СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Сценарий школьного мероприятия к году "Экологии и охраны окружающей среды"

Категория: Прочее

Нажмите, чтобы узнать подробности

Данное мероприятие посвящено году экологии в России. 

Просмотр содержимого документа
«Сценарий школьного мероприятия к году "Экологии и охраны окружающей среды"»

Һалҡын Шишмә аланында

Уҡытыусы:


Бына, уҡыусыларым, беҙ һеҙҙең менән урман аланына килеп еттек. Урман һеҙҙе үҙенең йыры менән ҡаршы ала. Тыңлап ҡарағыҙ әле уның йырын: (ҡоштар һайраша, бөжәктәр беҙелдәй, япраҡтар үҙ-ара шыбыр-шыбыр ниҙер һөйләшәләр). Ә игътибар итегеҙ әле тирә-яҡҡа: күпме хуш иҫле үләндәр, сәскәләр үҫеп ултыра. Улар кешеләргә бик күп файҙа килтерәләр. Быныһы ҡысытҡан. Һеҙ уны бик яҡшы таныйһығыҙ, уңа ҡулыбыҙ ғына тиеп китһә лә, ул беҙҙе өтәли. Тик уның файҙаһы ла бик ҙур.Ҡысытҡандан бик тәмле аштар да бешереп була, ул шулай уҡ күп ҡан аҡҡанда туҡтатыу өсөн файҙаланыла. Ә бына баҡа япрағы. Беҙ инде, тәнебеҙҙә кескенә генә яра булһа ла, баҡа япрағын алып ябабыҙ. Ә хәҙер, уҡыусыларым, сәскәләр серләшеүен тыңлап ҡарайыҡ әле. Улар бит үҙ-ара ниҙәр һөйләшәләр. Бәлки улар беҙгә үҙҙәре тураһында һөйләрҙәр.

Ҡыңғырау сәскәһе (колокольчик):


Оҡшасаҡ та ҡыңғырауға, Ел иҫмәгән ваҡытта ла

Шалтырап сыңламайбыҙ. Торабыҙ башты ейеп.

“Эт эсәгеһе” шикелле Ел сыҡһа һығылабыҙ беҙ

Үләнгә сорналмайбыҙ. Өҙеп алмасын, диеп.

Туҙғанаҡ(одуванчик):


“Туҙғанаҡ” дип әйтһәләр ҙә, Дарыу-минең тамырым.

Туҙғығаным юҡ бер ҙә. Шәкәрем ҙә етәрлек.

Алтын һымаҡ сәскә атып Сәй яһаһаң ҡыҙҙырып,

Ултырам балҡып ерҙә. Тәме иҫең китәрлек.

Миләүшә сәскәһе (фиалка):


Күгәрсен түше кеүек. Миннән сығып алған һыуҙы

Төрлө төҫтәргә инәм, “Иҫлемай” дип йөрөтәләр...

Төҫ менән генә маҡтанмайым, Байрам көндө костюмдарға,

Тәмле иҫтәр ҙә бирәм Күлдәктәргә һөртәләр.


Сәскәләр бейеүе.


Уҡытыусы:


Уҡыусыларым, һыуһанығыҙмы? Ҡарағыҙ әле, бында ниндәй матур, ниндәй һалҡын көмөш Шишмәкәй селтерәп аға. Шишмә кешеләрҙең яҡын дуҫы, уның шифалы һыуҙарын эсеп юлсылар Һыуһауҙарын баҫалар, йыуынғанда уларҙың талсыҡҡанлығы, арығанлыҡҡтары бөтә. Шишмәләрҙе бына ошолай таҙа тоторға кәрәк. Әгәр йыуынған һәркем бында сүп-сар ташлап китһә, нисек быҫранып, йәмһеҙләнеп бөтөр ине ул, юлсылар ҙа туҡтамас ине бында. Йүгерек көмөштәй һыуҙарының юлын да бүлеп, бөяп ҡуйырға ярамай. Бына бу ташты ла алып ҡуйһаҡ, ул рәхәтләнеберәк ағасаҡ. (Бер ташты ҡырыйға алып ҡуйя, уҡыусылар һыу эсәләр, йыуыналар). Әйҙәгеҙ, дуҫтарым, беҙ Шишмәкәйгә рәхмәт әйтеп йыр йырлап күрһәтәйек әле.


