СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Тестовые задания для 5 класса по башкирскому языку

Категория: Всем учителям

Нажмите, чтобы узнать подробности

 тесты для пятого класса по родному башкирскому языку. 

Просмотр содержимого документа
«Тестовые задания для 5 класса по башкирскому языку»


5 класс уҡыусылары өсөн

әсә теленән контроль тест һорауҙары

1. Ҡайһы яуапты дөрөҫ тип табаһың?

1. Телмәрҙең кемгә, нимәгә төбәлгәнен белдерә;

2. Һөйләмдең башҡа киҫәктәренән һәр саҡ өтөр менән айырыла;

3. Һөйләмдең башында килеп, көслө тойғо менән әйтелә.

а. Һөйләм; б. Текст; в. өндәш һүҙ.

2. Түбәндәге билдәләр ниндәй һөйләмде белдерә?

1. Кешенең һүҙҙәрен үҙе һөйләгәнсә бирә;

2. Кешенең һүҙҙәрен үҙгәртеп әйтеү;

3. Ике йәки бер нисә кешенең ҡара-ҡаршы һөйләшеүе;

4. Тырнаҡтар эсенә алына, ҙур хәреф менән башлап яҙыла.

а. Ябай һөйләм; б. Тура телмәр; в. Диалог; г. Автор һүҙе.

3. Һүҙҙәргә ҡайһы бағанала фонетик анализ дөрөҫ яһалған?

а. Донъя – 5 хәреф, 5 өн; б. 5 хәреф, 6 өн;

Биръяҡ – 6 хәреф, 6 өн; 6 хәреф, 7 өн;

Йүгән – 5 хәреф, 5 өн. 5 хәреф, 4 өн.

4. Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын тап:

а. Отрят, клуб, коллектиф, актиф;

б. Отряд, клуп, коллектиф, актив;

в. Отряд, клуп, коллектив, актиф;

г. Отряд, клуб, коллектив, актив.

5. Телмәрҙең иң ҡыҫҡа һәм бәләкәй берәмеге -

а. хәреф; б. өн.

6. Телдәге бөйөк нәмә -

а. тел б. аңҡау; в. Һүҙ.

7. Яуаптарҙы тура килтерегеҙ:

а. Әйтелештәре яғынан төрлө булып, бер йәки ике мәғәнә аңлатҡан һүҙҙәр;

б. Телмәр байлығын үҫтереүҙә әһәмиәтле һүҙҙәр;

в. һөйләшкәндә йәки яҙғанда иң әһәмиәтлеләрен һайлап яҙа торған һүҙҙәр;

г. Художестволы әҫәрҙә бер үк һүҙҙе ҡабат-ҡабат ҡулланыуҙан ҡотҡара торған һүҙҙәр.

а. антоним; б. синоним; в. омоним.

8. Антоним иштәрҙе үҙ урынына ҡуйығыҙ:

1. Тәбиғәт күренештәрен белдергән антоним иштәр;

2. Урын һәм арауыҡ мәнәсәбәтен белдереүселәр;

3. Кешенең хәлен, кәйефен, сифатын сағылдырғандар;

4. Төҫ, тәм, ауырлыҡ, күләм мөнәсәбәттәрен белдереүселәр;

5. Ваҡыт мөнәсәбәтен белдереүсе антоним иштәр.

а. Кесе-оло, ауырыу-сәләмәт, һимереү-ябығыу;

б. Яҡты-ҡараңғы, яҡтылыҡ-ҡараңғылыҡ;

в. Көн-төн, иртә-кис, яҙ-көҙ;

г. Алыҫ-яҡын, аръяҡ-биръяҡ;

д. Аҙ-күп, аҡ-ҡара, ауыр-еңел, әсе-сөсө.

9. Яуаптарын дөрөҫлә:

1. бер тамырҙан яһалған һүҙ; а. тамырҙаш һүҙ;

2. һүҙ яһаусы ялғау ҡушылып яһалған һүҙҙәр б. яһалма һүҙ;

в. нигеҙ һүҙ.

