СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Республика буйынса Башҡортостан Республикаһы Көнөнә бағышланған “ Республикамды йырлайым” исемле иншалар бәйгеһе.

Категория: Всем учителям

Нажмите, чтобы узнать подробности

Үткәнһеҙ бөгөнгө, бөгөнгөһөҙ киләсәк юҡ. Был тормоштоң үҫеш ҡануны. Һәр быуын үҙенән алда килгән быуын тыуҙырған матди һәм рухи байлыҡтар менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡалһа йәки, киреһенсә, уларҙы бөтөнләй инҡар итһә, тормошта алға китеш булмаҫ ине.

Просмотр содержимого документа
«Республика буйынса Башҡортостан Республикаһы Көнөнә бағышланған “ Республикамды йырлайым” исемле иншалар бәйгеһе.»



Республика буйынса Башҡортостан Республикаһы Көнөнә бағышланған “ Республикамды йырлайым” исемле иншалар бәйгеһе.




Темаһы:

Тыуған еремдең серле шишмәләре”











Башҡарыусыһы: Камалова Алеся, 3-сө класс уҡыусыһы

Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы

Башҡортостан РеспубликаһыТәтешле районы

муниципаль районыхәкимиәтенең мәғариф бүлеге

Иҫке Ҡайпан ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе


Уҡытыусыһы: Нурыева Лиза Борис ҡыҙы













2015 йыл


Республиканский конкурс сочинений “ Пою мою республику”, посвященном Дню Республики Башкортостан









Тема:

Волшебные родники родной земли.”















Выполнила: обучающаяся 3 класса Камалова Алеся

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение

средняя общеобразовательная школа с. Старокайпаново

МР Татышлинский район Республики Башкортостан




Учитель: Нуриева Лиза Борисовна










2015 год




Шишмәләр – йәшәү тылсымы,

Һыуҙары саф аҡҡанда,



Радик Хәкимйән


Үткәнһеҙ бөгөнгө, бөгөнгөһөҙ киләсәк юҡ. Был тормоштоң үҫеш ҡануны. Һәр быуын үҙенән алда килгән быуын тыуҙырған матди һәм рухи байлыҡтар менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡалһа йәки, киреһенсә, уларҙы бөтөнләй инҡар итһә, тормошта алға китеш булмаҫ ине. Үткәнгә таяныу, уның ҡаҙаныштарын һәм традицияларын үҙләштереү һәм камиллаштырыу, улар ерлегендә яңыны тыуҙырыу – бөтә төр үҫештең тәү шарты. Һәр быуын үҙе тыуҙырған матди һәм рухи байлыҡтарҙы һаҡлауҙы үҙе йәшәгән мөхитте, тәбиғәтте һаҡлауҙан башларға тейеш.

Донъялыҡта шулай бирелә. Тормош быуындан быуынға күсә һәм байытыла, камиллаштырыла килә. Ошо быуындан быуынға күсештә тәбиғәт әҙәми заттарҙы үҙенең шарттары менән йәшәтә, биҙәктәре менән һиҙҙермәҫтән уртаҡлаша. Был биҙәктәр тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Шуға ла юҡҡа ғына “ Һыу – йәшәү сығанағы, ерҙең аҫыл бер биҙәге” тип әйтмәгәндер халыҡ.

Ысынлап та шулай, кеше лә, тәбиғәттә булған барлыҡ тереклек тә һыуһыҙ оҙаҡ йәшәй алмай.