Шишмә йыры һәм күбәләк бейеүе.


Уҡытыусы:


Уҡыусыларым, һеҙ күбәләктәрҙе бик яратаһығыҙ, әйме? Улар бит шундай матурҙар. Ә һеҙ уларҙың нибарыһы бер көн генә йәшәгәндәрен беләһегеҙме? Уларға, дуҫтар, тияргә ярамай. Тотһаң, ҡанаттары йыртылып китә, уннан һуң улар оса алмайса ергә йығылып төшә.


Бала һәм Күбәләк йыры.(Шулсаҡ Бал ҡорто сыға һәм беҙҙелдәп һөйләй башлай).


Бал ҡорто:

Әйҙәгеҙ-ҙ-ҙ, дуҫтарым, хәҙ-ҙер мин йәшәй торған аланды ла ҡарағыҙ-ҙ, минең дуҫтарымды күрегеҙ-ҙ, татлы балымдан ауыҙ-ҙ итегеҙ-ҙ. (Уҡытыусы һәм уҡыусылар Бал ҡорто менән сығып китәләр)


(Ҡулдарына рогатҡалар, оҙын сыбыҡтар тотоп, лимонад шешәһе ҡыстырып, “тәртипһеҙ” малайҙар инә)


1-се малай. У-у, ҡарағыҙ әле, күпме сәскә бында, етмәһә ҡысытҡаны тора юл өҫтөндә. (Тибеп ебәрә, ялғыш ҡулы эләгә, һәм малай ыңғырашып ҡуя). Әл-лә-лә, ҡулымды сағып та алды.

2-се малай.Әйҙәгеҙ, сәскәләр осыртып уйнайбыҙ. Кем ераҡҡараҡ осортор икән.

(Ромашка сәскәһен өҙөп ала, сәскә ыңғырашып ҡуя, сәскәне өскә ырғыта. Сәскәләр тынып ҡалалар, баштарын эйәләр. Бер малай күбәләкте күреп ала, уңа рогатҡанан ата. Күбәләктең ҡанатына тейә, ул ыңғырашып ергә йығыла. Малайҙар, таштар табып, Шишмәгә өйөп ҡуйялар. Ағас башындан Һайыҫҡан тауышы ишетелә).


Һайыҫҡан:


Әле генә ниндәй матур балалар килгән ине, ә былары ниндәй тәртипһеҙ. Һалҡын Шишмә аланыннан нимә яһап бөтөрҙөләр бит.

(Малайҙар ҡыҫҡырып көлә-көлә сығып китәләр. Урман тынып ҡала. Һайыҫҡан, ярҙам итәргә теләп, Шишмә янына килә-таштарҙы күтәрә алмай, сәскәләрҙе торғыҙа, улар тағы баштарын эйәләр. Унан һуң Һайыҫҡан ярҙамға башҡа йәнлектәрҙе саҡыра).


Һайыҫҡан:


Әй, һеҙ, урман йәнлектәре, ҡоштары, бөжәктәре, һалҡын Шишмә аланында бәлә, барығыҙ ҙа ашығығыҙ.

(Музыка аҫтында йәнлектәр йыйылышалар. Иң элек һикерешеп ҡуяндар инәләр һәм аптырашып сәскәләргә булышырға йүгерәләр, унан Бүре йүгереп килеп етә, пышлый-пышлый, Терпе керә, унан Төлкө, лап-лоп атлап айыу килеп етә. Аптырашып уҡытыусы менән уҡыусылар йүгереп керәләр. Барыһы ла хәлде аңларға тырышалар. Һайыҫҡандан ни булғанын һорайҙар).


