СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Сценарий ко Дню родного языка

Нажмите, чтобы узнать подробности

Сценарий разработан и проведен, как общешкольное мероприятие для классов среднего звена

Просмотр содержимого документа
«Сценарий ко Дню родного языка»


21 февраль – Халыҡ-ара Туған тел көнө



Маҡсат: Әсә теленә һөйөү, ихтирам, ғорурлыҡ тойғолары уятыу, балаларҙың телмәрен үҫтереү, халҡыбыҙҙың мәҡәлдәре, йырҙары, бейеүҙәре  тураһында белемдәрен  байытыу.

Цитаталар:

Үҙенең әсә теленә  вайымһыҙ ҡараған кеше – ҡырағай, зарарлы кеше, сөнки шуның менән ул үҙ халҡының үткәненә, хәҙерге хәленә һәм киләсәгенә ғәмһеҙлеген, битарафлығын  күрһәтә. (К.Паустовскийҙан)


Халыҡ теле – иң бай тел. (Л.Толстой)


Ә тел – халҡыбыҙҙың иң ҙур хазинаһы. Ул быуаттар буйына тупланған, халыҡты халыҡ итеп, милләт итеп туплаған. (Х.Назар)


Плакаттар:

Телдәр белгән-илдәр гиҙгән

Иле юҡтың көнө юҡ, теле юҡтың йүне юҡ.

Тел-халыҡтың иң ҡиммәтле хазинаһы.

Тел-халыҡтың йән һулышы, йәшәйеш ысулы.

Тел бар икән, тел йәшәй икән-халыҡ та бар, халыҡ та йәшәй.

Телдәрҙе күп белеү эске донъяны байыта.

Йыр булырлык һүҙҙәр биргән,туған телем, рәхмәт һиңә!

Телен һаҡлаған халыҡ-илен яҡлаған халыҡ.

ВИДЕО –фильмдар.

Йыр «Башҡортостан-илгенәм!»

китапханасы  Тыуған ояһынан айырылған ҡош

         Ҡанатына мәңге ял тапмай.

         Туған телен яратмаған кеше,

         Башҡаларҙың телен яратмай.

Һаумыһығыҙ, балалар!  Ҡыштың һуңғы айын оҙатып, йәмле яҙға аяҡ баҫҡан саҡта һеҙҙең менән тағы ла осрашыуыбыҙға беҙ бик шатбыҙ!

Бөгөнгө сарабыҙ «Телдәр белгән-илдәр гиҙгән» тип аталасаҡ һәм ул Халыҡ-ара туған тел көнөнә арнала.

Уйлап ҡараһаң, ер шарында күпме кеше йәшәй, күпме милләт, халыҡтар бар, улар бер-береһенән торған ере, тарихы, йыр-моңдары һәм әлбиттә теле менән айырыла.

Шул уҡ мәлдә Ерҙәге  3 350 телгә юғалыу ҡурҡынысы янай, ә бит тел бөтһә халыҡ та бөтә… Шуға ла һәр халыҡтың йолаларын, йыр-моңдарын, ауыҙ-тел ижадын, һәм әсә телен һаҡлау маҡсатында 21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө тип иғлан ителде. Был байрамды ер шарының бөтә илдәрендә лә байрам итәләр.

 Туған тел ул- кешенең донъяға тыуғас та, тәү башлап ишеткән һүҙе. Сабый бала әсәһе әйткән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңларға тырыша, төрлө ауаздар сығарып, уның һорауҙарына яуап бирергә ынтыла, ошо телдә тәү башлап “әсәй”, ”атай”  һүҙҙәрен әйтә, шулай итеп ул туған телендә һөйләшергә өйрәнә, шуға ла туған тел - әсә теле тип атала ла инде, балалар.


Әсәм теле-тылсымлы йыр, хазина тулы табаҡ.

Һәр бер һүҙе-алтын үҙе, ғүмергә етер һабаҡ!


-тип данлай шағирҙарыбыҙ туған телебеҙҙе.

Тел – халыҡты йәшәткән иң ҙур хазина, ул халыҡтың һөйләп торған тере тарихы, көйләп торған моңо. Шул ғәзиз тел уны борон бер бөтөн халыҡ итеп ойошторған, туплаған, башҡа халыҡтар менән аралаштырып бар донъяға танытҡан.

Ата-бабаларыбыҙ - “Теле барҙың  ғына иле бар,

Иле барҙың ғына көнө бар”,

- тип әйтер булған, был мәҡәлдә тәрән мәғәнә ята, балалар.