10. Һүҙҙәрҙе дөрөҫ урынлаштыр:

1. Бейек-бейек, шәп-шәп, матур-матур а. һүҙҙәрҙе ҡушыу ярҙамында

2. БР, БДУ, БДБ б. Һүҙҙәрҙе парлау

3. Таш күмер, шәкәр ҡомо, газ үткәргес в. Һүҙҙәрҙе ҡабатлау

4. һауыт-һаба, тимер-томор, аллы-гөллө г. Һүҙҙәрҙе бәйләү юлы

5. Ярғанат, ҡарағас, ҡулъяҙма д. Һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартыу юлы

менән яһалған һүҙҙәр


5 класс уҡыусылары өсөн туған әҙәбиәттән контроль тест һорауҙары

1. Шиғырҙарҙың авторын дөрөҫ урынлаштыр:

1. “Хәйерле юл һеҙгә!” а. Р.Ғарипов

2. “Туған тел”, “Рус теле” б. Р.Ниғмәти

3. “Туған тел” в. Б.Бикбай.

2. А.Карнайҙың “Урманда” хикәйәһендәге хайуандарҙы дөрөҫ билдәлә:

а. Айыу б. Бүре в. Тейен г. Бурһыҡ д. Һоро йылан е. Терпе ж. Алйырҙан.

3. Дөрөҫлә:

1. Батыр, ҡыйыу, ҡаһарман, теүәккәл а. антоним

2. Яҙ, йөҙ, ат, ҡара, баҫма б. Синоним

3. Аҡ-ҡара, ҡаты-йомшаҡ, батырлыҡ-ҡурҡаҡлыҡ в. Омоним.

4. 1. Физик ҡеүәт, ҡыйыулыҡ, батырлыҡ, ғәҙеллек, иреккә ынтылыу;

2. Хеҙмәтте юғары баһалау, хеҙмәткә өндәү, ялҡаулыҡтан көлөү;

3. Һөнәргә өйрәнеү –

ниндәй әкиәттәрҙә тип уйлайһың?

а. “Әминбәк” б. “Ҡамыр батыр” в. “Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән”.

5. Шиғырҙарҙы дөрөҫ урынлаштыр:

1. “Ҡайтып киләм” а. Ғәбдрәхим Усман

2. “Егет булһаң” б. Салауат Юлаев

3. “Дим буйында яҙғы таң”, “Шәкерт” в. Сафуан Яҡшығолов

г. Ямалетдин Юмаев

6. Былар нисек атала?

1. Күренекле кешеләрҙең тормошон, ижад һәм хеҙмәт юлын тасуирлап сығыу;

2. Теге йәки был кешенең үҙе тарафынан яҙылған тормош юлы.

А. Биография Б. Автобиография

7. Бындай әҫәрҙәр нисек атала?

1.Телдән ижад ителеп, быуындан быуынға телдән еткерелә килгән әҫәрҙәр;

2. Авторы билдәле булмаған әҫәрҙәр;

3. Айырым кеше тарафынан яҙма рәүештә ижад ителгән әҫәрҙәр.

а. әҙәбиәт б. Халыҡ ижады

8. Түбәндәге шиғыр юлдары ниндәй әҫәрҙән алынған?

1. Урманында ҡып-ҡыҙыл ҡурай еләк тә ер еләк,

Күҙ асып йомғансы, һис шикһеҙ, йыйырһың бер силәк.

2. “Аусыны тиҙерәк риза итәйек,”- тип

Кәңәш өсөн бер урынға йыйылдылар.

3. Көҙгәрәк күрһәң ине

Был ерҙә нимә үҫкәнен,

Бөтәбеҙҙе туйҙыра торған

Игендең бешкәнен.

а. “Ат менән эт”. б. “Һарыҡты кем ашаған?” в. “Шүрәле”.

9. Түбәндәге шиғыр юлдарының авторҙарын тап:

1. Мин ауылда тыуҙым. Нәҡ алты йыл

Күргән юҡ ине ауылды.

Урман, һыуын һөйләп тораһы юҡ,

Хатта туҙанын да һағындым.

2. Нисектер ҡыҙыңдың исеме,

Белмәйем, ҡорҙаш, уны.

Тик беләм: ул - алма битле,

Һәм бик бәләкәй ҡулы.

3. Була алһам ине моңло ҡурай,

Урман, далаларҙың хуш еҫе.