Һыу еребеҙҙең өстән бер өлөшөн алып тора. Кешегә тәүлегенә ике-өс литр һыу эсеү мотлаҡ тип иҫкәртә белгестәр. К ашауһыҙ дүрт аҙна самаһы йәшәй алһа, һыуһыҙ ете көндән артыҡ тереклек итә алмай. Уйланырға урын бар. Тәндең һәр бер күҙәнәген туҡландырыусы , күңелгә дәрт һәм сихәт өҫтәүсе – һыу. Шуға ла, кешелек донъяһы һыу менән аралашыуҙан туҡтамай. Йәйге йәмле иртәлә ысыҡ тамсыларын күҙәтеп, диңгеҙ шауын тыңлап, яҙғы гөрләүектәр менән серләшә, ҡойма ямғырҙарына шатлана. Һыу беҙгә күңел сафлығы килтерә, беҙҙе туҡландыра. Унан башҡа йәшәүҙе күҙ алдына килтерә алмайбыҙ.

Башҡортостаныбыҙҙа һыу запастары етерлек тейерһегеҙ. Эйе, Аллаға шөкөр, йылға-күлдәребеҙ, саф шишмәләребеҙ бар. Ләкин улар ҙур ҡурҡыныс аҫтында.

Борон-борондан әҙәм балалары һыу сығанаҡтарын күҙ ҡараһылай һаҡлаған.Ҡойо ҡаҙған, ҡойо таҙартҡан кешене ҡәҙерләгәндәр, ихтирам иткәндәр. Тәбиғәттең баһалап бөткөһөҙ байлығы иҫәпләнгән һыу хаҡында төрлө халыҡ эпостарында ла һыуға һаҡсыл ҡараш хаҡында әйтелә. Бөтә төр диндә лә – христиандарҙамы ул, йәки йәһүдиҙәр булһынмы, һыу ҡойоноу, йыуыныу изге ритуалдарҙың айырылғыһыҙ бер өлөшө.

Һүҙемде инәйҙәрҙән ишеткәндән дауам итәм.

Яңы Ҡайпан ауылында ете шишмә бар. Бөгөнгө көндө кешеләр был шишмәләрҙең дүртеһенең һыуын көнкүрештә ҡуллана. Шишмә һыуын эсергә, сәй ҡайнатырға алып ҡайталар. Һәр йорт һайын ҡойолар булһа ла шишмә һыуын эсергә, сәйгә бик йомшаҡ һәм тәмле тип көйәнтәләп ташыйҙар.Көйәнтә менән һыуҙан ҡайтыусыларҙы урамда күреү күңелдәрҙе ҡыуандыра. Ауылға ингәндә ике шишмә ҡаршылай.

Был шишмәләр тураһында ауылдың хөрмәтле Мөкминә инәй бына ниҙәр һөйләп бирҙе.

