СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Свадебные песни (сборник песен на башкирском языке)

Категория: Музыка

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Свадебные песни (сборник песен на башкирском языке)»

«Туй күлдәге»


1.Туй күлдәге аҡ ефәктән

Ҡыҙҙар гүә аҡҡоштар

Аҡлыҡ бит ул сафлыҡ бит ул

Яуһын әйҙә алҡыштар


Припев:Туй күлдәге кейгән ҡыҙҙан

Көнләшеп тә үләрлек

Туй күлдәге бер көнлөкме

Туй күлдәге ғүмерлек


2. Аҡ күлмәктәр, аҡ теләктәр

Туйҙа ғүмер ғүмерҙәр

Туй күлдәге кейгән кыҙҙың

Урыны булһын гел түрҙә.


3. Бәхет бит ул, шатлыҡ бит ул

Туй күлдәге кейеүе

Иркәм тиеп, йәрем тиеп

Онотолоп һөйөүе



Бүләк


1. Бүләк итеп сәсәкәләр өҙмәнем

Мин һеҙгә иң матур йыр әҙләнем.

Ул йырҙы таптым тыуған илемдә

Иң матур көйҙө турғай теледә.


Припев: Әйҙәгеҙ, дуҫтар, йырлайыҡ бергә

Иң матур йырҙарҙы һайлап ҡына.

Иң матур йырҙарҙы һайлап ҡына

Йәшәйек донъяла һайрап ҡына.


2. Килдем һеҙгә иҙел-диңгеҙ кисеп,

Һеҙҙе һағынып, ҡанатланып осоп.

Ҡош ҡанаттары түгел иңемдә

Йыр ҡанаттары минең күңелдә.






«Күбәләк»

Күбәләк гөлдәргә ҡунһа, гөлдәр тибрәлә микән?

Күбәләк гөлдәргә ҡунһа, гөлдәр тибрәлә микән?

Ул да мине һағынғанда күбәләгем түңәрәгем

Аҫыл ҡошым һандуғасым йырлап ебәрә микән?

Ул да мине һағынғанда күбәләгем түңәрәгем

Аҫыл ҡошым һандуғасым йырлап ебәрә микән?


Күбәләккәй гөлгә куна, гөлдә булғас ояһы;

Күбәләккәй гөлгә куна, гөлдә булғас ояһы; Минең күңелем һиңә тарта, күбәләгем, түңәрәгем, Аҫыл ҡошым, һандуғасым, һин бит күңелем ҡояшы.

Минең күңелем һиңә тарта, күбәләгем, түңәрәгем, Аҫыл ҡошым, һандуғасым, һин бит күңелем ҡояшы.


Тау аҫтында, тау аҫтында һалҡын шишмә түңәрәк

Тау аҫтында, тау аҫтында һалҡын шишмә түңәрәк

Осоп барып күрер инем күбәләгем түңәрәгем

Аҫыл ҡошым һандуғасым йәнейем булһа күбәләк

Осоп барып күрер инем күбәләгем түңәрәгем

Аҫыл ҡошым һандуғасым йәнейем булһа күбәләк



И, хоҙай иҫәнлек бир.


1.Кешегә ғүмерҙәр бирелә
Мең түгел, бары тик бер генә.
Ҡулымдан төшөрмәм мин һине
Йәнейем төшөрмәм ғүмергә.

Припев: Мин һине ташламам мәңгегә-мәңгегә,
Шул асы яҙмыштар ҡулына.
Ташламам бер ҡасан, бер ҡайҙа, бер кемгә,
И, Ходай, иҫәнлек бир һин беҙгә.

2.Тиҙ үтә был тормош яҙҙары,
Ә алда — һалҡыны, ҡарҙары.
Мин һине өшөтмәм, туңдырмам,
Йәнейем онотма мин барын.

3. Беҙ икәү бер бөтөн: һин дә мин,
Ҡайғы ла, шатлыҡ та гел уртаҡ.
Йөрәктәр мәңгегә бәйләнгән,
Мөхәббәт — мәңгелек табышмаҡ.