Була алһам ине сәсән бер тел,

Урал тауҡайҙарының күк төҫө,-

Һөйләр инем һеҙгә, көйләр инем

Бар үткәнен башҡорт иленең.

а. Р.Ғарипов “Халҡым хаҡында”

б. М.Хәй “Ауылда ҡунаҡта”

в. Р.Ниғмәти “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар”.

10. Түбәндәге персонаждарҙы ҡайһы әҫәрҙә осратабыҙ?

1. Әсләм менән Мәжит, Фәғилә апай;

2. Мөхәмәтулла бабай, Әхәт менән Әфҡәт, Мөҙәйәнә апай;

3. Әмир, Фәйзрахман ағай, Сәлимйән олатай, Вәрәкә апай.

а. Ә.Вахитов “Яралы китап” б. Р.Өмөтбаев “Өс бөртөк бойҙай”




8-се синыф уҡыусылары өсөн әсә теленән контроль тест һорауҙары

1. "Кушма һөйләмдәрҙең төрөн иҫбатла:

1. Ике ябай һөйләмдән төҙөлгән һөйләм

2. Бер нисә ябай һөйләмдән төҙөлгән һөйләм

3. һөйләм эсенә ингән ябай һөйләмдәрҙе мәғәнә һәм интонация уртаҡлығы берләштерә

4. Һөйләм эсенә ингән ябай һөйләмдәр үҙ-ара теҙеү юлы менән бәйләнәләр

5. Һөйләм эсенә ингән ябай һөйләмдәр үҙ-ара эйәртеү юлы менән бәйләнәләр

6. Һөйләм эсенә ингән ябай һөйләмдәр бер-береһенә буйһонмайҙар

7. Һөйләм эсенә ингән ябай һөйләмдәр һәр ҡайһыһы үҙ алдына торғанда ла тамамланған уй аңлата

А. Теҙмә ҡушма һөйләм

Б. "Кушма һөйләм

В. Эйәртеүле ҡушма һөйләм

2. Түбәндәге һөйләмдәрҙе дөрөҫ урынлаштыр:

1. Сәхип әбей бер ҙә һөйләнсек ҡарсыҡ түгел ине, ә бөгөн ауыҙынан бер-бер артлы һүҙҙәр ҡойолоп ҡына тора.

2. Шартлап ишек асылып китте лә, штабҡа тауҙан ишелеп төшкән ҡая шикелле оло ҡәүҙәле, ҡуңыр яҫмаҡ битле хәрби килеп инде.

3. Улар урманда бер аҙ ҡына туҡтап торҙолар ҙа аҡрын ғына түбән осҡа табан ҡуҙғалдылар.

А. Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәге ябай һөйләмдәрҙең уртаҡ киҫәге булһа, йыйыу теркәүестәре алдынан өтөр ҡуйылмай

Б. Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәге ябай һөйләмдәр араһында өтөр ҡуйыла.

В. Йыйыу һәм ҡаршы ҡуйыу теркәүестәре да-дә, ҙа-ҙә, ла-лә, та-тә теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙе бер-береһенә бәйләп килгәндә, өтөр уларҙан аҙаҡ ҡуйыла.

3. Һөйләмдәр араһындағы мәғәнә мөнәсәбәте буйынса теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙәге ябай һөйләмдәрҙең үҙ-ара нисек бәйләнеүен асыҡла:

1. Бер үк ваҡытта һәм бер-бер артлы булған күренеш, хәл-ваҡиғаларҙы белдерә торған һөйләмдәр

2. Бер-береһенә ҡаршы ҡуйыла торған күренеш, хәл-ваҡиғаларҙы белдерә торған һөйләмдәр

а. һанау интонацияһы б. "Каршы ҡуйыу интонацияһы.

4. Эйәрсән һөйләмдең баш һөйләмгә бәйләнеү сараһын билдәләгеҙ. Әгәр умарталағы инә ҡорт үлһә, ҡалған ҡорттар теләһә ҡайһы яҡҡа таралып бөтәләр.

А. Килеш ялғауҙары ярҙамында Г. Шарт һөйкәлеше ярҙамында

Б. Интонация ярҙамында Д. Теркәүес ярҙамында

В. Бәйләүес ярҙамында

5. Бүре ике-өс метрҙы яйлап ҡына үтте лә ҡапыл көтөүгә ташланды. Был ниндәй һөйләм?

