып башҡорт телен Дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙа компьютер технологияларын ҡулланышын тикшереү ине. Компьютер технологияларын башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрсестәрендә ҡулланышын ҡарағанда түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала: 

Презентация эшләү. Бында инде дәрестең темаһынан сығып төрлө программалар ярҙамында (Microsoft Power, Point, Irfan, view, Photo shop, Corel Draw) һүрәттәр ҡулланып ҡыҙыҡлы материал эшләргә мөмкин. Ә киностудия Windows Live программаһы ярҙамында ҡыҙыҡлы сюжеттар төҙөргә мөмкин. Дәрес барышында компьютер мониторында слайдттар күрһәтелеп торһа күрмә хәтер аша ныҡлы белем биреүгә өлгәшә. 

Иллюстратив материалдар әҙерләү уҡыусыға шулай уҡ ҡыҙыҡлы һәм отошло ла була. . 

Хамелеон 8.1 программаһы буйынса уҡыусыларҙы дөрөҫ яҙырға, орфографик грамоталыҡ, хаталар өҫтөндә эштәр эшләргә мөмкин. 

Электрон һүҙлектәр ярҙамында уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу булдырыла; һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, текстарҙы тәржемә өҫтөндә эшләгәндә бик әһәмиәтле. 

Электрон дәреслектәр иһә, урыҫ телле балары өсөн бик ҡулайлы әсбап. Сөнки уларҙа бер эш төрө генә бирелмәй, ә тотош бер материал бирелә 

Күреүебеҙсә, заманса инновацион технологиялар, компьютер технологияларын дәрес барышында ҡулланыу уҡыу сифатын арттыра, уҡыусыларҙың үҙ алдында эшләү һәләтен үҫтереү, үҙ –үҙенә ышаныс, башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уята. 

Әммә ләкин компьютер технологияларын сама менән ҡулланыу кәрәк. Уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, методик маҡсатҡа ярашлы (яңы теманы аңлатыу, нығытыу, йомғаҡлау, контроль эштәр эшләтеү, уҡыусының юелемен тикшереү), уҡыусыларҙың һәм компьютер һаны, компьютерҙа гигиеник талаптарҙы (төрлө гимнастик күнегеүҙәр, уҡыусыларҙы компьютер янында оҙаҡ тотмаҫҡа), иҫтән сығарырға ярамай. 

Ғөмүмән әйткәндә, уҡытыусы компьютер менән эшләгәндә һәр бер элементтарын белергә тейеш. Дәрескә ҡуйған маҡсаттарға ирешергә, уҡыусыларға төплө белем бирерлек дәрестәр үткәререү мөһим.




Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!