Мы желаем счастья вам!

В мире, где кружится снег шальной,
Где моря грозят крутой волной,
Где подолгу добрую ждем порой мы весть,
Чтобы было легче в трудный час,
Очень нужно каждому из нас,
Очень нужно каждому знать, что счастье есть.

Припев:
Мы желаем счастья вам!
Счастья в этом мире большом!
Как солнце по утрам,
Пусть оно заходит в дом!
Мы желаем счастья вам!
И оно должно быть таким,
Когда ты счастлив сам,
Счастьем поделись с другим!

2. В мире, где ветрам покоя нет,

Где бывает облачный рассвет,
Где в дороге дальней
Нам часто снится дом.
Нужно и в грозу, и в снегопад,
Чтобы чей-то очень добрый взгляд,
Чей-то очень добрый взгляд
Согревал теплом. 



















Эх, тала, тала

1.Һандуғастар эйәләшкән 
Һыу эсергә миләштән.
Кайғыларым бөтөр ине
Һине күреп һөйләшһәм.

Припев: Эх, тала, тала, тала,
Тала ике беләгем.
Ниңә тала, ниңә яна
Икән минем йөрәгем?
2. Ағиҙелгә баҫма һалдым
Ҡайынын һайлап ҡына.
Яндарына барыр инем
Ҡош булып һайрап ҡына.

3.Ағиҙелкәйҙе кискәндә
Йырлай(ы)м ишкәк ишкәндә.
Өҙөлә үҙәк, яна йөрәк
Йәнейем иҫкә төшкәндә.

4.Ағиҙел һыуы тирбәлә
Уртаһында һал булһа.
Һыуға һалһаң, ҡалҡып сығар,
Беҙгә насип йәр булһа


Йәле иркәм

1. Әйҙә иркәм бараһыңмы?

Мин барам ҡар һыуына

Ҡар һыуҙары шифа тиҙәр

Йөрәгем ярһыуына.


Припев: Йәле, иркәм, ҡара-ҡара,

ҡара күҙемә генә.

Ҡараһаң күҙемә генә

Булам үҙеңә генә.

2. Ҡара күҙҙәр, бөҙрә сәстәр,

Улар беҙгә тиң түгел.

Тиң түгеллеген белһәм дә,

Өҙөлөп һөйә күңел.


3. Баҡсаларға керәһең дә

Гөлдәргә үреләһең

Гөлдәргә үреләһең дә

Кем өсөн өҙөләһең?

Сейәләр.

1. Йәйҙәргә һөйөнөп, ҡыҙылдан кейенеп,
Баҡсамда үҫәләр сейәләр...
Беҙгә күҙ һалығыҙ, һоҡланып ҡалығыҙ,
Иң матур сағыбыҙ тейәләр...

Ҡушымта:
Ҡояшка үрелеп ҡыҙара сейәләр,
Һеҙ икәү, һеҙ икәү пар килгән тейәләр.

2. Һыуһылдар, татлылар, ирендәр тәме бар...
Үбәм тип урелһен сейәләр..
Һөйөүен яшергән, ғашыйҡтар шикелле
Ҡыҙарып баштарын эйәләр..

3. Һөйөү шул түгелме? Ымһыта күңелде..
Күҙ яуын алырлыҡ сейәләр..
Бешәбеҙ йәйҙәрҙә, яратып өҙ әйҙә,
Һуңлама, һуңлама тейәләр...


Әй, икегеҙ, икегеҙ.

1.Әй, икегеҙ, икегеҙ

Икегеҙ ҙә бертигеҙ;

Икегеҙ ҙә пар килгәнһеҙ,

Тигеҙ ғүмер итегеҙ.


2.Ағиҙелгә һал килгән,

Һал килгән ер тар килгән.

Һайлап алған алма кеүек,

Икегеҙ ҙә пар килгән.


3. Самауырҙы тиҙ ҡайната

Ҡыҙыл миләш күмере;

Килен менән йәш кейәүҙең

Оҙон булһын ғүмере.