А. Ябай һөйләм

Б. Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләм

В. Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләм

Г. Эйәртеүле ҡушма һөйләм

Д. Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм

6. Ҡояш ҡалҡҡас, ысыҡ кипте. Эйәрсән һөйләм баш һөйләмгә нимә ярҙамында бәйләнгән?

А. Бәйләүес ярҙамында Г. Төбәү килеш ялғауы менән

Б. Хәл ҡылым ялғауы менән Д. Урын-ваҡыт килеш ялғауы менән

В. Интонация менән

7. Эйәрсән һөйләмдәрҙе дөрөҫ урынлаштыр:

1. Күренеп тора: һөнәремде алмаштырырға йөрөүемде оҡшатманы ул.

2. Килбәте ниндәй - күләгәһе шундай.

3. Һиңә шундай үтенес бар: бөгөн үк юлға сыҡ.

4. Һин ҙур эштәр башҡараһың, кешеләргә күп яҡшылыҡтар эшләйһең, уларға таяныс булаһың, тип уйлайым.

5. Зөһрә вокзалға төшкәндә, ярты төн яҡынлашҡайны инде.

А. Хәл һөйләм

Б. Аныҡлаусы һөйләм

В. Эйә һөйләм

Г. Тултырыусы һөйләм

Д. Эйәрсән хәбәр һөйләм

8. Һөйләмдең төрөн билдәлә:

1. Тауыш-тын бер аҙ баҫылып, төн уртаһы ауғас, Үмәр тәҙрәһен ипләп кенә сирттеләр.

2. Юлиә бына шуның өсөн был көндәрҙә бик оҙаҡ уйланды: уларҙың кәңәшенә ҡушылып, мөгәзәйҙе асырға кәңәш итһәк, күп кеше язаға тарттырыласаҡ; әгәр кәңәш бирмәй, кире ҡаҡһаң, йөҙләгән кеше астан ҡырыласаҡ.

3. Усына шоңҡар ҡундырған,

Еренә батыр тыуҙырған,

Иленә яу килгәндә,

Егетен атҡа мендергән,

Дошманды пыр туҙҙырған,

Дуҫын түргә уҙҙырған,

Аҫыл, батыр Урал мин,

Алтын, баҡыр Урал мин.

А. Теҙемдәр Б. Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм В. Ҡатнаш ҡушма һөйләм.

9. Шәм, бәлки, иртәнгә тиклем янғандыр, беҙ йоҡлап киттек. Был ниндәй һөйләм?
А. Ябай һөйләм В. Эйәртеүле ҡушма һөйләм

Б. Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләм Г. Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләм

10. Эйәрсән һөйләм төрөн билдәләгеҙ: Нәфсене нигә өйрәтһәң, шуны ҡыуыр.
А. Эйә һөйләм Г. Тултырыусы һөйләм

Б. Хәбәр эйәрсән һөйләм Д. Хәл һөйләм

В. Аныҡлаусы һөйләм.












8 синыф уҡыусылары өсө теле һәм туған әҙәбиәттән контроль тест һорауҙары

1. Түбәндәге өҙөктәр ниндәй ҡобайырҙан:

1.Ололарға кесе бул,

Ололарҙың ише бул,

Кешеләргә оло бул

Илен һөйөр кеше бул.

2. Менгән аты кир ине,

Дошман менән алышҡанда,

Ил эсендә бер ине,

Халҡы өсөн көн ине,

Дошман өсөн төн ине,

Дошман өсөн төн ине.

3. Биленә баҫып ҡараһаң,-

Бар еребеҙ күренә.

Башына менеп ҡараһаң,

Бар илебеҙ күренә.

4.Шоңҡар сөйгән һунарсы

Ҡош сөйҙәрмәй сыҙармы?

Ирмен тигән ир-егет

Ат уйнатмай тынырмы?

а) "Бейек тауҙың үлгәне"; в)"Ололар һүҙе"

б) "Ай , Уралым, Уралым"; г) “Салауат батыр”.