Был шишмәләр Изге шишмәләр тип атала. Изгеләр зыяратынан сыҡҡан өсөн, кешеләргә изгелек иткән өсөн шулай тип йөртәләр тине. Мөкминә инәйҙең әсәһе Ғилмисәрәнең бер туған энеһе Бәләғетдин булған . Ошо бер туғандарҙың нигеҙе Тау аҫты урамының беренсе йортоноң урыны булған. Ҡ айпан түбәһенән Бәләғетдин хәҙерге Бәҙрәш ауылына күсенгән ( нисәнсе йыл һәм сәбәптәрен инәй әйтә алманы). Тирә –йүндән беренсе Хажға барыусы ла Бәләғетдин булған. Ул заманда йәйәүләп Хаж ҡылғандан һуң уны Бәләғетдин түгел, ә Хажи бабай тип йөрөткәндәр. Хажи бабай әүлиәлек, дауасылыҡ, гипноз кеүек сифаттарға эйә булған. Шуға уның тураһында төрлө сәйер ваҡиғалар һөйләнелә. Бәҙрәш ауылында йәшәһә лә Бәләғетдин һеңлеһен, нигеҙен һағынып гел бер нисә кис ҡунырға Яңы Ҡайпанға килер булған. Уның янына сырхау кешеләр ярҙам һорап килгәндәр. Был ваҡыттарҙа күҙ сире, башҡа сирҙәр ҙә бик күп була торғайны тип иҫенә төшөрҙө Мөкминә инәй.Ҡатын-ҡыҙҙар, килгәс, йөҙҙәрен йәшереп кенә һөйләшәләр ине ти. Ҡуна ҡалғанда иртәнге намазға таһәрәтләнгәс, баҡса баштағы әрәмәлеккә ғибрәндәр* менән һөйләшәм тип төшөп китә ине.Унан ул көсләнеп, дәртләнеп ҡайтып инә ине. Ҡуйынында бәләкәс кенә шешә һымаҡ һауыты була торғайны. Шунан килгән кешеләрҙе дауаларға Изге шишмәләрҙән айырым һауыттрға һыу килтертә ине. Ауылға ингәндә уң ятағы шишмәнең һыуы аяҡ-ҡулдары һыҙлағандан, ә һул яҡтағы шишмәнең һыуы күҙ ауырыуынан ҡулланылған. Хажи бабай ошо изге һыуҙарҙы тәрбиәләп сырхауҙарға таратҡан һәм был шишмә һыуында кер сайҡамағыҙ тип киҫәтеп тә ҡуйған. Мөкминә инәй был ике шишмә араһы һәм тау битләүе зыярат ти, тик бик боронғо булһа кәрәк, сөнки мәсет янындағы зыярат ( таштарҙағы яҙыу буйынса ) 1703 йылдарға яҡынайтыла ,ә быныһы уға тиклем булған. Бына ни өсөн был шишмәләрҙең һыуы изге икәнен аңланым. Артабан һүҙҙе Иҫке Ҡайпан ауылынан дауам итәм. Бында ла шишмәләр бик күп. Тик күптәре ҡулланыштан сыҡҡан инде. Ауыл осндағы Изге шишмәнән дә күптән инде һыу ташымайҙар. Был шишмәнең һыуы ла тикмәгә генә изге түгелдер, сөнки зыяратта изге заттарҙан Борханетдин әүлиә ерләнгән. Шишмә тап уның иңкешенән башлана. Бына шулай изге заттар был донъянан киткәс тә изгелектәрен дауам итәләр. Ә бына ауыл уртаһындағы Хәсән шишмәһенең һыуын күптәр ҡуллана. Был шишмә лә борондан ҡалған тип һөйләне өләсәйем. Хәсән исемле мулла булған ти. Уның йорттары ла ҙур, күркәм булған. Йорттоң береһе килгән яҡшы ҡунаҡтар өсөн булған. Ҡунаҡтарын һыйлар өсөн ошо шишмә һыуын ҡулланған. Сәйгә лә, ашҡа ла бик ҡулай. Бөгөнгө көндө шишмәне таҙартып торалар.

Йылдар үткән һайын беҙҙән боронғо көнкүреш ыҫулдары, ғөрөф-ғәҙәттәре алыҫлаша. Шулай булыуына ҡарамаҫтан ер ҡатламдарын тишеп сығарлыҡ көскә эй шишмә һыуҙарының тәмен халҡыбыҙ ташламай әле. Ауылдарҙа шишмәләр бар, тик уларҙың күбеһе йүнәтеүгә мохтаж.

Көндөҙ ҡояш, төнөн – йондоҙҙар аҫтында, ҡоштар моңон, ағастар шаулауын, елдәр наҙын татып, иркәләнеп аҡҡан шишмә һыуы, эҫене лә, һыуыҡты ла кисерә белә. Уның хәтеренә быуаттар буйы онотолмаған йыл миҙгелдәренә, тәбиғәт шарттарына яраҡлашыу үҙенсәлеге һалынған. Кешелек донъяһына йәшәү сығанағы биреп торған шишмәләребеҙҙе һаҡлау – беҙҙең бурысыбыҙ.

*ғибрәндәр – изге йәндәр






Яңы Ҡайпан ауылындағы Изге шишмәләр.


Яңы Ҡайпан ауылынан Мөкминә инәй.

Иҫке Ҡайпан ауылындағы Хәсән шишмәһе.


Иҫке Ҡайпан ауылынан минең өләсәйем.














Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!