4.Һоҡланып ҡарап туймаҫһың

Зифа буйығыҙға ла.

Онотмағыҙ саҡырырға

Бәбәй туйығыҙға ла.


5. Һандуғастар ояла,

Оялары быяла;

Һандуғас кеүек һайрашып,

Шат йәшәгеҙ донъяла!


Айрылмағыҙ


1.Һыу буйында яңғыҙ аҡҡош,

Ҡайрылған ҡанаттары.

Ҡанаттарҙы ҡайыра ул

Айрылыу ғазаптары.


Припев: Айрылмағыҙ, айрылмағыҙ,

Булһа ла сәбәптәре.

Ҡанаттарҙы ҡайыра ул

Айрылыу сәғәттәре.


2. Ят ҡошто пар итмәҫ аҡҡош,

Яңғыҙ ҡанат ҡаҡһа ла.

Беҙ ҙә бергә булалмабыҙ,

Һыуҙар үргә аҡһа ла.


Припев: Яңғыҙ аҡҡош күргән һайын

Өҙҙөлә бәғерҙәрем.

Ниңә беҙ бергә сактарҙың

Белмәйбеҙ ҡәҙерҙәрен?!


Айрылмағыҙ, айрылмағыҙ,

Булһа ла сәбәптәре.

Ҡанаттарҙы ҡайыра ул

Айрылыу сәғәттәре.



Ғүмерҙәр зая уҙмаһын.


1. Ҡояш йылыһын тоймаһа,

Асылмай гөлдәр.

Айҙың да йондоҙо барға

Яҡтыра төндәр.


Припев: Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк,

Бергә барыбер еңелерәк.

Донъялары нисек кенә

Ауыр булмаһын,

Пар ҡанаттарың һынмаһын,

Ғүмерҙәр зая уҙмаһын,

Кәккүктәр бар парлыларға

Ғүмер юраһын!


2.Парһыҙ ғына ҡоштар ҙа бит

Оя ҡоралмай.

Йылға ла бит ике ярһыҙ

Йылға булалмай.


3.Алда әле, алда булһын

Бәхет-шатлығы!

Парлылыҡты көтөп торһон

Тигеҙ ҡартлығы!




"МӘҢГЕЛЕК МӨХӘББӘТ"

Мәңгелек мөхәббәт, әсәйҙең күҙҙәре.

Юлдарға әйтелгән, атайҙың һүҙҙәре.

Шуныһы үкенес, һуң ғына аңлайбыҙ,

Күңелдең аҡлығын, һүҙҙәрҙең сафлығын.

 

Еңел булмай яҙмыш, ул һуылы, кәртәле,

Тормош күперҙәрен үтәһе бар әле,

Тормош юлдарында, янымда үҙҙәре,

Әҙәйҙең күҙҙәре, атайҙың һүҙҙәре.

 

Ҡайҙа ғына ташлаһа, үҙемде яҙмыштар,

Ҡартайтып, ашығып үтһәлә яҙ, ҡыштар.

Һәр ваҡыт хәтерҙә, һаҡлармын үҙҙәрен,

Әсәйҙең күҙҙәрен, атайҙың һүҙҙәрен.




Ултыр әле әсәй яндарымда.


1. Туктап ҡалдым тормош юлдарымда,

Ултыр әле, әсәй, яндарыма.

Ҡайғыларға нихәл түҙәйем,

Серҙәремде кемгә һөйләйем.


Припев: "Донъя булғас була төрлө хәлдәр,

Ваҡытлыса булһын ауыр мәлдәр.

Шулай үтә инде ул был тормош,

Ныҡ бул, балам, йәшәргә тырыш!"


2. Кәңәшеңде тотам, әсәйем,

Сабыр итә-итә йәшәйем,

Тик шулай ҙа минең сәстәремә

Йылдар инде ап-аҡ ҡарҙар һибә.


3.Ҡыҙым инде үҫеп буйға етте,

Тормош үҙәненән атлап китте.