Башҡортостанға килгәндә инде, беҙҙә – 160 милләт вәкиле йәшәй, барлығы 14 тел өйрәнелә, мәктәптәрҙә уҡытыу 6 телдә алып барыла.

Беҙҙең тыуған телебеҙ – ул башҡорт халҡының милли теле генә түгел- дәүләт теле лә. Ул төрлө башҡорт ырыуҙары телдәренең, һөйләшеүҙәренең ҡушылыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән. 

Башҡорт теле –ул тәбиғәтебеҙҙең матурлығын, халҡыбыҙҙың киң күңеллеген, азатлыҡ һөйөүен, йырҙарының, көйҙәренең моңон да сағылдыра.

Эй, туған тел: тәрән диңгеҙ-

Сумһаң да буйлап була.

Ул ҡурайҙа бар донъяның

Моңдарын уйнап була.


Ҡурайҙа сығыш___


Шиғриәт һөйөүселәр конкурсы

Туған тел  хаҡында фекер йөрөткәндә, беренсе сиратта шағирҙар ижадына мөрәжәғәт  итергә  кәрәк, сөнки, шағирҙар – улар ысын мәғәнәһендә һүҙ оҫталары, хәҙерге замандың сәсәндәре, тиһәк тә була. Улар тарафынан туған телде данлап күпме шиғырҙар ижад ителгән,

Әйҙәгеҙ, шуларҙы тыңлап, сығыштарҙы баһалап үтәйек!

Сәхнә түренә шиғыр һөйөүсе конкурсанттарыбыҙҙы саҡырабыҙ! Рәхим итегеҙ, балалар!

Башҡорт балаһы мин. Ер хәтерендә

Мең йыл уйылып барған эҙем бар.

Быуындарға ялғап быуындарҙы,

Илде тотҡан телем, илем бар.

Шул тел менән халҡым хаҡ яҙмышын

Ҡайһы ғасырҙарға яҙмаған

Күпме аҫыл ерҙәренән яҙған,

Күпме аҫыл ирҙәренән яҙған,

Күпме аҫыл йырҙарынан яҙған,

Тик моңынан, теленән яҙмаған.


Мин -башҡорт улы, ҡурай моңо минең ҡанымда.

Мин-халҡым улы, Салауат рухы минең аңымда.

Мин -Иҙел улы, ҡобайырҙар минең күңелдә.

Мин- атам улы, яттан беләм ете быуынды.

Мин- әсәм улы, өҙөлөп һөйәм йәшәгән урынды.

Мин -халҡым улы, йомарт башҡорт холҡо минең булмышта.

Мин-башҡорт улы, таң атһын тип киләсәк тормошта!


Әсә телен белгәндең теле матур, бай булыр.

Белмәгәндең белеме Һәм күңеле һай булыр.


Туған телем! Һәр бер һүҙең Ҡолаҡты иркәләр моң.

Һинән татлы, һинән баллы Тел донъяла бармы һуң?

Быуаттарҙа сыныҡҡан тел, Яу сапҡан тел, еңгән тел.

Зиһенемә әсә һөтө, Наҙы менән һеңгән тел.

Туған телем! Һәр бер һүҙең Аҫыл шиғырҙың үҙе.

Мостай теле, Бикбай теле, Вәлиди, Рәми һүҙе!





Минең телем-тыуған ерем, әсәм тауышы,

Халҡымдың бай хазинаһы, таҙа намыҫы!


Үҙ илемдә, үҙ телемдә, үҙ халҡым йырын йырлау-

Атайымды, әсәйемде, туған халҡымды ҙурлау!


Әсә телен белгәндең теле матур, бай булыр.

Белмәгәндең белеме һәм күңеле һай булыр.


Һөйләй белһәң, ашырыр тел бәхеттәргә,

Бәхет булғас, менерһең һин тәхеттәргә,

Һөйләр булһаң һис аҙағын уйламайса,

Төшөрөр тел тәхеттәрҙән ләхеттәргә.,


Халҡым йомарт. Халҡым ихлас, алсаҡ.

Халҡымда бит зауыҡ юғары!

Ниндәй генә йырҙар йырламай ул,

Торғанында атын туғарып!


Рауил Бикбаев «Халҡыма хат» поэма.

Туған тел.

Туған телем! Һәр бер һүҙең ҡолаҡты иркәләр моң!

Һинән татлы, һинән баллы тел донъяла бармы һуң?

Быуаттарҙа сыныҡҡан тел, яу сапҡан тел, еңгән тел!

Зиһенемә әсә һөтө, наҙы менән һеңгән тел.