2. Ҡобайырҙарҙың төркөмдәрен дөрөҫлә:

1. Тыуған ер һәм уның азатлығы өсөн көрәшкән батырҙарын данлау

2. Халыҡтың йәш быуынды тәрбиәләү тураһындағы ҡараштарының сағылышы

а. “Ай, Уралым, Уралым”, “Салауат батыр”

б. “Бейек тауҙың үлгәне”, “Бер тигәс тә ни яман?”

3. Образдарҙы әҫәрҙәр буйынса урынлаштыр:

  1. Миңьян, Сәлмән, Әхмәт, Гөлнур;

  2. Һолтанбай, Яуымбай, Хәсән;

  3. Ҡолтүбә, Аҡъегет, Фольгнер;

  4. Кинйә, Арыҫлан, Килмәк.

а) "Ҡаһым түрә";

б) " Кинйә";

в) "Шоңҡар".

г) “Йыртҡыс тиреһе”.

4. Әҫәрҙең авторын тап:

1. "Һөнәрсе менән Өйрәнсек"; а) Ғ. Хөсәйенов;

  1. "Йыртҡыс тиреһе"; б) 3. Биишева;

  2. "Һуңғы тарпан"; в) Н. Мусин?

5. Түбәндәге өҙөктәр ниндәй әҫәрҙән:

1. Шуның нәфислеген, матурлығын, сәскә һәм семәрҙәренең гүзәллеген маҡтау түгел, ябай ғына итеп аңлатып бирергә лә һүҙ таба алмаҫымды тойоп, бөтөнләй юғалып ҡалам. Сөнки ғәҙәти көршәк түгел, ә бөйөк сәнғәт өлгөһө, кеше аҡылы тыуҙырған ҡабатланмаҫ ижад емеше ине минең ҡулымда!

2. Яйыҡ буйында башҡорттар бер ҡырағай ат күреп ҡалалар. Ҡыҙығып,ҡыҙышып китеп, уны ҡырпаҡ ҡарҙа нисек тә ауламаҡ итәләр. Дүрт-биш һыбайлы ике көн буйы уны ҡыуалап, ҡамап ҡараһалар ҙа, һис тә тота алмайҙар.

а) " Һуңғы тарпан"; б) "Һөнәрсе менән Өйрәнсек"?

6. Түбәндәге аңлатманы дөрөҫлә:

  1. Башҡортостандың халыҡ шағиры; а) 3. Биишева;

2. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы; б) М. Кәрим;

в) Р. Ғарипов?

7. Әҫәрҙәрҙең авторҙарын тап:

  1. "Уйҙарым"; а) М. Кәрим;

  2. "Үлмәҫбай"; б) Р. Ғарипов?

8. Түбәндәге өҙөктәр ниндәй поэманан:

1. Телең барҙа илең бар,

Илең барҙа иркең бар,

Иркең барҙа күркең бар,

Ил биҙәргә дәртең бар.

2. Яуапты тапҡыр ҡайтарам.

- Ғәфү итегеҙ мине,

Немец башын ҡырт-ҡырт ҡырҡа -

Ана шул башҡорт инде.

а) "Үлмәҫбай"; б)"Аманат"?

9. Түбәндәге мәғәнәләргә ҡарап, әҫәрҙәрҙе урынлаштыр:

1. Башҡорт яугирҙәренең Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы батырлыҡтарын кәүҙәләндереү;

2. Үҙе йәшәгән ер-һыуҙы, Тыуған илен һаҡлаған ир-егеттәрҙе данлау, Урал буйының матур тәбиғәтен тасуирлау;

3. Башҡорт халҡының 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуын кәүҙәләндереү;

4. Башҡорт феодаль йәмғиәтендәге синыфтар бүленеше һәм синфи көрәштең сағылышы.

а) "Ҡаһым түрә ";

б) "Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтеше ";

в) "Урал", “Башҡорт бабаларының тарихы;

г) "Үлмәҫбай"?

10. Р. Ғариповтың шиғри хикәйәт һәм ҡобайырҙарындағы образдарҙы дөрөҫлә:

1. Башҡортостан образы

2. Тыуған ил, ил улдары, халыҡ яҙмышы тураһында уйланыуҙар

а. “Уйҙарым” б. " Уйҙарым" в. “Аманат”




Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!