СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Сочинение "Пою мою республику"

Категория: Внеурочка

Нажмите, чтобы узнать подробности

сочинение к конкурсу "Пою мою республику"

Просмотр содержимого документа
«Сочинение "Пою мою республику"»

Башҡортостан Республикаһы Өфө районы муниципаль районының

Алексеевка ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе

муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы




Республика көнөнә һәм

Рәсәй киноһы йылына арналған инша


“Балҡыһын кино”






Өфө районы Алексеевка урта

дөйөм белем биреү мәктәбенең

8-сы а класс уҡыусыһы

Дәүләтбаева Йәсмин

Уҡытыусы:

Хәйруллина Гөлфиә Рәжип ҡыҙы




2016 йыл

“Эсвит һүнде, кина не будит!”


“Балҡыһын кино”


Бына быйыл Рәсәйҙә һәм тыуған илемдә , Башҡортостанда, 2016 йыл- Рәсәй киноһы тип, иғлан ителде

Кис көнө, өләсәйем сәй эсеп ултырғанда, кино йылы тураһында ишеткәс: “Беҙҙең заманда, клубҡа кино килһә, ҙур байрам ине. Ҡайһы ваҡыт “Эсвит һүнде, кина не будит” тигән һүҙҙәр менән сыҡҡан кино күрһәтеүсе ағай, күңелемдә яҡты донъя утын һүндергәндәй тойғолар уята ине... Ә киноны ҡарап ултырғаныңда: “Был мөғжизәне кем уйлап тапҡан? Нисек ул стенала тере кешеләр, тәбиғәт күренештәрен күрһәтәләр,”- тип аптырап сыға инем... Ул ҡаралған киноларҙан һуң, ауылда малдарға “Шурик”, “Изаура”, “ Марианна”, “Зита ”, “Гита” кеүек ҡушаматтар биргәнен ишетәһең. “Тормоштоң 17 мәле” тигән фильм һәр өйҙә ҡабат-ҡабат ҡарала ине. Никулиндың фильмдарын яттан һөйләп бирерҙәр ине... Бына шулай ҡыҙым да сәнғәткә, киноға ғашиҡ булып үҫте. Ана, әсәйең хәҙерге көндә, мәҙәниәт йортонда ижади етәксе булып эшләй. Беҙҙең башҡорт киноһында, “Визит” тигән фильмында уйнаған,”- тип һөйләп ултырҙы, өләсәйем.

Эйе, кино ул үҙе бер мөғжизә.

Киноматография ун туғыҙынсы быуатта барлыҡҡа килгән. Тәүҙә ул тауышһыҙ, ҡара-аҡлы ғына булған, шунан ул төрлө төҫлө булып киткән. Ә хәҙер 3Д, 5Д, хатта 7Д форматында сыға. Виртуаль күҙлек кенә кей, үҙең шул киноның эсенә барып ингәндәй булаһың. Технологиялар алға барһа ла, беҙҙең Рәсәй киноһы барыбер иң яҡшыларҙан, сөнки улар ысынбарлыҡлы һәм ысын күңелдән эшләнгән. Минең иң яратҡан фильмдар- ул: “ Петров һәм Васечкин”, “ Электроник”, “Морозко” һәм башҡалары. Уларҙы ҡараһам, минең дә шул фильмдарҙа уйнағым килеп китә. Рәсәй киностудияһы илем, Башҡортостан тураһында фильмдар ҙа ҡуйған. Улар “Салауат Юлаев”, “Ай тотолған төндә”.

Беҙ ғаиләбеҙ менән Өфөгә йыш барабыҙ, кино ла ҡарайбыҙ. Бигерәк тә миңә беҙҙең башҡорт киноларын ҡарау оҡшаны. Әсәйем мине “Родина” кинотеатрында “Башкинофест” тигән сараға алып барҙы. Унда ул мине Булат Йосопов тигән режиссер менән таныштырҙы. Минең шатлығымдың сиге булманы, сөнки мин кинематография менән бәйле артистарҙы, режиссерҙарҙы, рәссамдарҙы күрҙем, хатта таныштым да... Шунан беҙ залға үттек. Ут һүнде... һәм кинотаҫма башланды. “Өс хат” фильмын ҡарап, минең күҙ алдыма һуғыштың ауыр йылдарында ҡатын-ҡыҙҙың тормошо килеп баҫты. Күҙ йәштәремде туҡтата алмай ултырҙым. Унан һуң Айнур Асҡаров килеп үҙенең фильмы тураһында һөйләп китте. Шунан “Әсә”тигән киноны ҡараныҡ. Йәш режиссерҙың матур, тәрән йөкмәткеле, ҙур оҫталыҡлы фильмына аптыраным да , һоҡландым да, ғорурландым да. Бында бороңғо йолалар, хәҙерге беҙҙең тормош менән бәйләнеп күрһәтелгән. Хәҙерге көндә йоланы үтәмәй йәшәү арҡаһында балаларҙың ауыр тормошо өсөн ҡайғырып ҡарап ултырҙым. Йола, ғөрөф-ғәҙәттәр тиктәнән килеп сыҡмаған һәм уларҙы үтәргә кәрәклеген ошо ҡыҫҡа метражлы фильмынан төшөндөм. Беҙҙең башҡорт киноһы бик шәп икән. Башҡорт халҡының бай тарихлы, киң күңелле, тәрән фәлсәфәле халыҡ итеп ҡыҫҡа метражлы фильмдар аша ғына бирелеүе - башҡорт киноматографияның ҙур оҫталығын күрһәтә.

Быйыл майҙың аҙаҡҡы көндәрендә Салауат Юлаев майҙанында ҙур сара -“Евразияның йөрәге” көндәре үтте. Бында ла бер көндө Рәсәй киноһына бағышланылар. Унда башҡорт һәм рус телдәрендә матур фильмдар күрһәттеләр. Халыҡ бик күп йыйылды. Мин бындағы кешеләрҙең беҙҙең башҡорт фильмдары менән танышҡанына шатланып та, ғорурланып та ултырҙым. Беҙҙең республикала йәшәгән кешеләр башҡорт киноһы тураһында бик белеп тә етмәй. Ә бында иҫтәре китеп, көлөп тә, илап та ҡарап ултырҙылар. Шундай саралар йышыраҡ булһын ине.

Мин бәхетле, сөнки Башҡортостанымда үҙебеҙҙең кинематоргафия ныҡ үҫешеп бара. Ул мультипликация ла, документаль, тарихи һәм нәфис фильмдары, төрлө тематикалы тапшырыуҙар. “Урал батыр ” эпосы буйынса фильмын сығарыуында ҙур эш алып барыла тигән хәбәрҙәр ишеттем. Хәҙер ул киноның тиҙерәк сыҡҡанын көтәм.

“Ут һүнде, кина не будит” тигән һүҙҙәр хәҙерге көнгә тура килмәй, сөнки Рәсәй һәм башҡорт киноһы бар һәм уның киләсәге яҡты. Шундай режиссерҙар булғанда Башҡортостаным башҡорт киноһы аша балҡыһын!




Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!