Туған телем! Һәр бер һүҙең күгәрсен һөтө генә.

Тауҙарҙы уятҡан йыр һин, дауа йән һүтегенә.

Туған телем! Һәр бер һүҙең аҫыл шиғырҙың үҙе.

Мостай теле, Бикбай теле, Вәлиди, Рәми һүҙе!

Туған телем! Ах, хуш еҫең гөл-сәскәнән, ылыҫтан..

Шәкәрҙән шәрбәтлерәк һин, үткерерәк ҡылыстан!

Туған телем! О, мөғжизә! Һәр һүҙеңдән бал тама.

Илемдең ғорурлығы һин, ал таңдағы тантана!



Мин-башҡортмон: атам-әсәм башҡорт,

Уралымда тыуып үҫкәнмен,

Ат атланып, яландарын гиҙеп

Һаҡмарымдың һыуын эскәнмен.

Ата-бабам бөрйән ырыуының

Сал ҡылғанлы баймаҡ еренән:

Данлы ҡурайсылар, йыраусылар,

Сәсән бейеүселәр иленән!




Конкурсанттарыбыҙ һөйләгән Һәр шиғыр- әсә телен һаҡларға саҡыра, сөнки телде һаҡлау- милләтебеҙҙе, халҡыбыҙҙы һаҡлай торған төп шарт ул!

Жюри ағзалары иң оҫта шиғыр һөйләүселәрҙе билдәләгән арала, сәхнәлә


Мәҡәлдәр конкурсы(слайд аша)

Борон ата-бабаларыбыҙ телмәрҙәрендә шиғри юлдар, мәҡәл-әйтемдәрҙе йыш ҡулланыр булған, шуға ла һөйләшеүҙәре һутлы, тапҡыр булған. Уйлап ҡараһаң, ысынлап та мәҡәлдәрҙә бит тотош романға һыйышлы тәрән мәғәнә, зирәк аҡыл һәм тапҡырлыҡ бар.

Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадында әсә телебеҙ тураһында бик күп мәҡалдәр бар, әйҙәгеҙ шуларҙы иҫкә төшөрөп үтәйек әле, кемегеҙ иң күп белә икән!?

Слайдта мәҡәлдәрҙең башы яҙылған, ә һеҙ аҙағын әйтеп бөтөрөргә тейешһегеҙ.

Кемегеҙ туған тел тураһында күберәк мәҡәлдәр белә, шул еңеүсе буласаҡ!

         

Һөйҙөргән дә……..(тел), биҙҙергән дә…..(тел).

Телдең күрке …… (һүҙ).

Әсә теле  ……….бер була.

Иләк һорарға ла….(тел) кәрәк.

Аҙ һөйләһәң,   күп ….(ишетерһең).

Аҙ һөйлә - күп…( эшлә).

Аҡылы ҡыҫҡаның …..(теле) оҙон.

Татлы тел  ….(таш) ярыр.

Теле барҙың …..( иле) бар.

Туғанынан яҙған - …..(ярты йәтим).

Туған теленән яҙған -……(мең йәтим).

Телең барҙа…..( илең) бар,

Илең барҙа ……(иркең) бар,

….(Туған телен) ҡәҙерләгән халык-ҡәҙерле була.

Тел  белемдең асҡысы, …. (акылдың баҫҡысы).

Халҡым теле-……(хаҡлыҡ) теле.

Тел-белемдең…………, аҡылдың …………

Татлы тел ………….. бейетә. 

Әсә теле ……………..  булыр.

Тел-белемдең…………, аҡылдың …………

Татлы тел ………….. (айыу)бейетә. 

Әсә теле …………….(бер).  булыр.

Теле барҙар – халыҡ булған, Теле юҡтар……….(харап) булған.

Телен һаҡлаған ………(илен) һаҡлар.


- Башҡорт  халҡы –ысын мәғәнәһендә, тәбиғәт балаһы ул, уға һәләт тәбиғәттән һалынған. Беҙҙең халыҡта йыр-моң яратмаған, йырламаған, бейемәгән кеше юҡтыр ул, шулай бит!


Йыр « Башкортостан илгенәм»


Туған телебеҙҙәге матур йырҙарыбыҙ, моңдарыбыҙ радио һәм телевидение аша йыш яңғырай, бигерәк тә «Ҡурай» каналында, «Башҡорт йыры», «Дарман», «Гәлсәр һандуғас» тапшырыуҙарында тыңларға була.

Йыр « Нурлы бала са6»

Ә бейеүҙәребеҙгә килгәндә инде, уларҙа- башҡорт егеттәренең дәрте, саялығы, етеҙлеге, ҡыҙҙарыбыҙҙың матурлығы, һығылмалылығы күҙгә ташлана.