Улда миңә шулай килерме:

"Кәңәш бирсе, әсәй!" — тиерме?



Уфтанма


Уфтанма, ғүмерҙәр яҙ кеүек үтә, тип,

Сал сәсең күрһәң дә уфтанма.

Яҙ килә лә китә, ғүмер шулай үтә,

Уфтанма, уфтанма, уфтанма.


Уфтанма – бит һинең ул уҙған ғүмерең

Уйнап-көлөп кенә уҙмаған.

Һиңә насип булған аҡ бәхет, ҙур шатлыҡ,

Яҡты көн әле бит уҙмаған



Күк күгәрсен


1.Һеҙҙә килгәнһегеҙ икән

Беҙҙә килгәнбеҙ икән

Йән дуҫтар йыйылған ерҙә

Бер йырлап алайыҡ икән.


Припев: Күгәрсен ояла,

оялары быяла

Күгәрсендәр кеүек гөрләп

Йәшәйексе донъяла.


2. Күк күгәрсен күктәрҙә лә

Иркәм күңеле кемдәрҙә.

Иркәм күңеле һиндә булһа

Кил һин йома көндәҙә.


Припев: Күгәрсен гөрләйҙер

балаһын уйнатырға

Әлдә әле дуҫтарым бар

Күңелде йыуатырға.



Йыйҙым еләк


1.Ҡара урмандарҙың да уртаһында

Ҡарт имәндэр киҫтең эллэ-ли

Пар өйрәктәр йөҙәлер әрәмәдә-күлдәрдә

Йыйын дуҫтар йыйылышҡас сәскә ата гөлдәр ҙә.


2. Уҙған ғүмерҙәрҙең дә буйҙарына

Татыу булһаҡ ине беҙ бергә.

Йыйҙым еләк, йыйҙым еләк, еләктән ҡайтып киләм.

Ер еләге нисек тәмле, һеҙҙе лә шулай һөйәм.


3. Һыу буйҙарында ла йөргән саҡта

Алтын тәңкә таптым эллэ-ли.

Йыйҙым еләк, йыйҙым еләк, бөрлөгәндәре менән

Беҙ йәшәйбеҙ дуҫ- иштәрҙең бер тигәндәре менән.


4. Алтын тәнкә беҙгэ ҙур мал түгел

Бер күрештәре эллэ ни.

Француз яулыҡ кәштәлә , бөклә дурткә -бишкә лә

Һеҙҙең менән күрешеүҙәр кермәҫ инде төшкә лә .



Килә яуа бер болот

1. Тормош бит ул, бер ҡараһаң, 
Йылмайып көлгән кеүек,
Икенсе яҡтан ҡараһаң,
Шәмдәре һүнгән кеүек.

Ҡушымта:
Килә яуа, килә яуа
Эйәләшкән бер болот,
Осар ҡанаттарым булһа,
Тормаҫ инем бер минут.
2.Гөл булһам,үҫәр инем,
Ел булһам, иҫәр инем,
Алма булһам, алдарыңа
Өҙөлөп төшәр инем.
3.«Уф» тип әйтһәм, дуҫтар миңә
Уфтана тимәһендәр,
Уфтаныуға ҡалған был тип,
Дошмандар көлмәһендәр.


Бәхеткә шатлыҡҡа
1.Беҙҙең ғүмер ҙур бәхет ул,
Ҡәҙерҙәрен белегеҙ.
Ысын куңелдән теләктәрҙе
Беҙҙән ҡабул итегеҙ.

Беҙҙең ғүмер ҙур бәхет ул,
Ҡәҙерҙәрен белегеҙ.
Ысын куңелдән теләктәрҙе
Беҙҙән ҡабул итегеҙ.


Припев: Бәхеттә, шатлыҡта
Иҫәнлек тә, һаулыҡта
Үтһен ғүмер юлдарығыҙ
Таҙҙалыҡта, байлыҡта.
Бәхеттә, шатлыҡта
Иҫәнлек тә, һаулыҡта
Үтһен ғүмер юлдарығыҙ
Таҙҙалыҡта, байлыҡта.