Һайыҫҡан:


Бу аланға тәртипһеҙ малайҙар килделәр ҙә, күрегеҙ нимә яһап киттеләр. Улар әле йырак түгел, алып килергә кәрәк уларҙы!(Төлкө менән һайыҫҡан малайҙарҙы алырға сығып китәләр һәм оҙаҡ та үтмәй, әйләнеп керәләр.)


Төлкө:


Бына улар, тиҙ ҡуып тоттыҡ беҙ уларҙы. (Бер малай кергәндә үк аҡсап инә һәм сыраен сытып тора).


Айыу:


Ә хәҙер аландың хужаларын тыңлап ҡарайыҡ әле.

Ни булды һиңә, Шишмәкәй,

Нигә һин шундай моңһыу,

Тауышың да нигә сыҡмай.

Сылтырамай, бу ни, бу?


Шишмә:


Әй дуҫтарым, белмәйһеҙме,

Хәлем ауыр икәнен.

Ағар инем мин селтерәп

Тик юлымды бүлделәр.

Ауыр-ауыр таштар менән

Мине бөяп киттеләр


Айыу:


Ә һеҙ, урмандың нурҙары.

Ник башығыҙҙы идегеҙ?

Кемдәр һеҙҙе ҡыйырсытты.

Нигә һуң һеҙ өндәшмәйһегеҙ?


Сәскәләр:


Бына шулай матур ғына

Ултырғанда аланда,

Шуҡ малайҙар килделер ҙә

Беҙҙе таптап киттеләр.

Ә ҡайбер дуҫтарыбыҙҙы

Йәлләмәйсә өҙҙөләр.

Нисек беҙ күңелле булайыҡ?

Нисек беҙ уйнайыҡ, көләйек?


Айыу:


Ай-һай, бигерәк тәртипһеҙ малайҙар килгәндәр икән урманға ҡунаҡҡа. Тиҙ генә беҙ уларҙы һалҡын баҙға бикләп ҡуяйык, тәртипле булһындар, унан сығарырбыҙ.


Уҡытыусы:


Айыу ағай, ә бәлки улар үҙ ялғыштарын үҙҙәре аңларҙар.Тәртиптәрен төҙәтерҙәр? (Тәртипһеҙ малайҙарҙың аяғы аҡсағаны илай башлай: “Ай, аяғым ауырта, һеҙҙең урманда аяғыма әллә нимә кҡаҙалды, йәрҙәм итегеҙ миңа”).


Терпе:


Үҙең ватҡан лимонад шешәһенең пыяласы ул. Һиңа кем булышыр икән?


Балалар:


Баҡа япрағы.


Баҡа япрағы:


Ул мине таптап китте, мин уға булышмайым.


Уҡытыусы:


Башта аяҡты йыуырға кәрәк. Уннан һуң япраҡ ҡуйырға.



Шишмә:


Улар миңа ауыр таштар өйҙөләр. Мин һыуымды бирмәйем.


Айыу:


Күрҙегеҙме, улар һеҙгә нисек үпкәләгәндәр?


Тәртипһеҙ малайҙар:


Ғафу итегеҙ беҙҙе, зинһар өсөн. Беҙ һеҙгә бүтән тимәйбеҙ. Ҡыйырсытмайбыҙ. ( Тиҙ генә барып, шишмәне таҙарталар. Сәскәләрҙе торғыҙып китәләр. Һайысҡандан ғафу үтенәләр. Шуннан һуң Баҡа япрағын өҙөп, аҡсаған малайға бирә, малай аяғын Шишмә һыуында йыуа һәм уҡытыусы бәйләп ҡуя. Кинәт ямғыр болото килеп сыға, ямғыр яуа башлый).


Тәртипһеҙ уҡыусылар:


Әйҙәгеҙ , ҡасабыҙ. Бу әшәкә ямғыр беҙҙе сылатып бөтөрөр.


Уҡыусылар:


Юҡ. Ул беҙҙе үҫтерә генә. (Ямғыр, яу! Йырын йырлайҙар).








Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!