Уйлап ҡараһаң, башҡорт бейеүҙәрендә халҡыбыҙҙың бар булмышы, холҡо, кисерештәре сағыла бит ул.


«Рекрут» бейеүе


Борон-борон, борондан, башҡорт телен-әсәм телен

Дәүләт итеп туҡыған, халҡына маяҡ булған,

Янған-көйгән, аҫылған, башҡорт телен һаҡлаған

Сәсән булыр ҡыйыу зат, сәсән булыр сая зат!

Йәш сәсәндәр әйтеше


Эйе, башҡорт халҡының һәр заманда ла үткер телле сәсәндәре булған шул. Улар йыйындарҙа батырҙарҙы данлап, бәйеттәр, дастандар, ҡобайырҙар көйләп, эпостар һөйләп, тарихты еткергәндәр. Кәрәк булғанда үткер, ҡыйыу һүҙҙәре менән халыҡты әйҙәп яуға күтәргәндәр. Сәсәндәрҙең ялҡынлы һүҙҙәрен булат ҡылыс үткерлеге менән сағыштырыр булғандар. Тимәк тел ул-ҡорал да. Кәрәк ерҙә ҡыйырға, кәрәкмәгәндә тыйырға ла кәрәк!

-Шулай итеп сәхнәгә йәш сәсәндәр сыға!

«Яҡшы әҙәм менән яман әҙәм»-

«Ни яман»-

«Башҡорт иленә ҡобайыр»-


Ярты төндә уянып, Йоҡлай алмай уйланып, 
Уйлап ятҡан уйҙарҙы Таралышҡан ҡуйҙарҙы 
Ҡалай итеп йыяйым, Ҡалай итеп тыяйым? 

Заманаһы заманға, Яҡшылығы яманға, 
Дөрөҫлөгө ялғанға — Барыһы бергә ялғанған!.. 
Ҡалай итеп һүтәйем Был сыуалған йомғаҡты? 

Йөрәгемдең ҡағышы, Йөрәгемдең һағышы — 
Етмеш ете яу күргән, Етмеш ете дау күргән 
Халҡым ғына шул минең, Ялҡын ғынам шул минең. 
 
Бөгөнгөһөн уйлайым, Иртәгәһен буйлайым, 
Иртәгәһе ишәккә тип, Ҡулым һелтәп ҡуймайым, 
Ҡулын һелтәп ҡуйған ирҙе Ишәктер тип уйлайым. 

Ай Уралым, Уралым, Ил һаҡлаған ҡоралым! 
Ятып ҡалған төнөң бар, Балҡып янған көнөң бар. 
Телде һаҡлар халҡың бар, Илде ҙурлар хаҡың бар. 

Айҡап сығам, байҡап сығам Иҙел, Урал буйҙарын, 

Иҙел, Урал буйҙарын, Иҙел, Урал буйҙарын. 
Ярты төндә уянһам да, Илем, һиндә уйҙарым, 

Ниҙе генә уйлаһам да — Иртәгәңдә уйҙарым!.. Һай, уйҙарым!!!!!!!!!!!!!!!!


Тел – кешенең ғүмерлек юлдашы, тыуғандан алып һуңғы һулышына тиклем туған тел уны оҙата йөрөй. Әсә теле аша әҙәм балаһы тормош һабаҡтары ала, донъяны танырға, йәшәргә өйрәнә.

Өләсәй васыяты

  Аңла, балам...

         Илдәр, телдәр, диндәр алмашына –

         Ниҙәр көтә әҙәм балаһын?

         Аңла, балам, һине үҙең итеп

         Туған телең һаҡлап бара бит.

Ваҡыт менән бергә үҙгәрә бел

         Телдәр өйрән, балам, донъя күр.

         Ләкин айырылма үҙ телеңдән:

         Был – Ватанды һатыу менән бер.

 Һин тыуғас та, әсә һөтө менән

         Иренеңә тамған туған тел.

         Үҙ телеңде онотһаң, милләтеңә

         Хыянат итеү булыр, шуны бел!


Әсә телебеҙ – иң матур, иң бай, наҙлы, яғымлы тел. Был телдә  яҙыусылары быҙ әҫәрҙәр, шиғырҙар ижад итә, китаптар, гәзит, журналдар баҫтырып сығара.

Балалар өсөн башҡорт телендә сыҡҡан өр яңы китаптар менән танышып үтәйек!