2.Һалҡындарға тик һулмаһын
Үҫтергән гөлдәрегеҙ
Таң нурындай аяҙ булһын
Киләһе көндәрегеҙ

Һалҡындарға тик һулмаһын
Үҫтергән гөлдәрегеҙ
Таң нурындай аяҙ булһын
Киләһе көндәрегеҙ
Припев


3.Тормош нурлы, тормош матур,
Яҡты булһын күңелдэр
Йырларбыҙҙа, бейербеҙҙә
Оҙон булһын ғүмерҙәр

Тормош нурлы, тормош матур,
Яҡты булһын күңелдэр
Йырларбыҙҙа, бейербеҙҙә
Оҙон булһын ғүмерҙәр









Килен төшә беҙҙең ауылға


1. Аҡ күбеккә батҡан юрғалар

Ҡышҡы юлдан ярһып сабалар.

Аҡ күбеккә батҡан юрғалар

Ҡышҡы юлдан ярһып сабалар

Саҡ-саҡ ҡына аумай ҡалалар

Шыугылаған саҡта саналар

Арттан саба бала-сагалар.

Саҡ-саҡ ҡына аумай ҡалалар

Шыугылаған саҡта саналар

Арттан саба бала-сагалар.


2.Мамыҡ мендәрҙәргә төрөнөп

Килен төшә бөгөн ауылға

Мамыҡ мендәрҙәргә төрөнөп

Килен төшә бөгөн ауылға

Боронғонан ҡалған ғәҙәт ул

Халыҡ сыға ҡаршы алырға

Йәш кәләште күреп ҡалырға.

Боронғонан ҡалған ғәҙәт ул

Халыҡ сыға ҡаршы алырға

Йәш кәләште күреп ҡалырға.


3.Елкендереп йәп-йәш ҡыҙҙарҙы

Килен төшә бөгөн бер өйгә.

Елкендереп йәп-йәш ҡыҙҙарҙы

Килен төшә бөгөн бер өйгә.

Ҡайҙа ҡалды шундай сағым тип

Ауыр һулап ҡуя әниләр,

Ауыр һулап ҡуя әбейләр.

Ҡайҙа ҡалды шундай сағым тип

Ауыр һулап ҡуя әниләр,

Ауыр һулап ҡуя әбейләр.


4.Күптән инде асып ҡуйғандар

Килен төшкән өйҙөң ҡапҡаһын.

Куптән инде асып ҡуйғандар

Килен төшкән өйҙөң ҡапҡаһын.

Килен төшкән өйҙөң ҡапҡаһын

Китергә тип кире япмаһын,

Кайғы еле килеп ҡаҡмаһын.

Килен төшкән өйҙөң ҡапҡаһын

Китергә тип кире япмаһын,

Кайғы еле килеп ҡаҡмаһын.

БӘХЕТ ТӨНӨ.


Ҡайындары, ай-һай, аҡ икән,

Һөйөү менән тулы саҡ икән,

Ҡайындарҙан яҡты моң тама.

(2 тапҡыр).


Ҡушымта:

Был бит бәхет төнө,

Эҙлә бәхетеңде,

Юҡ, йоҡлама егет, йоҡлама.

(2 тапҡыр).


Егет яна ҡыҙға күҙ атып,

Һандуғастар йөрөй оҙатып,

Йондоҙҙарҙан ынйы һибелә.

(2 тапҡыр).


Табышалар парҙар,

Ҡауышалар йәрҙәр,

Юҡ, бәғерем, юҡ бит һин генә.

(2 тапҡыр).


Ҡайындары, ай-һай, аҡ икән,

Һөйөү менән тулы саҡ икән,

Ҡайындарҙан яҡты моң тама.

(2 тапҡыр).


Ҡушымта:

Был бит бәхет төнө,

Эҙлә бәхетеңде,

Юҡ, йоҡлама, егет, йоҡлама.

(2 тапҡыр).

Юҡ, йоҡлама, егет, йоҡлама.





Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!