 Беҙҙең башҡорт телебеҙ -дәүләт теле статусына эйә! Әгәр ҙә ул, төп милләттең теле булараҡ, ҡулланылмай башлаһа, юҡҡа сығасаҡ. Бының өсөн һуғыш та, ҡан ҡойоу ҙа кәрәкмәй. Телен бөтөрһәң, халыҡтың тарихы, әҙәбиәте, мәҙәниәте,

йолалары ла бөтә. Үҙ телеңде онотмай, туған телеңдә һөйләшһәң-һин үҙ халҡыңды һаҡлайһың, әгәр әсә телен онотоп, башҡа телде өҫтөн күрһәң, гел сит телдә һөйләшһәң-һин сит милләткә хеҙмәт итәһең, шул милләтте үҫтерәһең… һөҙөмтәлә, үҙ милләтеңә, үҙ халҡыңа хыянат итәһең…шуны аңлағыҙ, балалар.

Үҙен башҡорт тип һанаған һәр кемдең төп бурысы….– телебеҙҙе һаҡлау, сөнки тел өсөн көрәш – милләттең йәшәүе өсөн көрәш ул.


Йыр


Һеҙҙең арағыҙҙа ла милләтебеҙҙе күтәрер, халҡыбыҙҙы етәкләр, киләсәктә бәлки Президент булырлыҡ шәхестәр юҡмы ни?! Бар улар!!! Бар, тик бының өсөң иң көслө ҡоралбелем кәрәк, тыуған ереңде, халҡыңды, телеңде һаҡлар кәрәк!!!!!


Йырҙар:

Башҡортостан – илгенәм

1. Сабый саҡтан күкрәгемә

Тамыр йәйгән  гөлгенәм,

Һулыш биргән, тормош  биргән

Әсәйемдәй  бергенәм.

Ҡушымта:

        Башҡортостан – илгенәм,

илгенәм, илгенәм,

        Гөлдәр менән  тиңгенәм

        Тамыр йәйгән  гөлгенәм,

        Гөлгенәм, гөлгенәм.

        Башҡортостан – илгенәм

2. Һулар һауам йәнгә дауам,

Сыуаҡ, матур көнгенәм,

Күңелдәргә  йәйғор һуҙған

Йор һәм сәсән телгенәм.

Ҡушымта:

3. Күп милләтле  дәүләтем һин,

Тиңдәр  менән  тиңгенәм,

Ғүмер  иткән, донъя  көткән,

Йән ереккән ергенәм!

Ҡушымта:


Йыр- “Туған телем”  (Э.Мөьмининова)  

    Донъяла иң-иң матур ил –

    Ул минең Тыуған илем.

    Донъяла иң-иң матур тел –

    Ул минең туған телем.

Туған телемдә һөйләшәм,

Йәшәйем туған илдә.

“Туған ил” тигән һүҙҙе лә  

Әйтәм мин туған телдә.


Эй, туған тел, матурлығың һинең,

                    Йөрәгемә инеп үрелгән.

                    Улар миңә тәү көнөмдән башлап,

әсә һөтө менән бирелгән.




Йомғаҡлау-

Үҙ телеңдә һөйләшеүҙән проблема яһарға, оялырға кәрәкмәй. Балалар, йәштәр башҡорт теленең дәүләт теле статусын күтәреү өсөн тырышырға, күберәк үҙ-телендә-әсә телендә һөйләшергә ынтылыр кәрәк.

Ситтә, сит милләттәр араһында йәшәйем, уҡыйым тип, туған телегеҙҙе онотмаһағыҙ ине.Сөнки халҡыбыҙҙың яҙмышы- туған телдән тора, телебеҙ йәшәй икән-милләтебеҙ ҙә йәшәйәсәк, еребеҙ ҙә һаҡланасаҡ, әсә телебеҙҙе юғалтһаҡ-башҡорт, башҡа ҙурыраҡ халыҡтар тарафынан йотолоп, юҡҡа сығасаҡ, бынан да ҙурыраҡ фажиғәне күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.

Ә бит Ер йөҙондәге эҙһеҙ юҡҡа сыҡҡан халыҡтар ҙа бик күп. Меңәр йыллыҡ тарихыбыҙ булған башҡорт халҡы юғалмаһын, милләтебеҙ үҫешһен өсөн, иң беренсе, үҙебеҙҙең тарихыбыҙҙы, әсә телебеҙҙе белгән, ҡәҙер иткән төплө белемле, алдынғы ҡарашлы, инициативалы, рухлы башҡорт йәштәр үҫергә тейеш, тап һеҙҙең ҡулда, йәштәр, башҡорт иленең киләсәге!


7



Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!